Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт Общество
24 Февраль , 17:07

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна

Кинйәбулат ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәр “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә матур сараға йыйылды. Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы. Гүзәл зат үҙенең булмышы, эше, йәмғиәттә тотҡан урыны менән йәшәйешебеҙҙе йәмләй. Наҙлы ла, хәстәрлекле лә, көслө рухлы ла улар. Был сарала ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер инандыҡ.

Күргәҙәмәләр хайран итте

Оҫта ҡулдар тыуҙырған матурлыҡтан эштәренән бай күргәҙмә хасил булған. Әле Кинйәбулат ауылы килене, әле Хоҙабәндәлә йәшәүсе Люциә Кинйәбулатова – сарала ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне.  83 йәшлек ағинәйҙең һандығында нимәләр генә юҡ?! Ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлаған әсәһе сиккән таҫтамалдар, селтәр шәлдәр, үҙенең ҡул эштәре: күлдәк-камзулдар, ҡорама юрғандар, һаҡал, ҡашмау... Люциә инәй ҡунаҡтарға ҡорама ҡорау серҙәрен дә асты.

Рәйсә Кинйәбулатова ейәнсәрҙәре менән әҙерләгән күргәҙмәлә Ейәнсура шәлдәрен һәм дебет эшкәртеүҙе күрергә булды. Оҫта ҡулдар Сания Хөсәйенова менән Айгөл Төмәеваның күргәҙмәһе сағыу ҙа, матур ҙа, бик ҡыҙыҡлы ла ине: топиарийҙар, күн биҙәүестәр һәм ағас тамырҙарынан “терелгән” Мәсекәй әбейҙәр. Уларҙың оҫталығы, фантазия байлығы иҫ китмәле!

Миңзәлә Әминева өсөн бәйләү буш ваҡытты файҙалы үткәреү генә түгел икән. “Күңел тыныслығы бирә ул”, – тине ул үҙенең ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн бәйләгән әйберҙәре менән таныштырғанда.

Сәс үреү оҫтаһы Лира Хәсәнова менән бәлештәр бешереүсе, күлдәктәр тегеүсе, кейемдәрҙе милли орнаменттар менән биҙәүсе Гөләрә Батыршинаны бер нәмә бәйләй – был килем килтергән шөғөлгә икеһе лә декрет ялында тотонған.

Ауыл ағинәйе, буҙа оҫтаһы булараҡ танылған Миңзилә Ғилфанованың милли ризыҡтары менән күргәҙмәлә генә танышмай, буҙаһын теләгән һәр кем тәмләй алды. Хәрби-патриотик мөйөш тә иғтибар үҙәгендә булды.

Ҡыҙҙар ғына белер серҙәр бар

Гүзәл заттар түңәрәк өҫтәл артында  балалар тәрбиәләү, ҡатын-ҡыҙ һаулығы, бейем-килен мөнәсәбәттәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып һөйләште.

Әсәйҙәр балаларының һаулығына, бигерәк тә буласаҡ әсәйҙәрҙең – ҡыҙҙарҙың сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Табип-гинеколог Гөлфирә Вәлиева ошо йәһәттән әсәй-өләсәйҙәргә үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙға йыл да табипҡа күренеү, анализ тапшырыу, маммография үтеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Эшҡыуар Юлиә Йөҙөкәйева тренерлыҡтан нисек итеп бизнесҡа иклеүе, тормош иптәше Денис Мәғәз улы менән сауҙа нөктәләре асып, эш урындары булдырыуҙары хаҡында һөйләп үтте.

- Хыял маҡсатты тыуҙыра, хыялланырға ҡурҡмағыҙ, – ти Юлиә Вәкил ҡыҙы.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Ҡолһаринаның был сарала ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Ғаиләһендә генә түгел, тотош республика балаларында милли рух тәрбиәләүсе, ғаилә усағының йылыһын һаҡлап, тормош иптәшен һәм балаларын рухландырып тороусы замана ҡатын-ҡыҙы күптәр өсөн өлгө.

- Атайҙар ғаиләне тәьмин итеүсе, ҡурсалаусы булһа, тәрбиә өсөн башлыса әсәйҙәр яуаплы. Сөнки балалар менән күберәк булабыҙ. Тимәк, уларҙа тыуған ергә, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәү – беҙҙең бурыс, – тине Гөлназ Фәрит ҡыҙы.

 Саҙалы ауылында йәшәүсе блогер Зөлфиә Фәхретдинова дүрт йыл элек оло юғалтыу кисергән. Дүрт балалы, бишенсеһенә йөклө йәш ҡатын тол ҡала... Балалар хаҡына үҙен ҡулға ала. Зөлфиә Сәмерхан ҡыҙы нисек блог алып бара башлауы хаҡында һөйләне.  Уның яҙмалары ауыл ҡатынының көндәлек тормошо, балалар, тәрбиә хаҡында. Ҡайғынан һынмаған, сәләмәтлек мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән әсәй башҡа шундай тормош һынауына осраған гүзәл затҡа рухи көс биреүсе.

Оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән бейем менән килен дә һоҡландырҙы. 11 йыл бейеме йәшәгән Мөршиҙә Кинйәбулатова инде күптән үҙе бейем. Улы һәм килене Эльза менән бер йортта матур ғүмер итәләр. Улар татыулыҡтарының серҙәре менән бүлеште.

Район башлығының тормош иптәше Резеда Юланова ғаиләһенән, хөкүмәт эшенән тыш төрлө сараларға йөрөргә лә өлгөрә.

- Ике яҡтан да ата-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамын ныҡ тоябыҙ. Бының өсөн яҡындарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, – тине Резеда Басир ҡыҙы.

Районда 600-гә яҡын күп балалы ғаилә. Кинйәбулат ауылында – дүртәү. Биш йыл Ейәнсурала 220 сабый донъяға килһә, 2024 йылда был һан ни бары 165 кенә булған.

Милләт өсөн иң ҙур баһа – уның һаны

Сараның яртыһы үтеүгә түңәрәк өҫтәлгә район башлығы Дәмин Юланов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байгусҡаров, Һүрәм биләмәһе башлығы Азамат Батыршин ҡушылды. Милләт әсәләре менән ил ағалары ҡушылғас, һүҙ демографияға ҡағылды.

Элек өйҙәр бәләкәй, күңелдәр киң булған. Һәр ғаиләлә кәм тигәндә биш  бала тәрбиәләнгән. Ҡыҙғаныс, хәҙер йорттар киң, ризыҡ мул, тик балалар һаны ғына кәмей. Бөгөнгө күренешенең сәбәптәрен күп атаны әңгәмәлә ҡатнашыусылар: никахтар тарҡалыуы, ғаиләләрҙә бер-ике генә бала тәрбиәләнеүе, ирҙәрҙең оҙон аҡса артынан ҡырға китеүе... Әлбиттә, төп сәбәптәрҙең береһе – эскелек. Дәмин Марат улы ошо мәсьәләгә һәм “Айыҡ ауыл” конкурсының әһәмиәтенә туҡталды.

- Кинйәбулаттарҙың “Айыҡ ауыл” конкурсының район кимәлендә еңеүсе булыуы осраҡлы түгел. Бында сәләмәт тормош алып барыусы, тырыш, әүҙем халыҡ йәшәй. Ауыл ҙур булмаһа ла клуб, мәсет эшләй, урамдары таҙа, төҙөк. Халыҡ әүҙем. Республика этабында ла һынатмаҫтар, – тине башлыҡ ышаныс белдереп.

Шундай йылы мөхиттә үткән сараға “Яҙ гөлдәре”, “Ялан сәскәләре” ансамблдәре йырҙары, ауыл ағинәйҙәре сәхнәләштергән “Килен һөйөү” йолаһы тағы ла йылылыҡ, йәм өҫтәне.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: