Бөтә яңылыҡтар
10

Усымдағы усаҡ (хикәйә)

Бөтөнләй ҡараңғы төштө, ә Сәрбиназ апаһы һаман ҡайтманы. Туҡта, ана бит ҡар шығырлай башланы! Бөршәйгән ҡыҙ яҙылып ултырҙы. Өйгә апаһы түгел, ә колхоз бригадиры Шәрип ҡарт килеп инде. – Апайыңды көтмә. Алып киттеләр, – тип мөңгөрләне ҡарт. – Ҡайҙа алып киттеләр?

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-әсәләре урынына ҡалып, кесе туғандарына ярҙам итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырышҡан апайҙарға бағышлайым.

һыуыҡ. Сәрбиямал ҡалтыранды. Ләкин нисек тә сыҙарға кәрәк. Түҙмәй хәл дә юҡ. Мейестәге ҡуҙҙы ошоға тиклем һүндермәй һаҡлап киләләр ине. Ә бөгөн тороуға бер тере ҡуҙ ҡалмаған. Янып бөткәндәр... Бына Сәрбиназ апаһы эштән ҡайтыр ҙа, һоҫҡоға һалып, күршеләрҙән тере ҡуҙ алып инер. Унан ут тоҡандырырҙар. Их, йүнле утыны ла юҡ... Сәрбиямал үҙе сығып ҡоро-һары эҙләр ине лә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡатаһының табаны төштө. Уны тектерергә кәрәк. Ҡыҙ бала иҫке юрғанға аяғын ураны. Тышта һыйыр мөңрәгәне ишетелде. Алаҡай асыҡҡандыр шул. Уның да ашарына әҙ генә ҡалды. Алаҡай оҙаҡламай быҙауларға тейеш. Аҡ буласаҡ, йәғни һөт буласаҡ! Телгә аҡ йоғасаҡ! Күп ҡалманы. Бөгөн йә иртәгә. Сәрбиямал хатта йылмайып ҡуйҙы. Ҡатаһының табаны төшкәндән бирле ул мәктәпкә лә йөрөй алмай... Бер үҙе өйҙә ҡаңғыра. Быҙауҙы өйгә индерһәләр, ул яңғыҙ булмаясаҡ. Апаһы тыйһа ла, яланаяҡ көйөнсә һыйырҙы сығып ҡарай ул. Быуаҙ һыйырҙы ҡарауылларға кәрәк, юғиһә безәүкәйен туңдырып ҡуйырҙар. Эйе, Сәрбиямал Алаҡайға тиҙ-тиҙ генә һалам ташлай ҙа өй яғына «зыйлай». Аяғын итәгенә йәшереп, бөгәрләнеп кенә ултыра. Ҡай саҡ йүгереп, бейеп тә ала. Шулай күңеллерәк. Ә кистәрен Сәрбиназ апаһының ҡосағында йылына. Сәрбиназ ҡара таңдан эшкә китә.

Икенсе көн ауыҙға тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ. Тик түҙмәй ҡайҙа бараһың? Әсәләре ауырып, ярты йыл элек үлеп ҡалды. Аталарының һуғышта хәбәрһеҙ юғалыу ҡайғыһы уны шулай бөтөрҙө шикелле, һәр хәлдә, Сәрбиназ апаһы шулай ти. Сәрбиназ ҙур, уға ун биш йәш тулды. Сәрбиямал апаһынан биш йәшкә кесе. Апаһы менән бер ҡор булмауына, диләнкә ҡырҡырға бергә йөрөй алмауына ҡайғыра. Ярар, уның өҫтөндә һыйыр ҡарау бурысы бар бит. Һыйыр булғанда, улар астан үлмәйәсәк!

Бөтөнләй ҡараңғы төштө, ә Сәрбиназ апаһы һаман ҡайтманы. Туҡта, ана бит ҡар шығырлай башланы! Бөршәйгән ҡыҙ яҙылып ултырҙы. Өйгә апаһы түгел, ә колхоз бригадиры Шәрип ҡарт килеп инде.

– Апайыңды көтмә. Алып киттеләр, – тип мөңгөрләне ҡарт.

– Ҡайҙа алып киттеләр?

– Иген урлап тотолдо, – тине бригадир. – Йүнһеҙ, башы икәү булғас... Нимә уйлаған?

Күҙе шарҙай булған Сәрбиямал әкрен генә тороп баҫты.

– Алйот ҡыҙ! Белә ине бит... белә ине бит ҡалай буласағын! Бына ҡалай була ул ҡаза! Бәлә булдылар башҡа! – тине Шәрип ҡарт асыу менән.

Ҡот осорғос хәбәр ҡыҙыҡайҙың аңына барып етте, күкрәгенән иңрәп бер ауаз сыҡты.

– Мин әйтермен күршеләреңә. Йорт-ҡураңа күҙ-ҡолаҡ булырҙар.

– Беҙҙең ашарға юҡ!...

– Бер нәмә хәл итербеҙ, – тине үҙенсә йыуатып Шәрип ҡарт. – Түҙ.

Апаһының бүтән бында ҡайтмаясағын аңлаған Сәрбиямал ҡысҡырып илап ебәрҙе.

Тышта һыйыр мөңрәне. Апаһы өйҙә саҡта уның быймаһын алмашлап кейәләр ине... Ә Сәрбиямалдың быйма түгел, ҡатаһы ла юҡ. Эйе, һыйыр ас, ашарға һорай. Ҡалайтып булһа ла һыйырға сығырға кәрәк. Ул бөгөн-иртәгә быҙаулаясаҡ!

Ҡарҙы кисә-кисә кәртәгә табан йүгерҙе Сәрбиямал. Ул яланаяҡ. Һыйыр, һыйыр... Алаҡай, хәҙер-хәҙер ашарға һалам! Туң һаламды соҡоуы анһат түгел. Аяҡ ҡатты, бер мәл иҫ белмәҫ булды. Сәрбиямал «аһ-уһ» итеп өйгә йүгереп килеп инде лә алама юрған аҫтына сумды. Аяҡ һыҙлауына түҙер, тик ҡайғыға нисек түҙергә? Апаһын ҡайтармаҫтармы икән ни? Ул саҡта нимә эшләр яңғыҙы? Ҡыҙ бала юрғанға бөркәнгән көйөнсә иланы ла иланы. Нимә менән генә барып бөтөр был эш? Һәр ҡыштырлаған тауышҡа һиҫкәнеп башын ҡалҡытты. Йоҡламай көтһә, апаһы ҡайтып инер һымаҡ тойолдо уға. Ләкин Сәрбиназ ҡайтманы.

Сәрбиямал иртәнге һыуыҡтан өшөп уянды. Урындан торғо килмәй, һыйырҙары ни хәлдә икән? Ас түгелме? Мөңрәмәй былай. Бер мәл ишек шығырлап асылды. Апаһы! Сәрбиямал ялп итеп тороп ултырҙы. Хәҙер ул Сәрбиназдың муйынына осоп барып аҫылынасаҡ! Тик туфалтаны ашатлаусы апаһы түгел, ә арғы оста йәшәгән Велора апай ине. Ҡыҙҙың янған күҙҙәре ҡабат һүнде. Асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, ул саҡырылмаған ҡунаҡҡа төбәлде. Был ҡатынды яратмай ул. Тиккә түгел, бынан бер нисә көн элек кенә ошо апай килеп киткәйне.

Эйе, ошо апай бит уларҙың һыйырын алырға итә. Ашарға бирәм, ризыҡҡа алмаштырығыҙ, тине. Сәрбиназ ризалашманы. Хәҙер хужабикәнең юҡлығынан файҙаланып, һәүкәштәрен алып сығып китһә, Сәрбиямал нимә эшләр?

– Апайыңдың сәләмен алып килдем, – тине Велора.

Аҫтан һөҙөп ҡараған ҡыҙыҡай бер нәмә тип тә өндәшмәгәс, ул һүҙен дауам итте.

– Үҙем ҡайтҡансы һылыуымды ҡарап тор, апай, тип инәлә.

– Юҡ! – тине Сәрбиямал – Апайымдың ҡайтҡанын ошонда ғына көтәм. Үҙебеҙҙең өйҙә!

– Һы... Ҡара! Ышанмай! Шулай булыр тип уйланым да. – Велора апай кеҫәһенән Сәрбиназдың көмөш балдағын сығарҙы. Эйе, әсәһе үлгәс, апаһы әсәһенең балдағын һалмай таға ине. – Бына, әләйһә, мисәте! Һин минең урынға ҡалаһың, Велора апай, тине, үәт. Апайың туғанын аҫрар кеше табылғанына шат, белгең килһә! Кеше үҙ балаһын туйҙыра алмаған заманда. Донъя етем-еһер менән тулы. Кемгә кәрәк артыҡ тамаҡ? Һыйыр хаҡына ризалаштым.

Сәрбиямал балдаҡты алып усына ҡыҫты.

– Йә, күрҙең, күңелең булды, кире бир. Апайың шулай ҡушты, – тине Велора, балдаҡты кире бармағына таҡты. – Сәрбиназды әйтәм, урлашып, күрә-ҡара башын утҡа тыҡты. Бер ус бойҙайға алданып! Хәҙер уға төрмәнән ҡотолоу юҡ.

– Мин апайым янына барам!

– Уның эргәһенә берәүҙе лә индермәйҙәр. Мин Рәйеф ағайың арҡаһында ғына уның менән һөйләшә алдым.

Эйе, Велора апай – колхоз рәйесе Рәйефтең бер туған һеңлеһе.

– Һыйырыңды...

– Ул апайым менән икебеҙҙеке!

– Икебеҙҙеке, имеш... Хәҙер нәмәләрегеҙҙе кәнфискәвәт итеп ҡуйһалар, һине кем яҡлар, ә?

Һыйырҙарын алып китерҙәреме икән ни? Сәрбиямал мышҡылдай башланы.

– Тор, йыйын, балам, – тине был юлы Велора. «Балам» тигән һүҙ ҡыҙ баланың күңеленә тәьҫир итте.

– Башта һыйырҙы ҡарап инәм, – тине ул күндәм тауыш менән.

Бер аҙҙан Сәрбиямал атылып килеп инде.

– Быҙаулаған! Быҙау туңмаған!

– Э-э-э... Бәрәкәтле бала икәнһең! Безәүкәйе туңып ҡуймаһын. Өйөгөҙгә индереп торайыҡ. Иртәгәләре килеп алып китербеҙ. Минең кәртә йылы.

– Апайымсы? Ул бит белмәй.

– Ай, Алла! Апайым да апайым. Ҡайтарһалар, минән килер ҙә алыр! Мына, аяғыңа кейергә алып килдем. Апайың һине яланаҡ тип әйтте.

Сәрбиямал төпләнгән быйманы йәһәт кенә ҡуңалтаҡ кейеп алды, унан үҙенең иҫке бишмәтенә үрелде. Велора апайҙарҙың йылы өйөндә ҡайнар сәй эскәс, әҙерәк тынысланғандай булды. Быҙауҙы туңдырмау шатлығы еңдеме, ул ойоп киткәнен дә һиҙмәне.

Сәрбиназ апаһы Рәүфә тигән дуҫы менән бергә тотолған. Эштән ҡайтып барған саҡтарында арттарынан ҡыуып етеп, моҡсайҙарын тикшергәндәр. Ана шунда тапҡандар ҙа инде урлап алып ҡайтып барған бойҙайҙы. Сит малға ҡул һуҙыу түгел, үҙ ғүмерендә берәүгә лә ауыр һүҙ әйтмәгән йомшаҡ күңелле апаһының был ҡылығын кисереүе ныҡ ауыр булды Сәрбиямалға. Сәрбиназ уның өсөн атай ҙа, әсәй ҙә ине бит. «Мине аслыҡҡа интектермәҫ өсөн алған инде шул бойҙайҙы. Тағы ла бер көн сыҙаһа, быҙауыбыҙҙы күргән булыр ине. һөт булһа, берәү ҙә астан үлмәй. Ҡалай үкенес», – тип уйланып, ут йотҡан саҡтары әҙ булманы Сәрбиямалдың. Бына шулай биш йылға китеп барҙы апаһы, бер генә хәбәр- хәтере килеп ишетелмәне. Зым-зыя юҡ булды.

Баштараҡ, донъялағы иң яҡын, иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешеһен һағынып, Сәрбиямал йыш ҡына илай торғайны. Ләкин мәктәпкә йөрөй башлағас, мәшәҡәттәр күбәйҙе. Алдынғы уҡыусы Сәрбиямал бөтөн сараларҙа ҡатнашты, зирәк баланы унда ла, бында ла эшкә ҡуштылар, һәр хәлдә, төшөнкөлөктән ҡотҡарыр нәмәләр табылып торҙо. Мәктәптә лә яҡшы уҡыған тырыш ҡыҙ баланың хәлен аңлағандарҙыр. Уҡытыусылар «активисыбыҙ» тип кенә йөрөттөләр. Иптәштәре араһында ла уға ҡырын ҡарағандары, ҡыйыш һүҙ әйтеп рәнйеткәндәре булманы. Апаһының ҡылығы өсөн оялыу, кәмһенеү хисе кәмегәндәй булды. Хәленән килгәнсә, ул үҙенең исемен, фамилияһын аҡларға тырышты.

Ике йылдан Еңеү таңы атты. Бүтәндәр һымаҡ уҡ оло шатлыҡ кисерҙе Сәрбиямал. Эйе, 9 май иң оло байрам булып ҡалды хәтерендә. Мәктәптә ҙур сараға әҙерлек башланды – улар концерт ҡуйырға тейештәр, хатта номерҙарҙы район үҙәгенә алып барасаҡтар икән. Улай ғына ла түгел, күрше райондарға ла сығасаҡтары мәғлүм булды. Яҡшы хәтерле, тасуири итеп шиғыр уҡырға яратҡан Сәрбиямалды алып барыусы итеп ҡуйҙылар. Уға үҙе ижад иткән бер нисә шиғырын ятларға ҡуштылар. Бер оҙон шиғырын уҡытыусы апай, поэмаға тарта, тине, унан хатта сценарий эшләнеләр. Ролдәргә бүлделәр, бер нисә бала уны сәхнәлә уйнаясаҡ. Аҙаҡҡы репетицияға мәктәп директоры менән ҡуша бер ят апай ҙа инеп ултырҙы. Район үҙәгенән килгән вәкил, тинеләр уны.

Репетициянан һуң, балалар таралышҡас, Сәрбиямал ашыҡмай ғына кейенде, уҡытыусыһы менән һөйләшеп алырға кәрәк ине. Ә директор янына инеп киткән уҡытыусы нишләптер оҙаҡланы. Ҡыҙыҡай, уны ишек төбөндә көтмәк булып, шул яҡҡа атланы. Бүлмә ишеге ябылып бөтмәгәйне, тауыштар ап-асыҡ ишетелә. Сәрбиямал ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалды.

– Әйттем бит, юҡ, тинем! – райондан килгән ҡатындың тауышы асыулы. – Башығыҙ эшләйме һеҙҙең, юҡмы? Рәғиҙә һеңлем, беҙ Бөйөк Еңеү көнөн билдәләйбеҙ. Үҙгәрт!

– Бер урында ла шиғырҙың авторын әйтмәйбеҙ.

– Беҙ һәр ялыуға ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ. Теге актив ҡыҙыҡайҙың апаһы бур, ул төрмәлә ултыра. Тимәк, дошман! Һеҙ кемде күтәрәһегеҙ! Ә беҙҙә фронтовиктарҙың балалары етерлек!

Рәғиҙә апай нимәлер тип яуап бирҙе, тауышы ишетелмәне. Тик уның яуабынан ят апай ҡыҙыбыраҡ китте.

– Фронтовик булһа ни! Хәбәрһеҙ юғалған, тигәндәр бит, ишеттеңме? Хәбәрһеҙ! Тимәк, әле аталарының ҡайҙалығы асыҡланмаған. Сәйәси уяулыҡты юғалтмайыҡ, иптәштәр. Был концертҡа, Еңеү концертына, активисығыҙҙы яҡын юлатмағыҙ. Башыбыҙҙан һыйпамаҫтар. Бүтән байрамда ҡатнашыр. Булды, бөттө!

Сәрбиямал аяҡтарын саҡ һөйрәп сығып китте. Ҡайтҡас, ҡалтыранып ауырый башланы. Үкереп иланы. Иртәгәһен мәктәпкә аяҡ тартманы. Ауырып киткәнен иптәштәре аша хәбәр иттерҙе. Үҙе ойошторған, үҙе төҙөшкән байрам концертынан баш тартырға мәжбүр булды...

Шул хәлдән һуң апаһы тураһында бик оҙаҡ уйланып йөрөнө. Нишләнең һин, апай? Һылыуыңды ниндәй көнгә төшөрҙөң? Бындай хурлыҡҡа ҡалғансы, астан ятып үлһәләр, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Нисек кенә тырышып уҡыһа ла, яҙмышына ҡара йоҡҡан кеше хәҙер Сәрбиямал. «Беҙ халыҡ дошмандарына, ҡоротҡостарға, бурҙарға ҡарата аяуһыҙ булырға тейешбеҙ!» – мәктәптә һәр саҡ уҡытыусылар ошо турала тылҡыйҙар. Шулай тип һөйләгән саҡтарында был һүҙҙәр ҡыҙҙың үҙенә төбәлгән һымаҡ тойола ине. Халыҡ милкенә ҡул һуҙыусылар һатлыҡ йәндәрҙән ҡайһы яғы менән айырыла? Сәрбиназ апаһы, бер ус бойҙай урлап, халыҡ милкенә ҡул һуҙҙы...

Бер йылдан улар Иртәлек ауылына күсеп киттеләр. Велора апаһы күсенергә мәжбүр булды. Велораның рәхимһеҙ, ҡаты ҡуллы Рәйеф ағаһын колхоз рәйеслегенән бушаттылар. Ул эштән алынғас, һеңлеһенә лә ауылда ҡалыуҙан мәғәнә ҡалманы. Уны битәрләй башланылар. Велора был хәлде бик ауыр кисерҙе.

– Берәүгә лә ышанып булмай был донъяла! Ағайымды эштән алғастары, миңә ниндәй генә исем таҡманылар. Имеш, мин әрәмтамаҡ, яһил, ошаҡсы! Ҡәһәр төшкәрҙәре, ә бит ошо әҙәмдәр ағайым хужа саҡта юхаланып, эргәмдә ураланып йөрөнө. Мине бур тиҙәр, мин кемдең нимәһен урлаған? Ҡороғорҙар!

Ә Сәрбиямал өсөн күсеп китеү шатлыҡ булды.

– Бында яңы дуҫтар табылыр, – тине ул.

– Яңы түгел, иҫкеһенә ышаныуы ҡыйын! Ә һин йом ауыҙыңды. Апайыңдың төрмәлә ултырғанын берәйһенә әйтә күрмә, үҙеңдән дә бур яһарҙар. Ишетһен ҡолағың! Дошман буласаҡһың, күр ҙә тор!

Ниндәй дошман? Аҡ эт бәләһе ҡара эткә, апаһы бер яңылышты, шуны нисә йыл теленән төшөрмәй!

– Ярай өйөгөҙҙө алыусы табылды.

– Нишләп улай тиһең, апай?

– Атаҡ, һуң, өйөгөҙҙө һатырға тура килде! Һине нисек аҫрарға?

Ауылдағы иң һөтлө һәүкәш – Велора апайҙа. Алаҡай йыл һайын быҙаулап тора. Инде бит ҡыуан да йәшә! Өйҙө һатырға булғас, ниңә Сәрбиямал менән кәңәш итмәне был яуыз апай? Сәрбиямалдың тыны ҡыҫылды. Ул бөгөн бөтөнләй берәҙәк икән дә баһа!

– Атай һалған өй ине бит ул, апай!

– Апайың ғәйепле! Атай өйөнән дә, һинән дә ҡотолдо!

– Улай түгел...

– Сәрбиназды сығарһалар, мәйтәм, хәйер һорашып йөрөрһөгөҙмө икән? Ярар, бәхетең, мин бар.

Их, апай, һинең бер хатаң бына нимә эшләтте! Бөтөнөһөнән яҙҙылар! Һылыуыңды кеше көнлө яһаның. Ул нисә йыл инде мыжыҡ, бирле Велораның күҙенә генә ҡарап тора. Ҡолаҡ итен күпме сәйнәһә лә, ҡаршы бер һүҙ әйтә алмай. Төрмәнән ҡайтҡандарға мөнәсәбәт яҡшы түгел. Сәрбиназды бер ҡайҙа ла эшкә алмаһалар? Ысынлап та, Сәрбиямал ҡурҡа, нишләргә белмәй. Велора апай хәҙер көн-төн шул турала тылҡый. Мин һинең бур апайыңды аҫрарға йыйынмайым, ти. Бер туған апайыңды ла уйламай булмай. Шул саҡ күңелдә йәлләү менән ҡатыш нәфрәт ҡайнап ҡуя. Нишләнең һин, апай?

* * *

Бер көндө һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Сәрбиназ ишекте барып асты, алдында алама кейемле, яңаҡтары эскә батҡан, ҡураныс ҡына кәүҙәле бер апай баҫып тора. Ҡапыл-ҡара уның кемлеген таныманы. Аҙға ғына текләштеләр, шунан Сәрбиямал терт итеп ҡалды. Уның ҡаршыһында торған берәҙәк кейемле кеше – үҙенең бер туған апаһы ине. Бына Сәрбиназ ҡулдарын һеңлекәшенә табан һуҙҙы.

– Һылыуым!..

Сәрбиямал артҡараҡ сигенде.

– Һылыуым, мине танымайһыңмы әллә! Мин ҡайттым. Ҡайтарҙылар.

Һылыуы аҫтан һөҙөп ҡараған килеш тора бирҙе.

– Һине алырға тип килдем, Сәрбиямал.

«Алырға! Ҡайҙа алырға?» Ысынлап та, ҡайҙа ала алһын Сәрбиямалды төрмәнән саҡ сыҡҡан апаһы? Уларҙың торор урыны юҡ, улар өйһөҙ.

– Һылыуым, нишләп улай ҡарайһың? Танымаған кеше шикелле... Кил, бер ҡосаҡлап һөйәйем үҙеңде, һағындым бит!

Сәрбиямал иҫенә килде. Әләм-һәләм кейгән апаһына сирҡанып ҡарап алды.

– Юҡ, – тине ул, – юҡ...

Тауышы сыҡманы, ирене генә бышылданы. Аңланы апаһы. Күҙҙәренә йәш тулған килеш ҡатып ҡалды. Апаһы уға икенсе тапҡыр һуҙылһа, Сәрбиямал ишекте асып, мотлаҡ өйгә инеп ҡасасаҡ. Ул тотҡаға үрелде. Шул саҡ ишек үҙе шар асылды ла, Велора атылып килеп сыҡты.

– Ниндәй хәйерсе йөрөп ята, тиһәм! Атаҡ...

– Был мин, Велора апай...

– Таныным! Нимә, хәҙер, һылыуыңды үлемдән алып ҡалғас, тормош яҡшыра төшкәс, килеп таптыңмы?

– Минең һылыуым...

– Әллә ҡастыңмы теге урындан?

– Юҡ-юҡ, Велора апай. Мине алдан сығарҙылар. Ярлыҡау законы сыҡты...

– Әле ҡайҙан киләһең? Торорға үҙеңә урын тап башта! Һин нимә бирә алаһың был балаға!

Ике ут уртаһында ҡалған Сәрбиямал нишләргә белмәне.

– Апай, миңә бында һәйбәт. Апай...

Сәрбиямал, кит, тип әйтмәне. Ләкин апаһы уның ҡарашынан барыһын да аңланы. Айнанайына икенсе мәртәбә һуҙылған ҡулдары һәленеп төштө. Сәрбиямал иһә ишек тотҡаһын һәрмәне. Апаһы, әйҙә, Велора апаһы яуҙырған һорауҙарға яуап бирһен. Ә уның Сәрбиназға бер генә лә һорауы юҡ! Ҡыҙыҡай өйгә инде лә яҫтыҡҡа ҡапланып иларға кереште. Юҡ, апаһын ярата ул. Бөтмәгән яратыуы. Тик Сәрбиназ бер ҡасан да Сәрбиямалды һаҡлай, яҡлай алмаясаҡ. Яратыу ғына аҙ! Улар берәҙәк. Эйе, апаһының ҡулынан эләктереү менән ул да берәҙәккә әйләнәсәк. Сәрбиямал был көндө тышҡа күҙ һалманы. Срогынан алда сығарғандар апаһын. Уныһы яҡшы, тик... Ҡайҙа барып һуғылыр, кемгә генә барып баш эйер икән Сәрбиназ?

Тағы ла бер йыл үтеп китте. Сәрбиямал синыфташтары менән үҙенең тыуған ауылы Рафатҡа концерт алып барырға булып киттеләр. Тулҡынланып, дәртләнеп, хисләнеп барҙы ул, ауылдаштарына үҙенең насар кеше түгеллеген, юҡҡа сыҡмағанын бик тә белгерткеһе килде. Ауылына үпкәһе юҡ. Матур хәтирәләр йәшәй күңелдә. Ләкин һыҙланыу аша.

Концерт бөткәс, ҡыҙҙы Сәрбиназ апаһы менән бергә төрмәгә киткән Рәүфә исемле апай килеп ҡосаҡлап алды.

– Бына бит ҡалай ҙурайып киткәнһең, айнанайым! Мин Рәүфә апайың, онотмаһаң... Гел һине иҫкә төшөрәм, ә һин таныйһыңмы мине?

Сәрбиямал йылмайҙы. Нимә тип кенә яуап бирһен инде? Апайҙарҙы алып киткәндәрендә ул ун йәшлек бала ине, хәҙер үҙе ун дүрт менән бара. Төрмәгә киткәндәрендә былар унан йәш ярымға ҙурыраҡ булғандар. Тик, нисектер, Сәрбиямал уларҙы өлкән кешеләр һымаҡ күрә торғайны. Һис кенә лә өлкән булмағандар икән шул... Рәүфә бер мәл, Сәрбиямалдың ҡотон алып, быуылып йүтәлләргә кереште.

– Апай, нимә булды!

– Эй, һылыу. Төрмә касафаты... – Ул, ҡулъяулығы менән ауыҙ-моронон һөрткәс, йәнә һорашырға кереште. – Апайың гурытта тип ишеткәйнем. Килеп йөрөймө? Күрешеп тораһығыҙҙыр бит?

Эйе, ҡалала эш тапты уның апаһы. Ә килеү-китеү... Нимә тип яуап бирергә һуң? Хәйер, Рәүфә яуап көтмәне лә, үҙ хәбәрен теҙҙе.

– Һылыу, әйтә торған һүҙем бар. Эйе, һиңә генә. Үҙеңә. Күргәс, ҡаушаным да ҡуйҙым... һин ҙур хәҙер, дөрөҫөн белергә тейешһең. Апайыңды, Сәрбиназды, нахаҡҡа ултырттылар бит.

– Әлләсе... Күрешкәндә ул турала бер нәмә лә әйтмәне...

– Кем арҡаһында икәнен белмәгәс ни! Минең арҡала, һылыу. Эйе. Бойҙайҙы мин алғайным. Икебеҙгә бер моҡсай ине бит. Апайыңдың моҡсайы, етмәһә. Минеке түгел, мин бойҙай алманым, тиһә лә, ул бахырсыҡҡа кем ышанһын? Мин ни, өндәшергә ҡурҡтым... Бергә алып киттеләр.... Шуның ҡоһоро төшкәндер, бына бит ауырыйым.

Сәрбиямал Рәүфәгә ҡараны ла ҡатты. Тел осона бер һүҙ ҙә килмәне.

– Ә бит эләктерерҙәр тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы, һылыу!.. Бер көн элгәре Велора апай беҙгә килеп киткәйне. «Астан үлеп бараһығыҙ ҙа баһа, нишләп әҙерәк үҙегеҙҙе уйламайһығыҙ? Алып ҡайтығыҙ ҡурмаслыҡ булһа ла, эт тә һиҙмәҫ», – тине. Персиҙәтелдең һеңлеһе шулай тип торғас, һис бер насарлыҡ уйламаным. Апайыңды ҡотортҡайным, ул тыңламаны. Ә мин... Мин алдым.

Сәрбиямалдың эсе өҙөлдө.

– Апайым... – уның ирене дерелдәне. - Минең бахыр апаҡайым...

Рәүфә үкенес тулы ҡарашын унан алманы.

– Һин бит Шәрип ҡартты яҡшы беләһең? Теге бригадир олатай, ул хәҙер аяғын саҡ һөйрәп йөрөй, бахыр. Мин төрмәнән ҡайтҡас, хәл белешергә килде. Велора апайға шул хәтлем ныҡ асыулы. «Үҙем шаһит, ағаһына килеп ошаҡлағанда мин кәнсәлә инем», – тине. Бер нәмә эшләй алмағанына үкенә.

– Нимәне ошаҡлағанда?

– Һуң... Калхуз персиҙәтеле беҙҙе бит... – Рәүфә тотлоҡто. – Беҙҙе... Мине үҙе тотто.

– Велора апай персиҙәтел ағаһына үҙе барып ошаҡлағанмы? – Сәрбиямал, яңылыш ишетмәнемме тигәндәй, ҡабатлап һораны.

– Эйе, – тигәнде ишеткәс, хайран ҡалып, бары тик баш ҡына сайҡай алды.

– Мына шулай бәхетһеҙлеккә дусар булдыҡ. Велораның ҡотортоуына ышанып... Апайың ни хәлдә? Килеп йөрөйҙөр бит? Сәләм әйт. Рәүфә бик үкенә, тип әйт, йәме.

Сәрбиямал уны ишетмәгән төҫлө ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән килеш тора бирҙе. Баҡтиһәң, ул дүрт йылға яҡын Сәрбиназ апаһына нахаҡ ғәйеп яҡҡан кеше менән йәшәгән... Уның донъяһын көткән, иҙәнен, керен йыуған, мал-тыуарын ҡараған. Шул әҙәм аҡтығына рәхмәтле булып, нисек тә ярарға тырышты, туҡмауҙарына, йәберләүҙәренә түҙҙе. Үҙен кәмһетеү – бер хәл, ата-әсәһе, апаһы тураһында ниндәй генә әшәке һүҙҙәр ишетмәне. Түҙҙе. Күнде. Тамаҡ ҡәҙерлерәк ине. Йылынан, уңайлыҡтан мәхрүм булғыһы килмәне! Хатта шуның арҡаһында апаһы менән араны өҙҙө. Туҡта! Апаһы ла бер нәмә белмәйҙер... Нишләп Сәрбиназ был мәскәйгә көмөш балдағын бирҙе икән? Ни өсөн Велораға һеңлеһен ташламаҫҡа, бағырға ҡушҡан? Уға ныҡ ышандымы?

«Апайымды табырға кәрәк. Теге мәл юҡҡа ҡаты ҡыландым. Ә минең ни хаҡым бар? Бахырсыҡҡынам былай ҙа ни саҡлы ыҙа күрҙе. Тиктән-тик йөрәгемдә таш йөрөтәм түгелме? Әстәғәфирулла...»

Сәрбиназдың адресын белмәүенә йәне көйҙө. Велора апайҙан һорарға кәрәк, тигән фекер килде. Тик әлегә Рәүфәнән ишеткәндәрен нисек тә был убыр ҡатынға белдермәҫкә!

– Апай, Сәрбиназ апайымдың әҙрисе ниндәйерәк икән?

– Нимәгә ул һиңә? – тине Велора апай ризаһыҙ тауыш менән.

– Аһ, һуң, ул бит минең апайым.

– Һа, апайым, имеш. Килеп бер хәлеңде белгәне булдымы?

– Килде лә һуң!

– Уф-ф, теге, төрмәнән ҡайтҡан сағын әйтәһеңме! Ашарға, торорға урын булмағас, килеп китте инде. Күрҙе, онотто. Ҡалала эш тапҡас, бер тапҡыр ҙа иҫенә төшөргәне юҡ, исмаһам.

«Мин бит бөтә дөрөҫлөктө беләм, алдаҡсы йылан!» Шулай тип ҡысҡырыуҙан Сәрбиямал саҡ тыйылып ҡалды. Нәфрәте тамағына төйөр булып килеп тығылды, ныҡ ҡына йүтәлләп алды.

Ә яһил хужабикә, нимәлер һиҙгәндәй, ҡыҙа бирҙе:

– Һинең бур апайыңды!.. Һине генә түгел, бөтөн затығыҙҙы әҙәм мәсхәрәһе итте... Бар, утын яр! Тоҡомоғоҙ менән эш рәте белмәнегеҙ!

Бындай әр һүҙен күп ишеткән Сәрбиямал иғтибар итмәне. Рәүфә менән һөйләшкәндән һуң, эстәге юшҡын юйылып, ниндәйҙер бер һиллек килгәйне уға.

Велора апаһы өйҙә юҡ саҡта һәр ваҡыт йоҙаҡлы торған һандыҡты ҡаҙау менән асты. Ундағы аҡсаны күргәс, иҫе китте. Убыр ҡатын ҡайҙан был тиклем аҡса йыйған да уны нимә эшләтергә йыйына икән?

Шунан күрше ҡатын менән Велора апайҙың ыҙғышҡанын иҫенә төшөрҙө. «Апаһы аҡса ебәреп тора, нишләп Сәрбиямалды йүнләп ҡарамайһың?» «Нимә, мине килеп тикшереп йөрөнөңмө? Сәрбиямал шулай ғәйбәт һөйләйме?» «Кеше белмәй әйтмәй!» «Эйе, тыңла шуларҙы! Мин ҡарамаһам, был бала күптән ер аҫтында ятҡан булыр ине. Ана, үҙенән һора, мине нисек яратҡанын үҙе әйтер. Ғәйбәт тоҡсайы!»

Ай-һай, күрше апай бөтөнләй үк ғәйбәтсе түгелдер. Сәрбиназ апаһы ебәргән аҡса ла ошонда иш янына ҡуш булып яталыр... Тик адрес һымаҡ нәмәне тапманы. Ахырҙа әләм-һәләм һалынған сарлаҡ башына менеп китте. Бында тын алғыһыҙ саң. Ҡутарына торғас, бер төргәк килтереп сығарҙы! Хаттар?! Сәрбиназ апаһының уға – һылыуына – яҙған хаттары ла баһа. Сәрбиямалдың ҡулына, исмаһам, береһе килеп эләкһәсе! Ни өсөн яуыз бисә уға береһен дә бирмәне икән?

Төнө буйы керпек ҡаҡманы Сәрбиямал. Эңер беленер-беленмәҫтән ауылдан йәйәүләп сығып китте. һандыҡтан әҙ булһа ла аҡса алмауына ғына эсе бошто. Апаһының хаҡы бар ҙа баһа! Йәйәүләп тә, ылауға һағып та ул ике көндән апаһы йәшәгән ҡалаға килеп етте. Ярҙам итеүселәр булды, шөкөр. Күҙ бәйләнгән мәлдә ҡыҙ ятаҡ ишеген асты. Уға утыҙ дүртенсе бүлмәгә үтергә ҡуштылар.

– Апай! – тип кенә әйтергә өлгөрҙө, Сәрбиназ апаһы шунда уҡ туғанын ҡосағына ҡыҫты.

– Һылыуым!

Йылмайышып ҡарашып торҙолар ҙа йәнә ҡосаҡлаштылар.

– Ҡалай ҙурайғанһың! Матурым!

– Асыуланмайһыңмы миңә, апай?

– Нимә өсөн?

– Апай, мин һиңә ҡаты булдым.

– И-и-и һылыуым! Ниндәй ҡатылыҡ? Бына бит иҫәнһең, шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни?

– Тегендә һиңә бик ауыр булғандыр...

Сәрбиназ баш сайҡаны.

– Юҡ. Беләһеңме ни өсөн ауыр булманы? Мин бит һине усымда ғына йөрөттөм.

– Нисек?!

– Һине усымда тип хис итәм... Уй, өшөгәндер, тием дә йылы тын өрәм. Шунан шул тиклем рәхәт булып китә ине. Эйе, уста һин ултыраһың тип күҙ алдына килтерәм. Хоҙайға доға ҡылам: «Берүк туңдырма, берүк өшөтмә кинйәкәйебеҙҙе!» Усымдағы йылылыҡты тойһам, тынысланам. Һин усаҡ булдың бит, һылыуым.

Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне апай менән һеңленең. Рәүфәнең сәләмен еткергәс кенә, Сәрбиназ, аҫҡа ҡарап, байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ултырҙы.

– Йәнең ныҡ көйәлер инде, апай.

Сәрбиназ башын ҡалҡытты.

– Һылыу, минең дә гонаһым бар. Рәүфә ҡотортҡас, мин дә бер ус бойҙай алғайным. Ошолайтып усыма йомғайным. Ҡайтышлай юлда туҡтаттылар, шунда уҡ һиҙҙек бит инде нимәгә икәнен, мин йәһәт кенә усымды яҙҙым, бөртөктәр ҡар өңөнә төшөп китте, берәү ҙә күрмәне. Шунан гел уйлап йөрөй торғайным: «Их, һылыуыма әйтеп өлгөрмәнем, шул һибелеп ҡалған бер ус бойҙайҙы йыйып алыр ҙа ҡурмас ҡыҙҙырып ашар ине», – тип... – Сәрбиназ төкөрөгөн йотто. – Мин хатта Велора апайға ла асыу тотмайым.

– Ә балдағың нисек уға килеп эләкте?

– Һин яҡшы хәтерләйһең, Велора апай Алаҡайыбыҙҙы һорап килгәндә, мин ризалашмағайным. Тотолғандан һуң, һыйырһыҙ ҡаласағыбыҙҙы белдем. Беҙҙе Велора үҙе килеп күрҙе, ни өсөн килгәндер, уныһы миңә ҡараңғы. Тик шунда бер нәмә аңламаған кеше булып: «Һеңлемде ҡара инде, һиңә генә ышанам, апай. Һыйырҙы ул үҙе ҡарай алмаҫ, һөтө бөтөнөгөҙгә лә етер, тинем, бурыслы булһам, ҡалған хаҡын аҙаҡ түләрмен», – тинем. Бәй, балдағымды тотторҙом, шунһыҙ һин кирене күндереп булмаҫ ине! – Сәрбиназ апаһы һылыуының сәсенән һыпырҙы. – Һине балалар йортона әпкитерҙәр тип ҡурҡтым. Унан һине ҡалай итеп табыр инем? Бөтөн ил буйлап тараталар ине бит... Телеңде, ата-бабалар төйәген онотоп, юҡҡа сығыр инең. Ҡурҡтым. Был ҡурҡынысыраҡ...

Апаһы торған ятаҡ ҡараңғы ла, еүеш тә. Тар ғына тимер карауатҡа икәүләп һыйҙылар. Барыбер күҙгә йоҡо эленмәне.

– Миңә Шәрип олатай сәләм ебәргән. Ҡайт, балам, тигән.

– Ҡайт, тигәнме? Нишләп?

– Беҙҙең өй буш тора икән. Унда йәшәгән кешеләр икенсе ауылға күсеп киткәндәр, – тине Сәрбиназ.

Сәрбиямал шат тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:

– Эйе шул, апай! Үҙебеҙгә ҡайтайыҡ.

– Һин шулай тип уйлайһыңмы?

– Эйе! Беҙҙең атай йорто ла баһа!

– Уныһы шулай. Тик еңел булырмы икән беҙгә?

– Нишләп?

– Өй инде нисә йыл ҡаралмаған. Яңынан күтәрергә кәрәктер... Хәлдән килерме?

Шул саҡ Велораның аҡса тулы һандығы Сәрбиямалдың күҙ алдына килеп баҫмаһынмы!

– Апай, Велора апайҙың аҡсаһы донъя!.. – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Бер һандыҡты тултыра яҙған. Ғүмер буйы йыйҙымы икән?

– Сәрбиямал, – тине апаһы шөбһәле тауыш менән. – Һылыу! Һин ул аҡсаларға теймәгәнһеңдер бит?

Ҡараңғыға күҙе өйрәнгәйне. Сәрбиямал, апаһының күҙҙәренә тултырып ҡарап, яуап бирҙе.

– Юҡ, апай. – Шунан тороп ултырҙы. – Мин алдым, алдым...

– Нимә!? – Апаһының тауышы ҡушылып, был юлы хатта тимер карауат асыу менән шығырланы.

– Әсәйҙең балдағын алып киттем. Ул беҙҙеке.

Апаһы йылмайҙы. Уның аҡ тештәре емелдәне.

– Йәтеш иткәнһең! Аҡыллыһың шул! Аҡсаға ҡул һуҙмағанһың. Мин Велора апайға ҡалай ҙа рәхмәт кенә әйтәм. Аҡса алған һайын ебәреп торҙом, теләһә нимә эшләтһен. Һин иҫән-һау. Янымдаһың. Хаттарымды ғына бирмәй насар эшләгән. Уның ҡарауы, минең уға хәҙер бурысым юҡ.

Шул мәл Сәрбиямалдың эсен ҡыҫып торған: «Һандыҡтан аҡса ала алманым», – тигән үкенес һыпырып алғандай юҡ булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән иркен тын алды.

– Беҙ аслыҡты, ауырлыҡты еңдек. Иҫәнбеҙ. Был шатлыҡ. Бының өсөн бер нәмә лә йәл түгел, – тине Сәрбиназ уның кисерештәрен аңлағандай, уйсан тауыш менән.

– Мин усыңдағы усаҡ булһам, ә һин, апай, йөрәктәге усаҡ булдың!

Иртән иртүк торҙолар, йәһәт кенә йыйындылар ҙа ата-бабалары төйәк иткән боронғо матур ауылдарына ҡайтты ла киттеләр. Шул ерҙә уларҙың атаһы, киләсәккә өмөт бағып, йорт һалған. Әсәһе килен булып төшкән. Был ауыл тик уларҙыҡы ине, шуға ла тыуған төйәктә ата-әсәләренең эшен дауам итер, ырыу-заттарының данын ололап, ҡәҙерләп йәшәр өсөн атлыҡты улар. Ике көн йәйәү атланылар. Тыуған райондарына етәрәк ылау осраны. Күрше урыҫ ауылына инеп, белештәрендә йоҡланылар. Таң һарыһында күҙ тырнап астылар ҙа йәнә юлға сыҡтылар.

Бына улар тау башында баҫып тора. Аҫта, туғайҙа – ауылдары. Үрҙән, бейектән өйҙәр бәләкәс кенә күренә. Улар апаһының муйынындағы мәрйендәр һымаҡ ҡына. Бер мәл ҡаршы яҡ тауҙан ҡояш йылмайҙы. Ул йылмайғас, ауыл да терелде, нурланды. Быны ике ҡыҙ ҙа тойҙо. Тойҙо ғына түгел, ә ап-асыҡ күрҙеләр. Күрҙе генә түгел, был мәлдә улар үҙҙәре лә нур ине. Олоһо кесеһенә йылмайҙы. Кесеһе – олоһона ҡарап. Шунан Сәрбиназ уң ҡулын алға һуҙҙы ла ашыҡмай ғына усын яҙҙы. «Ус төбөндәге усаҡ...» Ҡояштымы, ауылдымы усына һалды, әйтеүе ҡыйын, ләкин Сәрбиямал устың иң төбөндә үҙе ятҡанын асыҡ белә ине. Апайҙың ҡытыршы уң ҡулы алға һонолған, усында тик үҙе генә күргән усаҡ дөрләй... Сәрбиямал иһә ҡәҙерле кешеһенең һул ҡулын ҡуш ҡуллап эләктереп алды. Ныҡ итеп ҡыҫып тотто. Ныҡ итеп. Хәҙер Сәрбиямал бер нәмәне асыҡ белә: етәкләшкән ошо ҡулдарҙы – туғандарҙың ҡулын – бынан ары берәү ҙә айыра алмаясаҡ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Читайте нас: