– Малайҙар ҡайҙа, Мәғәтифә?
– Аһ-аһ... Ауылға төшөп киттеләр бит...
– Эт һуғарырғамы? Дәрестән төшкә генә ҡайтҡайнылар түгеме һуң?
– Ҡайттылар ҙа, кире киттеләр. Тағы ла шул мәктәпкә инде...
– Төштән һуң нимә ҡарайҙар унда?
– Күрше ауыл мәктәбе уҡыусылары менән волейбол, шахмат буйынса ярыш була, ниме-тиме шунда. Сабит волейбол командаһында бит, Сәғит, үҙең беләһең, шахмат уйнай...
– Уйын тип ауыҙ һыуы ҡороно инде уларҙың...
– Бер бөгөн түгел бит, атаһы. Мәктәптә үк өйгә эштәрен әҙерләп ҡайтҡандар. Шул ике арала малды һуғарып, аҫтын ташлап, бесән һалырға ла өлгөрҙөләр инде...
– Яҡлашма... Тағы ла һуңлап ҡайталар инде, барып апҡайтмаһаң... Уҡытыусыларын да әйтер инем инде. Уҡытыу ҡайғыһы юҡ уларҙа. Әрәмтамаҡтар... Гел ярыш, уйын-муйын, кәнсирт-мәнсирт кенә уйҙарында...
– Зыяны юҡ, атаһы! Беҙ уҡығанда хатта свите лә булманы, үҙең беләң... Малайҙар бит уҡыуҙа ла алдынғы... Мәктәптән үҙем барып алырмын...
– Яман өйрәтмә, әсәһе, малайҙарыңды. Уларҙы ҡаты итеп тотҡанда ғына әҙәм сыға. Бер ҡулдан ысҡындырҙыңмы, бейбаштаҡҡа, мәүешкә әйләнә лә китәләр... Ана, мин атай мәрхүмдең, кәйефһеҙ сағына тура килмәйем, тип күҙенә генә мөлдөрәп ҡарай торғайным...
– Ҡайнымдың, ауыр тупрағы еңел булһын, «уҫал» тигән даны сыҡһа ла, аҡыллы уҫал ине ул, Садиҡ. Яйын тапһаң, күңеле йомшарын, йәштәре емелдәп төшөр ине...
– Һүҙ әле Сабит менән Сәғит тураһында бара...
– Шуға әйтәм дә, атаһы, уғата ҡыҙма!
– Йә, ярар, мин урманға барып, теге ҡалған мунсалыҡ бүрәнәләрҙе тейәп апҡайтам...
– Көн ҡыҫҡа бит, ыҙалап йөрөмәһәң дә була инде, бер бөгөн менән көн бөтмәгән...
– Иртәгә таңнамаҙҙан тирмәнгә сығырға, бөрһөгөн ҡала баҙарына барып әйләнергә тура килер. Унан һуң – районға, фермерҙарҙың кәңәшмәһенә йыялар. Ул ағастарҙы ҡырҡҡанға биш былтыр, оҙаҡҡа һуҙылды. Бүрәнәләр аяҡланып китеүе бар...
– Кем унда барып йөрөр тиһең мынауындай ҡыш селләһендә, әллә тағы? Ер аяғы, ер башы урынға?
– Улай тимә, ишетмәнеңме, ана, яңғыҙ йәшәгән Ғәйшә еңгәнең төндә килеп һыйырын тейәп алып киткәндәр. Кешегә ышаныс көндән-көн бөтә бара – үҙең беләһең!
– Ишеттем, әммә барыбер үҙебеҙҙекеләр түгел инде. Ситтекеләрҙер?
– Урлаған кеше «Бында мин булдым» тип, ҡултамғаһын һалып, мөһөрөн һуғып китмәҫ инде. Күҙләүсе-һөсләүсе ярҙамсыһы барыбер үҙебеҙҙең ауылдың берәр йолҡошо булмай, кем булһын...
– Үҙең күрмәйенсә-белмәйенсә гонаһын алма, Садиҡ!
– Ысын, атыу ҡайҙан белһен ситтән килеүсе бурҙар Ғәйшә еңгәнең яңғыҙ йәшәгәнен, яңғыҙ һыйыры этһәң ҡоларлыҡ, әкәм-төкәм һарайында бикле торғанын! Сырамытҡандар бит, милиция бер нисә әрәмтамаҡты әпкиткән бит ана. Шойҡаны барҙыр күрәмһең...
– Нисек кенә бумаһын, көн итеүе ауырлашыуҙан килә ул урлыҡ, Садиҡ. Кеше бушалғайымға кеше малына оронмаҫ та инде...
– Хәҙер инде һин дә шулай уйлағас... Ниңә ауыр булһын... Киреһенсә, элек ауыл кешеһенә ат тоторға ла рөхсәт юҡ ине. Хәҙер, ана, ҡара, кешеләрҙә ниндәй генә техника юҡ, теләһәң, бер өйөр ат тот, берәү ҙә тыймай. Ергә сытырман йәбешергә генә кәрәк...
– Хәҙер өйҙәрендә асығып ултырыусылар ҙа бар. Элек бесәнгә киткәндә, йорт-ҡура ҡапҡаһы шар асыҡ ҡалһа ла, берәү ҙә бер нәмәгә лә, хатта энә тиклем энәгә лә теймәй торғайны. Әүәле бурҙарҙың аты-юлы буманы...
– Яҡлашма бурҙарҙы, Мәғәтифә! Урлыҡ һәр саҡта ла урлыҡ инде...
– Урлыҡ – хурлыҡ... Әүәле кеше барыбер ояла белә ине. Үлемдән оят көслө, астан интеккән бер малай: «Атайымдың үлерен кисә белгән булһам, бер телем икмәккә алмаштырыр инем», – тигән бит. Шуның кеүек...
Ул саҡта колхоздыҡы мул буғас ни! Колхоздыҡын урлайҙар ине, хәҙер ана һуңғы тракторҙарҙы һүтеп, малайҙар тимергә тапшыра...
– Ул малайҙарға ла йәшәргә кәрәк, аталарына ауылда эш юҡ. Көллөһө лә һинең кеүек түгел бит...
– Аталары колхоз мөлкәтен урлап йәшәне, шул уҡ колхоздың һуңғы байлығын малайҙары һата. Бешәлкәһеҙлектән килә ул...
– Ҡуй инде, әллә ниндәй заман килде...
– Ялҡауҙарға – һәләкәт, егәрлеләргә – бәрәкәт, Мәғәтифә. Беҙҙең заман килде. Ана, Сәғәҙей ҡустыға күпме әйтәм. Үҙеңдекенә лә аңлатып бумағас. Күктән там итеп кенә ятып, кем был донъяла мандығандыр...
– Ҡустың бит, аңлар әле!
– Күпме ныҡырға була?
– Орҙом-бәрҙем хәл итә торған эш түгел бит, яйы сыҡһа, үҙем дә әйтеп ҡарармын, әллә, атаһы, ошо арала туғандарҙы, Сәғәҙей ҡәйнештәрҙе лә тауыш итеп алабыҙмы?
– Килен менән икәүһен генә саҡырырға кәрәктер, күмәк кеше булһа, һөйләшеп бумай ул...
– Ярар, мәйелең, улай буғас, алдағы аҙнала тауыш итербеҙ, һинең тыуған көнөң дә етеп килә...
– Тик тыуған көнгә тип саҡырма, бүләк алабыҙ, тип мәшәҡәтләнә башларҙар...
– Минеңсә, Сәғәҙей ҡәйнеш яңыса йәшәргә кәрәклекте аңлар тип уйлайым...
– Аңлар ҙа, эш үткән булыр, ерҙе аны биргән ваҡытында алып ҡалырға кәрәк. Яҙға ғына аяҡ баҫайыҡ, еребеҙҙең яртыһына бойҙай, яртыһына арпа сәсеп ебәрәм... Йә, ярар, мин ҡуҙғалам...
– Әллә бармайһыңмы бөгөн, атаһы? Тракторыңды ҡабыҙғансы ла бер талай ваҡыт үтә, өлгөрөрһөң әле. Бер бөгөн менән көн бөтмәгән...
– Ниңә тракторлап торорға, уҙа барһа, бер ат йөгөнән артмай ул. Уға ғына яғыулыҡ әрәм иткәнсе, ҡола бейәне егәм дә, һин бында ул-был итеүгә ҡайтып та етермен...
– Буран сыҡһа, төнә Сәғәҙей әйтә ине, ҡар аттың бауыры тиңелтем яуған тип. Бөгөн дә яуҙы...
– Биш саҡрым араны ни, ҡола бейәгә тейә генә...
– Ҡолон һалып ҡуйһа...
– Башы башҡаланырға иртәрәк, әсәһе, һуң ҡасты. Әле өс ай самаһы ваҡыты бар, бирешмәҫ...
– Эй, ошоно, алдына алғанын өҙмәҫ тә, ҡуймаҫ та...
– Йә, ярар...
– Иптәшкә Сәғәҙей ҡустыңды алмайһыңмы? Бөгөн былай ҙа буш, төнгө ҡарауылдан һуң ял итә...
– Атҡа ауыр була, Мәғәтифә. Бер центнер тарта бит ул. Уны ултыртайыммы, бүрәнә тейәйемме...
– Икәү икәү булыр ине барыбер, шыпа яңғыҙ булмаҫ инең...
– Юҡ, үҙем...
– Оҙаҡлама...
* * *
– Сәғәҙей, Сабира-ау-у, асығыҙ, Сә-ғә-ҙей! Ас! Был – мин...
– Хәҙер, хәҙер... Мәғәтифә еңгәнең тауышы бит был, Сабира. Хәҙер асам, еңгә, хәҙер...
– Һаумыһығыҙ!
– Һаубыҙ әле... Нимә булды, еңгә, төһөң ҡасҡан?
– Ағаң төштәң һуң төнә Сәйәх үҙәгендә ҡырҡҡан мунсалыҡ уһаҡты апҡайтырға китте лә, баттысы...
– Нимә булыр тиһең ул ҡатағасҡа, еңгә, юҡҡа борсолаһың...
– Дүрт сәғәт үтте бит киткәненә, берәр нәмә булып ҡуймаһын тием...
– Ни буһын, күп буһа, тракторы боҙолғандыр. Була торған хәл: дүрт аяҡлы ат та абына, тимер ҙә һына...
– Юҡ шул, ул ат егеп китте бит. Әллә, ҡәйнеш, Сәйәх үҙәгенә барып әйләнәһеңме?
– Бер аҙ көтәйек һуң, һис юғы ярты сәғәт. Шунан, атымды егә һалып, барып килермен...
– Әллә тракторыңды ҡабыҙайыҡмы? Сабит менән Сәғит тә ярҙамлашыр. Улар рәтен белә. Тигенгә түгел, күңелем һулҡылдап тик тора...
– Еңгә, әйттем бит: ул ҡатағасҡа ни буһын тиһең. Биларусының тәгәрмәсе аҫтында ҡалып: «Арҡаға массаж булды әле», – тип йөрөгән кешегә ни булһын. Борсолма... Тик тракторы янына ике аяғымдың береһен атламайым. Һыңар ус бурысыңды ғүмер буйына түләп бөтөрә алмаҫһың уға. Ҡом түләүле булғым килмәй...
– Нимәгә улай тиһең, ҡәйнеш?
– Бесән мәлендә биларусына бер ултырып, мең әрләндем. Имеш, мин уға үс итеп, байлығына көнләшеп, ҡайынға тотагилеп, юрый барып төкөгән...
– Һин, ҡәйнеш, бигерәк инде...
– Юҡҡа ғына уны ҡатағас тимәгәндәр, еңгә, йүнле кеше ауылынан айырылып китеп, тау башына мендереп тороп йорт һаламы, кулак...
– Ни өсөн өйөн тау башына һалғанын үҙең беләһең бит, ҡәйнеш, ниңә уны ек күрәһең...
– Ек күрмәйем, ағайым өсөн үҙем оялғандан әйтәм. Кеше көлә бит, еңгә! Ауылдаштар күҙемде астырмай. Берәр нәмә әйтә башлаһаң, ана, үҙеңдең ағайыңды бел, тиҙәр. Әллә кем булып, ауылдан айырылып китеп, кулак булып йәшәп ята, тиҙәр... Тау башында, ҡайҡайып йәшәмәһә лә буған инде...
– Улар көнләшеүҙән һөйләй, үҙҙәре уның кеүек булдыра алмағанға...
– Барыбер Садиҡ ағайым әҙәм кеүек йәшәй белмәй, үҙенә айырым коммунизм төҙөргә маташа. Төҙөмәй торһон әле, буржуй ҡалдығы...
– Ниңә шуғорлом күрәлмайһың уны, һеҙ бит бер туған, имсәктәш?
– Уның ағайлығы, кәзәнең маллығы...
– Бер туғандар бер-береһенә шутиктем дошман булғас, ҡайҙан күтәрелһен инде ауыл, ил?
– Мин бит уға күпме әйттем, ағай, әйҙә бергә йәшәйек, тинем...
– Әйткәс һуң?
– Ул татыу, бергә йәшәүҙе үҙе һымаҡ көнө-төнө үгеҙ урынына егелеп тир түгеү тип аңлай. Башына бер уй килеп һуҡһа, көн-төн, тип тормай, буран-ямғыр, тимәй, өйҙән килен уятып алып сыға ла китә. Ялҡтым батрак булыуҙан... Ана, ауылда ҡайһы берәүҙәр ҡыл да ҡыбырлатмай һин дә мин йәшәп ята...
– Тир түкмәйенсә, тырышмайынса бумай инде ул, ҡәйнеш, ағайың бит ҡара көсө менән мал таба...
– Бушҡа көс түгә, хәҙер ер алып, иген сәсәйек, тип башты ҡатыра. Ер ҡорто... Белгең килһә, еңгә, иген үҫтереү буйынса иң алға киткән Канада фермерҙары ла был эштең табышһыҙ булыуы хаҡында әйтә. Ә ул – ҡаратырыш...
– Һин үҙең ҡаратырыш, ҡәйнеш... Һүҙ көрәштереү буйынса...
– Айырылғанды айыу ашай, еңгәй, күпме шулай йөрөр тиһең ағайым, ауылға барыбер әйләнеп ҡайтасаҡ. Күр ҙә тор, йортон беҙҙең рәткә төшөрөп һаласаҡ...
– Утын-бесәнеңде ағайыңдың техникаһы менән ташығаныңды онотма, ҡәйнеш, ул бит һеҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Әрләгән икән, ағай кеше әрләр ҙә, ҡаҡҡылап та алыр... Хаҡы бар, һиңә атай урынына ҡалған кеше бит ул...
– Барыбер кулак, барыбер – ҡатағас...
– Ташла әле шул «кулак», «ҡатағас» тигән һүҙҙәреңде, Садиҡ ағайың һиңә дошман түгел дә...
– Ағай кеше улай бумай, ана, ҡара, ағалы-ҡустылы Тәлғәт менән Сөнәғәтте... Ҡосаҡлашып йәшәйҙәр...
– Ҡосаҡлашып йөрөп эсәләр ҙә...
– Уныһы ла, ә Садиҡ ағай мәжлес һайын йотҡан бер рюмкаң өсөн бер ярты дегет ҡаптыра. Кеше алдында мәсхәрәләй. Суфый аҡтығы. Ул да булдымы ағай, имеш, берәү араҡы эсмәй, тәмәке тартмай...
– Эскелектең яҡшыға алып кимәгәнен һиңә әйтергәме инде, ҡәйнеш. Ана, ҡара, ауылдың өфәндәй ир-аттары араҡы ҡосаҡлап барып үлеп китте...
– Һе, еңгә, әйтер инең бер һүҙ, ағайым кеше рәүешле йәшәү генә түгел, хатта илай ҙа белмәй бит. Берәр мәл күҙ йәшен түккәнен, илағанын күргәнең булдымы? Юҡ... Бына ул миңә ҡырҡ биш йыл ағай булын йөрөй... Хатта малай саҡта күрше ауыл малайҙары менән танауҙан ҡан борҡотоп һуғышҡан саҡта ла керпегенә бер тамсы йәш эленһәсе. Таш бәғер ул – ҡатағас...
– Кит, юҡты һөйләмә, ирмен тигән ир кеше кеше алдында күҙе шәмәреп, йыбытҡы ҡошап илап тормаҫ инде...
– И-һи-һи, еңгә, мин уны һиңә ҡарағанда күберәк һәм яҡшыраҡ беләм. Атайыбыҙ таҡты уға «ҡатағас» тигән ҡушаматты. Уның шулай илай белмәгәне өсөн...
– Ул бит Садиҡты яратҡандан шулай тип әйткән...
– Иҫләйһеңме, еңгә, һеҙҙең туйығыҙҙы. Көҙ ине...
– Шунан?
– Шул... Ҡоҙаларҙы аптыратып: «Туй улай оҙаҡ булмай ул, эшләргә лә кәрәк, минең хәҙер ғаиләм бар», – тип, туй кейемдәрен һалып, майлы куфайка кейеп, тракторына ултырып, ер һөрөргә сығып киткәнен...
– Иҫләмәгән ҡайҙа, иҫләйем, ул саҡта уға асыуланһам, хәҙер рәхмәт әйтәм...
– Әйтерең бармы? Ҡоҙаларҙы аптыратып, түгелеп илағаның хәтеремдә... Ип-иҫерек ҡоҙалар шул саҡ маминт айныҡты...
– Үткәндән үпкә эҙләмәйҙәр, ҡәйнеш. Булған да бөткән, ана, хәҙер ҡара ағаңа, нисек ғорур баҫып йөрөй, унан үрнәк ал: ундай ағайҙар күптәргә тәтемәй...
– Шундай ағайым булғанға ғәрләнәм, еңгә, ҡатағас...
– Йә, ярар, ҡәйнеш, тиҙҙән һуғым һуябыҙ. Үҙеңә үпкә ите ашатырмын, йәме. Йә, ярар, телеңә һалышма, Сәйәх үҙәгенә бараңмы-юҡмы?
– Барам, тинем дәһә, ниңә беҙ былай аяғөҫтө торабыҙ әле. Әйҙә, еңгә, беҙ сәй эсеп ултыра инек. Сабирау, Мәғәтифә еңгәгә лә сәй яһа. Мин кейенгәнсе, атты еккәнсе, еңгә, апһының менән сәй эсә тор...
* * *
– Шәп әйттең, ҡәйенеңгә, ҡәйнешеңә. Уҡыта әйттең. Садиҡ ҡайнағаны күрә алмай һөйләүе ҡороһон инде. Үҙенең ялҡаулығын шайтып аҡларға итә...
– Шым... Ипләп, Сабира, Сәғәҙей ҡәйнеш ишетеп ҡалмаһын...
– Юҡ, ул әллә ҡасан уҡ кейенеп тышҡа сығып китте бит инде. Атын егәлер...
– Садиҡты илай белмәй тигәс... Ысынлап та, ҡапыл уйға һалды был һүҙҙәре. Ул бит, ҡайнағанды әйтәм, килендәшем, ысынлап та, илай белмәй, шикелле...
– Бергә йәшәп, шуны ла белмәйһеңме ни, ҡәйенеңгә, бөтөн ауыл һөйләгәнде... Кит, шаяртаңдыр ул!
– Ишеткәнем бар әйткәндәрен, нишәп бумаһын, әле ҡәйнеш иҫкә төшөргәс... Илай белмәй шул. Ҡайным менән ҡәйнәм дә шулай ти торғайнылар...
– Иламай ҙа, мыжымай ҙа... Бына ҡустыһына килгәндә, ир аталғаны, ҡоро кәүҙә. Танауы мыртылдап, күҙе шәмәреп иларға әҙер генә тора, мыжыҡ! Бәләсник! Әйтәгүр...
– Бер ваҡытта ла иреңде улайтып һүҙ менән рәнйетмә, кәмһетмә, Сабира!
– Үҙенә әйтмәйем дәһә, һиңә генә һөйләйем, сер итеп кенә...
– Барыбер, ярамай, ни генә тимә ул һинең балаларыңдың атаһы, һүҙеңдең ауырлығы балаларыңа төшөүе бар. Хатта миңә лә әйтмә!
– Юҡ, Мәғәтифә, ағаһы Садиҡ менән сағыштырырлыҡмы ни, Сәғәҙейҙе әйтәм...
– Ана бит кәмһетәһең, яратышып йөрөп өйләнештегеҙ түгелме һуң? Һаман да күҙ алдымда тораһығыҙ, гөрләп үткән туйығыҙ ҙа иҫемдә...
– Ҡыҙығы туйҙан һуң башлана икән, килендәш. Шулай булырын белгән булһаммы...
– Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, Сабира! Беҙ хурларға ғына беләбеҙ, ә нисек ир итеү хаҡында уйлап та ҡарамайбыҙ...
– Ир тәрбиәләп ултырмам инде. Ҡайным менән ҡәйнәм тәрбиәләмәгәнде...
– Улай түгел шул, ана, түбәнге ос Ғиндулланың Ғәзизәһен генә ал...
– Берҙе биш итеп һөйләй белгәс ни, шыма телле буғас ни. Оҫта итеп йыуа белгәс ни...
– Ә бит Ғәзизә Өфө буйлап эт типкеһендә йөрөгән Ғиндуллаға сытырман йәбешеп, уны ауылға ҡайтырға күндереп, ниндәй ир яһап алды. Донъяһын да наят итеп тота, ирен дә кеше итте. Ғиндулланың һын-һыпаты, ана ҡалай, үҙгәреп, былай алайыммы булып китте...
– Яҡлама әле шуларҙы. Ғиндулланы мин Сәғәҙейҙең һыңар ойоғона ла алмаштырмайым...
– Шулай буғас, бүтән уны кеше алдында яманлама, рәнйетмә. Ғәзизә беҙгә, башҡорт бисәләренә, шундай һабаҡ, аҡыл күрһәтә...
– Ниндәй аҡылды?
– Ниндәй буһын, ирҙең бәхете – ҡатындан, тигәнде. Ир үҙен бәхетле тойһа, ғаиләһе лә ҡараулы, ил дә ныҡ була. Беҙ ирҙе битәрләргә генә беләбеҙ...
– ...
– Ир – ул ғаиләләге иң өлкән бала кеүек!
– ...
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ... Сәғәҙейеңде ҡупайтып, күңелен үҫтереп, һәр саҡ ыңғайға һаплап өйрән. Унан башҡа, йә, кемгә кәрәкһең һин? «Былҡ» итеп үсегергә әҙер генә тораһың, һүҙ күтәрә белмәйһең...
– Тикшермә әле мине, апһыным, үҙеңде бел...
– Үҙемде белгәнгә күрә лә әйтәм, мин әйтмәһәм, һиңә был турала кем әйтер, тиһең! Ҡатыны һыпы ир ҙә һыпы була...
– Ысын, дөрөҫ әйтәһең, Мәғәтифә килендәшем. Ҡай саҡ уйлап та ҡуям: Сәғәҙейҙән айырылып, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергәме тип. Аҙаҡ кире уйлайым, унһыҙ мин ни эшләй алам да, ике балалы миңә кем өйләнһен инде...
– Атыу...
– Шул саҡта ғына уны үлеп яратҡанымды аңлайым. Аңлайым да ул, өйләнешкән саҡта әкиәт һымаҡ тойолған матур киләсәк хыялдарыбыҙ тормошҡа ашмауына йәнем көйөп, Сәғәҙейгә әпәт асыулана башлайым...
– Минең дә ундай сағым булманы түгел, булды. Әммә тиҙ генә үтеп китте. Ҡайнағаң күңелем төшөп йөрөгәнде үҙе һиҙеп ҡалды ла...
– Башлағас, әйтеп бөтөр инде, Мәғәтифә! Һиҙеп ҡалып, нишләне һуң ҡайнаға?
– Аның нимәһе бар инде. Иҫләйһеңдер, биш йыл элек беҙҙең Кипрға барып ҡайтҡанды... Оҙаҡ уйлап торманы... Кассалағы барлыҡ аҡсаһын алды ла, етәкләп алып та китте. Ай-вайыма ҡараманы...
– Иҫләмәгән ҡайҙа, ауыл халҡының шул саҡта күҙе аҡайғайны. Ауыл халҡы аҡсаһыҙ саҡ ине, берәүҙә бер тин юҡ, хатта уҡытыусылар ҙа эш хаҡы ала алмаған саҡта булды бит был хәл, иҫләйем, шунан?
– Шунан ни шул... Ун көн йөрөп ҡайттыҡ бит. Өйләнешкән сағыбыҙҙа икәүләшеп күҙебеҙҙе йомоп хыялланған диңгеҙ ярҙарында, йылы ҡыштар илендә – ожмахтың үҙендә булдыҡ инде...
– Һе, һин шундай бәхетлеһең, апһыным... Унда нимә күрҙегеҙ, ҡайҙа йәшәнегеҙ, нимә ашанығыҙ?
– Аҡ диңгеҙ ярындағы отелдә. Балкондың тәҙрәһенән диңгеҙ күренеп тора. Диңгеҙҙән йылы елдәр иҫә. Иртә таңдан торабыҙ ҙа, һыу инергә йүгерәбеҙ. Ундағы донъяның хозурлығы, киңлеге, иҫ-аҡылың китерлек. Юл буйындағы ағас баштарында лимондар, әфлисундар, гранаттар үҫә, ҡоштар һайрай, ул диңгеҙ ярындағы караптар янында кешеләрҙең күплеге. Ашауға килгәндә, төрөк кухняһында йәнең ни теләй, шуны ашайһың, иттән һәм картуфтан ғына бешерелгән ризыҡ төрҙәре генә бер ашағанда ун биш төрлө. Ҡайтышлай, Истанбулға һуғылдыҡ. Беләһеңме, апһыным, Истанбулдан да матурыраҡ, күркәмерәк, гүзәлерәк ҡала юҡ ер йөҙөндә. Өфөләй ун бар. Был хаҡта һиңә һөйләгәйнем түгелме, оноттоңдамы ни?
– Юҡ, онотманым, биш йыл элек һин шутиктем матур итеп һөйләмәгәйнең, эх, Мәғәтифә...
– Шул-шул, ә һин бында ҡәйнешемде кәмһетеп ултыраһың...
– Нишләйем һуң, шулай булғас, килендәшем? Бер нәмә лә ҡыбырлатмай. Маңҡа ғына малайҙар машиналы, тракторлы булып бөттө, ә ул, ҡарауылына барып ҡайта ла, көнө-төнө диванға ятып, телевизор ҡарай. Ил етәкселәрен әрләүҙән бушамай. Имеш, элек, сәүит осоронда, шәп йәшәнек. Колхоз бар сағында шәп ине, йәнәһе... Ағаһынан үрнәк алһа, ни булалыр инде...
– Тормошомдо яҡшыртам, тиһәң, килендәшем, үҙеңдән башла, шул һүҙем...
– Нисек итеп?
– Нисек буһын? Сәбәп ҡыл...
– Уныһы нисек тағы ла? Сәбәп ҡыл! Әйтеүе генә анһат, һүҙҙәреңде бөтөнләй аңламайым...
– Иң тәүҙә, ана, көҙгөгә ҡарап, буй-һыныңды байҡа!
– Был аҡылыңды, ана, ҡәйнешеңә өйрәт, апһыным! Колхоз үгеҙе кеүек муйынын да бора алмай башлаһа...
– Силәгенә күрә ҡапҡасы, ҡара әле, ҡәйнешемә эйәреп һин дә ҡалынайып, һимереп бараһың түгелме, килендәш...
– Эйеме? Аһ-аһ!
– Эйе, һимеҙлек ҡуйға ғына килешә. Күберәк ҡыймылда, нәҙегәйә башлаһаң, ҡәйнеш тә тартыла төшөр...
– Эйеме, шунан?
– Шул, иреңде киренән үҙеңә ғашиҡ иттер, йәш ваҡыттағы һымаҡ! Алдында өлпөлдәп торһаң, ул йылҡылдап торор...
– Нисек итеп?
– Әйттем бит, былай ләпелдәп ултырғансы, күберәк ҡыймылда, хәрәкәт ит, туҡланыуыңды яртылаш кәмет, гимнастика яһа, диетаға күс... Миңә өйрәтергәме инде һиңә, йәш кешегә, нисек ирҙе үҙеңә ҡаратыу серҙәрен...
– Ҡыҙыҡ, шунан?
– Һин бигерәк инде, балалар кеүек. Йортҡа һөйөү кире ҡайтһа, ирҙең күңеле үҫә. Ә күңеле үҫкән ир мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле. Ғәзизә менән дә һөйләшкәнем бар, ул да шулай ти...
– Тағы нимә ти?
– Нимә тиһен, һеҙ, башҡорт бисәләре, бигерәк тура һәм дөрөҫ һүҙлеһегеҙ, иргә бер ваҡытта ла уйлағаныңды әйтергә ярамай, ти, белдеңме?
– Ыста, тағы нимә ти?
– Иргә күп кәрәкмәй бит ул, ти, аңланыңмы?
– Ә нимә кәрәк һуң улайһа?
– Үҙенең ирлек баһаһын тойоу ғына...
– Аныһы нисек була инде?
– Яңы тыуған сабый кеүекһең һин, апһыным, бер туҡтауһыҙ уларҙы ҡупайтып-хуплап торорға ғына кәрәк. Ек күреү, әрләү түгел инде һәр хәлдә...
* * *
– Сабит ағай, һин йоҡлайһыңмы ул?
– Юҡ, нимә?
– Һиҙҙеңме? Бөгөн атайға әллә нимә буған да ҡуйған? Эскән кеүек...
– Нимә? Юҡты һөйләмә, маңҡа... Атай эсмәй ҙаһа!
– Эскән, тимәйем бит...
– Шулай буғас...
– Бөгөн урманға барып уһаҡтарҙы апҡайтҡан, әсәй әйтте. Әллә нисек, ныҡ йомшарған кеүек... Хатта минең башымдан да һыйпаны...
– Атайҙы һин аңламайһың: ул һәр саҡ шундай бит...
– Нисек шундай?
– Йомшаҡ күңелле...
– Әллә...
– Ул үҙенең шундай булыуын йәшереп, уҫал итеп ҡарап йөрөй. Белгең киһә, беҙҙең атайға еткән, уның һымаҡ көслө кеше юҡ ауылда...
– Сабит ағай, ә нишләп атайҙы «ҡатағас» тип әйтәләр. Нимә була ул ҡатағас?
– Шуны ла белмәйһеңме ни: кәрәк, һәнәк, салғы һаплыҡ әрселгән ҡайын ағасын – ашҡаяҡты икенсе төрлө ҡатағас, тиҙәр бит...
– Ә кем уға ул ҡушаматты таҡҡан һуң?
– Ҡартатай бит!
– Ә нишәп?
– Нишәп буһын, ҡатағас кеүек ныҡ, көслө буғаны өсөн инде...
– Сабит ағай, ә нишәп беҙҙең өй ауылдан ситтә, тау башында ултыра ул?
– Белмәйһеңме ни, атай армияла Латвияла хеҙмәт итеп ҡайтҡанын...
– Ҡайтһа һуң?
– Шунда күреп ҡайтҡан да, ауылдан айырылып китеп, ошонда өй һалған, белдиш! Унда ауылдар юҡ, ти атай, кешеләр хуторҙарҙа йәшәй...
– Ә нимә була ул хутор?
– Бына беҙҙеке кеүек була: айырым өй, эргәһендә иген баҫыуы, тракторы, иген склады, мал һарайы...
– Ә хуторҙағы балалар мәктәпкә ҡайҙа йөрөй һуң?
– Уларҙа бер нисә хуторға бер мәктәп...
– Ә мәктәпкә улар беҙҙең кеүек йәйәү йөрөйҙәрме?
– Атай әйтә, латыш кешеһе иртәнсәк машинаһы менән балаларын мәктәпкә алып бара, бер юлы поселокка йәки ҡалаға һөт алып барып һатып ҡайта, ти. Хутор менән мәктәп араһында асфальт юл...
– Ҡыҙыҡ... Барыбер ауыл малайҙарына күҙ ҡыҙа, уларға мәктәп яҡын буғас, «һә» тигәнсе барып та етәләр... Ә рәхәт уларға...
– Улай түгел, белдиш, бына бөгөн волейболда иң күп очконы мин йыйҙым. Физрук ағай, һин булмаһаң, күрше ауылдан еңелер инек, ти. Көн һайын биш саҡрым юл йөрөүе беҙгә физзарядка ғына...
– Маҡтансыҡ, шахмат буйынса мин дә еңеүсе булдым, бер ҙә маҡтанмайым әле!
– Һин ҡысҡырма улай, атай менән әсәйҙе уятаһың атыу...
– Мин ишекте ныҡ итеп яптым...
– Барыбер...
– Сабит ағай, һин ишеттеңме: атай менән әсәй... Әле бергә йәшәй башламаған саҡта... Теге...
– Нимә? Әйтеп бөтөр, башлағасың...
– Теге... Атай менән әсәй... Атайға тәүҙә әсәй кейәүгә сығырға риза булмаған да... Атай ошо Һыулүҙәк буйындағы тау һыртына, әле беҙҙең өй ултырған урынға килеп йәшәй башлаған...
– Ҡыҙыҡ... Ә кемдән ишеттең быны? Әлләсе, мин был турала ишеткәнем юҡсы...
– Миңә бер ҡыҙыҡай сер итен кенә һөйләне.
– Кем?
– Әйтмәйем...
– Шул Әлиәңдер әле...
– ...
– Ә-һә-һә, шул, беләм...
– Нимә беләң?
– Һин тәнәфес ваҡытында шул Әлиәнең китап-дәфтәрҙәре араһына «Мин һине яратам!» тип записка яҙып һалғанһың...
– ...
– Ярар, үсекмә инде, мин шаяртып ҡына әйткәйнем...
– Белгең килһә, мин дә һинең кемгә күҙ ҡыҫып йөрөгәнеңде беләм...
– Йә, ярар, шаяртҡансы, алдаттым... Әлиә нимә ти һуң?
– Ул сер...
– Серме? Сис һуң!
– Түлкә берәүгә лә әйтмәйһеңме?
– Әйтмәйем, тием бит. Ҡайҙа икмәк?
– Шул Әлиәнең атаһы Тәлғәт тә беҙҙең әсәй артынан йөрөгән буған...
– Алдашма... Шунан?
– Әлиә: «Атайым менән әсәйем бер саҡ талашып китте лә, мине өйҙә юҡ тип уйлап, әсәйем беҙҙең әсәй тураһында һөйләне лә бирҙе», – ти...
– Шым... Шунан атай нишәгән һуң?
– Шунан ни, шул, ошо урында ҡыуыш ҡороп, йәй буйына ошонда йәшәгән, ти...
– Яңғыҙымы?
– Эйе, «Мәғәтифә миңә кейәүгә сыҡмаһа, ошо тау башынан төшмәйем», тип ауылға хәбәр ебәргән...
– Һин бигерәк инде, шул ғәйбәткә ышанаңмы?
– Ышанам, мына шул ҡыуыш урынында һуңынан өй һалғандар бит...
– Мин был ғәйбәткә ышанмайым барыбер... Юҡты һөйләп йөрөмә, ауыҙыңды йырырмын...
– Йырып ҡара, атайга әйтеп туҡматам, белдеңме!
– Йә, йоҡла, иртәгә тағы ла етенән торорға кәрәк...
– Ниңә улай иртә?
– Атай үҙе менән бергә йүгерергә алып сығам тине...
– Мин дә йүгерәм...
– Сыҡмайһың, Сәғит бәләкәй әле, ти атай.
– Һин үҙең бәләкәй!
– Күрһәтермен мин һиңә бәләкәйҙе, йә, йоҡла!
– Күр ҙә тор, йоҡламайым, ҡара бына күҙемде, йоммайым да ҡуям...
– Бәләсник...
– Үҙең бәләсник...
– Етәр тим!
* * *
– Тегеләйерәк шылып ят әле, Сабира! Ниңә ҡылйылан кеүек ҡымйырлайһың ул? Нимә буған?
– Бер нәмә лә... Һине һағындым, әллә хәләл иремде ҡосаҡлап ятырға ла хаҡым юҡмы ни?
– Ғүмерҙә ҡыланмағаныңды... Кит!
– Ниңә, урманда өшөмәнеңме ни, Сәғәҙей...
– Өшөтөр һиңә ҡатағас, бер минут та тын алырға ирек бирмәне...
– Мәғәтифә еңгәңдең һыйы ла мул буғандыр инде?
– Һин түгел инде, һәр хәлдә, уның бешергәнен ашаһаң, телеңде йоторлоҡ...
– Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы була, ти, Сәғәҙей. Һин нимә тапһаң, мин шуны аш итәм инде...
– Нимә була ул таҫтар?
– Алъяпҡыс була бит, шуны ла белмәйһеңме?
– Шулай тигән...
– Рәфү ит мине, Сәғәҙей, йәме? Барыһы өсөн дә…
– Нимә, һин әллә эстеңме? Әллә бая Мәғәтифә еңгә менән бергә һуҡтығыҙмы? Мин атты егеп, урманға сығып киткәндә, нәмә белмәй ләпелдәп ултырып ҡалғайнығыҙ...
– Барыбер мине ғәфү ит, йәме, Сәғәҙей!
– Туҡта әле, теймә зыйтыма... Эскәнһең бит, ана, диванға күсен ят. Балаларҙы уятаһың атыу...
– Балалар бүлмәһенең ишеген ныҡ итеп яптым, Сәғәҙей, таҡмаҡ әйтеп бейешһәк тә, улар бер нәмә лә ишетмәйәсәк...
– Был эшең барып сыҡмаҫ, Сабира! Тағы ла йәнемде көйҙөрөп, башты сәйнәргә, мейене ҡороторға уйлайһыңмы? Уйлама ла...
– Ҡыҙма, Сәғәҙей, мин бер тамсы ла эсмәнем. Мәғәтифә еңгә менән һөйләшкәс, йәнем урынымдан ҡуҙғалды. Ныҡлап аяҡҡа баҫып, йәшәп китә алмауыбыҙҙа мин үҙем генә ғәйепле, шуны аңланым бөгөн, Сәгәҙей!
– Ана нисек? Аңлағас, ярар, әллә тағы ла миңә ташланамы тип торам...
– Юҡ, Сәғәҙей, мин һине тәүге төнөбөҙҙәге кеүек яратҡым һәм яратылғым килә!
– Мәғәтифә апһының шуға өйрәттеме әллә һине?
– Күңелең ҡатҡан һинең, Сәғәҙей, мин ҡатырғанмын, туҡтауһыҙ әр һәм нотоҡ менән...
– Әкиәт!
– Әкиәт түгел, ысынын әйтәм!
– Беләм инде мин һине, юханы. Хәҙер генә шулай тиһең дә, күр ҙә тор, иртәгә иртәнсәк тағы әрләй башлаясаҡһың...
– Юҡ... Атай-әсәйемдең, балаларымдың исеме менән әйтәм, Сәгәҙей, мин һиңә бүтән ауыр һүҙ әйтмәйәсәкмен...
– Һин бигерәк инде...
– Әллә илайһың инде? Ила, ила, рәхәт булып ҡала ул. Мәғәтифә еңгә ҡайтып киткәс, мин дә сәғәт буйы түгелеп илап алдым да, тәүбәгә килдем... Һиңә ҡабат ҡаты бәрелмәҫкә...
– Белгең килһә... Ярай, әйтмәйем, Садиҡ ағайым берәүгә лә әйтмәҫкә ҡушҡайны...
– Миңә ышанаһыңдыр ул?
– Ышанам... Балаларымдың әсәһенә ышанам. Ағайыма һүҙ бирҙем, әйтмәйем тигәс, әйтмәйем...
– Нимә, ағаң менән һүҙегеҙ береккәндер? Мин шатмын...
– Уныһы шулай, яҙ еткәс, бергәләп сәсеүгә сығырға килештек. Әммә мин уһаҡлыҡҡа барып еткәндә... Барып еткәндә...
– Әйтә башлағас, әйтеп бөтөр инде һүҙеңде!
– Ярар, әйтәм... Мин барып еткәндә, ағайым ҡола бейәһенең күҙенә текәлгән дә...
– Шунан, нимә?
– Шул, ҡола бейәһе ауыр йөктө һөйрәй алмаған, ағайым шуға һуңлаған икән...
– Шул ғынамы?
– Шунан йөктөң ҙур өлөшөн минең санаға бушаттыҡ та, уһағы н алып ҡайттыҡ...
– Барыбер һүҙеңде әйтеп бөтмәнең, Сәгәҙей, шунан, ҡайнаға бейәһенең күҙенә текәлеп нишләгән?
– Улай ғына ла түгел, күҙенә текәлгәс, аңлайһыңдыр инде аръяғын?
– Аңламайым тинем бит... Нимә, илағанмы әллә?
– Шым, ипләп, ағайымды ҡатағас, тиһәк тә, илай белмәй тиһәк тә, бик һирәкләп, тик кешегә күрһәтмәй генә илай ҙа белә икән...
– Ҡыҙыҡ, ҡайнаға илай!
– Бик нескә күңелле, илаҡ ҡына икән дә ағайым, ҡайтышлай күңеле нескәреп китеп, әллә нимәләр тураһында һөйләп ташланы...
– Ысынмы, ә нимә тураһында?
– Тормош тураһында, Мәғәтифә еңгә, ауылдаштар хаҡында. Ағайымды ерле юҡҡа «ҡатағас» тип рәнйеткәнмен икән, ҡәҙимге кеше икән дә ул...
– Шунан, ниндәй һығымтаға килдең һуң, Сәғәҙей?
– Яҙ еткәс, өйөмдө уның йорто янына күсереп һалам да, уның һөрөнтө ере эргәһенән үҙемдең дә пайҙы алып, фермерлыҡҡа тотонам. Тәүге йылда әүкәүешләрбеҙ, икенсе йылда буйтым ғына аяҡҡа баҫырбыҙ, ти ағайым...
– Мин һинең ошо һүҙеңде ғүмер буйы көттөм, Сәғәҙей!
– Хәҙер яңыса йәшәмәйенсә бумай, Сабира! Ыңһырлап, былағайланып, ирәүәнләп йәшәр заман үтте. Ағам менән уртаҡ төтөн сығарыр мөҙҙәт һуҡты...
– Шуның өсөн дә яратам да инде үҙеңде...
2006 йыл, ғинуар
Әхмәр ҮТӘБАЙ.