Төштө бала сағынан дөрөҫ күрҙе Нуриман. Атаһының һуғыштан имен ҡайтырын да, күп тә тормай, яраларынан үлерен дә төш аша белде. Үҫә төшкәс, хеҙмәте аша дан ҡаҙанырын күрҙе. Имеш, юл буйлап китеп бара, арҡаһына артмаҡлаған киндер тоғонда орден-миҙалдар ялтырап ята. Ғаиләһе ниндәйерәк булырын, балалары яҙмышын алдан белде. Төшөндә күргәндәр барыһы алдына килде.
Бөгәсә тағы бер серле төш күреп уянды Нуриман ҡарт. Имеш, асыҡ тәҙрәнән ап-аҡ күгәрсен осоп инде лә яурынына ҡунды. Күгәрсен – бәхет ҡошо, тимәк, изгегә, тип юраны ул. Хатта яңғыҙлығын онотоп, кәйефе күтәрелеп киткәндәй булды. Әбейе гүр эйәһе булғанға ла өс йыл тула. Яңғыҙ – ярлы, ғүмере – зарлы, тигәндәй, тамам үҙәгенә үтте яңғыҙлыҡ.
Иҙел буйҡайҙары ике туғай,
Уның бер туғайы андыҙлыҡ.
Был донъяҡайҙарҙа ике үкенес:
Береһе – үлем, береһе – яңғыҙлыҡ, – тип юҡҡа ғына йырламайҙар икән. «Хоҙай биргән ғүмерҙе ниңә зарығып үткәрергә, туры килеп, бергә-бергә тормош көтөрлөк ипле генә ҡатын осраһа, өйләнергә кәрәк,» – тип уйланы. Олоғайған көндә сөкөрләшеп һөйләшеп, береңде-берең әпәүләп, көңгөр-ҡаңғыр йәшәргә теләй ул. Яңғыҙлыҡтан биҙрәгән Нуриман ҡарттың ниәте торған һайын нығына барҙы. Ҡартайып барғанда ла шулай була икән, күңеле кемделер көттө, өҙөлөп һөйгөһө, һөйөлгөһө килде.
– Ҡаңғырып йөрөмә яңғыҙ-яры. Яңғыҙлыҡта бер көн йәшәүе ауыр. Донъяң бынамын тигән, пенсияң һәйбәт, әбей ал, – тине туғандары. Ҡоҙа- ҡоҙағыйҙары, таныш-тоноштары ла димләп ҡараны. Тормоштары күҙ алдында үткән ҡатын-ҡыҙ уҡылған китап һымаҡ ҡыҙыҡһыҙ була икән. Береһенә лә күңеле тартманы, ул үҙенең аҡ күгәрсенен көттө. Теге көн күргән төшөнән һуң, күңеле елкенеп, дәртләнеп йөрөнө.
Көтмәгәндә тыуған ауылында үтәсәк шәжәрә байрамына саҡырыу килде. «Яҙмышыма яҙғанды ошонда осратмаҫмынмы икән?», тип дәртләнде ҡарт. Күңеле ниҙер һиҙенепме, байрамға ихлас әҙерләнде, өҫ-башын яңыртты, өйөн йыйыштырҙы.
Кем эҙләй, шул таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға. Мөләйем йөҙөнән яғымлылыҡ бөркөп йылмайған Мафрузаны бер ҡарауҙан оҡшатты Нуриман ҡарт. Бер ҡалала йәшәһәләр ҙә, уны бығаса осратҡаны булмағайны. Ысынлап та, аҡ күгәрсенгә оҡшап тора лаһа. Тулы йөҙөнә сал төшкән сәстәре лә ҡалай килешә. Йылмайып ебәрһә, бит тирәһендәге йыйырсыҡтары ла ҡуша йылмая төҫлө. Бар булмышынан тыныслыҡ, баҫалҡылыҡ, олпатлылыҡ бөркөлә. Нәҡ бына шундай мөләйем әбей кәрәк инде Нуриманға. Эргәһенә килеп һүҙ ҡушҡайны, һөйләшеп алды ла киттеләр. Байрамда гел бергә йөрөнөләр. Ҡайтыр саҡта осрашырға һүҙ ҡуйышып, адрестары, телефон номерҙары менән алыштылар.
Шәжәрә байрамынан һуң апаруҡ ваҡыт үтеп китте. Нуриман ҡарт һаман Мафрузаны уйланы. Ниһайәт, өйөнә саҡырып алырға йөрьәт итте. Бүләккә матур ғына яулыҡ әҙерләп ҡуйҙы. Барлыҡ шатлығы булған баҡсаһын алып барып күрһәтергә ниәтләне. Мафруза ялындырып торманы. Ябай ғына итеп, ризалығын белдерҙе. Көтөп алған ҡунағын ихлас ҡаршы алды хужа. Хәленән килгәнсе ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте.
Көнө буйы бер-береһе менән аралашты, һөйләште улар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Дачаһына ла барып уранылар. Икеһенең дә кәйефе бермә- бер күтәрелде.
– Йәш саҡта көнө буйы эшләп, арып ҡайтаһың да, иртән тороп тағы эшкә йүгерәһең, эргә-тирәңдә дуҫ-иштәрең, коллективың, яңғыҙлыҡты һиҙмәйһең дә. Олоғайғас, эш башҡаса икән. Үҙәк базаның баш бухгалтеры булып эшләгән сағымда тегенеһе килә үтенес менән, быныһы... Хаҡлы ялға сыҡҡайным, бер кемгә лә кәрәгем юҡ. Үҙеңде меҫкен итеп тойоуҙан ҡыйыны юҡ икән. Яңғыҙлыҡтан тамам йонсоном, – тине Мафруза. – Яңғыҙлыҡ – әҙәм аңламаҫ йән ауырыуы икән ул. Бер эшкә дәрт төшмәй. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһен икән.
– Былай булғас, икебеҙҙең ауырыу бер төрлө, – тине Нуриман ҡарт Мафрузаның үҙ хәлен шул тиклем асыҡ итеп тасуирлап биреүенә хайран ҡалып. Уға күңел күҙе менән төбәлде. – Минең хәлдәр ҙә шул сама.
Сәй артында, һүҙҙәре килешеп, тағы байтаҡ һөйләште аралашыуға һыуһаған ике тол, ике етем. Мафруза Нуриманды күберәк белгән һайын нығыраҡ оҡшатты. Уның интеллектына һоҡланды. Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән был кешенең эсе тулы хазина булып сыҡты. Белмәгән нәмәһе, ҡыҙыҡһынмаған өлкәһе, эшләмәгән эше юҡ. Тарихын да, әҙәбиәтен дә белә. Һаулыҡ һаҡлау буйынса ғилеме – табибтарың ары торһон. «Эргәңдә ошондай иптәш булһа, йәшәүе күңелле булыр, эс бошорға ваҡыт ҡалмаҫ ине, әйтәгүр», – тип уйланы Мафруза. – Ә баҡсаһы ниндәй! Ниҙәр генә үҫтермәгән бөтмөр хужа бында.
– Торғаны бер Мичурин икәнһең! – тип маҡтап алды уны Мафруза. – Күрсе, йылы яҡта ғына үҫкән өрөк менән йөҙөмөнә тиклем...
– Улар ҡатын- ҡыҙ кеүек наҙлы, хәстәрлек, иғтибар талап итә. Яратһаң – үҫә, яратмаһаң – юҡ. Мин бит уларға күңел йылымды бирәм.
«Ярата беләлер был кеше», тип уйланы Мафруза үҙенә уның ниҙер әйтергә теләгәнен һиҙенеп. Эйе, баҡса уңғандарҙы ярата. Был эш һөйгән, уңған, үҫемлектәр телен белгән кешегә күңелендә ихтирам уянды. Үҙе лә уны саҡырып алырға булды. Йәштәрсә елкенеп, дәртле баҫып килеп инде ҡунаҡ. Мафрузаның боҙолған үтеген йүнәтә һалып бирҙе, һыуы ағып торған крандарын ҡараштырҙы. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Хушлашыр алдынан йылы өйҙән сығып ҡайтып киткеһе килмәгән Нуриман ҡарт:
– Икебеҙгә ҡайһылай рәхәт, – тине. – Әллә яҙмыштарҙы бергә ҡушайыҡмы, Мафруза? Һин дә яңғыҙ, мин дә яңғыҙ. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәр инек.
– Әлләсе, мин ул турала уйлағаным юҡ. – Мафруза йәш ҡыҙҙар кеүек оялды. Тәҡдим, ысынлап та, аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Ә ҡарт алдына алғанын өҙмәне лә ҡуйманы. Бер ай буйы уйлап йөрөгән нәмәләрен теҙҙе лә теҙҙе генә.
– Торорға өс бүлмәле фатирым, бынамын тигән дачам, емеш-еләк тулы баҡсам бар, пенсиям яҡшы, һаулығым һәйбәт. Күңелемә оҡшаның, зинһар, тәҡдимемде кире ҡаҡма. Риза булһаң, иртәгә үк никах уҡытабыҙ, ЗАГС-ҡа барабыҙ. – Нуриман Мафрузаға мөлдөрәп ҡараны. – Үкенмәҫһең.
– Балаларың ни әйтер?
– Йомортҡа тауыҡты өйрәтмәй. Йәш саҡта ла кеше аҡылы менән йәшәмәнем, хәҙер ҙә балаларҙан барып өйләнергә рөхсәт һорап йөрөмәм. Мин атай әле...
Нуриман ҡарттың ҡыҙып китеүенән балалары менән араһында ниндәйҙер аңлашылмаусылыҡ барлығы һиҙелде. Быны үҙе лә йәшереп торманы:
– Әсәләре үлгәс, мине судҡа биреп, донъя бүлдерәбеҙ, тип йөрөнөләр. «Мине урам буйына сығарып ырғытаһығыҙмы хәҙер?» тинем. «Башҡа әбей-бабайҙар дачала ла тора, һин дә дачаңа кит», тинеләр.
– Бына нисек. Торорға фатирҙары юҡмы ни?
– Бар, бөтәһе лә бар. Серегән байҙар. Нәфселәренә баш була алмайҙар.
– Аңлашылды.
Мафрузаның күңелендә ошо зарлы кешене ҡыуандарыу теләге уянды.
– Мин риза, – тине лә, үҙенең дә күңеле шатлыҡ менән тулды.
Никах туйына Мафрузаныҡылар, Себерҙән отпуск етмәйенсә ҡайта алмабыҙ, тигәс, Нуримандың балаларын булһа ла саҡырып алырға булдылар. Мансур менән Наилә Өфөлә үҙ ғаиләләре менән йәшәп яталар икән. Яңы өйләнешкән бәхетле пар ҡунаҡтар килеүгә матур ғына итеп өҫтәл әҙерләне. Нуримандың балалары килеүен килде, әммә уларҙың атаһын никах менән ҡотларға самалары юҡ ине. Табын артына ултырғас та Наилә һүҙҙе үпкәләүҙән башланы.
– Әсәйҙе тиҙ оноттоң, атай, – тине. – Был өйҙә әсәй урынында икенсе ҡатынды күреү беҙгә ҡыйын. Ашарыңды ашағанһың, йәшәреңде йәшәгәнһең, ниңә кәрәк булды һеҙгә законлап өйләнеү. Һеҙҙең йәштәгеләрҙе «ҡарт ишәк» тиҙәр. Көнсығыш илдәрҙә ишәк ҡартайһа, ите ашарға яраҡһыҙ булғас, ихатанан ҡырға ҡыуып сығарып ебәрәләр, ти, йөрөп-йөрөп үҙе үлә...
Күҙ ҡараһындай күреп, ҡәҙерләп үҫтергән балаһынан бындай әшәке һүҙҙәр ишетермен тип көтмәгән Нуримандың йөҙө көл төҫлө булды.
– Ни һөйләйһең, Наилә, туҡта, аҡылыңа кил, – тине. Ул Мафрузаның табын артынан тороп сығып китеренән ҡурҡты. Ярҙам көтөп улына ҡараны. Мансурының да йөҙө томһайғайны.
– Наилә дөрөҫ әйтә, был йәштә әбейҙәр бабайҙың милкен ҡармар өсөн генә тормошҡа сыға. Ниңә ЗАГС-һыҙ былай ғына килеп тормай? Ниңә кәрәк уға законлы никах? Мираҫ хоҡуғы закон менән һаҡлана беҙҙә.
Кейәүе менән килене лә һүҙ әйтеүселәрҙе хуплаған һымаҡ, баш ҡағып ултырҙы. Мафрузаның, ысынлап та, түҙер хәле ҡалманы.
– Беҙ һеҙҙе бында ыҙғышырға түгел, шатлығыбыҙҙы бүлешергә тип саҡырҙыҡ. Беҙ, ике яңғыҙ кеше, осраштыҡ та, яҙмыштарҙы бәйләргә, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәргә һөйләштек. Насармы ни? Милек мәсьәләһенә килгәндә, закондың бында ни ҡыҫылышы бар. Кем олоғайған кешене түшәктә ауырып ятҡан сағында ҡарай, донъя шуға инселәнергә тейеш, тип уйлайым. Бына һин, Мансур, атайың хәлһеҙләнеп түшәктә ятһа, уны ҡарарға ризаһыңмы? Наилә, ә һин? – өнһөҙ ҡалған Мансур менән Наиләгә ҡарап, Мафруза һығымта яһаны. – Бына шулай, атай милкен бүлешеп алыуы рәхәттер, уны ҡартлыҡта тәрбиә ҡылыуы ҡыйын. Юҡһа, үҙебеҙ ҡарайбыҙ, тип, ата-әсәһенән донъяһын һаттырып, аҙаҡ үҙен урамға ҡыуып сығарғандарҙы ла күргән бар.
Наилә һөйләүсене дорфа бүлдерҙе.
– Ҡарттар йорто ни өсөн?
Сығырынан сыҡҡан Нуриман ҡарт күрәләтә бындай оятһыҙлыҡҡа сыҙай алманы, рәнйеп, күҙҙәренә йәш алды.
– Ғүмерем буйы, балаларым, тип, һеҙҙең өсөн өҙәләндем. Хәҙер күрәм, ярай әле беҙҙең илдә ҡарттарҙы Япониялағы кеүек Нараями тауына илтеп ырғытыу йолаһы юҡ. Һеҙ мине тамсы ла йәлләп тормаҫ инегеҙ. Ғүмерегеҙ булһа, ҡартлыҡ һеҙгә лә килер...
Табындың йәме бөттө. Ҡунаҡтар, хушлашып та тормай, шарт-шорт йыйынып, сығып китте. Икеһе генә ҡалғас, Нуриман Мафрузаһын яурынынан ҡосаҡлап алды ла:
– Рәхмәт, ҡәҙерлем, – тине. – Күтәрә һуғып, сығып китерһең тигәйнем, түҙҙең. Былай булғас, йәшәйбеҙ, Алла бирһә.
Аш-һыуҙы яңынан йүнәтештереп, улар кире табынға ултырҙы. Булып үткән хәлдән һуң ни әйтһәң дә килештереп булмаҫын тойған Мафруза йырлап ебәрҙе:
Күк буҫтау ҙа сәкмән туҙмай тиҙәр,
Кителеп-кителеп ситенән дә туҙа икән.
Йәш ғүмеркәйҙәрҙе уҙмай тиҙәр,
Миҙгел-миҙгел булып та уҙа икән.
Тауышы моңло уның. Йәш саҡтарҙа сәхнәләрҙә йырлап йөрөнө.
– Ҡуйсы әле, моңайышып ултырмайыҡ. Бөгөн беҙҙә байрам. Беҙ осраштыҡ, бергәбеҙ, инде Хоҙай ғүмер, һаулыҡ бирһен...
Улар шулай үткән ғүмерҙәре тураһында һөйләшеп, сөкөрләшеп, байтаҡ ултырҙы. Нуриман ҡартҡа Мафрузаның белеклелеге оҡшаны. Балаларың фәлән икән, төгән икән, тип булышманы, яраһына тоҙ һалманы. Кемдең үҙ балаһы тураһында насар һүҙ ишеткеһе килһен. Ҡатындың кеше күңелен аңлай белеүе араларын тағы яҡынайтып ебәрҙе.
Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда улы шылтыратты.
– Мафруза апайҙың үткәне тураһында ни беләһең? Ул төрмәлә ултырып сыҡҡан...
– Шунан?
– Бик мөкиббән китмә, тип иҫкәртәм...
Бер аҙҙан ҡыҙы шылтыратты:
–Ҡотлайым, атай, һин бай бисәгә өйләнгәнһең. Аҡсаһы банк тулы, ти...
Улар Мафруза тураһында байтаҡ ғәйбәт йыйҙы. Имеш, ике иргә барған, икеһе лә үлгән, тимәк, ул ғаиләгә бәхетһеҙлек алып килә. Аяуһыҙ уҫал. Күрше-тирәһенә йылы һыуын эсермәгән, фәлән-фәсмәтән.
Башта Нуриман ҡарт балаларын тыңланы. Хәбәрҙәрен эсенә һалып барҙы. Үҙе һаман Мафрузаны һынаны. Ипләп кенә төрлө темаға һүҙ башланы. Төрмәлә ултырыуының да сәбәбен белде. Машинала китеп барған саҡта юлға ҡаршы сыҡҡан баланы бәреп йыға. Сабый тере ҡала, әммә ата-әсәһе юллап, барыбер ултырта. Ике иренең дә үлеүе хаҡ. Береһе аварияға осрай, икенсеһе һыуға бата. Эсергә әүәҫ күршеләре гел аҡса һорап ҡаҡшатҡан, шуға аралашмаған. Бына нисек, бер үк хәбәрҙе кеше үҙенә нисек кәрәк, шулай бора ала. Үҙе Мафрузаны көндән-көн нығыраҡ яратты. Күңеле нескә, холҡо ҡырҡыуыраҡ, әммә боҙоҡ түгел. Ундай ҡатын менән гөрләтеп донъя көтөргә була.
Бер көндө Мафруза ауылдағы туғандарын күреп килергә булды. Шул арала шылтыратып, Нуриман улы менән ҡыҙын саҡырып алды.
– Һеҙ минең бәхетле булыуыма ҡаршымы? – тип башланы ул һүҙен. – Мин һеҙҙең юлығыҙға кәртәме? Икмәгегеҙҙе ашайыммы, үҙемде ҡарарға ҡушаммы? Мин үлеп китһәм, донъя беҙгә иркенерәк ҡалыр тиһегеҙме? Ничеге подобного. – Ул бик асыулы ине. – Башҡаса Мафруза апайығыҙ тураһында ғәйбәт таратыр булһағыҙ, миңә атай тимәгеҙ. Хәҙер миңә унан да яҡын бер кем юҡ. Һеҙ килеп, хәл дә белмәйһегеҙ, ә ул һәр саҡ минең янда. Ипле, ярҙамсыл, итәғәтле. Тағы шуны әйтәм, һеҙгә минең милек өсөн дә талашып йөрөргә тура килмәҫ. Икегеҙҙе лә фатирлы, машиналы иттем. Ҡалғанын үҙегеҙ хәстәрләрһегеҙ. Мафрузаға минән бер ни кәрәк түгел, уның үҙенең йыйған донъяһы үҙенә етәрлек. Беҙ һөйләшеп, кәңәшләштек тә, минең милекте балалар йортона васыят иттек. Хәләл көсөм менән йыйған донъям, әйҙә, үҙем һымаҡ етем-еҫер кинәнһен.
Мансур менән Наилә ишеткәндәренән саҡ ҡолап китмәне.
– Атай, һин әллә алйотланып бараһыңмы. Нисек васыят иттең, – тип икеһе бер тауыштан ҡысҡырып ебәрҙе.
– Бына шулай, хәҙер минең һеҙҙе талаштырырлыҡ бер нәмәм дә юҡ. Инде Мафруза апайығыҙға ла итәғәтлерәк булырһығыҙ...
Бар уйын балаларына әйтеп биргәс, Нуриманға еңел булып ҡалды. Бынан ары улар Мафрузаһы менән бер-береһе өсөн йәшәйәсәк. Уларға артыҡ аҡса ла, байлыҡ та кәрәкмәй. Ҡартлыҡ баҡсаһындағы емеш-еләктең әле нәҡ тулышып өлгөргән сағы. Йәшәү бәхетен татып, көн дә ҡалҡҡан ҡояшҡа ҡыуанып, хөкүмәт биргән пенсияға кинәнеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә лә йәшәргә әле. Төшөндә күргән, тәҙрәһенән осоп ингән аҡ күгәрсене менән парлашып оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын...
Лира ЯҠШЫБАЕВА.