Бөтә яңылыҡтар

Үт ҡыуығында таш булһа...

Операцияға барырға ашыҡма!

Үт ҡыуығында таш булһа...
Үт ҡыуығында таш булһа...

"Минең үт ҡыуығымда таш барлығын әйтеп, табиптар операция эшләтергә тәҡдим итте. Мин әгәр ҙә таштар борсомаһа, уларҙы теймәү хәйерле, тигән фекергә ҡолаҡ һалырға булдым. Әммә ҡул һелтәп тә ҡуйманым, үҙем уҡыған китаптарҙың береһендә тапҡан рецепт менән ҡулланырға булдым. 

Керән (хрен) үләненең иң ҙур япраҡтарын өҙөп алдым да, ваҡ ҡына итеп турап, 0,5 литрлыҡ банкаға нышып тултырҙым. Өҫтөнә һыйған тиклем араҡы ҡойоп, 10 көнгә төнәтергә ултырттым. Оҙағыраҡ ултырһа ла зыяны юҡ. Унан икенсе һауытҡа һарҡытып алдым да, көн дә ас ҡарынға 1-әр аш ҡалағы эстем. Төнәтмәне шулай эсеп бөттөм. 

УЗИ-ға барғайным, табиптар таштарҙы тапманы. Әммә беҙ төрлөбөҙ, таштарҙың ҙурлығы ла төрлө. Шуға таштар беренсе тапҡырҙан уҡ бөтмәй иәкн, курсты ҡабатларға кәрәк.

Минән дауалана башлағанда нисә йәш ине, таштарҙың ҙурлығы ниндәй тип һораусылар күп. Миңә 77 йәш ине, таштар үт ҡыуығын 2/3 өлөшөн ҡаплағайны. 

Был ваҡиғаға 5 йыл үтте инде. Күптән түгел йәнә УЗИ үттем. Табип минән: "Таштарығыҙ булдымы?" тип һораны. Баҡтиһәң, таштар - юҡ, ә урындары беленеп тора икән."

Л.И. Миронова. Хабаровск.

Сығанаҡ: Вестник ЗОЖ

ИҒТИБАР! ДАУАЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: