Байтаҡ йәштәр төшөп ҡалды поездан. Ғәйшә уларҙың береһен дә танымай. Ҡыуып етә барҙылар, уҙып китә торҙолар. Ауыр сумаҙан тотоп килеүсе ҡатынға иғтибар итмәнеләр, әммә Ғәйшәнең быға эсе бошманы кеше көсөнә иҫәп тотмағайны ул тейәнгән саҡта. Әйберҙәренең ауырлығын да һиҙмәне әле, ҡайтыу ҡыуанысы бар булмышын солғағайны. Күпер баҫҡыстарына аяҡ баҫҡас ҡына йөгөнөң һәлмәклеген тойҙо. Шул саҡ бер егет:
– Ҡайҙағыҙ, апай, бергәләшәйем, – тип, сумаҙанды елпелдәтеп алды ла, елтелдәтә баҫып ары атланы. Ә Ғәйшә... Тыныс күңел менән үтә аламы һуң Инйәр аша һалынған ошо яңы күперҙән! Төн урталарында уятып, әйҙә, күпергә, тиһәләр ҙә, күҙҙәрен ыуа-ыуа йүгерер ине, моғайын. Ул йәш саҡта тимер юлы ла, күпер ҙә булманы. Ә хәҙер ауылдың иң матур урыны ошолор. Иң матур урыны, тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ. Бынан бөтә тирә-йүн ус эсендә кеүек күренә: ауылды һәр яҡлап уратып алған ун ике тау сылбыры ла, тау араларынан урғылып сыҡҡан Инйәр ҙә, мөһабәт тауҙар ҡуйынына инеп юғалған поездар ҙа, тауҙар итәгенә иркәләнеп, һыйынып ҡына теҙелгән өйҙәр ҙә...
– Ҡайттым, – тине Ғәйшә эстән генә, күкрәгенән ташып сығырҙай ярһыуын тыйырға теләп, ипле генә. Шунан, ауылының ҡосағына ташланғандай, күңеле менән иркәләнде. Нимәгәлер иркәләнде... Хәйер, нимәгәлер түгел, йәшлек хәтирәләренә, һағыныу һағышына, ҡайтыу шатлығына. Ошо тойғолар наҙланы күңелен. Хатта ҡолағында әсәһенең: «Балаҡайым!» тигән яғымлы тауышы ла, Нурлығаяздың гармун моңо ла сағылып китте.
Сумаҙан тотҡан егет хәтһеҙ алда ине. Ҡайырылып бер ҡараны ла, Ғәйшәне көтөп торманы, сумаҙанды уларҙың өйө тапҡырына ултыртып, тыҡрыҡҡа боролдо.
Кемдең изгелекле балаһы булды был? Рәхмәт төшһөн үҙенә. Хәйер, ауыл ауыл инде ул. Бер-береһенә иғтибарлы булалар.
Тик был уйы зиһенендә оҙаҡ тотҡарланманы, дөйөм шатлыҡҡа ҡушылып тарҡалды, һуңғы көндәрҙә Ғәйшәнең шулай ярым осоп, ярым хыял ҡанаттарында талпынып, илһамланып йәшәгән мәлдәре. Әллә ҡайҙарҙан ер аяғы ер башы ерҙәрҙән ҡайтып төшмәне ул тыуған ауылына – Өфөнән генә. Башкөллө булғанға, ауылынан егерме йылға яҡын айырылып торғанға шулай ашҡыныулы.
Ә төнгө ауыл шундайын матур: күк йөҙөндәге йондоҙҙар ҙа, тулған ай ҙа, тәҙрәләрҙән төшкән уттар ҙа, урамдағы берләм һуҡмаҡ та, ай нурына көмөшләнеп ятҡан йылға тулҡындары ла... Кеше фиғеле шулай: йәш сағында ҡайҙалыр ашҡына, айға менерҙәй, ете диңгеҙ артына осорҙай була, ә бер аҙҙан йөрәк талҡый, тыуған төйәк һағындыра башлай. Тыуған төйәк, тыуған йорт, тыуған моң. Ғәйшә лә, әллә ни алыҫ яҡтарға сығып китмәһә лә, үҙһенмәне ҡаланы. Күңеле һәр саҡ ауылды юҡһынды. Ауыл тәбиғәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, уйындарын... Магазинда сиратта, транспортта ете ят кешеләрҙең үҙ-ара ыҙғышып, йөҙ йыртып теләһә ниндәй һүҙҙәр әйтешкәндәрен ишетһә лә, өлкәндәргә урын бирмәй йәки ишектән алдан инергә тырышып төрткөләшә башлаған йәштәрҙе осратһа ла: «Ауылда улай түгел. Ауылда әҙәп бар, намыҫ бар, оят бар», – тип уйлар ине. Бер саҡ асҡысын фатирында онотоп ҡалдырғайны. Йоҙаҡ бикләнде лә ҡуйҙы. Күрше фатир менән лоджиялар бергә булып, аранан ишек ҡалдырылғас, әллә ни борсолманы, эшкә китте. Ҡайтҡас, хәл-әхүәлде аңлатып, уларҙың лоджияһы аша инергә ниәтләнеп, ишек ҡыңғырауына баҫты. Күршеләрҙең ишектәре сынйыр менән эләктерелгәс, тулыһынса асылманы, фатир хужаһы ишек аша ғына һөйләште.
– Беҙ һеҙҙе белмәйбеҙ. Бәлки, бөтөнләй ят кешеһегеҙҙер.
– Бер үк лифтта күтәреләбеҙ ҙә инде. Бер үк стена артындабыҙ, хатта карауаттарыбыҙ ҙа йәнәштер әле... Әгәр ышанмаһағыҙ, бына паспортым...
– Бәлки, һеҙ ул паспортты табып алғанһығыҙ ҙа, ошо фатирҙы юллап килгәнһегеҙҙәр?
– Мин шундай кешегә оҡшағанмынмы ни?
– Кеше ни тиклем әшәкерәк, шул тиклем әҙәплерәк күренергә тырыша.
Ғәйшә улар шаярта икән тип уйлағайны ла, һөйләшеү етди төҫ алғас, ныҡышып торманы. «Пенсияға сыҡһам, бер көн тормаҫ инем ошонда. Ауылда кешенең этенә, бесәйенә тиклем танып торалар. Ә бында бер үк ишектән инеп йөрөгән кешеңде белмәмешкә һалышалар».
Тағы шундай хәл шаҡ ҡатырғайны уны. Бер саҡ эштән һәр ваҡыттағыса һуңлап ҡына ҡайтып килһә, подъезда бойоҡ ҡына торған һалдат егеткә тап булды.
– Кемде көтәһең, ҡустым?
– Хеҙмәттән ҡайтып киләм, апай. Инәйемә килгәйнем. Әсәйем, ҡайтышлай инәйеңдең хәлен белеп сыҡ, тип хат яҙған.
– Өйҙә юҡмы ни?
– Индермәне.
– Ни эшләп?
– Таныманы. Бәләкәй саҡта ғына бер күргән ул мине. Шунан һуң күрешкәнебеҙ юҡ. Ҡунаҡхана алыҫмы икән бында?
– Әйҙә, ҡустым, бүлмәм берәү генә, кухняла булһа ла йоҡларһың. Бер төнгә бер ни булмаҫ, һалдат кеше бит һин. Таныш булмаған ҡалала бынауындай ҡараңғы төндә ҡайҙа бараһың? – тип, үҙенә алып инеп киткәйне.
Ғәйшәнең холҡо шулай: ҡул ярҙамы кәрәк булғанда, бер ваҡытта ла аҡыл һатып маташмай ине. Егет иртәгеһен мең-мең рәхмәттәр әйтеп ҡайтып китте. Ҡунаҡҡа саҡырып адресын да ҡалдырҙы. Байтаҡ ваҡыт үткәс, күстәнәс тип бал алып килгән хатта.
Бейеүселәрҙең сәхнә ғүмере ҡыҫҡа. Ун биш йыл бейегәндән һуң хаҡлы ялға сығалар. Артабан икенсе эшкә күсәләр. Ғәйшә иһә ауылына ҡайтырға хыялланды. Ысын йәшәү, маҡсатлы ғүмер ауылына ҡайтҡас ҡына башланыр һымаҡ тойолдо уға. Ҡайтыр алда һуңғы, хушлашыу концерты булды. Ғәйшә «Ай ҡояштан нурҙар ала» тигән яңы бейеү һалды. Тыуған тәбиғәттең бөтмәҫ илһам сығанағы булыуын аңлатты ул бейеү хәрәкәттәре менән.
Ай ҡояштан нурҙар ала... Ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын Ғәйшә, ниндәй ил сәхнәһендә генә бейемәһен – Болгарияламы, Италияламы, Францияламы, Монголияламы, Японияламы – күңеле һәр саҡ тыуған ауылы Байғужала булды, ә тамашасылар араһында Нурлығаяз «ултырҙы». Тамашасылар араһында ул ултырған һымаҡ булғанға, бөтмәҫ дәрт, күтәренкелек менән бейер ине. Нурлығаяз аҙға ғына ла уның янынан китмәне... Эй, һөйләй китһәң, сәхнә йондоҙо, сәхнә ғорурлығы, бейеүселәр араһында «йөҙөк ҡашы» тип йөрөтөлгән Ғәйшәнең тормошо бер ҡарауҙа фәҡәт уңыштарҙан, үҫештән, еңеүҙәрҙән, дандан торҙо. Ә шәхси тормошо барып сыҡманы. Үҙе ғәйепле. Үҙе баш тартты Нурлығаяздан. Нурлығаяздан һуң да булманы түгел, булды өйләнешергә тәҡдим итеүселәр ҙә, уны күрер өсөн генә сәскәләр шәлкеме тотоп концертына йөрөүсе ғашиҡтар ҙа... Береһе Ғәлләм исемле бер ғалим егет ине. Машинаһына ултыртып, тәбиғәткә алып сыҡҡайны бер саҡ. Руль тотҡан ҡулдары ҡабарынҡы, бармаҡтары ҡыҫҡа, тырнаҡтарын шул тиклем төптән алған, ҡыҫҡа бармаҡтары тағы ла сонторораҡ булып тойола. Өҫтәүенә, үҙ-үҙенән шул тиклем ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан.
– Мин уртаса тиҙлек яратам, – тип, тәмләп-тәмләп һөйләй. – Шәп барһаң, үҙең төкөйһөң, аҡрын барһаң, арттан килеп бәрәләр. Ғөмүмән, тормошта уртаса тиҙлек һәйбәт. Көнләштермәйһең дә, әрләнмәйһең дә, бер һыҙыра ғына йәшәйһең.
Ғәйшә, ғәҙәтенсә, һәр егетте Нурлығаязы менән сағыштыра ине.
... Бесән ваҡыты етһә, иртә менән сығыр ине егеттәр менән. Ҡыҙҙарҙы һыбай менгәштереп, эй елерҙәр ине сабынлыҡҡа табан. Унан һуң, әйҙә, ярыша-ярыша бесән сабаһың. Нурлығаяз үҙ өлөшөн бөтөрөр ҙә, Ғәйшәгә ярҙамлашыр ине. Мускулдары тимер сыммы ни! Салғыһын һелтәгән саҡта уйнап торор ине!
* * *
Ғәйшә ҡайтҡан көнө бик һуң ятһа ла, йоҡоһо бөттө. Таң менән уянды. Күпме хыялланды ул ҡош тауыштарына уянырға! Һандуғастар сутылдап уятты бит! Хәҙер әйберҙәрен үҙенсә урынлаштырып алһа, хәс үҙе теләгәнсә, хыялынса, таңғы төштәрендә күргәнсә донъя көтә башлар.
Иртә менән Инйәргә һыуға төштө. Бынан егерме йылдар элекке һымаҡ сайпылдырып һыу алып ҡайтмаға уҡталғайны, бик-бик таныш, шундай таныш, шундай яҡын тауыш ишетте:
– Ҡыҙыҡай, һиңә ырғытам бит ҡармаҡты.
– Ҡармаҡ ебең ҡыҫҡараҡ булған, ахыры.
– Бөтә бәлә лә шунда, Ғәйшә. Ҡармаҡ ебе сонторораҡ булды шул, юғиһә, күптән эләктергән булыр инем. Һаумы? Ҡасан ҡайттың?
– Һау ғынамын. Рәхмәт. Кисә ҡайттым. Ике ярҙы берҙәр итеп һөйләшер саҡтар үткән бит, Нурлығаяз.
– Уныһы шулай, ҡыҙыҡай. Ярай, эштән һуң инеп сығырмын. Әйберҙәреңде урынлаштырышырмын.
Ысынлап та, ир ҡулы кәрәк ине әйберҙәрен урынлаштырырға. Шулай ҙа көнө буйы буш торманы, апаһы Рәхилә менән тамам рәткә килтерҙеләр. Бығаса ҡотһоҙ ғына өй эсе йәмләнде лә китте.
– Ҡарасәле, ауыл өйөн дә ҡаласа йыйыштырып була икән дә! – тип һоҡланды Рәхилә. Киске ашты апаһында ашанылар. Ғәйшә бик һуң ғына ҡайтты өйөнә. Нурлығаяз күренмәне. Ғәйшәнең күңеле болоҡһоп-болоҡһоп ҡуйҙы ла тынысланды. Инде йоҡларға яттым тигәндә генә тәҙрә шаҡынылар. Ғәйшә ишек асманы.
– Ғәфү ит инде, Ғәйшә. Был юлы һуңламаҫҡа тырышҡайным да... Эштән әле генә ҡайтылды. Ҡараһам, тәҙрәгеҙҙә ут бар. Күңелгә йылы йүгерҙе. Түҙмәнем, был яҡҡа боролдом. Нисә йылдар үҙенә тартып торған тәҙрә яҡтыһы бит ул... Ярай, хәйерле йоҡо. Иртәгә һуңламам.
– Һау бул, үҙеңә лә хәйерле йоҡо, Нурлығаяз.
Тәҙрәнән ҡарап ҡалды Ғәйшә. Йоҡоһо осто. Ҡайҙа инде йоҡо ҡайғыһы... Нурлығаяздың ошолай тамаҡ төбө менәнерәк һөйләшкән яғымлы тауышын, шаян һүҙҙәрен, йылмая биреберәк, ҡаш һикертеп кенә мутлашып алыуын күреү-ишетеү өсөн әллә ҡайҙарҙан ҡайтып етерҙәй булып ярһый торғайны бит ул. Эй, Нурлығаяз, һин бит был... Ана, һинең атлап китеүҙәрең! Шул уҡ һын! Шул уҡ атлау! Тик яурын баштары ғына аҙыраҡ төшөнкө, аҙымдарың һәлмәгерәк. Арыуҙанмы, йылдар баҫамы? Ә тауышың... Нисә йылдар үткәс тә, йөрәккә барып һыйынды, йөрәгемдә үҙ урынан тапты, наҙланы. Тик башҡа ғазаптарға ғына һалма мине. Һин тип ҡайттым, һин тип. Бына иртәгә килһәң, бөтөнөһөн дә һөйләйем дә бирәм. Уттарын да һин ҡабыҙҙың, һыуҙарын да һип үҙең, тип әйтермен.
Ғүмерем буйы һине яраттым, осраған ир-егеттәрҙе һинең менән сағыштырып ҡараным да күңелем ятманы. Ят булды улар, һин генә үҙ инең миңә. Һин һулаған һауа, һин йөрөгән эҙҙәр һәр ваҡыт үҙенә тартты мине.
Иҫеңдәме? «Ғәйшә, ат эсергән ерҙә бер ҡасан бер кем ауыҙ итеп тә ҡарамаған бер шишмә таптым, шунда алып барам һине», – тип алып киткәйнең. Ҡап-ҡара урман, шырлыҡ, ҡурҡыныс. «Яныңда мин булғанда, бер ниҙән ҡурҡма, Ғәйшә», – тиһең. Үҙең юл ярып алдан бараһың. Таптыҡ теге шифалы шишмәне, һыуының зәңгәрлеге! Ҡышын да туңмай торған шишмә булып сыҡты ул! Һыуының тәме һаман да иҫтә һымаҡ. Шул саҡ әллә ҡайҙан бер ағас ботағы алып, тегеләй-былай һындырғыланың да миңә бүләк иттең. Бейеүсе һыны килеп сыҡҡайны. Ҡулдары ҡояшҡа үрелгән, башын аҙ ғына артҡа ташлаған. Ҡиәфәте хас бейеүсенеке кеүек! «Мөғжизә бит был!» тип ҡысҡырып ебәрҙем ғәжәпләнеүемдән. «Тимәк, һин мөғжизә. Был бит һин!» – тип йылмаяһың. Ул һын әле лә һаҡлана миндә. Иң ҡәҙерле бүләгем ул минең. Күргән береһен һоҡландыра. Бер шағирға ул һындың тарихын һөйләгәйнем: «Ябай ҡулдары менән бындай һын эшләү, шырлыҡтан ундай ботаҡты табып алыу – ысын шағирлыҡ!» – тигәйне хатта.
Бер ваҡыт Францияла саҡта ауырып киттем. Иртәгеһен – ҙур концерт. Ни эшләргә? Уколдар, дарыуҙар... Ниндәйҙер дарыуҙан һуң тынысланып йоҡлап киттем, һәм төшөмдә һин бүләк иткән шул һын мине әйҙәләп шишмәгә алып китте. Шишмә һыуынан бер генә йотом тәмләп ҡарағайным, һыҙланыуҙарым ҡул менән һыпырып алғандай булды.
Ә хәҙер бына ҡайттым. Әйтерһең, ауылға ғына түгел, ғәмһеҙ йәшлегемә, алһыу таңдарыма, һайрар ҡоштарыма, айлы төндәремә, шаян Инйәремә, таңдар атҡансы бейегән уйындарға ҡайттым...
* * *
– Аҡыл ултырманы һиңә лә, Нурлығаяз. Тфү. Ошо ваҡытта кеше ни эшләп китеп барһын инде Ғәйшә тип тә, Ғәйшә ни эшләп һине өйөнә индерһен, хыялый. Йәшләй һөйгән йәрең булһасы... Иртәгә лә көн бар, – тип, үҙен әрләй-әрләй ҡайтып китте Нурлығаяз. Арыуы баҫылып, күҙ ҡабаҡтары ауырая башлағас ҡына, бер аҙ тынысланды. Тынысланыуын тынысланды, барыбер йоҡлап китә алманы. Бөгөн иртән һыуға төшкән Ғәйшәне күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы ла:
– Ҡыҙ кәүҙәләре үҙгәрмәгән шайтандың... Йылмайыуы ла шул уҡ бит әле. Әйтерһең, бөгөнгө менән үткән араһын йылдар айырмаған.
Нурлығаяз тороп ултырҙы, маңлай сәстәрен һыпырып ҡуйҙы. Йәш сағында шулай Ғәйшә янына барырға булһа, маңлай сәсен һыпырып ҡуйыр ине. Әле шул ғәҙәтен иҫенә төшөрөп, үҙенән-үҙе кеткелдәп кенә көлөп ҡуйҙы ла: «Бынағайыш, иҫәр!» – тип, урынына кире ятты. «Нисә йылдар үткәс, шундай танһыҡ тауыш уға исеме менән өндәшһенсе!»
Эй, Ғәйшә, Ғәйшә... Бөгөнгө өсөн үпкәләмә. Тәҙрәңдә ут күргәс, күңелем нурланып киткәндәй булды. Аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре ыңғайланы һеҙҙең яҡҡа. Ғүмерем буйы өмөт нуры булып балҡыған тәҙрәңдә һинең шәүләңде күреп ҡалыуға нисек түҙеп боролоп китер тип уйланың? Урамыңдан үткән саҡта, ишек алдында йөрөгәнеңде тойһам да, күңелемә йылы йүгерә ине йәш саҡтарҙа. Бер саҡ Рәхилә апайың, иҫке өйҙө боҙҙорам тигәс, әллә ниндәй ҡәҙерле нәмәнән мәхрүм ҡалыр һымаҡ булып, һағышҡа сумғайным. Ауылға ғына түгел, күңелемә йәм биреп торған ыҡсым ғына был йорт юҡ ителһә, донъяның ҡото кәмер кеүек булды. Барҙым Рәхиләгә. Класташ ине бит апайың.
– Рәхилә, – тинем. – Ул өй һиңә бик ҡамасаулаймы? Әсәйең төҫө бит, бәлки, Ғәйшә ҡайтыр...
– Яғып тормаһаң, бәҫе китә. Ике өй йылытырлыҡ утыным юҡ. Бер өйгә лә наҡыҫ ҡына, – ти.
Алып килдем утын, рәхәтләнде. Аҙаҡ үҙе лә ҡыуанды:
– Рәхмәт, Нурлығаяз. Үҙемә лә ҡыйын булып тора ине был уйҙан. Ҡайһы берәүҙәр бит кеше ҡайғыһына ҡыуана хәҙер. «Ире үлеүгә йыл тулманы, донъяһын һүтеп яға башланы», – тиеүселәр ҙә табылыр ине. Өйөмдө генә түгел, намыҫыма ла тап төшөрмәй алып ҡалдың, – тине.
Тураһын ғына әйткәндә, Ғәйшә, күңелем аҙ ғына ла һине онотманы. Ҡатыным менән дә насар йәшәмәнек. Яҡшы кеше ине. Мин дә рәнйетмәнем, һине иҫке төшөрөп теңкәһенә теймәнем. Тик әллә ни эшләп ят булды шул. Бер йөрәккә ике тойғо һыймай икән.
Нурлығаяздың йөрәге байтаҡтан бирле былай ярһығаны юҡ ине. Йырлағыһы, әллә ҡасандан бирле ҡулына алмаған гармунын өҙҙөрөп уйнағыһы килде.
Инйәр генә һыуы, ай, тармы икән,
Һыу алыҫҡайҙары ла ярмы икән?
Уҙып ҡына барған был ғүмерҙе
Уҙҙырмаҫҡа хәйлә лә бармы икән?
Инйәр генә сығып, ай, йәйләнем,
Елеп-елеп ҡолон да бәйләнем.
Егет кенә дәүерем үтеп китте,
Килмәҫме икән ҡабат та әйләнеп?
Тураһын ғына әйткәндә, Ғәйшә, һиңә бөгөндән үк өйләнергә лә ниәтем юҡ түгел. Ике баланы үҙ итә алһаң... Балалар тыйнаҡ, ыҡҡа килеп кенә торалар. Шуны әйтермен, тип уйлағайным. Тик һүҙҙе ҡалайтыбыраҡ башларға бына? Ярай, йыр менән әйтермен, Ғәйшә.
Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙы, Ғәйшә,
Ал ебәккәй менән ауласы.
Телдәремдән генә әйтә алмайым, Ғәйшә,
Йырлағанда, йырым аңласы, –
тип әйтермен үҙеңә.
Һыуһағанда, беҙгә һыуҙар ҡайҙа, Ғәйшә,
Даръя һыуы эсеп юҡ файҙа.
Ҡалған ғына ғүмерҙәрҙә бергә-бергә, Ғәйшә,
Уйнап-көлөп ҡалһаҡ, шул файҙа.
Йырға оҫта Нурлығаяз. Йырҙары йырып сыҡҡыһыҙ күп. Ай, сая булды йәш сағында. Әле лә уның шуҡлыҡтарын саялыҡтың бер өлгөһө итеп телгә ала ауыл егеттәре.
Дуҫы Маһир менән Инйәр аръяғынан мәктәпкә бергәләшеп кәмә менән сығып йөрөнөләр. Күпер һалынмағайны әле. Мәктәптә һуңғараҡ ҡалып, ҡараңғы төшкәс ҡайтырға тура килһә, Нурлығаяз гармунда уйнап, икәүләшеп ҡушылып йырлап, йылға өҫтөн йыр-моңға күмеп дыуарама килә торғайнылар. Ә армияға киткән көнө... Көтмәгәндә, боҙ китте. Йәштәр ҡыҙҙары менән йүнләп хушлашып та өлгөрмәнеләр, трактор килеп тә етте. Оло сана таҡҡан трактор көтөп тора. Ғәйшә менән әхирәте Гөлзәминә бирьяҡта ҡул болғайҙар. Хушлашалар, йәнәһе. Нурлығаяз йөрәгендә ҡайнаған һөйөүен тотош йырға һалып һыҙҙыра ғына.
Бейек тауҙың баштарында
Тура киткән юл булыр.
Иҫер елдәр, һайрар ҡоштар,
Беҙҙән сәләм шул булыр..
Бейек тауҙың баштарында
Йөрөй арыҫлан кейек.
Йүгереп барып хушлашырға
Инйәр боҙҙары бейек.
Гармун тауыштары матур
Иртәнге һалҡындарҙа.
Һин дә шулай янаһыңмы
Мин янған ялҡындарҙа?
Елдәр иҫә, гөлдәр үҫә,
Матур ҡыҙҙар һыу һипкәс.
Ауылыбыҙҙан йәмдәр китер
Гармунсы Ғаяз киткәс.
Шул саҡ ярҙа тороусылар «аһ» итеп ҡалды – Нурлығаяз гармунын уйнай-уйнай ағып барған боҙға һикерҙе. Икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Шулай итеп, бирьяҡта торған ҡыҙҙар янына килеп етте лә, улар менән хушлашып, эргәләрендә гармунын уйнап бейеү хәрәкәттәре яһап, йырлай-йырлай тағы боҙ өҫтөнә һикерҙе:
Һикерә-һикерә боҙҙар аға,
Инйәр һыуын тултырып.
Иҫән йөрөп һауҙар ҡайтһаҡ,
Гөрләшербеҙ ултырып.
* * *
Шулай итеп, егеттәр армияға китте. Урта мәктәпте уларҙан бер йыл һуң, шул яҙҙа тамамлаған Ғәйшә менән Гөлзәминә Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына имтихан тапшырырға киттеләр. Әммә тәүге имтиханда «6иш»ле алып, ҡыуанышһалар ҙа, рус теленән баһалары ҡәнәғәтләнерлек түгел ине. Ауылға кире ҡайтырға уңайһыҙланып, ни эшләргә белмәй аптыранып урам буйлап китеп барған саҡтарында, Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан күреп ҡалдылар. Киттеләр былар тәүәкәлләп. Икеһе лә үтте комиссиянан. Гөлзәминәне айырыуса оҡшаттылар.
Эй, матур ҙа ине Гөлзәминә. Сәхнә өсөн генә тыуған тиерһең. Ҙур ҡара күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк сыңғырлатып бер көлөп ебәреүҙәре, егеттәр әйтмешләй, үҙе бер атлыҡ! Уң яҡ битендә уймаҡ уйыла, оҙон ҡара керпектәре күбәләк ҡанатындай елп-елп килә. Билдәре һығылмалы, ҡулдары, нескә бармаҡтары, хәрәкәттәре килешеү. Әйтерһең, башҡорт халҡының «Бишбармаҡ», «Заһиҙә» бейеүҙәрен бейер өсөн генә яратылғайны ул.
Сәхнә уны үҙ итте. Тик Гөлзәминә генә күңел һала алманы. «Ҡуй, Ғәйшә, үҙемде һынамаҡ өсөн генә килгәйнем... Ҡайтайым. Инйәрҙең яҫы таштарына тиклем төштәремә инә, йөрәгемде һары һағыш алмаҫ борон ҡайтайым. Маһир барыбер ҡалаға килмәҫ. Тамырым тартҡан төйәктә, күңелем ятҡан кешем менән йәшәйем», – тине лә, ҡайтты ла китте.
Ғәйшә ҡалды. Тырышты. Яңы бейеүҙер һалды. Балет мәктәбенә йөрөнө, классик бейеүҙәр тарихы менән дә ҡыҙыҡһынды. Бейеүҙәренә балет элементтары өҫтәне. «Ай ҡояштан нурҙар ала» тигән бейеүе менән ярты донъяны урап сыҡты. Кейәүгә сығыу, үҙеңде ғаиләгә бәйләү был дандан мәхрүм ҡалдырыр кеүек тойолдо. Нурлығаязды көттө. Ул ҡалаға килмәне. Ғәйшәнең ҡасан да булһа ауылға ҡайтырына өмөтләнде. Гөлзәминә ҡайтып, Маһирға кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтә башлағас, өмөттәре тағы яңыра биреп ҡуйҙы ла... төңөлдө.
* * *
Ғәйшә таңғары ниндәйҙер шатлыҡлы тойғо менән уянып китте. Ауылға ҡайтыу ҡыуанысы ла, Нурлығаяз менән урыҡ-һурыҡ һөйләшеп алыу ҙа күңеленә дәрт өҫтәне, ахыры. «Ошо күтәренкелек менән сәхнәгә сығырға ине!» – тигән уй ҙа елкендереп ебәрҙе хатта. Рәхилә апаһы Нурлығаязды күреүе, бер аҙнаға алыҫ юлға сығырға тейешлеге тураһында хәбәр итеп кенә бер аҙ бошондороп алды. «Ярай, бер юлы өйөмдө ипкә килтереп, Гөлзәминә менән Маһирҙы ла, Нурлығаязды ла саҡырырмын», – тип тынысланды ла магазинға сығып килергә ниәтләнде.
– Апай, әйҙә бергәләп магазинға барып ҡайтайыҡ.
– Әйҙә, минең дә бараһым бар, – тине Рәхилә мал бағып йөрөгән еренән. – Хәҙер сумка алам да...
– Бәй, өҫ-башыңды алмаштырмайһыңмы ни?
– Байғужаны Париж тип уйлайһыңмы әллә?
– Париж ни, Байғужа ни – барыбер кешеләр йәшәй бит.
– Бында эш кешеләре йәшәй. Тегендә эштәре ирегеп ни ҡыланырға белмәй йөрөгәндәр күп. Улар көнөнә биш алмаштыраларҙыр кейем. Бында ни мине кем белмәй. Ебәккә сорналһам да, септә ябынһам да – шул Рәхилә.
– Кешегә бер генә тапҡыр бирелгән ғүмереңде септә ябынып үткәрмәк булаһыңмы, үҙең әйтмешләй. Иҫеңдәме, әсәйем магазинға йыйынһа, ҡалай әҙерләнә ине. Семәрле һандығын асып ебәрер ҙә, затлы кейемдәрен сығарыр, әле бер камзулын, әле икенсеһен кейеп ҡарар ине, унан беҙҙе ҡурсаҡ һымаҡ кейендереп алыр ине.
– Хәҙер ундай замандар үтте, Ғәйшәкәй. Көләләр. Малы тора баҡырып, үҙе йөрөй ил ҡыҙырып, барлы-юҡлы нәмәһен иңенә һалып, тиҙәр.
– Һөйләһендәр. Аҙаҡ үҙҙәре лә һиңә эйәрә башлар. Ҡырҡ йәшеңдән өңшәйеп яулығыңды өлкәндәрсә бәйләп йөрөмә улайтып. Үҙ бәҫеңде үҙең китәрмә, апай.
– Ҡуй, ваҡыт үткәреп ул тиклем мәшәҡәтләнгәнсе. Аҙаҡ барырмын, – тип тороп ҡалды Рәхилә.
* * *
Ғәйшә байтаҡ йылдар инде тыуған ауылында иркенләп йөрөгәне юҡ. Отпускыларын ял йорттарында үткәрҙе, гастролгә килгән саҡта, ашыҡ-бошоҡ ҡына күрешергә тура килде. Шуға ла ауыл урамынан атлағанда, һәр йортҡа, һәр семәрле ҡапҡаға һоҡланып ҡарап барҙы. Ауыл йылға яры буйлап оҙон булып һуҙылған, магазинға барыу – үҙе бер күңел ялы ине уның өсөн. Йорттар бейек, тәҙрәләре ҙур, матур селтәрҙәр эленгән, асыҡ тәҙрәләрҙән затлы люстралар күренгеләй, һәр йортта антенна. Өй арттарында емеш ағастары. Тик элеккесә ҡойма буйындағы эскәмйәләрҙә ҡарттар ғына ултырмай. Ғәйшә мәктәптән уҡыуҙан ҡайтышлай ҡарттарҙан һаулыҡ һорашып үтер ине. Ә ҡарттар:
– Рәхмәт, ҡыҙым, олоно оло итә белгәнең өсөн. Шулай әҙәпле бул. Әҙәп менән бәхет бергә йөрөй тигәндәр боронғолар. Кем балаһы һин? Ә Йәрмөхәммәттекеме ни? Атайың зирәк, зиһенле, тәртипле бала булды. Атайыңа оҡшаһаң, һин дә отҡорһоңдор...
– Гөлнәфисә үҙе лә уңған, эшлекле килен. Мәдхиә уңды килендән, – тип һүҙгә ҡушыла икенсеһе.
– Мәдхиә үҙе нисә йыл ҡараны ҡайныһын түшәктә көйө, «ыһ» итеп зарланғанын бер ишетмәнек. Рәхмәт төшкөрө, – тип, яҡшыларын маҡтап телгә алып, ауылдағы кире күренештәрҙе тәнҡитләп ултырыр ине ҡарттар. Ауыҙына тәмәке ҡабып китеп барған йәш-елкенсәк күренһә, саҡырып алып:
– Ай-һай, эшкингән икән берәү, ауыҙыңды завод торбаһы һымаҡ итеп борлатып бараһың. Ташла, ҙур һөнәрғошатып йәшермәй тартып бараһың...
– Ташлармын мин, олатайҙар. Ташлармын. Армияла өйрәнгәйнем.
– Армияла өйрәнерлек башҡа һөнәр юҡ инеме ни? Әсәйеңде рәнйетеп...
Эй, һөймәлекле ҡарттар. Ауылда шулай тәртип һаҡлап, әҙәпкә өйрәтеп ултырыуҙарығыҙ үҙе бер мәртәбә ине бит. Хәҙер ҡайҙа ундай ҡарттар?
Ғәйшә шулай хәтерләүҙәргә бирелеп килә ине, һыуға төшөп барған йәш ҡатынды үҙен көтөп торғанын абайлап ҡалды.
– Рәхмәт, һеңлем, – тине Ғәйшә, ауылдағы матур был ғәҙәттең һаҡланыуына ҡыуанып.
– Юлығыҙҙы ҡыймайым, тип тороуым. Уңмай ҡайтһағыҙ, йә ҡәһәрләрһегеҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә юлын дауам итте ҡатын. Уның шулай турһайып үтеп китеүе Ғәйшәнең кәйефен боҙобораҡ ҡуйҙы. Тик үҙен тынысландырҙы: «Ситтән төшкән килендер. Ауылыбыҙ ғәҙәтен отһа ла, әҙәбен отмағандыр», – тип уйланы. Шул саҡ кемдер уға төбәп әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ат аҫтына инәһең бит!.. Күҙ урынында ботаҡ тишегеме әллә? – Эргәһенән арыуыҡ оло йәштәрҙәге ир кеше үтеп китте. Ғүмерендә лә был тиклем әсе һүгенеү ишеткәне юҡ ине Ғәйшәнең. Хатта ҡайһы саҡта: «Башҡорттарҙа һүгенеү һүҙҙәре булмаған», тип бәхәскә лә ингеләй ине. Был тирәнән тиҙерәк үтеп китергә ашыҡты. Ни эшләптер тап ошо синдә генә ҡара нурҙар йыйылып ятҡан һымаҡ тойолдо.
Магазинға барып ингәндә, уның кәйефе ярайһы уҡ ҡырылғайны. Магазин тулы халыҡ, ығы-зығы, шау-шыу. Әсәләренә эйәреп килгән балалар ҙа шунда. Ғәйшә ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеменә күҙ ташланы. Рәхилә апаһы хаҡлы булған. Ҡайһыныһы халат кейгән, ҡайһыныһы билендәге алъяпҡысын да һалмаған, аяҡтарында галуш. Ғәйшә ирекһеҙҙән әсәһен хәтергә алды тағы. Ул күршеһе килеп инһә лә, ҡулын һөртә һалып, алдындағы алъяпҡысын сөйгә элеп һөйләшә торғайны.
– Аһ, Ғәйшә, һин түгелме, әхирәткәйем? Ни эшләп ҡатҡан ҡаҙыҡ һымаҡ тораһың? Әйҙә кил. Нимә алаһың? Бөгөн сират еткерә алмаҫһың ул. Араҡы ҡайтты бит ауылға, һаумы, кил яныма.
– Әйҙәләмә лә, ҡайҙалама ла. Беҙҙең дә тәүлегенә ҡырҡ һигеҙ сәғәт түгел, һинең танышың бөтмәҫ. Знакумы ла һиндә, пелеше лә. Башы болғаңлап кешегә ярамһаҡлана ла йөрөй ошо Гөлзәминә. Нишана, айный ҙа белмәй, ҡуя ла белмәй, туя ла белмәй. Биреп ебәрегеҙ әле шуға тиҙерәк, тормаһын бүлмә һаҫытып...
«Гөлзәминә... Гөлзәминәме был?» – Ғәйшә һөйләшеүҙең дауамын ишетмәне, ашығып сығып китте. «Ысынлап та, Гөлзәминә булдымы был? Гөлзәминә булдымы был? Гөлзәминә... Иҫерек йөҙ. Ҡалала ошондай ҡатындарҙы осратһа йәки талаш-тартышҡа тап булһа: «Ауылда улай түгел. Ауылда тәртип, унда бер-береһе менән туған кеүек йәшәйҙәр», – тип уйлап, һәр ваҡыт күңеле менән ауылға тартылды. Нимә булды был? Һаташыумы? Төшмө? Юҡ. Өнө. Байғужа ауылы. Иң матур иҫтәлектәр, йолалар менән йәшәгән тыуған ауылы. Магазиндағы иҫерек ҡатын да Гөлзәминә, оло хыялдар менән йәшәгән матур күңелле әхирәте.
Гөлзәминә, Гөлзәминә... Һинме нескә билле, сыңғырлап торған матур тауышлы әхирәткәйем? Һинме? Нисек улай килеп сыҡты һуң? Ә хаттарың? Хаттарыңа ҡарағанда бер генә лә былай күҙ алдыма килтермәй инем бит. Шундай матур хаттар яҙа инең һин. Әле лә һаҡлайым.
Ғәйшә өйгә ҡайтҡас, Гөлзәминәнең хаттарын алып уҡырға тотондо.
«Мин бәхетле, Ғәйшә. Маһир, ысынлап та, маһир ир булып сыҡты. Ҡулынан килмәгәне юҡ. Балаларым урта бармаҡтай. Эй, матурҙар. Бәхеткәйемә үҙем күҙ тигеҙеп ҡуймайым, тип хафаланып киткән саҡтарым да була хатта. Әйкәйем, итәк тулы бала үҫтереп кенә ултыра, тип уйлап ҡуйма. Донъялағы бөтөн яңылыҡтар менән танышмын. Гәзит-журналдар уҡыйым, һинең турала яҙылған һәр мәҡәләне туплап барам. Үҙебеҙҙең филармония тураһында сыҡҡан китапты алып тотош уҡып сыҡтым. «Үҙебеҙҙең» тигән булам инде, аҙыраҡ эшләп киттем бит әртис булып, һиңә рәхмәт, Ғәйшә, мин ҡайтып киткәнгә күрә һин һынатманың. Ғәйшә, бер форсат табып оҙаҡҡараҡ ҡайт ауылға. Йортобоҙ иркен, мал-тыуарыбыҙ ишле, умарталарыбыҙ ҙа байтаҡ, үрсемле генә ҡорт күсе алдыҡ. Әсәйем үлде, тип ауылдан төңөлмә. Туғандарың бында, тыуған төйәгең бит Байғужа. Кил, йәме».
Ғәйшә әхирәтен «Ел ҡыҙы» тип йөрөтә ине. Ул көн һайын елдәй елеп, йүгереп килеп етә лә: «Мин яңы бейеү уйлап таптым, әйҙә, һиңә лә өйрәтәм», тип, йә «һандуғас», йә «һыу алғанда», йәки башҡа шундай шиғри исемдәр ҡушып бейеүен күрһәтә башлай торғайны. Ә бер бейеүен улар икәүләшеп «Ел ҡыҙы» тип атанылар ҙа, ошо исем Гөлзәминәнең үҙенә лә тап килде лә ҡуйҙы. Был бейеүҙе мәктәп сәхнәләрендә күп тапҡырҙар башҡарҙы ул. Оса-ҡуна орсоҡ кеүек өйөрөлөп-өйөрөлөп бейей ине. Әхирәт булышыуҙары ла ирмәктән генә башланды. Ғәйшә ҡайҙандыр ҡыҙыл быяла табып алғайны. Гөлзәминә уның аша тирә-яҡҡа ҡараны ла: «Ғәйшәкәйем, бөтә донъя алһыу, шәмәхә төҫөнә инде. Таң атып килгәндәге кеүек, был яҡҡа ҡараһаң, ҡояш батып барғандағы һымаҡ. Бир миңә ошо быялаңды, әхирәт булышайыҡ. Ә мин һиңә... Ул оҙаҡ уйлап торманы, түшенә тағылған матур һиҙәбен тартып өҙҙө лә, бына һиңә минән, һин тағып йөрө. Хәҙер беҙ әхирәттәр. Бер ваҡытта ла асыуланышмайбыҙ ҙа, талашмайбыҙ ҙа. Ә быяла уртаҡ булыр, һин дә ҡарарһың, мин дә. Әхирәттәрҙең шулай була ул», – тине. Саф, ихлас күңелле Гөлзәминә, ысынлап та, бик яҡын серҙәше булды Ғәйшәнең. Асыуланманы ла, үпкәләп тә барманы. Ташларлыҡ әхирәт түгел ине. Юлдары айырылмаһа, һаман да яҡын булып ҡалырҙар ине.
Ғәйшә Гөлзәминәнең тағы бер хатын уҡымаҡ булды. Бөгөн күргәненә ышанманы, ышанғыһы килмәне. Әгәр ышанһа, тәбиғәттең бер гүзәллеге кителеп төшкәндәй булыр ине уға.
«Ғәйшә, һаумы! Үкенмәйһеңме ҡайтҡаныңа? – тигәнһең. Эсем бошоп киткән саҡтар булғылай. Ундай саҡтарҙа һин ебәргән пластинкаларҙы һалам да рәхәтләнеп тыңлайым. Тәҙрәләр асыҡ, ҡурай моңо әллә ҡайҙарға тарала. Ҡаршылағы Ҡаратауға ҡарап тәрән итеп бер уфтанам да бошоноуым үтеп киткәндәй тойола.
Эй, Ғәйшә, ни һөйләйем һуң мин? Үкенерлекме? Уфтанырлыҡмы? Юҡ, һис юҡ. Һиңә әйткәйнем дә баһа: ҡала тормошо минең өсөн ҡағыҙ сәскә һымаҡ. Кеше күҙенән башҡа тере йән юҡ. Ә бында ағастар ҙа һинең менән серләшкәндәй, сәскәләр ҙә һиңә өндәшкәндәй, шишмә лә серен һиңә һөйләгәндәй, ҡош-ҡортоң йөрөй һинең күҙҙәреңә генә ҡарап, мал-тыуарың күптән тора һиңә текләп, күҙҙәрен мөлдөрәтеп. Ана, мин һиңә хат яҙам: Айзирәгем ҡолон ашата. Ә ҡолоно ҡойроғон сөйгән, алғы аяҡтарын айырып баҫҡан, бына-бына юрғалап китер һымаҡ. Нәркәсем быҙауының муйынын һыйпай, уныһы кинәнеп ипле генә мызылдай. Бына шулай, Ғәйшә, бәхетем үҙ янымда. Мәңге тыңлап туймаҫ оҙон көйҙәрем бар, һөйөп туймаҫ балаларым, һоҡланып бөтмәҫ тәбиғәтем... Ошо бәхетемде тағы ла тулыландырып, нур-яҡтылыҡ өҫтәп ебәргән Маһирым бар. Ҡайтырға уйлаһаң, икеләнмә. Дәртле, сая сағыңды сәнғәткә арнаның, инде тәбиғәт ҡосағына ҡайт».
Хаттың быныһын ни өсөндөр ебәрмәгән. Икенсе төрлө ҡара менән яҙылған тағы бер хаты менән ҡушып бер юлы һалған.
«Был донъя бөтәһен дә белеп яратҡан. Тик үлеме генә йәмһеҙ. Кеше үлгәс, нимәгә теләһә, шуға тарҡалһын да ҡуйһын ине. Шул булһын ине үлем. Мин моң булып балаларым күңеленә урынлашыр инем. Һағышлы моң булып түгел, ә ғәм булып. Ғәмһеҙ, вайымһыҙ булмаһындар өсөн. Кешенең тышын үҙгәртеп булһа ла эсен үҙгәртеүе мөмкин түгел. Шуға ла балаларыма күңел байлығы, күңел хозурлығы бирергә тырышам. Белмәйем, барып сығырмы, юҡмы? Улар сәскәне лә тере тип ҡараһындар, ай менән дә серләшһендәр, тынлыҡта ла өн-ауаз ишетһендәр, үҙҙәрен ҡойондорған ҡояш нурҙарын да тойһондар ине. Йылға аша йәйғор һуҙылғанда, тулҡындарҙа нурҙар уйнағанда, офоҡтарҙы иңләп таңдар һыҙылғанда, моңландырып ҡоштар һайрағанда, ғәмһеҙ ҡалмаһындар ине – йөрәк ҡылдарын сиртеп наҙ йүгерһен, күңелдәрендә моң сыңлап үтһен ине. Йәшәүҙең йәме шунда түгелме, Ғәйшә?»
Ғәйшә был хаттарҙы уҡып сыҡты ла элек иғтибар итмәгән ҡайһы бер фекерҙәрҙе яңынан ҡараны. «Кешенең тышын үҙгәртһәң дә, эсен үҙгәртеүе мөмкин түгел»... Бәхет кенә, шатлыҡ ҡына тураһында яҙылған хаттар булмаған икән дә баһа!
* * *
Көндәр төндәрҙе ялғап бер-бер артлы үтте. Нурлығаяздың да ҡайтыр ваҡыты етте. Ғәйшә ул көндө айырыуса дәртләнеп тотондо һәр эшкә. Хатта бейеп-бейеп китте. Ҡунаҡ саҡырыу ниәте һүрелһә лә, өҫтәл әҙерләне. Нурлығаяз өсөн. Күптәнге хыялы ине уның – ҡунаҡ өсөн әҙерләгәндә, Нурлығаязды ла күҙ алдына килтерә торғайны. Ә ҡунаҡтар, хатта сит илдәрҙән гастролгә килгәндәрен үҙенә алып ҡайтһа, Ғәйшәнең өҫтәлен маҡтап, уға һоҡланыу һүҙҙәре әйтеп китерҙәр ине. Һәр миҙгелгә, тантанаға ҡарата ашъяулығы, майтаҫтамалдары, һауыт-һабаһы бар уның. Әле лә өҫтәленә ерлеге ап-аҡ, ситтәренә суғым-суғым ялан сәскәләре төшөрөлгән ашъяулыҡ япты, шундай уҡ һауыт-һаба теҙҙе. Иртә өлгөргән йәшелсәнән салат әҙерләне, тауыҡ боттары менән картуф быҡтырып, йәшел һуған менән йомортҡанан биҙәктәр һалды. Алтын ялатылған ҡалаҡ-балғалаҡтарын, сәнске-май бысаҡтарын теҙҙе. Хаҡлы ялға китеү уңайы менән үткәрелгән тантанала тыуған көнөнә бүләк ителгән ҡиммәтле гәлсәр вазаға ҡыңғырау сәскәһе ултыртты.
Аш-һыу өлгөрөүгә ишек шаҡынылар. Саҡырылған ҡунаҡ кеүек теүәл ваҡытында килеп етте Нурлығаяз.
– Ин-ин.
Ишектән таныш һын күренде. Тупһа аша атлап уҙғас та, ҡул биреп күреште. Шунан Ғәйшәгә ҡара сепрәктән тегелгән ҡул биштәрен тотторҙо.
– Мәскәүҙән помидор-фәлән алдым. Унда ни уптым йәшелсә һата башлағандар.
Ғәйшә биштәрҙе алып ҡуйҙы. Әллә Нурлығаяздың ҡулынан, әллә биштәрҙән тимер юл станцияларында танауға бәрелгән еҫ аңҡып китте.
– Күстәнәсеңә рәхмәт. Үт, әйҙә, үт. Торма ишек төбөндә.
Нурлығаяз аяҡ кейемдәрен һалмағайны, иҙәндә ишек төбөнә саҡлы түшәлгән затлы келәм күреп аптырап ҡалды. Шунан тупһаға ултырып, аяҡ кейемдәрен һала башланы.
– Ни эшләп тупһаға ултыраһың? Бына бит бүкән бар, – тип, Ғәйшә күн менән көпләнгән бүкәнгә күрһәтте.
– Ҡуй, ундай затлы әйбереңде алып ултырт. Беҙ әрһеҙ бит ул, Ғәйшә, борсолма, – тине Нурлығаяз.
Өҫтөнә шаҡмаҡ биҙәкле костюм, буйлы күлдәк кейеп, ҙур төйөнлө галстук тағып алғайны. Нурлығаязға был галстук ҡамасаулай ине. Ғәйшә:
– Әсәйемдең аласығы иҫкергән, шуға өйҙә бешеренгәйнем. Тынсыу булды ла китте. Өҫтөндө һал, иркенләп ултыр, – тигәс, Нурлығаяз күлдәксән генә ҡалып, креслоға ултырҙы. Тик ни өсөндәр кресло япмаһын ҡайтарып ҡуйҙы.
– Һаман төҫ ташламайһың, ҡыҙыҡай. Мине армияға оҙатҡанда ниндәй инең, һаман шундайһың, – тип, һоҡланыуын йәшермәй, бер килке Ғәйшәгә текләп ултырҙы. Ғәйшә кухня яғына сыҡты ла үҙенә күҙ ташланы. Әйтерһең, өҫтөнә нимә кейгәнен онотҡайны. Аяғында йомшаҡ тапочка, өҫтөндә асыҡ зәңгәр төҫтә, ҡыҫҡа еңле оҙон халат.
– Бейеүселәргә төҫ ташларға ярамай.
– Уныһы шулай, һин беҙҙең кеүек ҡара эштә түгел, бейеүең, төҫөң, буй-һының тотош сәнғәттеке. Хәҙер хаҡлы ялда тиһеңме?
– Ялда тип ни, эшләрмен ул. Мәктәптәме, мәҙәниәт йортондамы. Тегендә лә эш күп тә... Ауылда һәләтле балалар бар. Бәлки, ҡайһы берҙәрен оло сәнғәт юлына сығарып булыр, тигән өмөт менән ҡайттым.
– Уныһы дөрөҫ. Һин бит ауыл ҡыҙы, ер ҡыҙы, тамырың бында тирткән. Олон тамырҙан айырым йәшәй алмай.
– Әйҙә, Нурлығаяз, ҡулыңды йыу ҙа, аш һыуынмаҫ элек ашап алайыҡ. Аш өлгөрөүгә генә килдең. Маҡтап йөрөй икәнһең.
– Маҡтау тигән һүҙ аҙ, Ғәйшә... – Нурлығаяз артабан өндәшмәне. Ашарға ултырғас, Нурлығаяз үҙе өсөн артыҡ тип һаналған ҡалаҡ-сәнсксләрҙе, май бысаҡтарын ситкәрәк этәреп ҡуйҙы ла, салатын да, итле картуфын да аш ҡалағы менән генә һыпырып һалды ла ҡуйҙы. Шунан ҡағыҙ салфеткаларҙы абайламанымы – тарелка аҫтына һалынған сигеүле майтаҫтамалды тартып алып тотош битен, ҡулдарын һөртөп ҡуйҙы.
– Рәхмәт, Ғәйшә, күптән бындай тәрбиәле аш ашаған юҡ ине. Аш-Һыуға оҫта икәнһең. Күңеле матур кеше һәр нәмәгә лә оҫта була ул, тип маҡтап та алды. Ғәйшәнең бөтөн тәне буйлап ниндәйҙер һалҡынлыҡ йүгергәйне, уның маҡтауынан аҙ ғына еңелерәк булып ҡалды. Әммә тағы... Сәй ултыртҡайны, Нурлығаяздың шаҡмаҡлы шәкәрҙе сәйгә тығып алып һурыуын күргәс, бөтөнләй аптыраны, ҡулдары еңелсә ҡалтыранды, тик һиҙҙермәҫкә тырышты.
– Ит ашаһаң, тешкә керә, ашамаһаң, тешкә керә, тигәндәй, ҡартайғас ни тештәр һирәгәйҙе, – тип, Нурлығаяз кеҫәһенән шырпы ҡабы сығарып, бер бөртөгөн алды ла май бысағы менән осламаҡсы булды. Уныһы үтмәне.
– Бысаҡҡынаң да үтмәҫләнгән, Ғәйшә. Был ни бөтөнләй сар күрмәгән дә ул. Алып ҡайтып үткерләп килтерәйемме? Берәй көн килеп йорт-ҡураңды ипкә килтереп китермен әле. Әсәйең дә яңғыҙы булды, әллә ни ҙә бер мин ингеләп сыға торғайным, ары-бире ярҙамлашып.
– Уныһы – май бысағы. Бына икмәктеке.
Ғәйшәнең әсәһе Нурлығаяздың ингеләп, ярҙам иткеләп китеүе тураһында яҙғылай ине. Ошоларҙы хәтерләп, Ғәйшәнең күңеле нескәреп китте. Шулай ҙа эстән генә: «Бөтә ун ике май бысағын да үткерләргә биреп ҡайтарған булыр кәрәк ине. Нимә тиер ине икән?» – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ла артабан уның ҡыланыштарына иғтибар итмәҫкә тырышты. Нурлығаяз ашап туйғас, журнал өҫтәлендә ятҡан альбомды ҡарай башланы. Әлеге Нурлығаяз хыялындағы Нурлығаяздан бик алыҫ һымаҡ тойолоп китте. Сәхнә ғүмерендә бөтөн уңыштарын уға бағышланы, хыялында һәр саҡ янында тойҙо, серҙәрен уртаҡлашты. Ошо Нурлығаяз ине бит һуң уны илһамландырған, ҡанатландырған, һәр саҡ юғарыға әйҙәгән. Күпме хыялланды ошолайтып ултырып, серләшеп, бергәләшеп альбом ҡарау, сәй эсеү тураһында. Әле ошо аҙнала ғына зар-интизар ине. Ә хәҙер... Тиҙерәк сығып китеүен теләне. Яңғыҙы, япа-яңғыҙы ҡалғыһы, рәхәтләнеп илағыһы килде. Хәйер, ул элеккегә ҡарағанда ла яңғыҙыраҡ. Элек, исмаһам, хыялында йәшәгән Нурлығаяз бар ине. Ә хәҙер ниҙер өҙөлдө, йолҡоп алынды. Бушлыҡ, бушлыҡ ҡына ҡалды күңелендә. Ни эшләп улай килеп сыҡты һуң? Үҙем бик һауаланып, эреләнеп киттемме? Әлбиттә, тауҙар араһында ятҡан Байғужа ирен фанданго бейеп йөрөүсе испан егете менән сағыштырып булмай. Ә ни эшләп сағыштырмаҫҡа? Тау араһы булһа ла төпкөл түгел. Хәҙер төпкөл ауыл тигән төшөнсә лә юҡтыр инде... Китапханалар бай, уҡы өйрән, культураңды күтәр.
Нурлығаяз һаман альбом ҡарай, үҙе ҡәнәғәт йылмая ине:
– Ана бит, ни тиклем ил күргәнһең, ни тиклем илдәрҙә башҡорт ҡыҙының бейеүен күрһәткәнһең, һәйбәт инде, Ғәйшә, ни әйтәһең, һинең арҡала бөтөн донъя башҡорт бейеүенең гүзәллеген, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын белгән...
Ғәйшә яңы ғына булып үткән күңелһеҙ күренештәрҙе онотто ла ҡуйҙы. Бығаса уның бейеүен маҡтаһа – маҡтанылар, әммә Нурлығаяз кеүек төплө итеп берәүһе лә әйтмәй ине. Ысынлап та, ул бит башҡорт ҡыҙҙарының вәкиле булып йөрөнө сит илдәрҙә. Әҙәпһеҙләнмәне, һәр ерҙә тәртип һаҡларға тырышты. Уның йөҙөндә һәр саҡ башҡорт ҡыҙҙарын күрҙеләр.
Нурлығаяз ҡайтырға йыйынды. Оҙатып ҡалғанда, күңел төшөнкөлөгө менән түгел, үҙенә ҡарата шундай баһаһы өсөн рәхмәтле булып ҡалды Ғәйшә.
* * *
Бер көн Гөлзәминә килде ат егеп.
– Ғәйшә, әйҙә беҙҙең менән муйыл йыймаға, – тип, атҡа ултыртып алып китте. – Бесәнде бөткәс, бергәләшеп сығырбыҙ туғайға, тип ниәтләнеп йөрөй инем, – тине ул.
Магазинда осратҡан Гөлзәминә түгел ине ул. Береһенән-береһе илгәҙәк балаларын ултыртып алған. Уларына ҡарата әленән-әле иғтибар күрһәтеп, шашып китһәләр тыйып, ипле генә шелтәләп ҡуя. Ә улары әллә нәмә һөйләшкән булалар ҙа хихылдаша ла көләләр. Өлкәндәрҙә эштәре лә юҡ. Гөлзәминә айныҡ, элеккесә матур. Шулай ҙа һөйләшеүе һәлмәкләнгән, әйтер һүҙҙәрен онотоп, зиһене тарҡалып киткән кеше һымаҡ тойола. Муйыллыҡҡа барып еткәс, йырлай-йырлай усаҡ яғып, сәй ҡайнатырға ҡуйып, емеш тирә башлағас, күңеле күтәрелеп китте.
– Һин оҙон көйҙәрҙе оҫта йырлай торғайның, Ғәйшә. Саҡырып алып йырлатырмын, тигәйнем. Көҙгө һуғымдар башланғас, ниәтемде тормошҡа ашырып ҡуйырмын әле, иҫән булайыҡ. Уныһы – аҙаҡ. Ә хәҙер ишеткем килә йырыңды. «Зөлхизә»не ишеткән һайын, һине иҫкә төшөрәм. Әллә ни эшләп шул йыр йәл булып китә, бөгөлөштәрен һинең һымаҡ алмайҙар, әллә тындары етмәй, әллә белмәгәнгә тоҡос ҡына итеп ослап ҡуялар.
Ғәйшә үҙе лә тәбиғәт хозурлығынан йөрәкһегәйне. Дүртәүләшеп йөрөгән, бесән сапҡан ерҙәрҙе күргәнгәме, кире ҡайтарып алмаҫ йәшлеген һағынып киттеме – талғын ғына итеп көй һуҙҙы. Гөлзәминә түгелеп илап ебәрҙе. Йыр өҙөлдө.
– Һин китмә инде, Ғәйшә. Йөрөмәгән илең, күрмәгән ерең ҡалманы. Сәселгән ризыҡҡайың бөткәндер ят ерҙәрҙә. Ошолайтып моң таратып ултырыуҙар үҙе әллә ни бит. Нурлығаяз йөрөй ҡаңғырып. Эсәр һыуҙарығыҙ бергә булғанға яҙмыш яҡынайтҡандыр, тине йәш аралаш. Уның илауы Ғәйшәнең ҡайтыу-ҡайтмауына бәйле түгел ине, быны аңланы Ғәйшә. Тик шулай ҙа:
– Ҡайттым бит инде, әхирәткәйем. Тик кейәүгә сығыр өсөн түгел, ауылдағы балаларҙы матурлыҡ донъяһы менән таныштырыр өсөн, һәләтлеләрен артабан уҡырға барырға әҙерләр өсөн ҡайттым мин.
– Шулай ҙа яңғыҙ ҙа ауыр булыр... Яңғыҙ ҡалма инде һин, Ғәйшә. Тауышыңдың үтә моңло булыуы хәүефләндерә лә ҡуя мине. Тыуғас та моң менән ауыҙландырған һымаҡһың бит. Әллә ни яратам ошо оҙон көйҙәрҙе. Үлгәс, теге донъяға йыр алып китергә мөмкин булһа, минең өсөн ҡурҡыныс булмаҫ ине, әйтәгүр.
– Әйҙә, үлем тураһында һөйләшмәйек. Мин йәшәргә ҡайттым. Уйлап ҡараһаң, мин бөтөнләй йәшәмәгәнмен. Үткән ғүмеремә үкенмәйем, ҡулдан килгән тиклем илемә, халҡыма хеҙмәт иттем. Хәҙер тәбиғәт ҡосағында иҙрәп, кинәнеп йәшәгем килә. Рәхмәт, ҡалай матур сәйәхәткә алып сыҡтың. Иртәнсәктән алып тәбиғәт ҡосағындабыҙ, һыуға төшһәң, балыҡтары аяҡ араһында урала, яланға сыҡһаң, сәскә уртаһындаһың... Донъя шундай матур бит...
– Мин шулайтып һөйләһәм, хыялый кеше һымаҡ күрәләр. Үҙем дә әллә, ысынлап та, хыялыйландыммы икән? – тип уйлап ҡуя инем. Йән аҙығы тапмай аҙапланам мин бында, Ғәйшә. Ошолайтып һөйләшер кешем юҡ. Кешеләргә әллә ни булды: әйбергә, байлыҡҡа табына башланылар. Унан ғүмер оҙайһа, бер хәл. Юҡ. Бына беҙ ҙә тәүҙә матур йәшәнек. Балаларҙы алыр ҙа ҡалаға сығып китер инек. Театрҙарға ла, музейҙарға ла йөрөнөк. Кеше көлә башланы бер саҡ. «Өйҙәрендә һыйыр мөгөҙөнә элерлек нәмәләре юҡ, саҡ аҡса тапһалар, ҡала ти ҙә сығып китәләр. Әллә ҡаланың әсе борщын һағынып торалар инде», – тигән һүҙҙәр ишетелә башлағайны, Маһир китте сәмләнеп. Шунан донъя көтөргә тотондоҡ. Шулайтып нәпсе тигән алама ауырыу йоҡтороп алдыҡ. Миңә ниҙер етмәй башланы, һәр саҡ аш көһәп йөрөгән кеше һымаҡ була башланым. Шунан китте... Бирештем дә ҡуйҙым.
– Эш башла. Әйҙә, бергәләшеп матур итеп эш башлайыҡ. Эш кешене ҡалыпта тота бит ул.
– Эй ҡыуаныр ине Маһирым. Балаларым ҡыуаныр ине...
– Һуң?
– Үҙемә ышанысым бөткән.
– Элек улай түгел инең бит.
– Элек һиңә эйәреп йөрөгәнмен. Үҙаллы булмағанмын. Әле лә кеше һүҙен йыға алмайым.
– Һүҙ йыға алмағас, мине тыңла. Ташла эсеүеңде.
– Эй, Ғәйшә, әйтеүҙәре анһат та ул. Ауырыйым хәҙер. Ҡан баҫымы юғары. Өфөнән күңел елкендереп, ҡанат үҫтерә биреп ҡайттым да артабан оса алманым. Боҙ өҫтөндә янған усаҡ һымаҡ ҡына, тоҡанған урынымды ғына иретә бирҙем дә һүндем.
– Ә ни эшләп башланың һуң?
– Эсеү түгел, эсмәү ғәйеп замандар булды бит. Айныҡ ултырып йырлау ҙа бөттө. Йырлап ебәрһәң, эстеңме әллә, тип аптырайҙар. Сәхнәнең сәхнәһенә сығыр алда эсеп ебәрәләр.
– Ҡуй, Гөлзәминә. Ул тиклем ихтыярһыҙ булма. Әйҙә, матур итеп эш башлайыҡ, һин бейеүгә тәбиғәттән һәләтлеһең. Балаларға ҡалдырайыҡ һөнәребеҙҙе...
Гөлзәминә бер ни ҙә өндәшмәне. Форсат табып, тағы яланға сығырға тип һүҙ ҡуйышып ҡайттылар.
* * *
Бер көн Гөлзәминә иҫереп килеп инде Ғәйшә йортона:
– Үләм, үлтермә, Ғәйшәкәйем, һалҡын ғына сәй бир. Янам, янам. Бына ошо ерҙәрем яна.
Ғәйшә һалҡын сәй бирҙе.
– Рәхмәт. – Гөлзәминә бер тынала эсте лә, һыҡтай-һыҡтай һөйләй башланы. – Ошолайтып йөрөүҙәрем бәхетме ни, Ғәйшәкәйем? Ярҙам ит инде миңә. Ҡәһәр һуҡҡанды, башҡаса ауыҙыма алмам тием дә бит, әллә ни дәрт итеп, ҡул һонола бит шуға. Һинең һөйләгәндәреңде тыңлап, әйткәндәреңә күнеп, эш башлайым, былайтып йөрөмәйем, тип ҡайттым. Юҡ, бер саҡ эс яна башланы. Мин эсһәм дә, аҡылымды юймайым ул. Балаларымдың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Маһирымдың бер ваҡытта ла яғаһы ҡара йөрөмәне. Улар ҡайтыуға бәлештәрем боҫорап ултыра, самауырым шажлай...
– Уныһы шулайҙыр ҙа, әхирәт. Балаларҙың күңел тигән төшөнсәһе лә бар бит. Һинең өсөн оялмайҙармы? Әсәй бит һин, ҡатын кеше. Ташлайым тигәйнең бит...
– Ул һүҙҙе көнөнә нисә тапҡыр әйтәмдер, туҡран тәүбәһе кеүек. Иремдән йә диләнкә, йә сабынлыҡ һорап киләләр. Ғәҙәт буйынса ярты ҡыҫтыралар. Үҙемде саҡыралар. «Аш эйәһе менән татлы, башла, килен. Берәүҙән бер ни ҙә булмай ул», – тиҙәр. Маһир өндәшмәй, ҡарап алған була ла йылмая... Бына шулай башланды. Эй, Маһирымдың йылмайыуҙары... Әле лә һоҡланам мин уға. Йәшел күҙҙәрен секерәйткән була ла... Тороп ҡалыр микән ни минән? Ғәйшәкәйем, был яҡты донъялар менән хушлашырмын инде. Балаларымды, Маһирымды яҙмыш ҡулдарына ҡалдырыуым ошомо икән?
– Һин ни эшләп гел генә үлем тураһында һөйләй башланың? Әйҙә, матурлап сәй эсәйек. Айнырһың. Бүтән эсмәҫһең. Элекке көләкәс Гөлзәминә булып йәшәй башларһың.
– Әллә ни эшләп эсем боша...
– Үтер. Оҙаҡ күрешмәй осраштыҡ. Үкенесле лә, матур ҙа йәшлекте иҫкә алдыҡ. Шуға бошалыр, – тип, Ғәйшә табын әҙерләй башлағайны:
– Ғәйшә, Ғәйшә... – тигән ысын иҫеректәрсә өндәшеүгә әйләнеп ҡараһа, Гөлзәминә дивандан бауланып төшөп бара ине. Ғәйшә уны күтәреп һалмаҡсы булды, кәүҙә ауыр, көсө етмәй аҙапланып торғанда, Рәхилә килеп инде:
– Был иҫерек баш һиндә ултырамы ни? Шуны әҙәмгә һанап диваныңды бысратаһыңмы? Етешмәгән ере юҡ, әйтәгүр, әҙәм ыҙалатҡыстың. Ауыл ҡотон ебәреп ошолар йөрөр эйәртенешеп. Шул өс бисә боҙа ауыл йәмен.
Ғәйшә өсөн Гөлзәминә иң яҡын әхирәт, йәшлек хәтирәләре уртаҡ, иң дыуамал саҡтарҙы иҫкә алырлыҡ берҙән-бер кеше. Шуға ла апаһының һүҙҙәре ҡолағына йоҡманы, бөтөнләй икенсе кешене битәрләй кеүек ине.
– Донъяның ҡойроғон тоторҙай булып, эләккән ерҙән элеп, аҡҡан ерҙән һарҡындыһын ялап тигәндәй йөрөй ана Маһиры. Халыҡ байлығын атаһынан ҡалған малы һымаҡ күреп, бер ағасты ла бушлай ҡырҡтырмай бит ул. Буржуй.
– Кеше хаҡы ебәрәме ни? Бына, күҙ алдында балаларына бәхетһеҙлек булып ҡайтты харам...
– Һаумыһығыҙ! – Ишектә Маһир күренде. – Иртүк әхирәтемә барып ҡына киләм тип сығып киткәйне. Күптән килдеме?
– Әле генә инеп тора.
– Тағы теге аулаҡта булған икән... – Маһир оялыуҙан да, асыуҙан да йәне көйөп, Гөлзәминәнең беләгенән ҡаты итеп тотоп алды.
– Маһир, һинме? Ҡуй, улай ауырттырма, йәме. Минең дә йәнем бар бит. Иҫерек тигәс тә, мин дә әҙәм балаһы, һиңә бынамын тигән балалар үҫтерәм. Биш малай, биш ҡыҙ...
Гөлзәминәнең ҙур асылып киткән күҙҙәрендә йән әсеүле билдәлар сағылды. Ире йәлләп китте, ахыры, беләген ысҡындырҙы ла ипле генә ҡултыҡлап алып сығып китте. Арбаға ла һаҡ ҡына ултыртты. Атын урамдан түгел, тыҡрыҡ яғы һырттан ҡыуҙы.
Ғәйшә, улар киткәс, байтаҡ ваҡыт иҫенә килә алмай тигәндай аптырап баҫып торҙо. Берсә һомғол буйлы, аҡ йөҙлө, һары сәсле, ҡаштарына тиклем һары, йәшел күҙле, әммә бик һөйкөмлө Маһирҙың ҡапыл ғына бөршәйеп бәләкәсләнеп, күҙ балдаҡтарының ҡыҙарып китеүен уйлап йәлләне, берсә ирен шул хурлыҡҡа ҡалдырыусы Гөлзәминәгә үпкәләне...
Нурлығаяз менән үҙҙәре ҡауыша алмаһалар ҙа, әхирәте менән Маһир өсөн шул тиклем ҡыуанғайны Ғәйшә. Улар Гөлзәминә менән бергә уҡыны, Маһир менән Нурлығаяз класташтар ине. Нурлығаяз асыҡ, мут, үҙе гармунсы, йор һүҙле, шаталаҡ булды. Маһир өндәшмәҫерәк, баҫалҡы, күп ваҡытта ҡарашы менән генә аңлатыр ҡырыҫыраҡ холоҡло ине. Ул һөйләгән мәҙәктәрҙе йыш иҫенә төшөрҙө Ғәйшә. Әллә ысынды һөйләне, әллә берҙе биш итеп өҫтәне, иллә-мәгәр ул хәбәр һөйләгәндә, ауыҙ асып тыңлап, көлөп хәлдәре бөтә торғайны.
Бер аҙҙан ишек шаҡынылар. Ғәйшә ғәҙҙәттән тыш бер нәмә көткәндәй, ашығып барып ишек асҡайны, алдында – Гөлзәминәнең йәш сағын күреп аптырап китте. Былай ҙа ҡабатлай ала икән бала әсәһен! Шул уҡ ҡыйылып киткән ҡаштар, уймаҡланып торған эйәк остары, оҙон керпек аҫтында һөрмәле күҙҙәр, сейәләй ҡарағусҡыл ирендәр!
– Мин – Гөлзәминәнең ҡыҙы, Ғәйшә апай.
– Гөлһылыумы? Әйҙүк, балаҡай...
Гөлһылыу борсоулы ине.
– Ғәйшә апай, әсәйем һеҙҙе саҡырғайны. Ауырый.
– Барам, барам, әлбиттә. Хәҙер.
– Мин ат менән килдем. Алыҫ бит беҙгә саҡлы.
– Әйҙә.
Ат уларҙы хан һарайы һымаҡ йорт алдына килтерҙе. Ауылдың мәҙәниәт һарайынан да ҙурыраҡ ине йорт. Асыҡ йәшел менән ҡарағусҡыл йәшел төҫ шул тиклем зауыҡ менән аралаштырып буялғайны ҡойма менән ҡапҡа – ысын сәнғәтсә оҫталыҡ. «Хайран бит!» Әммә һоҡланыуын һиҙҙермәне, был йортто ҡайғы баҫҡайны.
– Ғәйшә, килдеңме? Килереңә ышанғайным. Рәхмәт, әхирәткәйем.
– Ни булды, Гөлзәминә? Ни эшләп ҡапыл ғына бирештең улай?
– Әллә ни булды ла ҡуйҙы. Ҡабат мандый алмам инде. Һул ҡалаҡ һөйәгем аҫтына бөкө тығып ҡуйған һымаҡ. Ғәйшә, балаларҙы тел ярҙамынан ташлама. Башҡа ышаныр кешем дә юҡ бит минең. Үлереңде белеп ятыуҙан да үкенеслеһе юҡ икән. Маһир врач алып киләм тип китте, район үҙәгенә. Врач ярҙамынан үткәнмен. Бәхетеңдең ҡәҙерен белмәнең, ят, әйҙә, эсең өҙөлөп, тигәндер Тәңрем...
Врач килеп өлгөрмәне. Матур ҡара күҙҙәр, һоҡланып туймаҫ донъяны башҡа бер ваҡытта ла күрмәҫ өсөн, йомолғайны.
* * *
Ғәйшә оҙаҡ баҫып торҙо уның янында. Бар тәбиғәт үҙен яратҡан балаһы менән хушлаша һымаҡ тойолдо уға.
– Гөлзәминә, тор. Хәҙер кемдәр минән йырлай-йырлай эйелә-бөгөлә һыуҙар алыр ҙа, йыры ыңғайына тыпырлатып бейеп китер баҫмаларҙа? Минең менән серләшеп, ҡоштар тауышына һоҡланып, берсә моңайып, берсә дәртләнеп йөрөр кешебеҙ һин инең, Гөлзәминә, – тигән төҫлө бойоҡ ҡына аҡты йылға.
– Маһир менән икәүләшеп, өйләнешкән йылығыҙҙы ултыртҡайнығыҙ беҙҙе. Ана ҡара, емештәребеҙ ҡалай суҡ. Сәскәбеҙҙе ҡоймаҫ, аҙаҡ мул уңыш алыр өсөн тырыштың бит үҙең. Һин тәрбиәләнең, һин баҡтың беҙҙе. Кемдәр йыйыр емешебеҙҙе? Ни эшләп улай иртә киттең, Гөлзәминә? Балан менән ҡыҙыл миләште айырыуса яратам, тип, һөйөп-һөйөп китер инең һин беҙҙе. Суйын тултырып балан быҡтырып, балаларың менән күмәкләшеп шау-гөр килеп ашаған саҡтарығыҙ ҡайҙа булды? Шул бәхеттән дә көслөрәк инеме ни эске? Нисек томаланы яҡты зиһенеңде? Яратып туймайым, һөйөп туймайым ошо донъяны, тип һамаҡлай-һамаҡлай йөрөй торғайның бит... – тип хушлаша кеүек ине ихата тулы емеш ағастары.
* * *
Гөлзәминәнең үлеме ауылдағы тормошто, кешеләрҙең йәшәүгә ҡарата фекерҙәрен үҙгәртер һымаҡ тойолдо Ғәйшәгә. Ҡайһы берәүҙәр эскенән баш тартыр, икенселәре вайымһыҙлыҡтан арыныр, өсөнсөләре байлыҡ тип артыҡ шашынмаҫ, аҙыраҡ үҙҙәренә иғтибар итеп, балаларының киләсәге хаҡында хәстәрлек күрерҙәр, тип өмөтләнде. Әммә тормош үҙенсә дауам итте. Хатта бер көн Рәхилә апаһы менән дә һүҙгә килешеп алды.
Уларға барып ингәндә, бал мискәһен йыуып, киптереп йөрөй ине апаһы.
– Ҡойма әле шул нәмәңде, апай!
– Хәҙер бесән ташытыр мәл етә. Кемгә барайым ялынып? Аҡсаға бер кем бер нәмә ҡыбырлатмай хәҙер. Тик шул нәмәне генә там итеп торалар ирҙәре лә, малай-шалайы ла. Ана Хәлимә апай, үҙ ҡулдарым менән ҡойоп бирәһем юҡ шайтан ағыуын, тигән булғайны, ятып ҡалды бесәне, һыйырын һуйып һатты. Хәҙер сәйлек һөттө лә минән ала. Хәҙер кеше генә түгел, үҙ ирең араҡы булмаһа, арҡырыны буй һалмай. Өйҙәш һымаҡ йәшәй.
– Малды үтә күп аҫырайһығыҙ ҙа, йәй буйы этләнәһегеҙ...
– Ә аҡсаны ҡайҙан алаһың? Эш ҡайҙа ҡатын-ҡыҙға! Былай ҙа тырым-тырағай таралышып бөттөләр, кеме ҡайҙа олағып. Йөрөйҙәр ҡаңғырып йә ғаиләһеҙ, йә өйһөҙ.
– Элек нисек йәшәнеләр һуң атай-әсәйҙәр? Ҡалай дәртле була торғайнылар. Хәҙер кешеләрҙең атлауҙарына тиклем үҙгәргән. Тик ашығалар, тик ашығалар. Матур итеп тигеҙ генә баҫып атлаусы ла һирәк ауылда. Хәҙер бөтөнөһөнөң йөҙө йонсоу, һаулыҡ һорашырға ла иренәләр.
– Туҡтап хәл белешеү ваҡытты ала, тиҙәр инде. Ә элек ни бөтөн нәмә арзан инеме, халыҡтың ихтыяжы ҙур булмағанмы? Әле күңел донъяһы тигән төшөнсә юҡ, кешегә тик байлыҡ ҡына кәрәк.
– Ауыл уйындары ла бөткән. Ойотоп бейеп китеүҙәр юҡ, һикерәңләп йөрөүҙән башҡаны белмәй йәштәр.
Ғәйшә был бәхәсте туҡтатып, төп йомошон йомошламаҡсы булды.
– Апай, бер үҙемә уңайһыҙ булыр, әйҙә, Гөлзәминәнең балаларына барып хәлдәрен белеп киләйек, тине.
– Унда ни эшләп йөрөмәксе булаһың? Депутаттар барғандыр әле. Еҙнәңде нахаҡҡа ултыртып ҡуйғас, минең дә хәлем еңел булманы, береһе-бер килеп китмәне. Ярай, Өфөлә дөрөҫлөктө асҡандар. Мәүеш, үҙен-үҙе яҡлап, кәбәнгә утты мин төртмәнем, тип тә әйтә алмаған. Ә уға директорға үс итеп, – уҡыусы балалар үрт һалған.
* * *
Телевизорҙан Вашингтонды күрһәтәләр. Шатлыҡлы, тарихи көндәр. Ике ил етәксеһенең осрашып һөйләшеүе. Тик Маһирҙың зиһене бер нәмәне лә ҡабул итә алманы. Унда болот, томан, буталсыҡ. Балалар иғтибар менән телевизор ҡарай. Маһир күҙҙәрен йомдо... Шул уҡ төш... Юҡ, төш түгел, йоҡламайынса ниндәй төш булһын? Уйҙары төш һымаҡтыр. Гөлзәминә эргәһенә килә лә уйсан ҡарашын уға төбәй: «Маһир, ни эшләп шул тиклем яратам икән һине, әллә күҙ алдарымдан осоп ҡына тораһыңмы? Әллә күрмәҫтәй буламмы? Ә һин ҡаты бәғерлеһең... Исмаһам, бер тапҡыр, яратам, тип әйт».
«Тапты һүҙ. Итәк тулы бала тапҡас, хәҙер мөхәббәт аңлатыу уйыны уйнайыҡмы? Яратмаһам, ни эшләп өйләнәйем?»
«Шулай булғас, ни эшләп мине аңламайһың? Ҡара әле, Өфөнән алып ҡайтҡан ап-аҡ лилиә сәскәләрем өҫтөнә утын ауҙарғанһың? Икәүһе генә имен ҡалған».
Гөлзәминә шул икәүҙе күсереп ултыртҡайны ла, улары шунда уҡ һулыны...
Маһир күҙҙәрен нығыраҡ йомдо, хатта күҙ ҡабаҡтары ауыртып киткәндәй булды. Торҙо ла йоҡо бүлмәһенә китте. Ыңғайында бәләкәй ҡыҙҙары йоҡлап ятҡан бүлмәгә инде. Бәләкәйе һаташа ине: «Әсәй, ни эшләп тәмле генә итеп сәй эсмәнең инде? Әсәй!..» Маһир уның эргәһенә килеп: «Ҡыҙым, күҙ нурҡайым, ҡыҙым, уян. Әллә сәй эскең киләме?» – тип, арҡаһынан һөйҙө. Нәзифәһе күҙҙәрен асып ҡараны ла икенсе яғына боролоп ятты. Маһир уға беренсе тапҡыр, күҙ нурым, тип өндәште. «Балаларҙы артыҡ сөсөлдәтәһең!» – ти торғайны Гөлзәминәгә. Эй, Гөлзәминә... Ә малайҙарға ни ти торғайның әле? «Бөркөттәрем минең, атастар...» Эй, Гөлзәминә, былай булырын кем белгән дә, кем юраған. Иҫән кешегә донъя мәңгелек кеүектер инде...
* * *
Иртәгеһен ял ине. Маһир иртә тороп мал баҡты, һарай тирәһендә йөрөһә, балаларҙың шатлыҡлы ҡысҡырышыуын ишетеп, аптырап китте:
– Ғәйшә апай килә, Ғәйшә апай килә! – тип ҡаршы йүгерә ине бәләкәстәр.
Ғәйшә балалар менән көн үткәрҙе. Көн кисләгәс кенә, ҡайтырға йыйынды. Маһир уны оҙатырға сыҡты.
– Кем уйлаған, Ғәйшә, Нурлығаяз да, мин дә ошо хәлдә ҡалырбыҙ тип? Ғәйшә Маһирҙың ниҙер әйтергә теләп тә ҡыймай барыуын һиҙеп килә ине. Бар ине шул һыйлымының әйтер һүҙе. Ҡатыны үлгәне бирле бер кем менән дә ихласлап һөйләшкәне юҡ.
– Гөлзәминәне юғалтҡас, донъяның йәме лә, ашымдың тәме лә китте ул хәҙер, Ғәйшә. Йә һин иртәрәк ҡайтманың, һине тыңлаһа, был ауырыуға юлыҡмаҫ ине, тип тә уйлап ҡуям. Ҡысҡырыр ҙа кәкүк, һайрар былбыл, шул сағында нисек түҙерһең, тип йырланы ул бер тапҡыр. Яңыраҡ та таң алдынан уянып китте лә: «Моңло ғына тауыш ишеттем дә, йоҡоларымдан илап уяндым», – тип көйләп ятҡан булды. Үҙем ғәйепле, Ғәйшә, үҙем. Донъя тип, иң яҡындарымды онотоп ташлағанмын. Кеше тамаҡ менән генә йәшәмәй, Хоҙай кешегә күңел тигән нәмә лә биргән. Ә мин һайрар ҡошто бикләп тотҡанмын. Бына һинең йөҙөндә нур уйнай, сөнки йөрәгең теләгәнсә йәшәйһең, донъя йәмен күреп ҡыуанаһың. Хәҙер кешенең йөҙөндә нур һүнә бара. Күңелдәрендә моң кәмей.
Эй, Гөлзәминә... Ул бит тәбиғәттең һәр күренешенә, һәр күбәләгенә һоҡланыр, бесән сапҡан саҡтарҙа, сабый балалай ихлас ҡыуанып йөрөр ине. Ә мин аңламаным уны: йәһәтерәк бул, һуҙмаңлама, ямғыр һин таҡмаҡлай тип көтөп тормай, тип ашыҡтыра, ҡабаландыра инем. Ни эшләп, Ғәйшә? Йөрәккәйе һабан турғайыныҡы кеүек ярһыу булған, күңелендә һандуғас һайраған. Ә миңә эш тә эш кәрәк булған. Күңеле бай кешегә – әйбер байлығы үҙе бер тарлыҡ, үҙе ситлек булған. Өйҙөң иркенлеген яратты, балалар иркенләп уйнаһын, иркенләп йөрөһөн, тине. Бала күңелен бала булып аңлау үҙе оло һәләттән киләлер.
– Ни эшләйһең, Маһир? Артҡа юл юҡ. Артабанғыһын уйларға кәрәк. Балаларға ауыр. Мин барғылап йөрөрмөн дә ул...
Маһир ауыр аҙымдар менән һәлмәк кенә атлап ҡайтып китте. Кеше күңелен хәрәкәттәрҙән аңлай алған бейеүсе Маһирҙың ни уйлағанын, ни кисергәнен үтәнән-үтә күрә алды. Кеше кисерешен күҙ ҡарашына ҡарағанда ла хәрәкәттәр нығыраҡ билдәләй. Быны Ғәйшәгә бейеү һалған саҡта ныҡ төшөндөргәйнеләр.
Нурлығаяздың хәрәкәттәре йомоҡ түгел. Яурындары һәр саҡ яҙыҡ, күрешкәндә – һәр саҡ ҡушҡул, йөҙө балҡыу, ихласлыҡ бөркөлөп тора. Ә Маһир йомоҡ. Шуға Гөлзәминә хатында, кешенең тышын үҙгәртһәң дә эсен үҙгәртеп булмай, тигәндер инде. «Яҡын кешең менән бер-беренде тойоп аңлашыуға ни етә һуң. Кешенең эсендә ана шул тойоу теле ята ла инде, Гөлзәминәкәй, хатыңды аңлап етмәгәнмен икән». Нурлығаяздың күңеле бөтөнләй икенсе. «Аңлайым мин һинең бейеүенде, бик яҡшы аңлайым, ҡыҙыҡай. Ай болоттарҙан юғары булһа ғына нурлана ала. Юғиһә, күңелдәрен болот ҡаплаясаҡ, тип бейейһең һиң, Гөлзәминә», – тип хат яҙғайны бер саҡ, Өфөлә концертын ҡарағандан һуң.
Ғәйшә аҙымдарын ҡыҙыулатты. Нурлығаяз килер ҙә ишек төбөндә көтөп торор һымаҡ тойолдо.
1986
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
Г. НОҒОМАНОВА һүрәте.