– Һинең әсәйеңде үҙемә ялсы, атайыңды ат ҡараусы итеп эшкә алайыммы инде, улай булғас? – тип мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп һалмаһынмы ҡыҙҙың әсәһе.
Тупһыҙ һүҙҙәр Айратты тәүҙә һиҫкәндереп тетрәндерҙе. Уларҙың тәьҫиренән үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән егет ғәрлегенән янды. Мөһабәт кәүҙәһе сайҡалып ҡуйғандай булды. Егет үҙенә ят булған ерәнгес был йөктән тиҙ генә ҡотолорға теләгәндәй, нигә тотонорға ла, ни эшләргә лә белмәгәндәй, ҡулындағы кәпәсен мейестәге утҡа бәрҙе. Затлы тиренән тегелгән яңы кәпәс дөрләп янды ла бөттө. Ҡып-ҡыҙыл ҡуҙға әйләнгәс кенә таралмайынса оҙаҡ баҙлап торҙо. Өй эсенә йәшен тиҙлегендә көйгән тире еҫе таралды. Гүйә шунда Айраттың ғорурлығы ла, һөйөүе лә ыңғырашып янды. Янып көлгә әйләнде лә, унан көл һәм яман еҫ кенә тороп ҡалды...
* * *
Күңелендә ҡапыл һәм ҡыҙыҡ ҡына хасил булғайны Ләйләгә һөйөүе. Уның оҙаҡ ваҡыт буйҙаҡ йөрөүенә бигерәк тә Хәлимә инәһе көйҙө.
– Йәшең үтеп бара, кешенән оят. Әсәйең менән һиңә ҡыҙҙар күрһәтә торғас, арып бөттөк. Кем генә оҡшар икән һиңә? Аптыралған баш. Ана, элек ата-әсәләр баланан ризалыҡ та, кәләше оҡшауы-оҡшамауын да һорап тормаған. Никах уҡытҡан да, тегеләр йәшәгән дә киткән. Ана, Гөлсөмдө ал, тип, әсәйең менән күпме тылҡыныҡ. Үҙе булдыҡлы, үҙе уңған. Тыңламаның. Хәҙер ул ҡалаға китеп, эшкә ингән, ҡайтмаҫ инде...
– Миңә Гөлсөм оҡшамай шул, инәй, күпме әйттем...
– Атыу кем һуң күҙ һалып йөрөгәнең? Үҙемә генә әйт, сер итеп кенә тотормон. Берәй кәңәшем дә ярап ҡуйыр...
– Ләйлә ул ҡыҙ, инәй...
– Теге Рәҡит еҙнәңдең ике туған һеңлеһе Ләйлә ҡоҙасаны әйтәһеңме? Зилбәр апайыңдың бикәсеме?
– Эйе...
– Ул һиңә ҡарармы икән, ай-һай. Рәҡит менән Зилбәрҙең туйы барған саҡта Италияла эш сәфәрендә булып ҡалғайны. Әле ул Рәҡит еҙнәңдең фирмаһында эшләй...
– Беләм...
– Хәҙер үҙенә матурлыҡ салоны асырға ла йөрөй, тиҙәр. Италияла эшләп ҡайтҡан аҡсаһына сит ил машинаһы алып ебәргән. Ауылға шуның менән ҡайтып йөрөй...
– Быныһын да беләм, инәй...
– Белгәсең һуң. Ир кеше ҡатынынан кәмендә бер башҡа, бер башҡа булмаған хәлдә лә, бер кәпәскә бейегерәк булырға тейеш, улым. Ә һинең әлегә кәпәсеңдән, дипломыңдан, көн һайын бахмурҙан ауырыған башыңдан башҡа нимәң бар?..
Айрат уйға ҡалды. Ысынлап та, инәһенең һүҙендә дөрөҫлөк юҡ түгел, бар шул. Кәпәс һәр бер ир-атта бар, дипломға килгәндә инде... Хәйер, уҡыуын тамамлап ҡайтҡас та, йәш белгескә ауылда ҡушҡуллап йәбештеләр. Ир-ат уҡытыусыларға ҡала ғына түгел, ауыл да ҡытлыҡ кисерә. Ә күп кенә ир-аттар мәктәптә эшләүҙе «бисә-сәсә эше» тип ҡарай. Айратҡа иһә, ҡайтыуы бер мәктәп директоры вазифаһын тәҡдим иттеләр. Егет бынан баш тартып, ҡалаға китте лә, бер ай ҙа үтмәй, кире уйлап ҡайтҡайны ла, урынды икенсе бер егеткә биреп өлгөргәндәр. Айрат оҙаҡ уйлап тормаҫтан, таҡта бысыу менән шөғөлләнгән шәхси хужалыҡҡа эшкә инеп китте. Унда күбеһе өйләнмәгән егеттәр эшләй. Кистәрен эш бөткәс, ҡайтырға ашыҡмайҙар. Хәбәр һаталар, тәмәке көйрәтәләр, хәрәм эсемлеге лә табылып ҡуя. Ваҡыт үтә килә, Айрат студент сағында ара-тирә генә булашҡан был «шөғөл»гә өйрәнеп үк алды, хатта тәмәкеһеҙ һәм араҡыһыҙ тора алмай ҙа башланы.
Тап шул мәлдә Хәлимә инәһе менән булған һөйләшеү егетте һиҫкәндереп кенә ҡалманы, өйрәнә башлаған алама ғәҙәтенән ҡотолорға сәбәпсе булды. Ул егеттәре менән эсеүҙең, тартыуҙың зарары хаҡында һөйләшеү алып бара ғына башлағайны, Хәкимйән атлы хеҙмәттәше:
– Әгәр ҙә һин, Айрат, иртәгәнән эсмәһәң, тартмаһаң, мин дә һинең менән, – тип шундуҡ уға теләктәшлек белдерҙе.
– Ниңә иртәгәнән, ти, әйҙә, бөгөндән, хәҙер үк... – Айрат ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә, кеҫәһенән тәмәке ҡабын алып, сүп-сар кәрзиненә быраҡтырҙы. Уның һымаҡ, Хәкимйән дә яңы ғына башлаған тәмәке ҡабын ситкә елгәрҙе.
Был көндө Айрат менән Хәкимйән эштән үҙ ваҡытында ҡайтты. Башҡалар «Тәүбәгеҙ күпмегә һуҙылыр икән?», – тигән ҡиәфәттә ултырып ҡалды. Иртәгеһенә икәүгә өсөнсө булып, Фирҙәт тә ҡушылды.
– Мин дә тәмәке һәм көмөшкә һатыусыларҙы байытмаҫҡа булдым, – тине ул ниәте ныҡлы булыуын ҡәтғи белдереп.
Ҡалған өс егет тә оҙаҡҡа барманы һәм улар ҙа эш урынында эсмәй башланы. Тәмәке көйрәтеүҙәрен генә иҫәпкә алмағанда.
Тотош бригаданың шундай үҙенсәлекле «таҙарыныу» юлына баҫыуына, шулай итеп, Айраттың Ләйләгә ҡарата мөхәббәте сәбәпсе булды. Эсмәгәс, эштәре лә ырап китте. Таҡта ярыу цехы янында мебель яһау оҫтаханаһы ла асып ебәрҙеләр. Уларҙың ҡулына артыҡ аҡса инде, күңелдәре лә бермә-бер күтәрелеп, дәрт-дармандары арта башланы. Егеттең дуҫтары барыһы ла был аҙымды Айраттың ихтыяр көсөнә бәйләп аңлатырға тырышты, тик егет үҙе генә серҙе Хәлимә инәһенән башҡа бер кемгә лә сисмәне. Килер бер көн, ул был хаҡта Ләйләнең үҙенә аңлатасаҡ. Күҙҙәренә тура ҡарап: «Һин, Ләйләм, беҙҙең ауыл егеттәрен дөрөҫ юлға баҫтырыусы. Мин тәмәке менән араҡынан ҡотолған саҡта һинең исемең менән ант иттем...» – тип әйтәсәк.
Кистәрен эштән ҡайта ла егет, Ләйләнең фотоһына ҡарап, эстән генә ошо һүҙҙәрҙе әйтеп, татлы уйҙарға сума. Хыяллана торғас, Ләйләнең үҙен күргеһе, янына осоп барғыһы килә башланы.
* * *
Тиҙ генә тәүәккәлләне Айрат. Эшенән бер көнгә генә ял алып, ҡалаға юлға сыҡты. Зилбәр апаһына шылтыратып, хәлде һөйләгәс, уныһы Ләйлә бикәсенең телефон номерын бирҙе. Кәрәҙле хикмәт барыһын да хәл итә, ниәтең генә булһын. Айрат ҡалаға етеп килгәндә үк шылтыратып, үҙен «ҡоҙаң», тип таныштырып, йомошо барлығын әйтеп, Ләйләне төшкө ашҡа кафеға саҡырып та ҡуйҙы. Үҙенең башында төрлө борсоулы уйҙар ҡайнаны. Әгәр ҙә ҡыҙҙың йөрөгән егете булһа, нишләр, ыштанһыҙ малай хәлендә тороп ҡалмаҫмы? Әгәр ҙә барыһы ла Айрат уйлағанса килеп сыҡһа, ҡала тормошона өйрәнгән ҡыҙ ауылға килеп торорға риза булырмы һуң?
Еңел генә һөйләшеп киттеләр. Күбеһенсә Айрат һөйләне, Ләйлә тыңланы. Хәлимә инәһенең әйткәндәрен иҫендә тотоп, егет күберәк ауылда башҡарған эштәре, таҡта бысыу цехы янында яңыраҡ асҡан мебель яһау оҫтаханаһы хаҡында бәйән итте, алған табыштарының дәүмәлен дә әйтергә онотманы, тиҙҙән яһаған мебелдәрен ҡала магазиндарына сығарыуға бәйле ниәттәре хаҡында ла белдерҙе. Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, егеттең образы ҡыҙҙың күҙе алдында үҫкәндән-үҫә барҙы. Юҡҡа ғына «ҡыҙ-ҡатын ҡолағы менән ярата», тип әйтмәгәндәрҙер инде. Ҡыҙға ҡарата күңеле һөйөү менән лыҡа тулы егеттең ауыҙынан аҫыл һүҙҙәр ағылды ла ағылды. Баштараҡ: «Йә, нимәгә шулай мине кафеға саҡырмаҡсы булдың, ҡоҙа?» – тигәнерәк ҡиәфәттә ултырған Ләйлә, егетте тыңлай торғас, күңеле йылынып уҡ китте. Ишеткәне бар ине ҡыҙҙың малай сағында Зилбәр еңгәһен һыуға батыуҙан ҡотҡарған Айрат атлы ҡоҙаһының батырлығы тураһында. Ни генә тимә, Айрат бының менән Рәҡит ағаһын бәхетле, Ләйләне матур, аҡыллы еңгәле иткән кеше. Бының ни өсөн шулай икәнлеген уларҙа фатирҙа торған Ләйлә үҙе яҡшы белә. «Бикәсем, тәмлекәсем», тип Ләйлә өсөн өҙөлөп тора Зилбәр еңгәһе. Хәҙер бына ул батырҙың үҙе менән күҙмә-күҙ осрашты. Башта уҡ ҡыҙ шуны ла тойоп өлгөрҙө: егет уға битараф түгел. Күҙҙәр күпте һөйләй, тел әйтеп еткермәгәнде лә ҡараштар еткерә. Ҡыҙҙы егеттең башҡаларға һис тә оҡшамаған сифаттары: тура һүҙлелеге, етдилеге, ғәҙәттән тыш ябайлығы, ышаныслы мөғәмәләһе әсир итте.
Улар икенсе тапҡыр ҙа ошо кафела осрашты. Был юлы инде ҡыҙ һөйләшелгән ваҡыттан алдараҡ килеп, табынға үҙе заказ бирҙе. Һынын килтереп, хатта шарап та ҡойҙортто.
Әммә Айрат әсеүҙән баш тартты, улай ғына ла түгел, бергә эшләгән егеттәре менән нисек эсеүҙән ҡотолоуҙары, бында Ләйлә сәбәпсе булыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне лә бирҙе. «Мин араҡы менән тәмәкенән ҡотолған саҡта һинең исемең менән ант иттем, Ләйлә. Минең өлгөгә башҡа егеттәр ҙә эйәрҙе, хәҙер ауылыбыҙ егеттәренең яртыһынан күберәге эсмәй. Быларҙың барыһы ла һинең өсөн, һинең ярҙамың менән...»
Аҡыллы, зиһенле ҡыҙ өсөн ошонан артыҡ тағы ла ниндәй аңлашыу һүҙҙәре кәрәк инде. Икенсе осрашыуҙан һуң егет ҡыҙҙы ауылға ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтты...
* * *
Әсәһе тәмле еҫтәр сығарып бешеренеп йөрөй. Ә Айраттың кәйефе бөтөнләй юҡ. Барыһын да Ләйләнең әсәһе емерҙе. Емереп кенә ҡалманы, егеттең күңелендә яралған өмөт бөрөләрен ыуыҙ көйөнә туңдырҙы уның тупһыҙ һүҙҙәре. Ярай әле, был һүҙҙәрҙе Ләйлә менән Айрат ҡына ишетһә, Хәлимә инәйҙәренә ҡунаҡҡа килгән Зилбәр апаһы менән Рәҡит еҙнәһе лә ишетте. Хәлимә инәһе лә башын тотто. Ҡолап китерлек ине был һүҙҙәрҙе ишетеүе: «Һинең әсәйеңде үҙемә ялсы, атайыңды ат ҡараусы итеп эшкә алайыммы инде, улай булғас?..»
Усаҡта дөрләп янған кәпәсенең көйөк еҫе Айратты, шулай итеп, бер секунд эсендә үҙ асылына ҡайтарҙы ла ҡуйҙы. Юҡ, утта уның кәпәсе түгел, гүйә, ғорурлығы ыңғырашып яна ине. Ләйлә лә, әсәһенең был һүҙҙәрен, Айрат менән буласаҡ аңлашыу ауырлығын күтәрә алмайынса, еңел машинаһына ултырып, ҡалаға ҡайтып китте. Аңҡы-тиңке булып йөрөнө егет, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне. Бер тоҡанып китте лә: «Эй, миңә уның әсәһе менән йәшәргәме, Ләйлә менән беҙҙең мөхәббәт көслө...», – тип уйлап, ҡалаға китергә йыйынғайны, уны әлеге лә баяғы кәпәстең көйөк еҫе туҡтатты. Булмышына, юҡ, баш мейеһенә инеп ултырҙы ул еҫ. Инеп ултырҙы ла, булмышын бер урынға ҡаҙаҡланы. Әллә инде уның ныҡлығын, ихтыярын, һөйөүен Иблис үҙе һынай, өс көн йоҡоһоҙ үткәргәндән һуң, егет магазинға барып, бер ярты алды ла, бер мөйөшкә боролоп, инде һемерәйем тигәнендә, Хәлимә инәһе ҡулынан тотто.
– Дөрөҫ эшләмәйһең, улым, беткә үс итеп, туныңды утҡа яҡма. Кәпәсең янғаны ла еткән. Олоғая килә, Ләйлә лә әсәһенә оҡшар...
Хәлимә инәһенең ошо һүҙе генә кәрәк булған икән Айратҡа. Күнде был хәленә егет, ҡулындағы шешәһен дә Төйлөгән йылғаһы төбөнә елләне. Бер туҡтауһыҙ ҡалаға тартылып торған күңеле лә һүрелде, аяҡтары ул яҡҡа тартмаҫ булды. Шулай ҙа бер көн уйламағанда-көтмәгәндә почта аша Айратҡа посылка килеп төштө. Ләйлә ҡоҙасаһы шәшке тиреһенән тегелгән кәпәс ебәргән икән...
Флора Бикембәтова.