Йәшлек – ҙур өмөттәр, хыялдар һәм булған мөмкинлектәрҙе файҙаланыу осоро. Республика хөкүмәте йәштәргә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостанда юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары бирелгән мөмкинлектәрҙе, дәүләт ярҙамын үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, уҙған йылда Башҡортостанда 80 миллион һумға 143 грант яуланған. Йәлеп ителгән ярҙам күләме буйынса республика ил төбәктәре араһында – бишенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урында.
Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса, «Мәҙәни шефлыҡ» программаһы сиктәрендә төбәктәрҙә халыҡ-ара дуҫлыҡ клубтары асылғайны. Башҡортостанда ул уҙған йылдың сентябрендә “Йәшлек” майҙансығында старт алды. Йәштәр файҙалы ял итһен, ыңғай ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаһын, шулай уҡ төрлө яҡлап үҫешһен өсөн заманса майҙансыҡ булдырыу заман талабы. Был маҡсатта муниципалитеттарҙа, шул иҫәптән беҙҙең районда ла йәштәр үҙәге булдырылды.
Радий Хәбиров йәштәр менән әүҙем эш итеүҙең кәрәклеген, һөҙөмтәле икәнлеген үҙ миҫалында күрһәтә. Аҙна һайын юғары уҡыу йорттары майҙансыҡтарында, “Патриот” паркында, кампуста һәм башҡа урындарҙа үҫеп килгән быуын менән осрашып тора. Белгестәр фекеренсә, дәүләт комитетын министрлыҡҡа әйләндереү хөкүмәт менән йәштәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Айнә Иманғолова.
Венер Сабитов, район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек етәксеһе:
– Ейәнсура йәштәре бик әүҙем, уларҙың үҙ идеялары, үҙ ҡараштары бар. 2024 йылда район хакимиәте һәм Башҡортостан Башлығы Гранттары Фонды ярҙамында беҙ уртаҡ тырышлыҡ менән "Беренсе" йәштәр киңлеген асыуға өлгәштек. Унда һәләтле йәштәр үҙ идеяларын тормошҡа ашыра, буш ваҡытын үткәрә. Ә дәүләт комитетын Йәштәр сәйәсәте министрлығы тип үҙгәртеүгә килгәндә, был Радий Хәбировтың йәштәргә айырым иғтибар бүлеүен тағы бер тапҡыр күрһәтә. Был – беҙҙең өсөн артабан эшләргә ныҡлы стимул, яңы баҫҡыс, тармаҡты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр.