Төн ныҡлап ҡуйырған мәл ине. Ошо ҡараңғылыҡҡа ҡайҙандыр килеп ингән дәү ялбыр эт аҙға ғына туҡтап ҡалды. Бер кемгә лә баш бирмәҫ бойондороҡһоҙ ҡырағайлығы, сая ғәйрәте сағылған үткер күҙҙәре дөм-ҡара төн пәрҙәһен телеп, әллә ҡайҙарға үтә ҡараны. Шикләнерлек бер нәмә лә тапманы. Еҫкәнеп, үҙе яңы килеп ингән ихата уртаһындағы ыҡсым йорттоң күтәрмә тирәләрен урап сыҡты. Бында үҙен нисектер хужаларса дәрәжәле тотоуына ҡарағанда, темеҫкенеп йөрөгән берәҙәк эткә оҡшамаған ул, үҙенә генә билдәле эҙҙәрҙе юллап, таныш ишек алдын иңләгәндә аңғармаҫтан бәреп йығырлыҡ әйберҙәрҙе кейектәргә хас тойомлауы менән оҫта урап үттеме, әллә улар бөтөнләй булманымы, һәр хәлдә, эт бында йән эйәһе барлығын фашларҙай өн-тын сығарманы. Ҙур кәүҙәһен еңел генә йүгертеп, бер-ике әйләнгәндән һуң, ҡапҡа эргәһендәге еңелсә әтмәләнгән иҫке тар ояға йылт итеп инеп китте. Нисәмә йылдар ҡабатланғандан, инде аңына һеңеп, шымартып йышылған хәрәкәт-аҙымдарын йылдам сослоҡта теүәл үтәне. Тәүге ынтылғанда уҡ башы ояның төбөнә терәлде, ҡаҡ маңлайы шунда бәрелеп өлгөргәнсе, ул ҡырҡа артҡа боролоп, кәүҙәһен һындырыр сиккә еткереп, билдән урталай бөктө, мороно ҡойроғо менән тиңләшеүгә артҡы тәпәйҙәрен эскә тартты. Шул ыңғайҙа бөтә кәүҙәһе ҡапыл ергә сүкте. Алғы тәпәйҙәре үҙҙәренән үҙҙәре бер-береһенә ҡатланып йәтешләнгәндән һуң, уларҙың өҫтөнә былай ҙа һалпы ҡолаҡтарын аҫҡа һалындырып, Ялбырҙың башы һалынды. Мороно аша кәүҙәһен еткән тиклем ҡойроғо менән ҡаплағас, хәрәкәттәр ҡырҡа туҡталды.
Ошолай әҙерәк кенә ятһа, Ялбыр, һәр ваҡыттағыса, үҙ йылыһына сумасаҡ. Тик бөгөн килеп сыҡманы, өшөүе көсәйҙе генә. Тимәк, әҙерәк кенә яңылышыраҡ ятты. Әммә нимәнелер төҙәтәм, тип, ҡыбырлап, йыйған ғына йылыһын юҡҡа сығарғыһы килмәнеме, ул ҡымшанманы ла, ята бирҙе. Йоҡларға йыйынмай ине булһа кәрәк, күҙҙәре асыҡ ҡалды.
Эттең кәүҙәһенә ҡарап самалағанда был оя бер нисек тә уныҡы була алмай кеүек – эт ныҡ ҙур, ә оя самаһыҙ бәләкәй. Ә бит эт тап ошо ояныҡы, юҡ, был оя ошо эттеке.
Ҡасандыр Ялбыр бында хужалар рәтендә йәшәне. Көсөк кенә көйөнсә алып ҡайтҡайнылар уны.
– Әйҙә, Мөхтәр, һөттән ауыҙ ит, – оҙон буйлы йәш ир шулай яратып һөйләнә-һөйләнә, төртһәң, ярылырҙай тумалаҡ эсле йөнтәҫ көсөк балаһы алдындағы бәләкәй туҫтаҡҡа һөт ҡойҙо. – Әҙерәк түҙһәң, мин һиңә хан һарайы эшләп бирермен, дуҫ. Ну, рәхәтләнеп йәшәйәсәкһең...
Ә көсөк ҡарһаланып һөткә йәбешһә лә, нимә менәндер риза түгел, йөндәрен тырпайтып, хужаһына асыулы ҡарап-ҡарап ала. Тегеһенең ҡулы яҡынлаша башлаһа, ырылдап, артҡа сигенә биреп үҙенә ҡағылдырмаҫҡа итә. Тилбер ҡулдар был ризаһыҙлыҡты һанға һуҡмай, барыбер уны тота, иркәләй. Был көсөктөң асыуын тағы ла арттыра, хужаны тешләр хәлгә еткерә. Ир быны эттең уҫал булмышына ауҙара ла, ҡыуанып, тағы һөйләнә:
– О, уҫал ғына булмаҡсыһың, шай. Бара, бара... Бик шәп буласаҡ. Вәзирә күршенең теге ҡупырыш әтәсен аҡылға ултыртабыҙ бит, әй, былай булғас. Юғиһә, һуңғы ваҡытта бигерәк шашты. Үҙемдең ихатаға үҙемде индермәй, суҡынсыҡ...
Был ирҙән иркәнән башҡа зыян күрмәҫен аңлай башлаған көсөк әҙерәк тынысланғандай, артабан һөт сәпелдәтә. Үҙе шунда ырылдап-ырылдап һөйләнә: «Түгел мин Мөхтәр, түгел. Ялбыр мин, Ялбыррр...» Әлбиттә, хужа уны аңламай, тумалаҡ көсөктөң ҡәнәғәтһеҙ һөиләнеүен ябай ырылдау тип кенә ҡабул итә. Һыңар ҡулы менән йоморсаҡ эт балаһын төрткөләп-төрткөләп үҙ хәбәрен теҙә.
– Саҡ күндерҙем бит Маһикамал инәңде. Бер аҙна инәлтте. Шул ырҙынын һинән һаҡлатмаҡ була, үҙе һаҡлаһын. Мөхтәр, Мөхтәәәр... Исемең дә оҡшай. Шулай ҡалдырабыҙ, килештекме? Теге Никулиндың Мухтары бит инде, беҙҙеңсә Мөхтәр. Никулин урыҫ бит, уныҡы Мухтар, ә һин беҙҙеке, шуға Мөхтәр...
Көсөк уғата йөнөн тырпайта, ризалашҡыһы килмәй, тағы ырылдай: «Түгел мин Мөхтәр, Мухтар ҙа түгел... Ялбыр мин, Ял-быррр! Аңлайһыңмы, юҡмы, һин тиҫкәре әҙәм! Өсәү булдыҡ беҙ инәмдә – Йылғыр, Өлгөр, Ялбыр. Ялбыр мин... Ялбыррр...
Яңы хужаһы, шайтан Хәмит кенә, уны аңламаны. Аңларға, ул бит әҙәм. Быны хәҙер Ялбыр асыҡ белә. Теге ваҡытта ул балалығы менән эттәр ҙә, кешеләр ҙә бер төрлө һөйләшә тип уйлағайны. Һөйләшмәй икән шул. Кешеләр, ғөмүмән, хайуандарҙы аңламай, ә улар кешеләрҙе аңлай. Сәйер...
Xәмиттең вәғәҙә иткән хан Һарайына – ҡапҡа төбөндәге ошо ояға килеп ултырғандан һуң бер көндө Ялбыр үҙенең Мөхтәр түгеллеген иҫбатланы. Йәйге иртәләрҙең береһендә оҙайлы командировканан төнләп кенә ҡайтып, күтәрмәлә юл сумкаһында ҡутарынып ултырған Хәмиттен ҡолағына ниндәйҙер сыйылдаҡ тауыштар салынып ҡалды. Ул һағайҙы. Тауыш Мөхтәрҙең ояһы яғынан сыҡҡан кеүек. Ир урынынан тороп баҫты. Ҡымшанмай ғына шул яҡҡа ҡолаҡ һалды. Сыйылдау тауышы тынып тора ла бер ни ваҡыттан һуң оя эсендә яңынан ҡуба. «Берәү генә түгел, бер нисәү булырға тейеш...» Хәмиттең ирен ситтәренә йылмайыу ҡунды, былай саҡта аруҡ ҡына аҙымлаған арауыҡты бер ынтылыуҙа үтеп, ояның ауыҙына күҙ һалды ла шаңҡылдата көлөп ебәрҙе:
– Ну, Мөхтәр! Ну, Мөхтәр! Уҡыттың бит, былай булғас... – оя эргәһендә ятҡан Ялбыр ирҙең ихлас көлөүенә ҡарап ята торғас, үҙе лә ҡушылып көлдө шикелле. Шулай булмайса, Мөхтәр көсөкләгән...
Ояның эсендә әле күҙҙәре асылмаған өс йоморсаҡ эй сыйылдашалар. Мәж киләләр. Хәмит шуларҙы донъяһын онотоп ҡарап ултырҙы ла, Ялбырҙы ояға этеңкерәп:
– Бар, имеҙ инде, артист, – тине.
Үҙе көлә-көлә урамға сығып юҡ булды. Күп тә үтмәй, йыуан бер ҡатынды, тышылдатып, эйәртеп алып килеп, оя ҡашына баҫтырҙы ла:
– Йә, Маһикамал апай, ни әйтерһең? -тине.
Тегеһе бот сапты, устары менән ауыҙын ҡапланы ла Хәмит -кә ҡараны.
– Ә ни эшләп һин уны миңә Мөхтәр тип, алдап бирҙең? – тине Хәмит Ялбырға төртөп күрһәтеп.
– Бынағайыш, ни эшләп алдай ти инде, алдаманым мин һине. Минең, ни, бөтә эттәрем дә Мөхтәр була...
– Эт булғас, минеңсә, ул мотлаҡ Мөхтәр булырға тейеш...
– Ә ни эшләп әле һинең эттәрең мотлаҡ Мөхтәр булырға тейеш? Сәбәбе барҙыр ҙа бит, Маһикамал апай...
– Ун етем дә тулмаған ине, Мөхтәр еҙнәңә кейәүгә сыҡҡанда. – Хәмит хәлдең былай боролош алырын көтмәгәнгә, Маһикамалға аптыраңҡырап ҡаранымы, ауылдашы тауышын күтәреберәк ризаһыҙлыҡ белдерҙе, – Нимә аптыраның? Был тиклем мискәгә кем өйләнде икән, тип, тораһыңмы? Мин, белгең килһә, йәш саҡта һинең Сәлихәңдән күпкә һылыуыраҡ инем. Бөтә донъяла бер Сәлихәгә генә матур булырға тимәгән бит, беҙ ҙә матур булдыҡ... Шул. Йәш саҡ, күңелдәр килеп тороп иләҫ. Бөтә донъяла ул да һин тип уйлайһың. Бәхеттең сик кенәһе юҡ кеүек. Тик бар икән сиктәр, бар. Йке йыл йәшәнек тигәндә, ауылға ҡунаҡҡа ғына килгән анау һары Рәйсәнең әхирәтенә әүрәп, икәүләп төндә ҡасып киттеләр. Йоҡларға ятҡанда бар ине Мөхтәрем, тороуыма тю-тю. Тю-тю, белдеңме? Мин уны кешегә һанап йәшәп ятҡан булғанмын, ә ул ошо эттәр шайы ла күрмәгән мине. Бына нимәһе ҡыйын... Йәш кенә көйөнсә ырҙынға төнгө ҡарауылсы булып эшкә барҙым. Шундағы игенде уңлы-һуллы ебәрмәйем тип, эт һымаҡ тороп, «эт Маһикамал» тигән данымды сығарҙым... Шулай булмаһаң, ҡарауылсы эше бармай ҙа, эт тә булынды... Этһеҙ ҙә булмай унда, эргәмдә ҙурыраҡтан, уҫалы-раҡтан берәүе гел булды. Этһеҙ торманым. Бынан алдағы икәүһе лә Мөхтәр булғайны,- Маһикамал эйәге менән Ялбырға ымланы, – быныһын да шулай исемләгәйнем, тегеләре, ни, балаламағас, уйлағаным да булманы... Еҙнәңдең исеме ул Мөхтәр...
Тап шул мәлдә йорт ишеге асылды. Тупһаны ҡупшы ғына аша атлап күтәрмәгә ҡып-ҡыҙыл туфлиҙар сығып баҫты. Өҫтә бер сама ҡылансыҡланғандан һуң, туфлиҙар береһенән береһе оҫтараҡ баҫырға тырышып, күтәрмә баҫҡыстары буйлап аҫҡа төштө. Йәшел үләнгә терәлгәс, улар йәнәш баҫтылар ҙа остарын күтәреп-күтәреп үксәләре ергә күпмерәк батҡанын самаланылар. Ослоҡай үксәләр ергә ҡаҙалып ингәнлектән, артабан ҡыҙыл туфлиҙар аяҡ остарында рәтһеҙерәк килделәр ҙә Маһикамал менән Хәмиттең уртаһына торҙолар. Шунда туфлиҙар, дөрөҫөрәге, уларҙың хужабикәһе күп көттөрмәй телгә килде:
– Хәмит, бәғерем, мин бөгөн һуңлабыраҡ ҡайтырмын инде. Раушанияның тамағын ҡайғыртырһың, бер нәмә лә өлгөртә алманым...
Ир булған кеше бер аҙым артҡа баҫып, ҡатынын баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе лә:
– Маһикамал апай менән һаулыҡ һорашһаңсы, Сәлихә туташ, – тине. Сибәр ҡатын был һүҙҙәрҙән һуң аптырау ишаратын матур йөҙөнә йәйгән булды ла, күҙҙәрен ҙур асып:
– Әйтәм, эт еҫе килә. Ырҙын эте килгән дәһә. Кит, Хәмит, торма уның эргәһендә, һиңә еҫе күсер. Мин бит эт еҫен яратмайым... – тине, үҙе Маһикамалға артын ҡуйып, иренә һарылғандай яҡын килде. Был тиклем кәмһетеүҙе көтмәгән Маһикамал:
– Оялыр инең әҙерәк, Сәлихә килен. Хәмит кеүек түҙемле ирҙәрҙең дә түҙеме мәңге түгел, мынауындай йүнле ирең алдында йүнһеҙлегеңде күрһәтмәһәң... – тине. Сәлихә килештереп буялған керпектәрен матур асып-йомдо ла, уймаҡ ирендәрен ослайтып:
– Йүнле ирҙең Мөхтәре балаламай, – тине.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Сәлихәне ҡыҙыл туфлиҙары был тирәнән алып китте. Уларҙың артынан ҡапҡа шапылдап ябылғас, Хәмит телгә килде:
– Ишеттеңме, Маһикамал апай, нимә тине. «Йүнле ирҙең Мөхтәре балаламай» тине. Ә бит дөрөҫ әйтә киленең. Кеше теленә эләкһәң, күр ҙә тор, бына бер быуын онотҡансы һөйләйәсәк. Исмаһам, әйтһәң ни була, кәнтәй булыуы ихтимал, тип...
– Ә мин ҡайҙан беләйем. Ни-шурта ла белмәйем. Ҡойроҡтарын күтәреп күрһәтһәгеҙ ҙә мин уларҙың кәнтәйме, арланмы икәнен айыра аласағым юҡ, вәт...
Ялбыр талаштың сәбәпсеһе булараҡ, был икәүҙең ҡаршыһына баҫып, ҡойроғон болғап, ниҙер әйтергә теләгәндәй, алмаш-тилмәш әле береһенә, әле икенсеһенә ҡараны. Эттең был ҡыланышы тегеләрҙе әҙерәк тынысландырҙымы, улар тынып ҡалды. Маһикамал ауыр көрһөндө, Хәмит тубыҡланып, бармаҡтарын Ялбырҙың ҡуйы йөндәренә батырҙы, үҙе һөйләнеүен белде:
– Йә, ҡылыҡты ҡылғас, әйт инде, миңә һинең менән ни эшләргә? Хәҙер һиңә нисек өндәшергә? – һәр ваҡыттағыса «Мөхтәр дуҫ» тигәнен әйтергә теле әйләнмәне, ҡыҙ бала икәнен белә-күрә ир исеме менән атап булмай ҙаһа, шуға ла: – Ял-быыыр, эх, ялбыыыыр, – тип, тарамыш бармаҡтары менән эттең ҡуйы йөндәрен тараны.
Ялбыр тертләне. Әсәһе ҡушҡан исем менән өндәште уға хужаһы. Тәненән йылы тулҡындар йүгерҙе. Күңелен ҡыуаныс биләне. Хужаһына иркәләргә рөхсәт итеү генә түгел, үҙе лә ихлас иркәләнде. Эттәге был киҫкен үҙгәреште Хәмит шул минуттарҙа тойманы, ул бит күңеленән генә этенең енесенә ярашлы исемдәрҙе барлай ине. Үҙгәреште Маһикамал аңғарҙы:
– Ә һин, туғаным, Ялбыр тип ата уны. Ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла бара был исем. Ана, һин «Ялбыр» тип өндәшкәс, ҡайһылай оҡшатты бисараң.
Шул көндән башлап Ялбыр үҙ исемен ҡайтарҙы.
– Ялбыр, һеңлекәш, бер үтенесем бар, – тине бер көн Хәмит этенең ояһы эргәһенә сүгәләп. Үҙе устары менән ошо ояны һыпырҙы. – Ғәфү ит, ояны бәләкәйерәк эшләгәнмен. Мин бит һине ошо сама ғына булырһың, тип, уйлағайным, – ул һыңар ҡулы менән үҙе самалаған бейеклекте күрһәтте. – Ояңды яңыртырмын тигән уй бар ине, күрәһең, яҙмағандыр. Миңә күп ҡалманы. – Ошо урында Хәмит тәрән уйҙарына сумды. Күңелендә нимәләрҙер барланымы, йә ярым бышылдап, йә бөтөнләй тынып ҡалып, хәтһеҙ генә ултырҙы... Шунан, ниндәйҙер ҡарарға килдеме, әллә ышанып һөйләрлек башҡа йән эйәһен тапманымы – Ялбырға ялбарыулы ҡарап һүҙен дауам итте. – Беләһеңме, Сәлихә менән йәшәүҙәре шәкәр түгел. Эйе, мин уға яратып өйләндем. Туғандарым бөтәһе лә ҡаршы булды. Шул ҡурсағыңды телевизор башына ғына ултыртып ҡуймаһаң, башҡаға эшкинмәҫ, тинеләр. Ә бына балаға әсәнең аҡылы кәрәк икән. Баламды йәлләйем, Раушаниямды. Мин китеп-нитеп барһам, Сәлихә уның башына ғына етәсәк. Эйе, эйе, етәсәк. Беләһеңме, нисек кенә итеп әрләмәй ул. Раушани-ямдың күңеле ҡатып ҡуймаһын өсөн, Сәлихәнең булған этлеген көлкөгә һабыштырам. Сәлихә туҙынһа, уны аҡылға ултыртам, тиеп, мин дә туҙынһам, ул бала йылмайырға ла онотор ине. Шуға әсәһе көлә торғанды ла, үҙем көлә торғанды ла көлгән булам. Мине, ни, шул шайтанлыҡ ҡына ҡотҡара. Ен эргәһендә шайтан булмай хәлең юҡ. Ен бит ул Сәлихә. Йәне юҡтыр, ене бар... Ярай, Ялбыр, улары һиңә кәрәкмәй ҙә. Бары бер үтенесемде тыңла. Ҡыҙыма атайҙың иң кәрәк сағында китәм, ҡалайтаһың, артығын йәшәргә Хоҙай ҡушмаған... Көндәремдең һанаулы ғына ҡалғанын бөгөн белдем. Сәлихәгә генә көс етер ине лә, ауырыуыма көсөм етмәҫ, яман шешкә әйләнгән... Ҡыҙымды ҡурсалап ҡына үҫтерермен, тигән инем, ғүмерем етмәй икән. Раушания һиңә ҡала инде, һиңә тапшырам, һинең ғүмерең етергә тейеш. Көндөҙ туҙынмай Сәлихә, төнөн ул ҡурҡыныс. Төнөн баламдың башына етеп ҡуйыр, тием. Һин шуны ҡараңҡыра инде, ҡара. Төндә йоҡлап ятып, баламды аямаһаң, мәңге ризалығым булмаясаҡ... Ҡыҙ бала бит, йә үҙе ғәрләнер, ете төн уртаһында сығып китер, йә, тағы ла ҡурҡы-нысыраҡ аҙымдар яһап ҡуйыр, тием. Иң ғәрсел мәле бит уның... – Шунда гел көлгән шаталаҡ хужаһының илағанын күрҙе Ялбыр. Иланы Шайтан Хәмит, «ҡыҙ баламды ҡыҙғынам» тип һамаҡлай-һамаҡлай оҙаҡ иланы...
Ҡупшы Сәлихә күп көттөрмәне, Ялбырға ла ысын йөҙөн күрһәтте.
Хәмитте ерләгәс, ул бигерәк килештерҙе. Уның уйлауынса, «заманса» йола, тимәк, мотлаҡ русса булырға тейеш ине, ай тирәһе урыҫ халҡына тартым итеп ҡап-ҡаранан кейенеп йөрөнө. Ауылдаштары ҡатындың бындай аңһыҙ ҡыланышын икеләтә ауыр кисерҙе, Хәмиттәренең яҡты иҫтәлегенән көлөү бит был, диндән көлөү, беҙҙекен дә, рус халҡыныҡын да ихтирам итмәү... Иманына килтерерҙәй һүҙҙәр менән дә Сәлихәне күндерә алмағас, ауылдаштары ҡул һелтәне. Сәлихәгә иғтибар итмәҫкә тырыштылар.
Бер Ялбыр ғына дин, йола төшөнсәләренән алыҫ торғас, хужабикәһен йәлләүҙән туҡтаманы. Әмәлгә ҡалғандай, шул көндәрҙә тағы көсөкләне. Иртәнсәк эшкә юлланған Сәлихәнең аяҡтарына һырылды. Балаларын күрһәтмәксе булды. «Көсөктәрҙе күрһә, әҙерәк ҡайғыһын онотасаҡ», тип уйланы. Тик өмөттәр аҡланманы. Боттарына ҡағылған этте тибеп ебәрҙе Сәлихә, күҙҙәрен шар асып сәрелдәне:
– Ҡағылма миңә, эт нәмәкәй, ҡағылма, йолҡош! Емтек еҫе килә һинән, эргәмә яҡын килмә, кәнтәй!
Ялбыр артҡа сигенде, тибелгәндән ауыртынманы, әшәке һүҙҙәрҙән ауыртынды шикелле. Ҡойроғон арткы боттары араһына ҡыҫып, был тирәнән тиҙерәк китергә тырышты, Сәлихәнең күҙенә башҡа салынмаҫҡа ҡарар итте.
Бының менән генә бөтһә, ҡана һуң да, иң ҡурҡынысы шул көндө кис булды. Көсөктәрен имеҙеп яткан Ялбырҙың эргәһенә Сәлихә яртылаш һыулы биҙрә ултыртты. Ялбырҙың ҡуйынынан бер көсөктө ҡулына алды. Йылмайғанда нығыраҡ төҫһөҙләнгән нурһыҙ күҙҙәре менән эткә мыҫҡыллы ҡараны. Көсөктө тотҡан усын башынан юғарыраҡ күтәреп тантана менән биҙрә өҫтөнә күсерҙе. Шунда ус бармаҡтарын яҙҙы. Көсөк биҙрәләге һыуға осто...
Ялбыр йәшен тиҙлегендә тороп баҫты, биҙрәлә сараһыҙ сәбәләнгән балаһына ынтылды. Ҡот осҡос күренештән күҙҙәре томаланды, ҡанһыҙ ҡыланған ҡатынды өҙгәләр сиктә айбарланып, Сәлихәгә ташланды, уның яланғас беләгенә умырып тештәрен батырҙы. Йылғыр Сәлихә эттең тештәренән ысҡына алды. Алдан әҙерләп ҡуйғандыр, күҫәктәй таяғы менән Ялбырҙы, үсе ҡанғансы, йәлләмәй оҙаҡ туҡманы...
Ҡалғанын Ялбыр белмәй, фараз ғына итә. Иҫенә килгәндә бөгөнгөләй ҡуйы ҡара төн ине. Ялбыр тормаҡ булды. Артҡы һанын бөтөнләй тойманы. Балаларын күреү теләге көслөрәк ине, шул теләк эттең ярым үлек кәүҙәһен һөйрәп ояһына алып килде. Оя буш ине. Тимәк, Сәлихә...
Ҡолай-ҡолай һөйрәлеп ошо ихатанан сығып киткәнендә «был тиклем ҡайғыларҙы күтәрә алмаҫмын» тип уйлағайны, күтәрҙе... Тәнендәге яралар ҙа уңалмаҫ кеүек ине, уңалды, күңелендәгеһе уңалманы... Ҡуйыныңдан тартып алып, ғәзиз балаларыңды берәү дөмөктөрһөн әле, йөрәгең шартлар! Шундай ҡанһыҙҙарҙы ғүмере буйы ҡарғап ҡарғай әсә булған йән эйәһе. Ваҡыт үткәс тә баҫылмай әсә әрнеше, уның ихтыярынан тыш, ҡарғыштар булып яуа ла яуа...
Xәмиттең теге саҡтағы үтенесе булмаһа, Ялбыр был ихатаға дүрт тәпәйенең береһен дә баҫмаҫ ине. Хужаһы алдындағы өнһөҙ вәғәҙәһе хаҡына Раушанияны һаҡларға килә ул бында, төндә генә килә. Яҡлай алмай, һаҡлай ала, шуға ла килә. Таң атыуға, Сәлихә тороп сыҡҡанға тиклем Ялбыр был тирәнән китергә тырыша, Сәлихәнән ҡурҡҡанға түгел, уны күргеһе килмәгәнгә...
Тиҙ арала ете төн урталарында ла ишек алдынан Раушанияның эҙҙәрен айырым уяулыҡта юллап табырға, һәм уларҙан ҡыҙҙың йөрөгән юлдарын ғына түгел, күңел торошон да һиҙемләргә өйрәнде Ялбыр, һуңғы арала ниңәлер ныҡ бошона ҡыҙыҡай, шуға Ялбыр һағыраҡ ята, йорт яғынан килгән шылт иткән тауышҡа ла ныҡлап ҡолаҡ һала, тыңлай.
Төн яртылаш ауҙы инде. Күп ҡалманы. Ялбыр ырҙында ҡалған көсөктәрен уйланы. Ни эшләйҙәрҙер, имергә эҙләп, төрткөләшеп, бер-береһен уятып бөтөп, хәҙер эй сыйылдашаларҙыр, Маһикамал уны эт итеп әрләйҙер. Ҡайтып ҡына имеҙеп килергә кәрәк, юҡһа, иртәнсәк Маһикамалдан ишетмәгәнен ишетәсәк. Ялбыр тормаҡ булды. Шул саҡ өйҙөң ишеге асылды, эт кире боҫто. Өйҙән Сәлихә сыҡты. Ҡулына нимәнелер төрөп тотоп, кәртә яғына үтте. Атлағанда матур баҫманы. Бер аҙҙан кире өйгә инеп китте. Ингәндә ҡулы буш ине...
Ялбыр һағайҙы. «Төн уртаһында, тик торғандан, нимә мәшәҡәтләгән Сәлихәгә, нимәне сығарып ташланы?» Ул оянан сығып, шым ғына Сәлихә булашҡан яҡҡа ыңғайланы. Танауына сәйер бер еҫ салынды. Еҫ таныш та, таныш түгел дә һымаҡ. Шул еҫте юллап килә торғас, Ялбыр сепрәккә арлы-бирле генә төрөлгән баяғы төргәккә мороно менән төртөлдө... Шунда төргәк ҡыбырлағандай иткәс, ныҡ тертләне... Артабан һағыраҡ ҡапшанғас, төргәк эсендә йәш бала ятҡанын төшөндө. Йәш бала, кеше балаһы! Ялбыр албырғап ҡалды, мейеһен йөҙ уй, йөҙ һорау телеп үтеп, шуларҙың араһынан «Бала?.. Ниңә ташланы?.. Ни эшләтергә?..» тигәндәре йышыраҡ яңғыраны.
Шул саҡ сабый көсһөҙ генә тауыш бирҙе. Хәлһеҙ генә ҡыбырланы. Эттең инәлек булмышы тынысһыҙланып, баланы ҡурсалау сараларын барланы. «Маһикамалға алып барырға! Ул белер ни эшләтергә, Маһикамалға алып барырға...» Ялбыр, ҡабаланып, сепрәге менән ҡуша тешләп, баланы күтәрмәк булды, килеп сыҡманы. Сепрәк тағатылып һыпырылып сыҡты, бала сыр яланғас көйөнсә ерҙә ятып ҡалды... Эт аптыраны... Күпкә түгел, мороно менән төртөп, ерҙә ятҡан баланы өйләндерҙе лә елкә тирәһенән эләктермәй булды, тештәре йәш баланың тиреһенә үтә ҡаҙалды. Ысҡындырҙы. «Былай итһәң, тегендә барып еткәнсе, үләсәк бит был кеше балаһы, ул саҡта унда алып барыуҙан ни файҙа? Ни эшләргә?.. Маһикамалдың үҙен бында алып килергә!.. Эйе, Маһикамал төн уртаһында, ырҙынын ҡалдырып, һинең артыңдан эйәреп йөрөй, ти. Үҙең күренеү менән көсөктәреңде ҡуйыныңа тығасаҡ та оҙаҡ ҡына һине ҡамап торасаҡ. Ул бит эт йәнле, уға кеше ҡайғыһы төштән һуң... Ни эшләргә?..»
Ялбыр ни эшләргә белмәй ыуаланғансы, кескәй нығыраҡ тынғыһыҙлана башланы. «Өшөйҙөр, йәй түгел бит». Бындай саҡта януарҙар көсөнән килерлек бер генә нәмәне эшләй ала ине, ул да булһа баланың эргәһенә ятыу, үҙ йылыһында йылытыу... Ялбыр шулай итте лә. Баланы ҡосаҡлағандай итеп эргәһенә яҡын ятты, бер аҙ икеләнгәндән һуң тулыһынса ҡуйынына йәшерҙе. Тегеһе шуны ғына көткән тиерһең, Ялбырҙың һөт тиртеп торған имсәктәренең береһенә сат йәбеште. Имә башланы. Тымды. Эт үҙендә ике төрлө тойғо кисерҙе. Бер яҡтан, ырҙында ҡалған балалары алдында үҙен ғәйепле тойһа, икенсе яҡтан, ошо баланы ҡотҡара алыу ҡыуанысы күңелен кинәндерҙе. Сабыйҙы ташлап китә алманы Ялбыр. Ярай, уныҡылар тегендә Маһикамал ҡарамағында, ә быныһы бит Ялбыр ҡулында, юҡ, тәпәйендә... Хәйер, уныһы мөһим түгел, баланың инә ҡуйынында булыуы мөһим...
Үҙ ихатаһында боҫа-боҫа атлаған Сәлихәнән төн дә, көн дә берҙәй ғәрләнде, береһе был тирәнән ырғып тороп тиҙерәк китте, икенсеһе аяҡ та баҫманы. Төнһөҙ, көнһөҙ тороп ҡалған ер генә Ялбыр хаҡына, уның ҡуйынындағы бала хаҡына ауыр гонаһты күтәрҙе...
Һәрмәнеп тигәндәй килгән Сәлихә Ялбырҙы күргәс, ҡатып ҡалды. Тарҡау аңын туплай алмай бер булды. Эттең нәфрәт тулы үткер ҡараштары ҡатындың кәүҙәһен телеп, әллә ҡайҙарға үтә ҡарай ине. Тегеһе шөбһәле йүгерек күҙҙәре менән эт тирәһен байҡап өлгөрҙө... «Бала юҡ! Тимәк, уны Ялбыр...» тигән уй ҡатынды әҙерәк тынысландырҙы, хатта үҙенең әшәке булмышына кире ҡайтарҙы:
– Нимә, тамағың туйып ятамы? Тәмле булдымы? Ҡорһағың асҡаҡлап йөрөгәндә таман булғандыр. Темеҫкенеп емтек ашауға күстеңме? Кәнтәй! – үҙенең тәбиғәттән бирелгән кәнтәйлегенән кәмһенмәне, шул һүҙҙең кәмһетеп әйтелгәненән кәмһенде Ялбыр, ҡатындың күҙҙәренә сәнсеп ҡараны. Шул ҡараштан әҙерәк шөрләнеме, артабан Сәлихә йомшағыраҡ һөйләнде. – Минең арттан таҙалап ҡуйғанһың, бик ваҡытлы тап килгәнһең...
Тап шул мәл эт ҡуйынындағы сабый ярһып илап тауыш бирҙе, ул да бит әҙ генә булһа ла яҡшыраҡ мөнәсәбәтте тоя, шуғалыр, бәлки, үҙенең был донъяла барлығын аңғартҡыһы килгәндер ҡанһыҙ булһа ла ҡан ҡәрҙәш һаналған яҡын кешеһенә...
Сәлихә телһеҙ ҡалды. Ситай күҙҙәре улай-былай йүгергеләне, тантана иткән йөҙө ҡапыл хафаға ҡалды. Бер ағарҙы, бер күгәрҙе. Хәленең сараһыҙлығынан ни эшләргә лә белмәй, эттең ҡаршыһында тораташтай тора бирҙе.
Ялбырҙың ерҙән ярым ҡалҡынған дәү кәүҙәһе ҡымшанманы, уның теләһә ниндәй һөжүмгә лә әҙер аяуһыҙ ғәйрәтен Сәлихә бөтә тәне, йәне менән тойҙо. Эт һуңғы һулышына тиклем алышһа ла баланы бирмәйәсәген анланы.
Сәлихә ваҡыт иҫәбен юғалтты...
– Сәлихә тим, Сәлихә! Нимә булды? Баянан бирле күҙ һалам, ошонда баҫып ҡаттың да ҡалдың. Йә, ҡымшанмайһың, йә, китмәйһең... Донъяңды оноттоңмо әллә?
Күршеһе Вәзирәнең тауышына Сәлихә ҡорт саҡҡандай әйләнеп ҡараны, тиҙ генә үҙен ҡулға алды:
– Ә, күрше, һин икән! Абайламай ҙа торам. Бер нәмә лә булманысы, – үҙе шул арала ялт-йолт ҡаранды. Вәзирәнән башҡа бер кем дә юҡ икәнен күргәс, тегене был тирәнән алып китмәк булды, килеп сыҡманы.
Ярһып илаған тауыш уларҙы туҡтатты... Вәзирә һағайҙы, башта тауыштың ысынлап та ишетелеүенә инанды, шунан тауыштың ҡайҙан килгәнен самаларға тырышты. Сәлихәнең еңенә н тотоп:
– Тссс.... Туҡта әле, Сәлихә... Ишетәһеңме? Бала илаған һымаҡ ишетеләсе ҡолағыма, – тине.
Сәлихә Вәзирәнән ысҡынмаҡ булдымы, әллә уны ситкәрәк алып китмәксе иттеме, еңенә йәбешкән Вәзирәне һөйрәй биреп ҡуйҙы ла туҡтаны. Ә күршеһе уның был ҡыланышынан сәйерһенмәй, бар иғтибарын туплап, һаман тыңлай бирә:
– Ииии, ҡайһылай тауыш ҡынаһы матур... Илағанда ла йырлаған кеүек итеп иларға белә тиңсәле...
Көйлө һөйләнгән Вәзирә шунда Сәлихәне ысҡындырҙы, Ялбырға тиклем килде. Был яғымлы тауышҡа эт тә ҡаршы тора алманы, ситкәрәк шылды. Уның урынында ятып ҡалған баланы күргәс, Вәзирә тейен етеҙлегендә эйелде. Киҫкен хәрәкәттәр эшләмәҫкә тырышып, сабыйға ипләп тотондо. Бәләкәс кенә тумарлаҡты ҡапшаны, рәтләп устарына ҡыҫты. Ерҙән күтәрҙе.
– Бәй, бала бит был, бала! – алабарманыраҡ Вәзирә баланы тәүләп ҡулға алған мәлдең илаһи кисерештәрен шулай ҙа бар нескәлегендә тәне аша үткәрҙе, ҡыуанды, – Собханалла, собханалла! Бәләкәс кенә. Ни саралар менән бында ерҙә ятаһың, бисараҡайым? Өшөп кенә бөткәнһеңдер, бит... Малай, малай бит... Әйҙә, төклө аяғың менән, тип, әйтергә кәрәкме әле, эй, ошондай саҡтарҙа еренә еткереп әйтә лә белмәйем шул... Телдәр тиҙәр, телдәр тиҙәр, бер йүнле хәбәр ҙә һөйләй белмәй иҫәр Вәзирә инәйең... – Вәзирә шунда һүҙҙәрен бутаны, әҙерәк иҫен йыйҙы, хәлдең айышына төшөнә башлағандай, диҡҡәт менән Сәлихәгә текәлде, – һин нимә, Сәлихә? Был һинең эшеңме әллә? Нисек ҡулың барҙы? Кемдән таптың быны, оятһыҙ! Хәмит мәрхүмдеке тип әйт, телең барһа! Уның үлгәненә ҡасан... Кемдеке, тием? Кемдеке, кәнтәй... – арттан ишетелгән хәлһеҙ генә тауыш уны шунда уны һиҫкәндерҙе:
– Минеке ул, Вәзирә апай! Тереме әллә? Әсәйем бит «үле булып тыуҙы» тигәйне... Бирегеҙ миңә баламды, Вәзирә апай.
Вәзирә яй ғына артына боролдо. Унда аяҡтарына көскә баҫып Раушания тора ине. Шунда телдәр Вәзирә лә донъялағы барлыҡ һүҙҙәрҙе онотто шикелле, өндәшмәйенсә генә һонолоп йәш ҡыҙға баланы тотторҙо...
Балаһы менән бергә Раушанияға бәхет ҡунды, уның күҙҙәрендәге һүнә башлаған осҡондарҙы тоҡандырып, битен яҡтыртты. Унан бәхетле нурҙар тәүҙә сабыйына, шунан Вәзирә менән Ялбырға һибелеп, уларҙың да йөҙөн матурайтты. Тик Сәлихәне генә урап үтте нурҙар. «Мин генә...» тигәндәрҙән бәхет тә ҡаса шул...
Бер аҙҙан Ялбыр ҡояшҡа ялбыр йөндәрен ялпылдатып, үҙе лә ҡояштай һары дәү эт менән ырҙын яғына йомолоп саба ине.