Барыһы ла әллә нисек уйламағандан ғына килде лә сыҡты ул. Эңер төшәрәк, Шакир өйөнә ҡайтып бара ине. Кәйефе лә шәп ине. Эштән һуң улар берәүгә «Беларусь» менән утын килтерҙеләр. Билдәле инде, аҙаҡ һыйланып алдылар. Әллә ни оҙаҡ ултырмалылар. Юл ыңғайында Шакир, клуб алдына барып, егеттәр менән бер аҙ волейбол һуғып та алды. Шәп уйнай ул, шуға ла күренеүе була, уны һәр команда үҙ яғына саҡыра башлай.
Бөгөн ике-өс кенә уйын уйнаны ла китеү яғын ҡараны. Телевизорҙан шпиондар тураһында кино булырға тейеш. Ошо кәйеф менән ул, эстән ниндәйҙер үҙе лә аңлап еткермәгән көйҙө көйләп, өйөнә ҡайтып китте.
Әмәлгә ҡалғандай, урамда Гөлйөҙөм инәй осраны. Ул берҙән-бер һарығы менән бәрәсен ҡапҡаһына ҡыуып индерә алмай яфалана ине.
– Һаумы, инәй! – Шакир оло кешенең ҡолағы ҡатыраҡ булғанға түгел, ә үҙ кәйефе күтәренкелектән шулай ҡысҡырып иҫәнләште.
– Һаумы, улым. Кем, Шакирйән түгелме һуң? – Гөлйөҙөм инәй, был кешене танымай ҡалһам килешмәҫ тигәндәй, һарығын да онотоп, Шакирға текәлде.
– Эйе-эйе, мин, инәй! Нимә, был һарыҡ баштар тыңламаймы әллә? Кеш! Бәрә! – Шакир ҡапҡаны ҙурыраҡ асты ла әбейҙе һанлап еткермәгән «һарыҡ баштар»ҙы ҡыуып эскә индерҙе. Шунан уҫлаптай ҡулдары менән саҡ ҡына төртһәң дә, әбейҙең үҙе шикелле таралырға торған ҡапҡаһының яңаҡтарына гөпөлдәтеп һуҡҡылап, төбөндәге бушаған бауҙарын нығытып бәйләп ҡуйҙы.
– Ҡапҡаң иҫкергән бит, инәй! – тип лауылданы ул.
– Иҫкергән инде, иҫкергән... Ҡапҡаһы ла!.. – Гөлйөҙөм инәй, күрәһең, «ҡапҡа түгеле лә» тигән һымағыраҡ бер һүҙ өҫтәргә уйланы ла, шунан әйтмәһәң дә аңлатыла инде тигән һымаҡ, тынып ҡалды.
– Хәсән ҡайтһа, нығытып ҡуйыр әле!
Гөлйөҙөм инәй ҡапыл тертләп киткәндәй булды. Әле генә донъяла ошо һарыҡ менән бәрәсен ябыуҙан да оло эше юҡ һымаҡ йөрөгән кеше, бөтәһен дә онотоп, шикле һәм етди ҡиәфәт менән Шакирға ҡараны.
– Ни тинең? Хәсән ҡайтып килә, тинең түгелме? – Ҡапыл әйтелгән был һүҙгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә, ул Шакирға яҡынланы. Ҡулынан килһә, был алабарман кешенән: «Эйе шул, ҡайтып килә икән!» – тигән һүҙҙе тыны менән генә һурыр ҙа алыр ине.
Тик ҡыҙмаса Шакир ғына быны тойманы, әллә әбейҙең яңылыш ишетеүенә йәне көйҙө, әллә оло кешенең өмөтөнә һалҡын һыу һипкеһе килмәне, әлеге шул кәйефе менән, иҫе китмәйенсә генә:
– Эйе, эйе, инәй, ҡайтып килә, ти! – тине лә тиҙерәк был тирәнән шылыу яғын ҡараны. Ләкин улы хаҡында йылы хәбәр әйткән кешене еңел генә ысҡындырырға уйы юҡ ине ҡарсыҡтың.
– Эй хоҙайым, ҡайҙан ишеттең? – Гөлйөҙөм инәй, иҫәңгерәгән кеүек, башта ҡатып ҡалды. Шунан, хәленән килгәнсә шәберәк атларға тырышып, Шакирҙың артынан эйәрҙе. – Ай алла! Туҡта һуң, саҡ ҡына сабыр итсе! Ысынды әйтәһеңме? Кем күргән!
Инәйҙең балалар шикелле бер ҡатлылығына Шакирҙың йәне көйөп китте.
– Һуң, күргәндәр инде. Ана, Ялсыҡай ауылынан берәү күргән. Өфөгә етеп килә, ти! – тине ул.
– Һуң, туҡта, һөйләп бөтһәңсе. Сәй эсеп китер инең! – Гөлйөҙөм инәй тегенең артынан эйәрә биреберәк тороп ҡалды. Ә Шакир үҙенең уйындан уймаҡ сығара башлауын тойҙомо – гонаһынан тиҙерәк ҡотолорға телән, китеп барҙы...
Шулай ҙа эш Шакир уйлағанса улай еңел генә бөтмәне. Иртәгеһен яландан ҡайтыуына, ҡатыны Райхан уға шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр әйтте:
– Гөлйөҙөм инәй һине һорап килгәйне. Иртән эшкә киткәнсе һарыҡ һуйып бирһен әле, ти.
Шакирҙың йөрәге жыу итеп китте. Кисәге хәл иҫенә төштө. Әллә был ҡарсыҡ уйын һүҙҙе ысынға алғанмы? Шулай ҙа Шакир, бер ни белдермәҫкә тырышып:
– Йәйҙең эҫе көнөндә яңғыҙ башына ит нимәгә кәрәкте икән һуң уға? – тигән булды.
– Хәсән ҡайтып килә, ти ҙә баһа! Үҙең әйткәнһең түгелме? – Ҡатыны ла, ниҙер һиҙенгән һымаҡ, иренә шөбһә менән ҡарап ҡуйҙы.
Юҡ-барға улай тиҙ генә иҫе китеп бармай торған Шакир урлап тотолған малай шикелле ҡаушап төштө, хатта ҡыҙарынып уҡ китте. Ни эшләргә белмәй торҙо ла, тауышын баҫып ҡына:
– Мин алдап әйткәйнем бит... – тине.
– Алдап?! – Ҡатыны ауыҙын асты ла ҡалды. – Алданым, тиһеңме?!
– Ай алла, алдап, тим бит инде! – Шакирға хәҙер асыуланыуҙан башҡа сара юҡ ине. Ни әйтергә белмәй торҙо-торҙо ла, ахырыһы, нисек булғанын һөйләп бирҙе.
– Алдап та түгел инде. «Хәсән ҡайтһа» тигәнде үҙе «ҡайта» тип ишетте бит. Шунан мин шаярып: «Эйе, ҡайта», – тинем дә ҡуйҙым.
Ҡатыны күҙен таҫрайтып ҡарап торҙо ла, эштең ниҙәлеген төшөнгәс, тегене тыңлап та бөтмәйенсә, әрләргә тотондо:
– Кит-кит, был тиклем дә никтыуҙы булырһың икән? Ҡартайған һайын, аҡылың кирегә китә! Һуң, утыҙға етеп бараһың бит инде. Үҫтерһәң, һаҡалың билеңә етер ине! Балаларыңдан оял! Шундай һүҙҙе кеше шаярып әйтәме? Кемгә бит әле! Йә! – Райхан һүҙгә аптырап тора торған ҡатындарҙан түгел, ирек ҡуйһаң, көнө буйы туҡтамаҫ. Шуғамылыр, Шакир эште ҡырт киҫергә уйланы.
– Ай, иҫең киткән иҫкегә тигәндәй. Бына хәҙер үк бар ҙа әйт, инәй, Шакирҙың кем икәнен беләһең бит инде, эскән башы менән алдаған, тиң, йә үҙең яңылыш ишеткәнһеңдер, тиң. Шуның менән бөттө китте...
Уның был һүҙҙәренән утҡа май һипкән һымаҡ ҡына булды, теге гөлт итеп ҡалды.
– Эйе шул, ҡайһылай аҡыллы баш! Бынау, әҙәм көлдөрөп, етмеште үткән әбейҙе алдап йөрөһөн, ә мин уның артын һепереп йөрөнөм, ти. Әйҙә, ҡулың менән эшләгәнһең икән, иңең менән күтәр!
Һүҙ былайға киткәс, Шакир үҙе лә шөрләй төштө.
– Һуң, һиңә ҡыйынмы ни? Миңә уңайһыҙ ҙа индә. Һеҙ ҡатын-ҡыҙ затынан, уртаҡ телде тиҙ табырһығыҙ. Мине күпме теләйһегеҙ, шул саҡлы әрләгеҙ! – тине. Ул ҡуҙҙы ҡатыны ҡулы менән тартырға самалай ине. Әммә теге лә иҫәр түгел, туҙа ғына бирҙе. Ахырҙа, Шакир түҙмәне:
– Ярай, әсәһен дә онотоп йөрөгән бер мөстән өсөн башымды ҡатырма әле! – тип һүҙҙе бөтөрөп ҡуйырға булды.
– Ул да шул һинең шикелле бер елғыуар!
– Елғыуар булһам, һиңә түҙеп, ошолай донъя көтөп тормаҫ инем әле.
– Ай хөрәсән! Ярай шул тракторыңды йөрөтөргә өйрәнгәнһең!
– Ярай, лауылдама әле! Тауышың тауышмы, буш мискәгә таяҡ менән һуҡҡан шикелле!
Һүҙ шуның менән бөттө. Өй эсе тын ҡалды. Икеһенең дә уйҙары бер Гөлйөҙөм инәйгә, бер әллә ҡайҙа олағып йөрөгән Хәсәнгә күсә ине буғай. Әллә ниндәй әҙәм, ысынлап та, елғыуар булып сыҡты уныһы ла. Китте лә батты, ун йыллап барҙыр инде, хаты ла, хәбәре лә юҡ.
Хәсән армиянан һуң ҡайтып та йөрөгәйне, тик оҙаҡламаны. Ауылда ай торҙомо, юҡмы: «Унда беҙҙе ҙур төҙөлөшкә эшкә ҡалырға саҡырҙылар. Донъя күреп, аҡса эшләп ҡайтам әле. Бер-ике йылдан машиналыҡ та йыйып була, тиҙәр», – тип үк ебәрҙе. Ана, машина түгел, үҙе лә, һүҙе лә юҡ. Дөрөҫ, китә һалғас хаты килгеләне, хатта бер-ике тапҡыр аҡса ла ебәрҙе шикелле. Шунан бөтөнләй ғәйеп булды.
Хат килгән саҡтарында Гөлйөҙөм инәй маһайған һымаҡ: «Бына Хәсәндән хәбәр бар әле. Аҡса ла һалған икән. Оҙаҡламай ҡайтырмын да, тигән» – тип ауыл буйлап һөйләп тә йөрөнө. Быны ул ҡыуанысын хәбәр итеү өсөн түгел, ауыл халҡы, ана, Хәсән әсәһен ташлап китте лә барҙы, тип уйламаһындар өсөн дә эшләй ине.
Дөрөҫөн әйткәндә, Гөлйөҙөм инәйҙең ауылда «ҡупығыраҡ кеше» тигән даны ла бар. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәһен, уның кеше алдында сер биреп, бахырланып йөрөгәне булмаҫ. Киреһенсә, юҡты ла бар итеп, берҙе биш итеңкерәп һөйләп йөрөр. Ошо хәлдә лә ул кеше араһында, беҙҙең Хәсән шулай, беҙҙең Хәсән былай, тип әллә ҡайҙағы улын маҡтарға ғына тора. Ни эшләйһең, һәр кемдең бер бөтмөш холҡо була, шуға ла әбейҙең был холҡон белгән ауыл халҡы эстән генә йылмая ла ҡуя.
Тик һуңғы ваҡытта ғына Гөлйөҙөм инәй үҙен әллә уңайһыҙ тойҙо, әллә бөтөнләй өмөтөн өҙә башланы. Хәсән тураһында улай бик һөйләнеп бармаҫ булды. Ҡайһы берәүҙәр, Хәсәндән хат киләме, һаман хәбәре юҡмы, тип һораша башлаһа:
– Шулай тиҙәр ҙә һорайҙар. Әллә ул берәй нәмә эшләп илдән ҡасып киткән кешеме? – тип һуҡранып та ала.
Кем белә, бәлки, Хәсәне ҡайтып та килер, ул саҡ бөтәһе лә онотолоп, үҙ урынына ултырыр. Тик Шакирға әле бөгөнгөһө ҡиммәт. Хәсән ҡайта, тип алдап, бәләгә ҡалып ултырсы инде...
Гөлйөҙөм инәй иртән һарығын, көтөүгә ебәрмәйенсә бәрәсенән айырып алып ҡалды, һарыҡты һөйөнсө алған кешенән һуйҙырғыһы килә ине, күрәһең. Шуға ла йәнә Шакирға килде. Тик теге эшкә китеп өлгөргән булып сыҡты. (Дөрөҫөн әйткәндә, Шакир, инәйҙе осратмаҫ өсөн, шулай көтөүҙән үк сығып олаҡҡайны.) Ҡарсыҡ, ахырҙа, күршеһе Лоҡман ҡартты саҡырҙы. Эс-ҡарындарын йыуышырға берәүгә лә әйтеп торманы. Бындай эште күптән күргән юҡ, танһыҡлатып киткән. Шуныһы ла бар: улына тейеш ҡәҙер-хөрмәтте кеше ҡулынан эшләткеһе килмәй ине уның.
Йәй ауылда ит була һалып бармай, шуға ла, Гөлйөҙөм инәй һарығын һуйған, тигәс тә, үтескә йә һатып булһа ла биреп тор әле, тип кешеләр ҙә килгеләгәйне лә, ризалата алманылар.
– Юҡ, юҡ, һатмайым... Бына Хәсән ҡайтып төшкәс, үҙегеҙҙе ашҡа саҡырырмын, – ти. Шунан үҙенсә бер мут ҡына ҡиәфәт менән йылмайып: – Ҡунаҡ күрергә... – тип тегеләргә төртөп тә алған була. Быныһы уйынлы-ысынлы тигәнде аңлата, йәнәһе.
Аҡса кәрәк бит үҙеңә, тип тә алдаштыра алманылар. Бәлки, емертеп донъя көтөп ятҡан кешелә һаҡлыҡ булмаһа булмайҙыр, иллә мәгәр яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә ҡайтыр кешеһе булған әсә, болһоҙ тормаҫ.
Гөлйөҙөм инәй Лоҡман ҡартты сәй эсереп, Хәсән ҡайтҡас ашҡа килерһегеҙ, тип оҙатҡас, кеше-фәлән күренмәйме тигәндәй тәҙрәгә күҙ һалып алды ла ҡалай менән биҙәкләп эшләнгән, асып ебәреү менән нафталин, хушбуй еҫтәре аңҡып китә торған һандығының ҡапҡасына тотондо, һандыҡты асыу уның өсөн бер байрам. Мәгәр, байрамды күбәйтеп, уның бәҫен ебәрмәҫ өсөн, ул һандыҡты йыш асмай.
Гөлйөҙөм инәй бик төптә лә, бик өҫтә лә ятмаған төргәкте, һис тә эҙләп маташмайынса, бер ынтылыуҙа тартып сығарҙы. Һандыҡтан алған был нәмәһе һарғылт ерлеккә төрлө биҙәктәр төшөрөп эшләнгән кәшмир яулыҡ ине.
Инәй, төйөнсөктө алғас, йәнә ишек, тәҙрәгә күҙ һалды ла (ни тиһәң дә, аҡса һанағанда, артыҡ күҙҙең булмауы хәйерлерәк) төйөнөн сисергә тотондо.
Аҡсалар төрлө төҫтә, төрлө ҙурлыҡта. Унлығы берәү генә, өс бишлек бар, өслөктәр күберәк, иң күбе берлек. Унлығы ғына яңы, ҡалғандары, ғүмерҙәрен теләһә нисек үткәргән кешеләр шикелле, төрлөсә туҙған, төрлөсә таушалған.
Был – Гөлйөҙөм инәйҙең төп һаҡлығы, шуға күрә лә дәүләтендәге мөлкәтен ул, һанап тормаһа ла, тиненә тиклем белә. Кәшмир яулыҡтың икенсе осонда төйнәлгән көмөштәрҙе алмағанда, теп-теүәл ҡырҡ биш һум аҡса ята бында. Ә көмөшө ике һум да илле тин. Унан башҡа шкафтағы сәй һауытында, үҙе әйткәненсә, «ваҡ расхутлыҡ» тағы дүрт һумдан артыҡ аҡсаһы бар. Быныһының күләме үҙгәреп тора: ваҡыты-ваҡыты менән йә кәмеп, йә артып китә.
Гөлйөҙөм инәй шулай ҙа аҡсаһын яңынан һанарға булды. Берҙән, аҡса һанау һәр саҡ күңелле эш, икенсенән, был байлыҡты «оло расхут»ҡа ла бүлергә кәрәк ине. Кәшмир яулыҡтағы аҡса бына ошо көндө көтөп ятты ла инде.
Инәй аҡсаны бөгөнгә күпмерәк тотонорға икәнен самалап бүлеп алды, ҡалғанын, элеккесә өс тапҡыр төйнәп, һандығының шул уҡ урынына кире тығып ҡуйҙы ла бикләне. Өйҙә бер үҙе генә торһа ла, әбей һандығын һәр ваҡыт бикле тота. Бының ни өсөн икәнен уйлап та тормай. Аҡса, күрәһең, шулай һәр саҡ һаҡ аҫтында ятырға тейештер инде.
Һандыҡ ҡутарғанда, берәүҙең дә килеп ҡамасауламауына ҡәнәғәт ҡалып (ниңәлер, уға был арала өйҙәренән кеше өҙөлмәҫкә тейеш һымаҡ ине), инәй магазинға сығырға әҙерләнә башланы.
...Гөлйөҙөм инәйҙең уйлауынса, Хәсән ауылға мотлаҡ машина менән ҡайтырға тейеш ине. Кем белә, бәлки, үҙенең машинаһы менән дә ҡайтыр. Киткәндә шулай тигәйне бит. Хәсән бит эшкә сымыры, сәмсел кеше. Бәлки, бына ҡайтҡас күрерһегеҙ кем икәнемде, тип юрамал шулай өндәшмәй-тындашмай ятҡандыр. Гөлйөҙөм әбей бында донъяһын үҙе көтөп торҙо, ярҙам һораманы. (Инәй улының аҡса ебәрмәүен нисек тә шулай йомшағыраҡ баһаларға тырышты.)
Моғайын, килен менән ҡайтып төшөр. Килене мәрйәлер әле йә татарҙыр. Ул яҡҡа башҡорт кешеһе ҡайҙан барып сыҡҡан тиһең. Ярай, кем булһа ла, килен – килен инде, үҙең һәйбәт булһаң, әллә ҡайҙа китмәҫтәр. Шул киленде ҡасандан бирле көттө бит... Хәҙер ҡарт кешегә инде нимә кәрәк, яҡшы һүҙ менән йылы сәйҙәре булһа еткән тигәндәй. Сумаҙаны нисәү икән? Ай-һай, күптер инде! Гөлйөҙөм инәй хатта был сумаҙандарҙың рәүештәрен күҙ алдына килтерҙе. Ә эҫтәрендә ниҙәр генә юҡтыр...
Гөлйөҙөм инәй, нух заманынан ҡалған, тик ошо юлға ғына йөрөтә торған иҫке сумкаһын тотоп, аръяҡҡа сығып китте.
Ул магазинға барып инеү менән, бында күберәген шул гәп һатыу өсөн йыйыла торған бисә-сәсә, бөтәһе берҙәй булып, уға ҡараны.
– Әбейең бөгөн йәш килендәр шикелле зыйтлата баҫып йөрөй әле! – тип мәрәкәләп тә алды береһе.
– Йөрөр инде, Хәсәне ҡайтып килә, ти ҙә баһа!
– Аһ, шулаймы ни? Бирһен хоҙай. Әйтәм дә, ҡоҙағый кеүек кейенеп алған.
Гөлйөҙөм инәй тегеләр менән иҫәнләште лә минең мәшәҡәтле саҡ икәнде беләһегеҙҙер инде тигән ҡиәфәт менән һатыусы янына уҙҙы. Шунан, ауылдаштарының үҙе тураһында һөйләшеүҙәренә бер ләззәт менән ҡолаҡ һалғылап, кәрәк-ярағын ҡарарға тотондо. Өйҙә кәнфит, сәй-фәләне булһа ла, тағы алды, ҡала кешеһенең яратҡан ашылыр тип, бер консерва ла һораны.
Кәрәк иҫәпләгән ашамлыҡ, тәм-томдарын әлеге сумкаһына тултырғас, ул, бисә-сәсә янына килеп, бер аҙ һөйләшеп торған булды.
– Килен менән ҡайтып киләләр, ти, – тип алдашты ул. – Мәшәҡәт күбәйеп китте әле. Ана, Сәхәү менән Шаһимарҙандың ҡыҙҙары өйөмдө йыуып сығарырбыҙ тигәйнеләр...
– Ундай мәшәҡәт шатлыҡ ҡына инде, инәй...
– Шулай инде, шулай, уртаҡ булһын... Ярар, сәйгә килеп сығырһығыҙ әле... күстәнәс ашарға. – Гөлйөҙөм инәй, тегеләрҙең үҙе тураһында ниҙер һөйләп ҡалыуҙарын уйлай-уйлай, кире ҡайтып китте. Бисә-сәсә менән былай оҙаҡ һөйләшеп тормауында икенсе бер сәбәп тә бар ине. Нисә йыл ауылда кеше араһында бер төрлө кәмһенгән төҫлө йөрөгән әбейҙә ҡапыл тәкәбберлек тойғолары ла уянып китте. «Ана, ҡайһы берҙәрегеҙ Хәсән тураһында әллә ниҙәр һөйләп бөткәйне. Күрҙегеҙме хәҙер!..» – тип уйлай ине ул эстән генә.
Гөлйөҙөм инәй ҡайтҡанда, ҡыҙҙар иҙәнде йыуып, өй эсен йыйыштырып сыҡҡайнылар инде. Өйҙө тотош йыуҙырғанда ла килешер ине лә, мәшәҡәтле эш, тегеләр ҡайтыуға өлгөртә алмаҫтар. Торараҡ үҙҙәре килен менән йыуыр әле.
Әбей ҡалай зәйнергә әсе ҡатыҡ һалып алды ла, һикелә ултырған самауырын тотоп, һыу буйына төшөп китте. Ул, бында килгәс, сүгәләп яр ситендәге ташҡа ултырҙы һәм, ҡатыҡҡа ҡом ҡушып, самауырын ышҡырға тотондо.
Ҡасандан бирле ҡул теймәгәнлектән тутланған самауыр, йорт хужаһы ҡайта тигән хәбәргә ҡыуанғандай, ялтырап, балҡып китте. Әбейҙең күңеле күтәрелде, үҙен дә, ошо ялтыраған еҙ шикелле, йәшәреп киткәндәй тойҙо.
Өйөнә ҡайтҡас, самауырҙы тәҙрә янындағы бәләкәй өҫтәлгә ултыртты. Ҡаланан килгән кеше урындыҡты яратмай, ултыра белмәй интегә торған. Уларға аш-һыуҙы – өҫтәлгә, ә ҡунаҡ саҡырғанда, урындыҡҡа ултыртыр.
Өй эсе шулай күҙ алдында үҙгәрә бирҙе, ҡот өҫтәлде. Бынан әбейҙең күңеле үҫә генә бирҙе. Бутҡаһын бешергәс, майын йәлләмә тигәндәй, донъяһын тағы ла нығыраҡ күркәмләргә тырыша ине ул.
Ниҙелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, әбей иҙән уртаһында баҫып торҙо ла: «Аһ-һ...» – тигән булып, түрҙә йыйыштырып ҡуйылған урынын ҡутарырға тотондо. Иң аҫтан аҫалы балаҫты тартып сығарып, уны йәтешләп, матурлап йәйҙе. Балаҫ ҙур, тотош урындыҡҡа етә лә ҡуя. Ҡарты бар саҡта ла, ҡунаҡ йыйғанда, ошо балаҫты түшәй торғайнылар.
Ҡоро балаҫ ҡына әллә нисегерәк күренде шикелле. Ул шаҡтай аслана төшкән мендәрҙәрен, нисек тә ҡабартырға тырышып, урындыҡтың ике мөйөшөнә ҡуйҙы, һандығынан остары сигеп эшләнгән ике һөлгө алып, ике стенаға элде. Йәнә ишек төбөнәрәк баҫып, өйөнә күҙ һалды.
Ана бит ҡайһылай йәмләнеп китте! Дәрт кенә кәрәк икән! Әбейҙең аңынса, хәҙер был өйгә донъялағы иң олуғ ҡунаҡты ла тартынмай саҡырырға була ине.
Йәнә уй килде башына. Әллә өйҙө ағарттырып та алырғамы? Уны ни, бер тотонһалар, кискә тиклем эшен бөтөрөп тә ҡуялар. Өйҙө, ағартыуын, көҙгә табан ағарталар ҙа инде, ярай, хәҙер бигерәк тә килешер.
Бына ҡапыл ғына аҡбалсығын ҡайҙан табырға инде? Гөлйөҙөм әбей бер аҙ уйланып торҙо. Шунан: «Моғайын, берәйһеңдә булмай булмаҫ», – тип ауыл буйлап сығып китте. Әлеге ҡыҙҙарҙы ҡушыр инде. Ярар, Хәсәне алып ҡайтҡан бүләктәрҙән өлөш сығарып, бәхилләп ҡуйыр үҙҙәрен.
Хәсәндең ҡайтып килеүенең буш һүҙ икәнлеген Шакир ҙа, Райхан да барып әйтмәне, Гөлйөҙөм инәй, күрәһең, быны ауылда таралып өлгөргән хәбәрҙән ишеткән. Кисә генә елтләтә баҫып йөрөгән кеше иртәгеһенә, бөтөрөнөп, Райхандарға килеп инде. Гөлйөҙөм инәйҙән нисегерәк күҙ яҙҙырырға белмәй йөрөгән Райхан, уны күргәс, бөтөнләй ҡаушап төштө. Бына хәҙер әбей уларҙы әрләргә, ҡарғарға тотонор. Ни әйтһә лә хаҡы бар.
Ләкин бер-ике көн эсендә бөтөнләй шиңеп, бәләкәсәйеп ҡалған әбейҙең әрләшергә теләге лә юҡ ине буғай. Йыйырсыҡ баҫҡан йөҙөнән һағыш һырҡырап торған ҡарсыҡ һәүетемсә генә иҫәнләште лә, уталасыҡҡа ла үтмәйенсә, шундағы бүрәнәгә ултырҙы. Баянан бирле яман һүҙ көтөп, шөрләп торған Райхан, ни әйтергә белмәй, әбейҙе эскә саҡырҙы:
– Сәй ҡайнап ултыра, – тине ул.
– Юҡ, рәхмәт. Әллә ни эшләп ашағым да, эскем дә килмәй әле... – Гөлйөҙөм инәй «әллә ни эшләп» һүҙен әҙәп өсөн генә әйтте буғай. Сөнки ни эшләп икәне былай ҙа билдәле. – Үҙегеҙ ни хәлдә йәшәйһегеҙ?
– Арыу әле, инәй! – Райхан инәйҙең дә хәлен һорашырға итте лә тыйылып ҡалды. Ә үҙе, хәҙер буласаҡ аңлашыуҙы уйлап, эстән генә Шакирын тетә ине. Шуны һиҙенгәндәй, Гөлйөҙөм инәй ҙә йомшаҡ ҡына итеп:
– Шакирйән ҡайҙа, эштәме? – тип һораны.
– Эштә! Был тиклем дә ҡартайғансы аҡыл ултырмаған әҙәм булыр икән! Ҡуй-ҡуй, ана һөтө менән кермәһә, тиҙәр бит... Үҙе ҡартаймам тиме икән? Әллә ниҙәр күрер әле... – Әллә әбейҙең күңеле булһын тип, Райхан ирен бик яман әрләргә тотондо. Был Гөлйөҙөм инәйгә оҡшаманы шикелле. Сабыр ғына ҡиәфәт менән тыңлап ултырҙы ла:
– Ҡуй, улай ауыр һүҙ әйтмә кешегә!.. – тине.
– Әйтһә әле...
Былай булғас, Райхандың был һүҙҙәре Гөлйөҙөм инәйҙең һуңғы өмөттәрен һүндерҙе буғай. Хәҙер инде уға төпсөнөп һорашып тороуҙың кәрәге лә юҡ ине. Ул саҡ ҡына ултырҙы ла: «Аллаһу-у...» – тип урынынан торҙо.
– Аһ-аһ, инәй, самауыр ҡайнаған бит. Әллә сәй эсмәй ҙә китергә итә инде!..
Гөлйөҙөм инәй ошо кистә үк бик ҡаты ятып киткән. Етмеште ҡыуып барһа ла, ошоғаса сир тейгәне юҡ ине үҙенә. Көндөҙ: «Йөрәк ҡағып тора, ҡолаҡ шаулай», – тип йөрөгән дә ҡапыл ғына ныҡлап ауырыған да киткән.
Гөлйөҙөм инәйҙең ошо хәлгә ҡалыуы ауылға бер хәсрәт булды ла ҡуйҙы. Шакирҙың алабарманлығын мәрәкәрәк күреп йөрөгән егеттәрҙең дә уйын ҡайғыһы китте. Шакирҙың танау төштө. Ғүмере буйы уйынды ысындан айырмайынса, теленә ни тура килә шуны һөйләп йөрөгән кеше бер өндәшмәҫкә әүерелде.
Улар кистәрен эштән ҡайта ла Хантимерҙең ҡапҡа төбөндә юҡ-бар ләҡәп һүҙ һөйләшеп ғүмер үткәрә торғайны. Шакирҙың бында ла эҙе күренмәй. Ҡатыны менән дә һөйләшер әмәле юҡ, дыулай ҙа китә тегеһе.
– Үҙеңде генә түгел, мине оятлы иттең бөтә ауыл алдында! – ти.
– Юҡҡа болағансы, барып хәл белеп, ярҙам итер инең оло кешегә, – тине ул.
– Хәл белеүҙән ни файҙа! Унһыҙ ҙа сәй ҡайнатып, һыу килтереп китәм. Инәйҙе ҙур врачҡа күрһәтергә кәрәк, беҙҙең фельдшерҙың ғына ҡулынан килерлек түгел. Врач алып килер инең!.. Донъяны болғаттың да йөрөгән булаһың хәҙер!..
– Шулаймы?.. – Шакир ҡыуанып китте. Йә инде, нисек быға тиклем башына килмәгән? Исмаһам, бер эш булып торор ине.
Шакир, иртәгеһен иртүк тороп, мотоциклына атланды ла больницалы ауылға китте.
Ҡартайғансы аҡыл ултырманы, тип бисәһе дөрөҫ әйтә инде. Бына ҡайҙа ул ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Йә, ни тип алдамаҡ кәрәк оло кешене? Ахмаҡ инде, ахмаҡ, башҡа һүҙ табып булмай, тип ул юл буйына үҙ-үҙен әрләп барҙы. Иртәгеһенә барып ҡына: «Инәй, ғәфү ит инде, иҫерек булғанмын. Әллә үҙем яңылышҡанмын, әллә ҡотортҡос бутаған», – тип бер-ике йомшаҡ һүҙ әйттең – бөттө китте. Ә хәҙер йөрө бер иҫәр шикелле. Ҡарт кешенең хәлен белеп буламы, алла һаҡлаһын... «Беҙҙең ауылдан Шакир тигән бер бәндә, улың ҡайтып килә, тип бер әбейҙе алдаған да...» – тип быуындан-быуынға һөйләрҙәр. Ил алдында оят... Йүнәлеп, аяҡҡа баҫһа, ҡунаҡҡа саҡырырҙар, өрмәгән ергә лә ултыртмаҫтар, гел күҙ-ҡолаҡ ҡына булын торорҙар ине.
Ошоларҙы уйлаған һайын, ул мотоциклын нығыраҡ ҡыуа ине.
Гөлйөҙөм инәй аҙна тигәндә аяҡҡа баҫты. Ҡатыны, ҡайтып: «Тороп йөрөй башланы. Ашап, сәй эсеп алды», – тигәс, Шакир, үҙе ауырыуҙан торған кешеләй, йылмайып ебәргән булды.
– Һы, әйттем бит, Гөлйөҙөм инәй ныҡ кеше тип!... Шуға ғына бирешеп барамы ни ул. Берәй киҙеү-фәлән генә тейгән булғандыр. Киҙеү йөрөй, тиҙәр ине, – тип үҙенекен һөйләргә тотондо. Ҡатыны, һин белекһеҙ, ошонан да һабаҡ алмаҫһың әле, тиеберәк һуҡрана башларға иткәйне лә, өндәшмәне. Ни тиһәң дә, иренең шулай бошоноп йөрөүенән уға бер ҡыҙыҡ та юҡ ине. Юҡһа балтаһы һыуға төшкәнме ни...
Шакир ҡатынының ни уйлағанын ҡараштарынан уҡ тойғайны ла, мәгәр иғтибар итеп торманы. Шарт-шорт баҫып сығып китте лә шунан, ниҙер иҫенә төшкәндәй, кире боролоп инде.
– Ҡара әле, һин, Гөлйөҙөм инәйҙе ашҡа саҡырайыҡ, – тине.
– Ярар, уныһын һинән башҡа ла белерҙәр! Тик ошонан һуң нисек итеп әйтәһең кешегә, килмәҫ тә әле...
– Ниңә килмәһен, ти. Һәйбәтләп әҙерлән, һәйбәтләп кенә һөйләш. Инәй, хаталыҡ булған инде, этлек уйлап түгел бит, тиң. Беҙҙең Шакирҙы беләһең бит инде, тиң...
– Ярар, үҙеңә юҡ аҡылды кешегә өйрәтеп торма бында! Хәҙер ҡайһылай шәбәйеп киткән булған. Улай бик аҡыллы булғас, бар ҙа үҙең саҡыр!
– Ниңә, саҡырырмын да! Иртәгә һарыҡты алып ҡал!
– Һарыҡты, ти?! – Райхан ҡаушап төштө. – Бер әбей саҡырыр өсөн, һарыҡ һуйыр инеңме әллә? Тауыҡ һуйһаң...
– Ярар, һаранланып ултырма! Тауыҡ һуйып ҡунаҡ саҡырырға – мин Ишмәт ауылы кешеләре түгел. Фәлән һуйған тауығын, тураған үпкә-бауырын тигәндәй... Малды үҙебеҙ табабыҙ!
Иренең дыуамаллығын белгән Райхан ҡарыулашып тормаҫҡа булды. Бик тә ҡарышһаң, тотормон да үгеҙҙе һуйырмын, тиерен көт тә тор. Шуға ла, ыңғайына тороп, күңелен баҫып ҡуйыуҙан да яҡшыһы юҡ.
Кисен Шакир, урманда үҙенә тип киҫеп әҙерләгән утынын тракторына тейәне лә Гөлйөҙөм инәйҙең өйө алдына килеп туҡтаны. Шалтыратып ҡапҡаһын асып ебәрҙе:
– Инәй, бына һиңә утын килтерҙем! – тип һөрәнләне ул. – Һиңә ике йылға етә лә ҡуя!
Хәҙер инде гонаһтары юйыла башлағанға иҫәпләп, Шакир, бер ни булмағандай, эре генә ҡиәфәт менән ағастарҙы лап-лоп ырғыта ла башланы. Тик Гөлйөҙөм инәй генә, ни булғанын аңғарып етмәйенсә, таяғына таянған килеш, ситтән генә ҡарап тора бирҙе.
– Һин уны, инәй, өйөп маташма! – тине Шакир. Үҙе саҡ-саҡ күтәреп булашҡан был ағастарҙы әбейҙең урынынан да ҡуҙғата алмаҫын башына ла килтермәй ине, ахырыһы. – Ҡул тейгәндә, үҙем, Тимербайҙың «Дружба»һын алып, бысып, ярып бирермен әле!
Шакир ҡалған утынды арбанан ҡыйшайтып ҡына ауҙарҙы ла тракторын бора ла башланы. Шул саҡ Гөлйөҙөм инәй:
– Сәй эсеп кит, – тигән булды.
– Рәхмәт, инәй. Үҙең иртәгә беҙгә төшкө ашҡа кил, йәме? Оҙаҡлама, бына мин трактор менән тырылдап үтеп киткәс тә кил!
– Аһ, ашҡа, ти? – Инәй тағы ла нығыраҡ аптыраны.
– Эйе, эйе, инәй, ашҡа. Ҡара әле, Гөлйөҙөм инәй! – Шакирҙың башына йәнә бер уй килде шикелле. Ул тракторынан кире төштө. – Ни ине бит әле... – Ул, һүҙен әйтә алмай, уңайһыҙланып торҙо. – Ни инде... Бер һүҙ бар ине һиңә Райхан менән икебеҙҙең. Эй, ярар, уныһын иртәгә килгәс әйтербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ, йәме?
– Ярар һуң, әләйһә... – Гөлйөҙөм инәй был сәйер генә саҡырыуға албырғаныбыраҡ тороп ҡалды.
– Инәй, ишек алдыңа насос та ҡуйып бирермен әле! Һыуҙы әллә ҡайҙан ташығансы!.. – тип Шакир һөрәнләне лә, трактор тауышы менән киске тынлыҡты ярып, өйөнә ҡайтып китте.
Ҡунаҡҡа барыуҙы бер байрам һымаҡ күргән һәр башҡорт әбейе кеүек, Гөлйөҙөм инәй ҙә көттөрмәне. Шакирҙың тракторының тырылдауы баҫылып бер аҙ торғас та, нисек тә ҡупшыраҡ кейенергә тырышып, саҡырылған йортҡа китте. Күңеле һиҙеүенсә, был ҡәҙимге ҡунаҡ түгел, буғай. Шакир ниҙер тумалта биреп ҡуйҙы ҡуйыуын, тик әйтеп бөтөрмәне. Нимә уйланылар икән? Гөлйөҙөм инәйҙе ҡунаҡтан да бигерәк шуныһы тынғыһыҙлай ине.
Хужалар ҡунаҡты ҡапҡа төбөнә сығып ҡаршы алды. Төшлөккә генә ҡайтҡан мәле булһа ла, Шакир ҙа йылына бер нисә тапҡыр ғына кейә торған аҡ нейлон күлдәген, әле фабрика үтеге лә бөтмәгән яңы салбарын кейгән. Райхан да яһанған үҙенсә.
Гөлйөҙөм инәй, ат ектереп алыҫтан килгән ҡунаҡтай, ололап, хужалар менән ике ҡуллап, күрешеп, яңы күргәндәй, донъя, ихатаны байҡап сыҡты, иҫәнлек-һаулыҡ һорашты.
Ауыл кешеләренең ҡунаҡ саҡырыу тәртибе бар. Былай ғына килгән-киткән арала теләһә нисегерәк һөйләшһәң дә ярай, ә бына ҡунаҡтың инде тейешле шарты була.
Райхан, ҡомғандан һыу ҡойоп, Гөлйөҙөм инәйҙең ҡулын йыуҙырҙы, шунан ҡунаҡты, әйҙүкләп, ялт иттергәнсе таҙартылған яңы ҙур йорттоң түрге яғына алып инделәр.
Гөлйөҙөм инәй, түргә үҙенә тип ҡуйылған мендәргә менеп ултырғас, бар донъяһын оноторлоҡ етди эш башҡарған ҡиәфәт менән доға ҡылырға тотондо. Шакир менән Райхан да, шундай уҡ етди ҡиәфәт алырға тырышып, ҡараштарын устарына текәгән кеше булып ултырҙы. Әбей кеше ниндәйҙер аңлашылмаҫ серле һүҙҙәрҙе бышырҙап әкбәрен әйтеп бөтөү менән, һуңлап ҡуймайыҡ тигәндәй, былар ҙа биттәрен һыпыра һалды. Ошоноң менән ҡунаҡлыҡ «бисмилла»һы булды.
Гөлйөҙөм инәй ҙә төп вазифаһын атҡарған кеше ҡиәфәте менән:
– Йә, балалар, ни хәлдә генә йәшәп ятаһығыҙ әле? – тип бая башлаған һүҙҙе дауам итте.
– Әкрен генә әле, инәй, кеше ыңғайына ҡыбырҙайбыҙ шунда...
– Бик һәйбәт... Бик матур йәшәйһегеҙ... Шөкөрәнә ҡылып тороғоҙ.
Баянан бирле, кисәге һүҙен нисек әйтеп бөтөрөргә, тип баш ҡатырып ултырған Шакир, уңайлы мәл етте, тип уйланы шикелле, урынынан ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла:
– Ни, Гөлйөҙөм инәй, беҙ һине бөгөн бер нигә саҡырғайныҡ бит әле!.. – тине. Уның уйынса, бындай мөһим һүҙҙе йорт хужаһы әйтергә тейеш ине лә... тик, нисектер, йәпле килеп сыҡмаҫтай күренә. Ошолай башлаһам, ярармы тигәндәй, ул ҡатынына ҡарап алды. Ә тегеһе, фатихаһын биргәндәй, мендәр аҫтынан ниҙелер тарта биреп ҡуйҙы. Кисәнән бирле был ҡунаҡтың серен белә алмай яфаланһа ла, Гөлйөҙөм инәй, тәмлеһе аҙаҡҡа ҡалһын тигән һымаҡ, тышҡа бер ни сығармайынса, сабыр ғына көтөп ултыра бирҙе.
Шакирҙың һүҙе килеп сыҡманы, ахырыһы. Ул-был итте лә:
– Ярар, үҙең әйт тә ҡуй инде, мин килештерә алманым, – тип ҡатынына ҡараны.
Райхан да етди ҡиәфәт алды, тамағын ҡырып ҡуйҙы.
– Килештереп, ти ни инде... Шул ине, Гөлйөҙөм инәй... – Райхан да Шакирға ҡарап алды. – Бына үҙ-ара һөйләшеп уйлаштыҡ та һине ҡиәмәтлек әсәй яһарға булдыҡ бит әле... Риза булһаң инде... Шуға саҡырғайныҡ...
Һүҙ әйтелеп бөткәс, йәштәр икеһе лә кеселеклелек һәм бер аҙ ғәйепле төҫ менән мендәр өҫтөндә ултырған инәйгә ҡараны.
Гөлйөҙөм инәй быны уҡ көтмәгәйне, күрәһең. Турайыбыраҡ ултырҙы, үҙенсә, дәрәжәле, шул уҡ ваҡытта тантаналы ҡиәфәт алды. Һүҙҙе ҡапыл ғына әйтһә, килешеп етмәгәнлеген тойоп, бер аҙ тын торҙо. Шунан йомшаҡ ҡына итеп:
– Аһ, шулаймы ни?.. – тигән булды.
– Риза булһаң инде, инәй...
– Риза булһаң, тип ни инде... – Ул йәнә бер аҙға тынып торҙо. – Берәүҙәр шул тиклем хөрмәт күрһәткәс... Бик риза... – Гөлйөҙөм инәйҙең бар ҡиәфәтенә йылдар буйы һеңгән уй-хәсрәт ғәләмәттәре юғалып, йөҙө яҡтырып, мөләйемләнеп киткәндәй булды. Уның ҡараштарынан өлкән йәштәге кешеләрҙә генә була торған аҡыл да, оло күңеллелек тә һәм бер аҙ һағыш та һарҡырап тора ине.
Әлбиттә, был мәлдә мәжлестәге өс кешенең өсөһө лә бер үк нәмә: башҡорттоң борондан килгән ҡиәмәтлек атай менән әсәй яһау йолаһы, был туғанлыҡтың күп ваҡыт ҡан туғанлыҡҡа ҡарағанда ла ихласыраҡ, яҡыныраҡ булып китеүе тураһында ла, шул уҡ ваҡытта әлеге көндә ҡайҙалыр йөрөгән Хәсән тураһында ла, Шакирҙың, алабарманланып, уйындан уймаҡ сығарыуы хаҡында ла уйлағандарҙыр. Мәгәр әҙәп тигән нәмә лә бар, ошо тойғо күңел төбөндә ятҡан был уйҙарҙы ҡуҙғатыу түгел, киреһенсә, уны тағы ла төпкәрәк йәшереп ҡуйҙы шикелле.
– Рәхмәт хөрмәтегеҙгә, балалар... – Гөлйөҙөм инәй ошоноң менән тамам ризалыҡ биреп, был һөйләшеүгә йомғаҡ яһап ҡуйҙы.
Шакир йәнә мәғәнәле генә итеп ҡатынына ҡарап алды. Райхан мендәр аҫтынан бая ҡуҙғата биреп ҡуйған төргәген сығарҙы.
– Бына, инәй, ҡиәмәтлек ҡыҙыңдан бүләк... – Ул Гөлйөҙөм инәй алдына күлдәклек ситса менән кешмир яулыҡ һалды. Шунан мендәрҙең арт яғынан дебет шәл һурып алды. – Быныһы ҡиәмәтлек кейәүеңдән булыр...
Ошо мәлдә Шакир, тамағын ҡырып, урынынан ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
Бындай уҡ хөрмәтте һис көтмәгән Гөлйөҙөм инәй, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә, күҙҙәрен тултырып йәштәргә ҡарап алды. Шунан әрсегән имән ботағылай ҡаты оҙон бармаҡтары менән бүләктәрҙе һыпырғылап ҡуйҙы. Әйтерһең, ошоноң менән ул бүләктең ысынлығын самалап ҡараны. Күңеле тулышып китте, ләкин ҡарсыҡ бындай ваҡытта күҙ йәше сығарырға ярамағанлығын яҡшы белә ине. Хәйер, ҡарт күҙҙең йәше лә тиҙ генә сыға һалып бармайҙыр ҙа шул...
Гөлйөҙөм инәй, ирендәрен ҡыбырлатып, бер аҙ тын ултырҙы. Әле ул ҡиәмәтлек ҡыҙы менән кейәүен ҡасаныраҡ ҡунаҡҡа саҡырыу, уларға яуап итеү нимә бүләк итеү тураһында уйлай ине буғай. Әлбиттә, йәштәр ҡунаҡҡа саҡырыуҙы ла, бүләкте лә көтмәйҙәр көтөүен, мәгәр ғөрөф – ғөрөф инде, инәй яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Үлемдән оят көслө, ти.
– Бик ҙурланығыҙ, Райхан ҡыҙым, Шакир улым... Ғүмерле булығыҙ, бәхетле, тиң йәшәгеҙ... – Гөлйөҙөм инәй, хәҙер Шакирҙы кейәү тип әйтергә тейеш булһа ла, әллә яңы ғына яһалған был туғанлыҡ күңелгә һеңеп өлгөрмәне, әллә өйрәнмәгәнгә, тел тартманы, «кейәү» тиәһе урынға, уға «улым» тип өндәште.
– Бергә-бергә йәшәрбеҙ, әсәй...
– Шулай булһын...
Ошонан һуң инде хужалар, тейешле әҙәп һәм кеселеклек күрһәтеп, ҡунаҡты һыйларға тотондо.
– Йәле, ынтыл, йылылай! Әллә ни әҙерләнеп тә булманы, ошоға ғына ышандырҙыҡ.
– Ай-буй, ошонан артыҡ тағы ни кәрәк? Юҡты һөйләмәгеҙ. Барыһы ла бар!.. – Ҡарсыҡ та кеселеккә кеселек менән яуап бирҙе.
Ҡунаҡ һыйының хәҙер шаҡтай оҙаҡҡа һуҙылырын, ҡалған яғын инде үҙенән башҡа ла бик шәп атҡарып сығасаҡтарын тойған Шакир, өҫтөнән оло йөк төшкәндәй, яланға китеү яғын ҡарай башланы. Ул, миңә эшкә ине бит әле, тип инәйҙең ғәйеп итмәүен һораны.
– Бар, бар, эшеңә зыян килмәһен. Рәхмәт инде, алла бирһә, беҙгә лә ҡунаҡҡа килерһегеҙ.
Гөлйөҙөм инәй япа-яңғыҙы ғына йәшәһә лә, әле ни эшләптер, «миңә» тип түгел, «беҙгә» тип саҡырҙы. Бәлки, улы өйҙә булмаһа ла, үҙ йортоноң да төп хужаһы барлығын уйлағандыр. Бәлки, шулай ғына йәшәһә лә, үҙ донъяһын «миңә» тип кәмһеткеһе килмәгәндер.
Шакир һуңғы сынаяғын эсеп түңкәрҙе лә, сығып, үҙенең эшкә йөрөй торған майлы кейемдәрен кейеп алды... Һәм ошо мәлдән йәнә ҡәҙимге, алабарман, бер аҙ былағай, әммә эскерһеҙ үҙ рәүешенә инде.
Әле уның яланға тиҙерәк барып еткеһе һәм теге ваҡыт үҙенән: «Йә, Шакир, Хәсәндең күстәнәсен эстеңме?» – тип мәрәкәләп йәнен ҡыйған иптәштәренең ауыҙын ҡаплағыһы килә ине. Барырға ла Гөлйөҙөм инәйҙе ҡиәмәтлек әсәй яһауҙары тураһында әйтергә! Ни тиерҙәр икән?
Тик, бара-бара, ул был уйынан кире ҡайтты. Нимәһен әйтеп торорға, үҙҙәре ишетерҙәр әле. Ишетмәһәләр тағы...
Бөгөн нимәһенәлер Шакирҙың күңеле бик күтәренке ине. Әйтерһең, ул көнө буйы ҡайҙалыр аҙапланып, интегеп, баштан-аяҡ бысраҡҡа сумып йөрөгән дә, шунан тап-таҙа күлгә сумып, йыуынып сыҡҡан. Йәнгә лә, тәнгә лә шундай рәхәт. Туғайҙың бөтә бесәнен һыпырып сыҡҡансы эшләһәң дә, арытмаҫ һымаҡ.
Ул, соҡор-саҡырлы юлда тырҡылдап барған тракторының һикертеүен дә тоймайынса, үҙе лә аңламаған көйҙө эстән генә көйләй-көйләй, туғайға табан елдерә ине...
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.