- А-а-аға-й-й-й! – Ағаһынан ҡасып барған биш йәшлек Марат аяҡ аҫтында ятҡан ташҡа һөрлөгөп китте. Ыңғайына танауынан борҡолдап ҡан аға башланы.
– Ныҡ ауырттымы? – Әле генә тағы ыштанына ебәргәне өсөн ҡустыһын аҡылға ултыртыу маҡсатында кесерткән менән баҫтырған унын йәшлек Ҡасим, уның башын өҫкә ҡалҡытып, ҡанын туҡтатырға маташты. Уларҙы өнһөҙ-тынһыҙ ғына күтәрмә өҫтөнә баҫып күҙәткән Радмирҙы ҡул иҙәп саҡырҙы. Икәүләшеп ҙур башлы, саҡ ҡына ашаһа ла эсе кәпәйеп сыҡҡан, ҡыҫҡа ғына ҡамыт аяҡлы ҡустыларын өйгә күтәреп кереттеләр.
Танауы ҡайһы саҡта тиктомалға ла ҡанап ала. Бер башланымы, туҡтамай. Сит бауырҙан тыуған ҡустыһының үлемен элегерәк йыш теләһә лә, уны үҙе лә һиҙмәҫтән, себештәрен ҡоҙғондан араларға тырышҡан тауыҡтай, ҡурсалай Ҡасим. Әле лә Мараттың башын ике ҡат мендәр өҫтөнә һалғас, сепрәкте һыуыҡ һыу менән сылатып танауына баҫты. Ҡаны туҡтағандай булғас, һейҙекле салбарын йыуырға тышҡа алып сыҡты. Өләсәһе ҡайтҡансы кипһә, үҙҙәренә эләкмәҫ. Йыш ҡына иҫерек ҡайтһа ла, һыҡра еҫен шунда уҡ һиҙеп ҡала. Ул осраҡта күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән, олоғая барған һайын ейәндәренә ҡарата нығыраҡ ҡанһыҙлыҡ күрһәткән, һикһәнгә етеп килгән әбей, ҡулына нимә эләгә шуның менән туҡмай башлай. Йәй башында уҡ утын ағасынан эләккән туҡмаҡ эҙҙәре Ҡасимдың арҡаһында һаман йөрөй.
Йыуыу эшен тамамлауға, ашҡаҙаны асыҡҡанын белдереп йәнә шатыр-шотор килде, эсе әсе итеп ауыртты. Иртән икешәр бөртөк бәрәңге ашағандар ине. Шунан бирле көн оҙонона һыу менән генә йөрөйҙәр. Теге юлы, күршеләренә МХО-нан үлеп ҡайтҡан ағайҙы ерләгәндә төшкән хәйер аҡсаһына алған, тиҙ бешә торған ҡытай туҡмасын эҙләп табырға кәрәк, тип уйланы Ҡасим. Таба алһа. Ҡустыларынан, хатта үҙенән дә аҙыҡты йәшереп ҡуйырға күнеккән. Шулай иткәндә оҙаҡҡараҡ етә.
Ҡыҙған һайын бер янып, бер һүнеп эшләгән электр плитәһендә һыу ҡайнағансы, көн кискә ауышты. Иртә таңдан яҡтыртҡан ҡояштың һүрән генә нурҙары ауылдың бер яғын тотош ҡаплап торған тауҙар артына ышыҡланған ине. Танауы бәрәңгеләй булып шешкән Марат был ваҡытта әүен баҙарына китеп өлгөргән ине. Тик ас кеше еҫкә һиҙгер була. Ағалары ашарға ултырыу менән килеп тә торҙо. Тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып, ҡурҡа-ҡурҡа ғына өҫтәл янына килде. Ағаларының аҙыҡ урынына, туҡмаҡ ашатып ебәреүҙәренә лә күнеккән. Шуға ла: "Был ғәзиз башҡайым тағы нимәләр күрер“, тигәндәй бөршәйеп кенә килеп ултырҙы. Был юлы ситкә типмәнеләр. Бер ҡап ҡытай туҡмсанынан уға ла өлөш сығарҙылар. Ҡасим бәләкәй тәрилкәгә айырым һалып, уның янына ултыртты. “Һә” тигәнсе тәрилкәләрен ялтыратып ҡуйҙылар. Тағы ла юҡмы, тип алан-йолан ҡаранып ултырған туғандарына ҡоро сәй булһа ла эсерергә уйланы Ҡасим. Һыуы һыуынып китмәнеме икән тип усын плитә өҫтөндә ултырған сәйнүккә ҡуйып ҡараған ине, бер нисә секундтан күҙендә уттар күренде. Плитәне һүндерергә онотҡан ине ул. Усын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, тышҡа йүгереп сыҡты. Киске һалҡында зиһене асылып, ауыртыу әҙгә генә үтеп торғандай итте. Ҡаршыһында ултырған һыулы биҙрәгә барып ҡулын тыҡты. Күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, хәтһеҙ генә ваҡыт торҙо шул килеш. Бер мәл ағас ишектең шығырлағаны ишетелде.
– А-а-ағ-а-ай, ны-ы-ыҡ а-а-ауыр-та-та-мы? Би-и-ир, ө-ө-өф и-и-тә-ә-әм...
– Түҙерлек. Өф иттереп торорға мин һиңә бала-сағалыр шул... - тиһә лә, әллә янында йәлләп торған кеше булғанға, күҙенән йәш бәреп сыҡты. – Бар, кер, өшөйһөң, - тине үҙе һыр бирмәҫкә тырышып.
– Ми-ми-мин ҡ-ҡу-ҡу-ҡур-ҡа-а-ам...
– Керә тор, мин хәҙер.
Икенсе атайҙан тыуған ҡустыһын нисек кенә ситкә типһә лә, уныһы, киреһенсә, ағаһына һыйынып бара. Артынан тотам да ҡалмай. Янына ятырға Ҡасим юрамал урын бирмәһә, эргәһенә ултырып булһа ла йоҡлай. Аслы-туҡлы, туҡмалып ошолай эт күрмәгәнен күреп йәшәүҙәрендә, иң беренсе сиратта, ғәйепле итеп ошо ҡустыһын һынай. Шуға ла, асыуы килһә, йән асығына һуғып йә тибеп ебәрә. Тегеһе бер ултырып илай ҙа, йәнә ағаһы артынан эйәрә.
Атаһы бер ваҡыт Ҡасим велосипедтан осоп, тубығын һыҙырғас, күтәреп торғоҙоп, ауыртҡан урынға оҙаҡ ҡына өрөп тороп юлъяпрағын бинт менән бәйләп ҡуйған ине. Малайҙың әле шул мәл күҙ алдына килде. Йәлләүсе, яратыусы булһа, ауыртыу тиҙерәк үтә кеүек тә... Йәшелсә баҡсаһына кергәс тә, мыж булып үҫкән юлъяпрағын һул ҡулы менән услап йолҡоп алды ла өйгә керҙе.
Ағаһының шәүләһен күреү менән, ойоп ятҡан Марат йылмайҙы ла, йоҡлап китте. Бешкән сей яраға үлән һалғас, киреһенсә, нығыраҡ һулҡылдарға кереште. Ята торғас, арыуы еңде. Күҙҙәре үҙенән-үҙе йомолдо.
...Урындыҡта ирәйеп китеп Ҡасим ултыра. Янында – Радмир. Ҡаршыһында Хасбулат олатаһы менән Фатима өләсәһе. Улар ейәндәренең алдарына ни алып, ни бирергә белмәй өтәләнәләр.
– Көн дә кәзә һөтө эсһә, Радмир улымдың теле лә асылып китер, – ти олатаһы. Малайҙарға рәхәт, күңелле.
– Әл-е-еү!!! – Бешкән ҡулының өҫтөнә Марат ятҡан икән. Ҡасим ыңғырашып ҡуйҙы. Өй эсе дөм ҡараңғы. Ҡаршылағы тимер карауатта Радмир мышнап йоҡлай. Ара-тирә ауыҙын сәпелдәтеп ала. Күрәһең, ул да атаһының тыуған яғында үткән бәхетле мәлдәрҙе төшөндә күрәлер. Ҡасимдың ирекһеҙҙән күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә бала сағының бер өлөшө күҙ алдына килде...
Ҡасим үҙен-үҙе белгәндән бирле әсәһе төшөрөргә ярата ине. Һаҫыҡ, әскелтем спирт еҫе аша әсәй образын һүрәтләй, ғәзиз кешеһен шулай ғына күҙ алдына килтерә ала ул. Ауыр эштә, заводта йөрөгән атаһының эштән ҡайтыуына боларған өй ҡаршы ала. Ҡасимдан ун айға ғына бәләкәс туғаны менән йыш ҡына яңғыҙы ҡалалар. Әсәләре, иртә менән, атаһының артынан сығып китеп олаға. Эскәнен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, килеп сыҡмай. Әйткәнде яратмай, шунда уҡ тауыш ҡуптара. “Минең кеүек кенә барыһы ла эсә. Тик уларҙы ирҙәре ярата, ҡарай, күп аҡса таба. Шуға ла, улар матур, бөхтә йөрөйҙәр. Уларҙы берәү ҙә эсә тип уйламай. Бер мин генә быҙауға кейәүгә сығып, яҙмышымды боҙҙом”, – тип сәрелдәп илай башлай. Тиҙҙән, йоҙроҡтарын төйөп, атаһына ташлана. Был ваҡытта Ҡасим ҡурҡышынан күҙҙәрен сытырҙатып йома. Тик атаһы әсәһенә теймәй. Ҡулдарынан тота ла, күҙҙәренә уҫал итеп ҡарай.
– Иң насары – ҡатын-ҡыҙ эсһә икән. Тормош тамуҡҡа әйләнә, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Исмаһам, балаларҙы уйлар инең, – ти.
– Ҡәҙерҙе белмәгән, хайуан! Тфү! – тип әсәһе атаһының битенә ласҡылдатып төкөрә. – Балаларыңа нимә булған. Көнө-төнө уларҙың янында бейеп торорға тейешменме? Мин дә кеше! Кеше араһында йөрөгөм, күңел асҡым килә!
– Ауырлы сағыңда ауыҙыңа хужа була белмәгәнгә, Радмир телһеҙ, һаңғырау булып тыуыуы һаман да һинең башыңа барып етмәйме? Янғын-фәлән сығарһалар? Шул турала әҙерәк уйлайһыңмы һин? – Атаһы әсәһенең ҡулдарынан һелкетеп ала ла, ысҡындыра.
Тегеһе ыңғайына ванна бүлмәһенә йүгереп кереп бикләнә. Аҡырып илай, аҡтарып ҡоҫа башлай. Радмирҙы күтәреп, Ҡасимды етәкләп, атаһы аш-һыу бүлмәһенә уҙа. Ашарға яраштыра башлай.
– Һеҙ ике бөртөк кенә. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ. Сит бауыр, барыбер, сит була ул, – тип атаһы үҙ алдына һөйләнә.
– Ярай, – тип ризалаша Ҡасим. Үҙе Радмир туғанына ҡарап ала. Уныһы бер атаһына, бер ағаһына ҡарай.
– Һөйләгәнде ишетмәһә лә, ауыҙҙың ҡыймырлағанына ҡарап, нимә тураһында һүҙ барғанын аңлай ул. Ивит, улым? – тип атаһы бәләкәс улының арҡаһынан ҡағып ала. Тегеһе ризалашып башын ҡаға.
Атайлы – арҡалы саҡтары иҫенә төшкәс, Ҡасим йәнә һулҡылдап илап алды. Бер ни тиклем күңелен бушатҡас, ауыртҡан ҡулын күкрәгенә һалып, йәнә хәтирәләргә бирелде.
Атаһының ялы һайын тиерлек ауылға барырға тырышалар ине. Ҡәйнә-ҡайныларына нимәлер эшләшеп, ҡабаттан юлға ҡуҙғалғанда багаж тултырып һөтөн, ит-майын алып китеп йөрөү, урамда үҫкән килендәрен тиҙ бүктерҙе. Дөрөҫөрәге, биргәнде яратһа ла, эшләргә яратмай ине.
– Донъя Хасбулат менән Фатимала ғына бармы әллә? Минең тыуған ауыл ун саҡрымға яҡыныраҡ та, – тип бер көн тауыш ҡуптарҙы.
– Аҙна һайын алмашлап йөрөр инек тә, тик Хәйрикамалдың урам эте кеүек хәйерселәп йөрөүен көтөп ултырырғамы? – тип атаһы, һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Тимәк, минең әсәйем урам эте, һинекеләр эшем эйәләре инде? – Төкөрөктәрен сәсә-сәсә Хәбилә ире янына уҡ килеп баҫты.
– Эшем эйәләреме-түгелме, әммә һыйлы өҫтәл, эҫеһе шартлап торған мунса, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Ана, бер айҙа балаларҙың йөҙҙәре түңәрәкләнеп, кәүҙәләре тартылып китте. Кәзә-һарыҡ бәрәстәре менән уйнап, ҡош-ҡорт араһында буталып, иң мөһиме уға кешесә һүҙ ҡушып, яратҡас, Радмир өндәр сығара башланы...
– Ә-ә-ә-ә... Шулаймы? Бынан кире ике аяғымдың береһен дә бҫмаясаҡмын! Һинең ата-әсәйеңә барып бил бөгөп йөрөргә мин ҡол түгел! – Хәбилә өҫтәлдә ултырған сәйле бокалды иҙәнгә күтәреп һуҡты.
– Мәйелең... Миңә балаларға яҡшы өлгө күрһәтеү, уларҙың сәләмәтлеге мөһимерәк...
Шунан алып атаһының ауылына улар өсәүләшеп кенә бара башланылар. Өләсәһе балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылып, уларҙы йыйып ҡуя ине. Ейәндәренең уртаһына ултырып әкиәт-хикәйәләрҙе ҡысҡырып уҡый. Радмирға төртөп һүрәттәрен күрһәтә ине. Ҡасим тәүге хәрефтәрҙе лә уның менән өйрәнде. Ә мәктәпкә барырға әҙерлеккә йөрөй башлағанда атаһы үлде. Дөрөҫөрәге, Максим тигән ағай, Мараттың атаһы уны етенсе ҡаттан төртөп төшөрҙө.
Икешәр кискә яңғыҙы ҡала башлағас, Хәбилә бәйҙән ысҡынған эт хәлендә ҡалды. Һөйәрҙәрен өйөнә ҡуна саҡырырға ла тартынманы. Бер көндө шешәләше Максимдан ауырға ҡалғанын белде.
– Һиңә лә малай табып бирәсәкмен, хи-хи-хи, – тип хихылданы, аталары эштә саҡта һөйәре килгәндә.
– Был ике ҡарасурнай янына һап-һары башлы бәпес тыуһа, һинең быҙауың шикләнмәҫме һуң? Ха-ха-ха! – тип хахылданы тегенеһе, телевизорға текәлеп ултырған малайҙарға ымлап.
– Урман араһынан сыҡҡан нәмә төҫ айыра беләме ни? Был икәүһе лә кемдеке икәнен кем белә?!
– Ха-ха-ха!!!
Максим ағайҙың килеүҙәре йышайҙа. Әсәһен асыҡтан-асыҡ ҡосаҡлап үпкәнен, ҡапма-ҡаршы ултырып эсеүҙәрен Ҡасим эске бер ытырғаныс менән күҙәтә ине. Ә бер көндө атаһы эштән иртәрәк ҡайтып керҙе.
– Икегеҙ ҙә күҙемдән юғалығыҙ! – тине уҫал итеп, өҫтәлдәге шешәне алып түкте.
– Слышь-ь-ь... Һине әле берәү ҙә көтмәй ине... – тип ыҫылдап, Максим ағай яйлап ҡына урынынан ҡалҡынды һәм атаһын бар көсөнә этәп ебәрҙе.
Көрмәкләшә-көрмәкләшә ишеге асыҡ торған балконға сығып киттеләр. Был ваҡиға, уларҙы тын алырға ла ҡурҡып ситтән күҙәткән Ҡасимдың, хәҙер йыш төшөнә кереп йонсота. Яғалашып торған ваҡыттарында Максим ағай атаһының яңағына ныҡ итеп һуғып ебәрҙе һәм асыҡ тәҙрә янына барып һырыҡҡан көндәшен ыңғайына этәп тә төшөрҙө. Күҙ асып йомған арала ҡылынды енәйәт эше. Ҡасимдың артында торғанын күргәс, Максим ағайҙың йөҙө ағарып китте.
– Ауыҙыңды асһаң, туғаның менән икегеҙҙе лә аҫып ҡуям, – тине ыҫылдап.
– Ауыҙын асмаясаҡ, – тине әсәһе, ни арала яндарына килеп етеп. – Бер нимә лә күрмәнең дә, ишетмәнең дә, белдеңме?!
Ҡасим башын аҫҡа эйҙе. Субырлап аҡҡан йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн, туғаны янына йүгерҙе. Ҡурҡышынан күҙҙәрен ҙур асып ҡатып ҡалған Радмирҙы ҡосаҡлап, оҙаҡ иланы ул.
Аҙаҡ Максим ағай улар менән йәшәй башланы. Тик Марат тыуғансы уҡ, әсәһен туҡмап, малайҙарға бирелгән пенсия аҡсаһын алып сығып китте. Шул төндө туғаны тыуҙы. Әсәһенең ыңғырашҡанына уянып китте Ҡасим. Ул да үлеп ҡуймаһын тип, ҡурҡҡан малай, ялан аяҡ күршеләренә йүгерҙе. Эсеп, һәр ваҡыт тауыш ҡуптарған, подъезд бысратҡан ҡатындан улар биҙрәп бөткән ине.
– Эткә нимә булһын? – тине ишекте асҡан ағай, йоҡоло күҙҙәрен ыуып.
– Зинһар, ярҙам итегеҙ, – тип илап ебәрҙе малай.
– “Тиҙ ярҙам” саҡырам. Ҡурҡма. Фатирыңа ҡайт, – тине ағай. – Бала хаҡы бар бит... – тигәне ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Марат ике айға ваҡытынан алда тыуҙы. Әсәһе бер нисә көндән дауахананан ҡайтһа ла, уны өс ай самаһы сығарманылар. Хәбилә унан баш тартырға ла уйланы.
– Ул көсөк миңә нимәгә кәрәк инде? Был ике биҙаһынан баш ҡатҡан. Пенсия артасаҡ. Шуныһы ғына тота... – тип, төшөрөп алһа, үҙ алдына һөйләнә торған ине.
Маратты алып ҡайтҡас, уны күрергә килгән һылтау менән шешәләштәренә ҡушылып әсәһе лә бер нисә көн туҡтамай эсте. Аслыҡтан, аҫты еүешлектән туҡтамай ярһып илаған баланы Ҡасим нисек тымыҙырға ла белмәне. Ярай ҙа, ял көнөнә тура килеп, күршеләре полиция саҡыртты. Хәлһеҙләнгән ҡустыларын ҡабат дауаханаға алып киттеләр. Икенсе көнөнә ҡултыҡ аҫтарына папка ҡыҫтырған ике апай уларға килеп керҙе.
– Балаларыңа тейешенсә трәбиә бирмәһәң, алып китәбеҙ, – тине һимеҙе, әсәһенә бармаҡ янап.
– Артыңа өйрәт! Мин күп балалы, яңғыҙ әсә. Ҡайҙа барһам да һүҙем үтәсәк! – тине әсәһе сәрелдәп.
– Ҡайҙа, кемгә нимә өйрәтергә үҙебеҙ беләбеҙ, – тине оҙон кәүҙәле, ябыҡ апай, тыныс ҡына. – Һин беҙгә тауышыңды күтәрмә. Бәләкәсең хәл өҫтөндә ята. Әле үк быларын алып китергә тейешбеҙ. Тик улар булмаһа, йә бер нисә көндән астан үләһең, йә берәй шешәләшең фатир өсөн башыңды яра һуғасаҡ. Шуға ла, аҡылыңа кил. Балаларыңды тәрбиәлә...
Артабан әсәһе өйҙә тәртип тоторға тырышты. Дөрөҫөрәге, талап итте. Ҡасим менән Радмир һыулы сепрәк тоторға, һауыт-һаба йыуырға, сүп түгергә өйрәнделәр. Әшнәләрен дә һирәк кенә килтереп байрам иттеләр. Ярты йыл самаһы дауаханала ятҡан Марат ҡайтҡас, беренсе класҡа уҡырға төшкән Ҡасимға эш артты. Әсәһе ҡайтмай йөрөгәндә, уҡыуына бармайынса туғандарын ҡараны. Аҙналап мәктәпкә сәбәпһеҙгә килмәгән уҡыусыһының хәлен белергә килгән уҡытыусының уларҙы күреп иҫе китте. Фатирҙың һәр мөйөшөндә ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренеп тора. Ҡасим үҙе бешергән төйөрлө манный бутҡаһын Маратҡа ҡалаҡлап ашатып ултыра. Байтаҡ ҡына ултырҙы уларҙа уҡытыусы. Ҡайтҡан саҡта:
– Һин аҡыллы, тырыш, яҡшы малай. Күберәк уҡырға тырыш, мин һиңә ярҙам итермен, – тине хушлашып. Ысынлап та, аҙаҡ класташтарына өлгө итеп ҡуйҙы, арҡаһынан яратып та уҙа ине. Ҡасимға иң ҡыйын ваҡытта уның “Һин аҡыллы, тырыш, яҡшы малай”, – тигәнен иҫенә төшөрһә, рәхәт булып китә.
Ә атаһы үлгәс, Хасбулат олатаһы менән Фатима өләсәләренә башҡа барманылар. Үҙҙәре бер нисә тапҡыр килеп ҡараған ине, килендәре әшәке һүҙҙәр менән әрләп сығарҙы, уҡлау күтәрҙе. Үткән йылы уларҙың да бер-бер артлы мәрхүм булыуҙары хаҡында, әсәһенең ҡыҙып мираҫ бүлешеп йөрөүенән, Ҡасим аңланы. Бынан кире, каникул һайын, малайҙар Хәйрикамал өләсәләренә барҙы. Быйыл да шулай булды. Йәйге каникулдары башланмаҫ элек үк, әсәләре ауылға әҙерләнергә ҡушты. Күмәкләшеп тәбиғәт ҡосағына сығасаҡ класташтарына көнләшеп ҡараны Ҡасим.
– Был әрәмтамаҡтар быйыл да миңәме? – тип ҡаршыланы ейәндәрен Хәйрикамал әбей. – Нейә, исмаһам, бынау нимуйын интернатҡа бөтөнләйгә бирмәйһең?
– Һиңә лә һаумы! Уларҙы интернатҡа таратһам, кем миңә аҡса бирә?
– Миңә күпме ҡалдыраһың? Был һары баш һаман да ыштанына һейәме?
– Сумырғансы пенсияң килә. Һин өләсәй бит, өйрәтерһең гәршүккә ултырырға...
– Нимә эшләтһәм дә үҙемдеке! Хөкүмәт ғүмер буйы бил бөгөп эшләгән өсөн түләй!
– Нимә, ҡайҙа, кем алдыңда бөккәнһеңдер инде, ха-ха-ха!!! Йә, ярай, ҡәҙерле әсәйемә – һиңә алып ҡайтҡан йыуасаны тәмләп ҡарайыҡ...
– Унитаз йыуа торған шыйыҡса – суррогат араҡымы тағы? – Хәйрикамал өләсәһе өҫтәлгә дөп итеп ике рюмка килтереп ултыртты. – Һуңынан күҙ сыға яҙа инде. Ярай, ҡой. Баш эсмәһәң дә ауырта...
Әсәһе иртәгә үк ҡалаға китеп олаҡты. Август башланһа ла, улдарының хәлен белешкәне лә юҡ. Урам буйында тамаҡ туйҙырып, пенсияһын хәмергә туҙҙырып бөткән өләсәһенә лә ейәндәр ҡайғыһы юҡ. Бар тәрбиәһе сыбыҡ та, кесерткән аша. Бигерәк тә, Марат ыштанына ебәрһә, өсөһөнә лә эләгә. Ҡасим үҙе менән хәжәтен үтәргә лә эйәртеп йөрөп ҡарай. Тик әллә биш йәшкә етһә лә аңламай, әллә тота алмай. Йөрөй-йөрөй ҙә, йәнә ыштан төбө һыулана. Дөрөҫөн генә әйткәндә, аяҡлы ҡаза булды инде Ҡасим өсөн. Тыныс ҡына һыу инергә лә ирек бирмәй. “А-а-ағ-а-ай, ми-ми-ми-не-не лә-ә-ә йө-йө-ҙө-ҙөр-гә-ә-ә ө-өй-рә-ә-әт ә-ә-ле”, – тип артынан килә лә төшә. Бер көндө һөйрәп сығарып саҡ өлгөрҙө. Апаруҡ һыу йотҡан ине. Шулай, берсә күрә алмай, берсә яҡын күреп йәлләй ул Маратты. Сит тә, үҙҙәренеке лә...
...Йәнә Хасбулат олатаһы менән Фатима өләсәләренең ҡаршыларына ултырып сәй эсәләр. Өләсәһе ҡоймаҡ ҡойған. Бына Ҡасим баҡса еләге ҡайнатмаһын өҫтөнә һалып тороп уларҙы бер-бер артлы ауыҙына оҙата. Бәсәк, Марат ҡустылары ла улар янында икән дә! Ул да ирәүәнләп тороп ултыра. Шаяра-көлә. Тотлоҡмай ҙа шикелле... Теле телгә йомай нимәлер һөйләй. Тик Радмир ғына бер мөйөшкә һырыҡҡан да уларға ҡарап тора. Әллә илай инде? Ҡасим бер ваҡытта ла уның балауыҙ һыҡҡанын күргәне юҡ ине. Ымлаһаң, аңлай, йомошто үтәй. Әммә шатланғанын да, ҡайғырғанын да белмәҫһең. Йөҙө бер килеш тик тора. Ваймыһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек битлеген кейгән тиерһең. Әсәһе: “Немуй нәмә, исмаһам, илай ҙа белмәй бит. Күҫәк!” – тип әрләй торған ине. Бына өләсәһе Ҡасим менән Мараттың арҡаларынан алмаш-тилмәш дөпөлдәтеп ярата башланы. Үҙе нимәлер һөйләнә...
– Әле-е-е-еү!
– Тор, суҡынғыр нәмә! Артыңа ҡояш төшкәнсе йоҡлап ятаһың! – Хәбилә өләсәһе себен һуҡҡыс менән туҡмай икән дә. Алмаш-тилмәш Ҡасим менән Маратҡа өлөш бирә генә. – Был һыҡыраһы тағы карауатты күл иткән. Ағай булған нәмәһе, туғанын уятып тышҡа сығарыр урынға, һаҫып йоҡлап ята...
– Әл-е-е-еү! Өләсәй, нимә эшләйһең ул? – Күҙе ҡоторған эттекеләй аларған өләсәһен күргәс, Ҡасимдың күңелен шом баҫты. Ысҡынмағанда, үлтергәнсе туҡмамайынса туҡтамаясаҡ. Башы аҫтында ятҡан ҡаҡашып бөткән мендәрҙе өләсәһенең битенә бәрҙе лә, Маратты етәкләп сығып ҡасты. Арттарынан, ҡурҡыуҙан күҙҙәре ҙурайған, Радмир ҙа эйәрҙе.
– Эттән тыуған нәмәләр! Өйөмә башҡаса аяҡ баҫмағыҙ! – тип арттарынан өләсәләренең сәрелдәгәне ишетелде.
Һарай артында өсәүләшеп оҙаҡ ултырҙылар. Асыҡтылар, һыуһанылар. Етмәһә, көнө эҫе. Ҡурып алып бара. Ҡасим бер нисә рәт солан ишегенә ҡолағын ҡуйып тыңлап ҡараны. Өйҙөкө ябылмаған ине. Өләсәһенең хырылдағаны, ара-тирә һүгенеп ебәргәне ишетелә. Тик малайҙың эскә керергә йөрәге етмәне. Ни тиклем иҫерек булһа ла, ныҡ һиҙгер икәнлеген белә. Шыл иткән тауышҡа ла, нисек кенә ҡаты йоҡлаһа ла, һикереп тора. Былай ултырыуҙан фәтеүә сыҡмаҫын яҡшы аңланы Ҡасим. Ҡустыларын йылға буйына алып барырға булды. Йәйен ситтән килеп, палаткалар ҡороп, ҡуна ятыусылар күп. Табындағы ризыҡҡа күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап тороусы балаларҙың хәлдәрен аңлап ашатып ебәреүсе миһырбанлылары ла табыла. Тик хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, һыу инә торған урында бөгөн берәү ҙә юҡ ине. Яр буйында бер нисә берәҙәк эт кенә темеҫкенеп, суп-сар араһында соҡсоноп йөрөй.
Һыу инеп көс йыйып ҡарарға уйланылар. Радмирға ымлап, Маратҡа һүҙ менән ҡат-ҡат киҫәтеп, һай ғына урында йөрөргә ҡушты ла, Ҡасим төпкәрәк кереп китте. Бер нисә тапҡыр сумып, тулҡындар менән шаярып алғас, күңеле күтәрелеп киткәндәй булды. Тиҙҙән үҙәк өҙгөс итеп: “А-а-аға-а-й-й!” – тигән тауышҡа артына боролоп ҡараны. Янында ғына, һәр ваҡыт һыу бер урында өрөлөп торған сөңгөлдә, Мараттың башы күренеп ҡалды ла юғалды. Бер нисә секундҡа: “Әллә ярҙам итмәҫкә лә ҡуйырғамы? Бер туғаным түгел бит ул. Сит бауыр. Күпме уның тураһында туҡмалдым”, – тигән уй мейеһен телеп үтте лә, ҡустыһының уға һәр саҡ ышанып, үҙ итеп артынан ҡойроҡ кеүек эйәреп йөрөүенән әле килеп яратҡанлығын аңлап, Марат һуңғы тапҡыр күренгән ергә ашыҡты. Барып тота алды ул. Тик үҙенә сытырман йәбешкән ҡустыһын алып сығырға хәле генә етмәне. Ҡосаҡлашҡан килеш икеһе лә һыу төбөнә китте.
Өс көн тәүлек әйләнәһенә яр буйында күҙе аларған, өҫ-башы туҙған малай йөрөнө. Өлкәндәрҙең үҙен саҡырыуҙарына күҙҙәрен һарыҡтыҡы ише итеп мөлдөрәтеп ҡарап тик торҙо. Арттарынан эйәртә лә алманылар. Ултырып, ятып ял иткәнен дә күрмәнеләр. Яҡын кешеләре батҡан тапҡырҙа әйләнеп-тулғанып йөрөнө лә йөрөнө. Күрәһең, бер туғандарын юғалтыуҙы аңы менән аңлап етмәһә лә, күңеле менән ҡабул итте һәм үҙенсә ҡайғырҙы. Ағаһы менән ҡустыһының кәүҙәләрен, балыҡҡа тип һалынған ау араһынан, тапҡан көндө, ап-аҡтан кейенгән ике-өс ир тотоп, машинаға ултыртып алып киттеләр. Аҡылына ныҡлап зәғифлек килгән тинеләр.