Бөтә яңылыҡтар
10

Төндә юғалырға хоҡуғым бар (хикәйә)

Йөрәгемде ҡоршаған ут ҡулсаһы тағы ла нығыраҡ өтөп ала. Ниҙер шомландыра мине ҡыҙымдың ҡиәфәтендә, маңлайына бәйләп ҡуйған аҡ таҫма ла, өҫтөндәге таныш түгел оло курткаһы ла... Ә күҙҙәре... Уларҙа һағыш та, әрнеү ҙә түгел, ниндәйҙер ят тойғолар, миңә таныш түгел тойғолар. Ниһайәт, Ләйсәнем урынынан ҡуба ла, йүгереп килеп, мине ҡосағына ала. Ҡосаҡлауында ла хәүеф тоям: ҡайғым уның күңеленә яғылмағандай, арабыҙҙа ҡоршау торғандай. Ҡалҡып, ҙур ҡара күҙҙәренә текәләм, уларҙа ниндәйҙер ят осҡондар.

Төндә юғалырға хоҡуғым бар (хикәйә)

«Төндә юғалырға хоҡуғым бар...»

Виктор Цой

– Доктор, миңә ҡайтырға кәрәк!

Ҡулына бирсәткәләрен кейеп, операцияға әҙерләнгән хирург: «Аҡылдан шаштыңмы?» – тигәндәй сәйерһенеп миңә текләй.

Тик мин аңды-тоңдо аңларлыҡ хәлдә түгелмен: кемдер тәнемдән тарамыш тартҡан кеүек ғәзиз йәнемде һура. Ҡот осҡос һыҙланыу ялҡыны булмышымды ялмаған. Балаһының ғүмере ҡыл өҫтөндә тирбәлгәндә шулай һыҡрай әсәләрҙең күңеле.

– Миңә тиҙерәк ҡайтырға кәрәк, – тип ҡабатлайым, сабырлығымды юйып.

Ауырыу операция өҫтәлендә көтөп ятҡан мәлдә сестраның былай ҡыланыуы башҡа һыймаҫлыҡ, әлбиттә. Тик мин башҡаса булдыра алмайым. Ҡаушап төшкән хирургҡа:

– Мине үлгән тип иҫәпләгеҙ, Ғимран ағай, – тип ҡысҡырам да, ҡалпағымды, халатымды йолҡҡослап ырғытып, тышҡа ташланам. Урам буйлап йүгерәм, ә күҙ алдымда – улымдың моңһоу ҡараштары. Иртәнсәкке наҙы хушлашыу булғандыр кеүек.

Ун дүрт – шундай ҡатмарлы, хәүефле йәш. Һуңғы ярты йылда Искәндәрем шул тиклем үҙгәрҙе. Йә үтә шашып китә, йә бөтөнләй бөлөп, баҫылып ҡала. Үтер әле тип, сабыр ғына көтөп йөрөй инем. Ә бөгөн иртәнсәк ул бәғерҙәрҙе телгесләр ниндәйҙер әрнеү менән, шул тиклем яратып, күҙҙәремә текләп ҡарап ҡалды. Ә мин... нишләп туҡтаманым һуң? Аллаһы Тәғәләгә, әллә нисәнсе ҡат инде, шундай аҡыллы балалар биргәнгә рәхмәт әйтеп, эшемә китеп барҙым.

Йүгерәм. Ноябрь еле еүеш ҡарын битемә килтерә лә сәпәй, килтерә лә... Йүгерәм. Үҙ-үҙемде өгөтләп маташам: «Нимә булһын, алйот, нимә булһын». Әммә йөрәгемдең эсенә инеп ултырған ҡурҡыу ҡамсы кеүек алға ҡыуалай. Ә хәтерем ошондай һиҙемләүҙең булмышымды ҡасан биләгәнен иҫемә төшөрә.

Бынан ун дүрт йыл элек, ошондай уҡ ҡара көҙҙә, ҡаршыма осраған кешеләрҙе бәрә-һуға ашыҡҡайным: алтынсы ҡаттан осоп төшкән иремдең ғазап тулы һуңғы ҡарашын осратыр өсөн ашҡынғайным. «Юҡ, бында алтынсы ҡат юҡ бит!» – Хәйләһеҙ сабый кеүек, үҙ-үҙемде йыуата-йыуата, дөбөр-шатыр тупһаға йүгереп менән дә шомланып ҡатам. Ишек бикле түгел. Ә бит Искәндәр әле мәктәптә булырға тейеш. Эскә ташланам да йәнә туҡтайым: улым иҙәндәрҙе һап-һары итеп йыуған, өйҙө йыйыштырған.

– Искәндәр! – тип өндәшәм. – Улым! – Бүлмәһенә атылам. Йә хоҙа! Балағынам диванда ята. Хас та йоҡолағы кеүек.

– Искәндәр!

Ҡулы йылы. Пульсын ҡапшайым. Леп-леп тибә лә кеүек, типмәй ҙә. Күбәләк ялҡау ғына ҡанат елпегәндәй...

Нишләнең, улым?! Ашығып, тәнен ҡапшайым. Ҡан-фәлән юҡ. Күҙем өҫтәлдәге яҙыуға төшә.

«Әсәй, ғәфү ит мине. Тик минең йәшәгем килмәй, һине ҡайғыртмайым тип тырышып ҡараным мин, инде түҙерлегем бөттө.

Рәйсә апай ғәфү итһен. Морфийҙы мин урлағайным...»

Морфий... Ҡәһәр һуҡҡыр, морфий.

Больницанан тиҙ килделәр. Нимә эшләгәндәрҙер, теүәл генә һис хәтеремдә юҡ. Ныҡ тырыштылар. Тик улым һаман иҫенә килмәне. Бөтәһе лә мине тынысландырырға маташты. Ә мин, ҡарт докторҙың йөҙөнән ҡарашымды айырып ала алмай, уның тойғоларын ауланым, өмөт әҫәре күренмәне.

Ун ике йыл бергә операция өҫтәле артында ҡапма-ҡаршы тороп, уны һүҙһеҙ аңларға өйрәнеп бөткәнмен.

– Ул йәшәйәсәкме, Ғимран ағай? – тип һорарға баҙнат итәм. Үҙем йөҙөндә тойғолар көрәшкәнен көсөргәнеп күҙәтәм: йәлләү менән намыҫы айҡаша, хис менән аҡыл. «Һүнгән өмөттө ләүкетеп ебәреү еңел, ә өмөтләндереп, аҙаҡ яңылышһаң...» – операция алдынан ауырыуҙың туғандары менән һөйләшкәндә һәр саҡ шулай ти ул.

– Сабыр итәйек, Гәүһәр һылыу, – тип арҡамдан ҡаға. – Йәшәүен йәшәй инде, һин быны үҙең дә беләһең. Тик элекке хәленә килерме? Көтәйек.

– Нисек булһа ла йәшәһен, доктор. Нисек булһа ла ризамын, ғүмер буйы арбала этеп йөрөргә лә ризамын, – тип ялбарам.

– Тәүбә, тиң. Бушты һөйләмә. – Тоғро әхирәтем Рәйсә мине ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫа.

Төнө буйы улымдың баш осонда ултырам. Керпек тә ҡаҡмай йөҙөнә текләгәнмен, ҡолағым тын алышын аулай. Ә хәтерем йәнә үткәндәрҙе аҡтарырға тотона.

Ун дүрт йыл элек тә ошолай ултырып балаларымдың (өс йәшен яңы тултырғанының һәм ҡорһағымдағыһының) атаһының тын алышын тыңлағайным. Йән бирер алдынан аҙға ғына аңына килеп, үҙен ғазаплағанды хәл итеп өлгөрҙө ул: «Башҡаға кейәүгә сыҡма», – тине.

Ҡуй инде. Танышҡан көндән үк иҫкән елдән дә ҡыҙғанып аптыратҡайны. Берәйһе һүҙ ҡатһа ла: «Кем ул?» – тип язалар ине. Йылмайып ҡайтып инһәң, шикләнер, моңайһаң, хәүефкә батыр ине. Үҙе дөртләткән ғазап утынан үрһәләнеп, эскегә бирелде, «Һине һөйәркәң менән тотам барыбер», – тип, эскән саҡта балкондан килеп инер ине. «Бер кем дә ҡарамаҫлыҡ булып йөрө», – тип, күк талаҡтай күгәртеп туҡмарға әүәҫләнде. Ә мин, һантый, үҙемсә мөкиббән булып, һуғырға килгән сағында ла: «Ҡайһылай сибәр бит әле ул», – тип һоҡланып торор инем.

Улымдың йөҙөндә – атаһының һыҙаттары. Шундай уҡ киң маңлай, тулҡын сәстәр, оҙон керпектәр.

Мин йәнә шул керпектәрҙең һирпелеп ҡалҡырын көтәм.

Таң алдынан булған хәтәр мәлдә: ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ айҡашҡанда, ҡыйын йәне елпелдәп кенә торған әҙәм балаһына. Шул ваҡыт аман ғына үтеп киткәс, өмөтөм нығый. Ә мине өйөмә ҡыуалар. «Үҙең аҡылдан шашаһың хәҙер», – тиҙәр. «Үҙеңде ҡулға ал,– тип әрләй доктор.– Ила, исмаһам, ила», – тип инәлә, яурынымдан тотоп һелкетә ул.

«Ҡайт инде, – ти Рәйсә. – Оҙатайыммы? Искәндәр янында үҙем ултырырмын. Иҫенә килеү менән шылтыратырмын. Ҡайт, Гәүһәр. Төшкөлөгөн, бәлки, Ләйсән ҡайтып төшөр».

Хәбәр иткәндәр икән ҡыҙыма. «Ләйсән!» – тигәнгә күңелем имшей. Күҙемә йәш тула. Илай-илай өҫтөмә кейенәм. Илай-илай урамдан барам. Аяуһыҙ әҙәмдәр тарафынан көсөктәре һыуға батырылған кәнтәй кеүек шып-шып ҡайтам, эй хоҙайым, һалҡын, шомло өйөбөҙгә ҡайтып өшәнмәһен ҡыҙыҡайғынам. Тик Искәндәрһеҙ уға мин нисек ҡот индерермен? Нисек? Ҡапҡаның бауына йәбешеп, тын алам. Тупһала ҡыҙым баҫып тора. Бәләкәй саҡтан тәрбиәләп, баплап үҫтергән оҙон сәстәре туҙырап яурындарын япҡан. Нескә генә, һомғол ғына – талсыбыҡ кеүек. Башын артҡа ҡайҡайтып ишеккә һөйәлгән дә өнһөҙ текләп тора. «Эй хоҙайым, ҡайһылай матур минең балаларым!»

Йөрәгемде ҡоршаған ут ҡулсаһы тағы ла нығыраҡ өтөп ала. Ниҙер шомландыра мине ҡыҙымдың ҡиәфәтендә, маңлайына бәйләп ҡуйған аҡ таҫма ла, өҫтөндәге таныш түгел оло курткаһы ла... Ә күҙҙәре... Уларҙа һағыш та, әрнеү ҙә түгел, ниндәйҙер ят тойғолар, миңә таныш түгел тойғолар. Ниһайәт, Ләйсәнем урынынан ҡуба ла, йүгереп килеп, мине ҡосағына ала. Ҡосаҡлауында ла хәүеф тоям: ҡайғым уның күңеленә яғылмағандай, арабыҙҙа ҡоршау торғандай. Ҡалҡып, ҙур ҡара күҙҙәренә текәләм, уларҙа ниндәйҙер ят осҡондар. Ә йөҙө ап-аҡ, йонсоу.

– Нишләнең, балам? – тием эсем өҙөлөп.

– Мин ҡотҡарырмын һеҙҙе, әсәй. Икегеҙҙе лә ҡотҡарырмын, – ти ул. Тауышы ла, һүҙҙәре лә сәйер. Яурынымдан ҡыҫып, өйгә алып инә. Сәсемдән һыйпай. Ҡулдары шифалы уның. Шуның өсөн дә врач булырға теләне, медицина институтына инде бит ул.

– Бөтәһе лә яҡшы булыр. Бөтәһе лә яҡшы ,– тип ҡабатлай ҡыҙым. Тауышы ла шифалы, наҙлы. Үҙ ҡаным, үҙ йәнем. Күңелемә һил. Үҙемде кисәнән бирле борсоған һорауымды әйтәм:

– Нишләп үҙ-үҙенә ҡул һалды икән һуң? – тим. – Нишләп йәшәгеһе килмәне икән? Нишләп? Мин бит һеҙ бәхетле булһын тип тырыштым. Ҡулымдан килгәндә лә, килмәгәндә лә тырыштым. Хатта атайығыҙҙың үлеүенә лә ҡыуандым бит эстән генә, үҙемә лә белдермәй генә. Һеҙҙе иреш-талашта, бысраҡлыҡта, ҡоҫҡолоҡта үҫтергем килмәй ине. Һулар һауағыҙ, эсер һыуығыҙ саф булһын тип, уҡыуымды ташлап, ауылға ҡайттым.

Ләйсәнем ябыҡ ҡулдары менән үҙ-үҙен ҡосаҡлап алдымда тора. Ул барыһын да белә кеүек, тик яуап бирергә ашыҡмай. Ә минең көтөргә түҙемлегем юҡ. Искәндәрҙең көндәлеге барлығы иҫемә төшә. Дөбөр-шатыр тартмаһын аҡтарам. Бына ул алһыу тышлы ҡалын дәфтәр. Ҡасандыр уны мин үҙем башлағайным, сабыйымдың тәүге шуҡлыҡтарын теркәп барыр өсөи. Ашығып аҡтарам: былтырҙан бирле бер нәмә лә яҙмаған. Ап-аҡ биттәр... Ап-аҡ. Иң һуңғы биттә генә кисәге көн һәм шиғырҙар:

Я люблю ночь

И это мое право –

любить ночь.

И это мое право –

уйти в ночь.

Виктор Цой.

Төнгә китеү – минең хоҡуғым, ти улым. Ошо һүҙҙәре менән иренемдән ысҡынырға торған рәнйеүҙәргә бик һала. Эйе, уның хоҡуғы! Тик ни өсөн юғалырға теләнең һин төн ҡосағында?

– Көндәлеген һөт менән яҙған ул, – ти Ләйсән. – Утҡа тотһаң, хәрефтәре күренер.– Ҡыҙым алдыма тубыҡланған да ҙур күҙҙәре менән күңелемде айҡай. Туҡта, кемгә оҡшаған һуң ул ошо мәлдә?

– Ул бит романтик. Революционерҙар кеүек яҙам тип көлә ине.

– Газ ялҡынында тотһаң да күренерме?

– Уҡығың киләме? Нимәгә? Уның ниңә йәшәгеһе килмәгәнен мин былай ҙа беләм.

«Белһәң, нишләп ғазаплайһың мине, балаҡай!» Ни өсөндөр китер серен белһәм, ҡайтарыр серен дә асырмын кеүек. Күкрәгенә баҫҡан ташын ҡалҡытһам, һулышы иркенәйер.

– Искәндәр миңә яҙғайны. Шуға ҡайтҡайным бит. Өлгөрөрмөн тигәйнем. – Бары хәҙер генә ҡыҙым илап ебәрә. Ярһып, үкһеп илай. Тик минең генә көтөр сабырлығым юҡ: «Һөйләй һал, балам!»

– Донъя шундай бысраҡ, әсәй... – тип үкһей ул. – Шундай әшәке... Искәндәр Анжеликаны яратып йөрөй ине бит.

– Беләм. Әсәһе һатыусы... Ат кеүек ерән ҡыҙ...

– Шул тиклем мөкиббән китте. Шиғырҙар яҙа, баҫҡан эҙҙәренә табына.

– Тәү тапҡыр ғашиҡ булғанда шулай инде.

– Ә тегеһе көлә генә... Шундай дәртле, ҡыҙыу, яндырай ҡыҙыҡай. Утты, һыуҙы кисеп өлгөргән...

– Искәндәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел инде. Киноартист кеүек...

– Анжелика шуға ла ситкә тибәрмәне инде. Бесәй-сысҡан уйнаған кеүек. Йә ымһындыра, йә ҡыуа. Үткән ялда ҡунаҡҡа саҡырған. Гел өлкән егеттәр. Искәндәр араларында иң йәше. Тәүҙә эсеп иҫереп алғандар. Унан – «групповуха».

– Нимә, нимә?

– Күмәк секс. Искәндәр Анжеликаны алып китмәксе булған. Бынан көлә, мыҫҡыллай башлағандар. Унан егеттәр бөтөнләй шашып киткән, йыртҡысланып алып, ҡыҙҙарҙы мәсхәрәләгәндәр...

Шундай бысраҡлыҡ...

Әммә икенсе көндө Анжелика Искәндәргә: «Миңә был тормош нығыраҡ оҡшай, ә һин эшкә ашмаған һеләгәй», – тигән.

Рәнйеү зиһенемде томалай.

– Бер бысраҡ ҡыҙ өсөн тормоштан ваз кисергә, мине ташларға...

– Ул шул тиклем һыҙланды, әсәй. Аңлайһыңмы? Шул тиклем әрнене ул.

– Аңлайым, балам. Аңлайым. Бөтә әрнеүҙәрегеҙҙе үҙемә алһам ине. Бәләкәй саҡта, абынып китһәгеҙ, инәғош ише ҡанат йәйеп торор инем, ҡурсалар инем. Хәҙер нисек аяйым һуң? Тәүге һөйөү ғазабынан, дуҫтар хыянатынан, яуыздар яманатынан...

Тик уларҙың барыһы ла онотола бит, балам. Теш һыҙлауы кеүек... Түҙергә, үткәрә белергә генә кәрәк. Шул хаҡта әйтмәнем, өйрәтмәнемме ни һуң? Теш һыҙлауын, көндөң яманын үткәргән кеүек.

Күрше бүлмәлә телефон шылтырай, һикереп торам, тик ҡыҙым етеҙерәк. «Рәйсә апай, хәлеңде һораша», – ти ул.

– Бөтәһе лә һәйбәт, – ти әхирәтем. – Элеккесә.

– Хәҙер барам, – тием.

– Һинең килеүең кәрәкмәй. Ял ит. Төнгөлөккә килерһең, – ти Рәйсә.– Кәрәк булһаң, шылтыратырмын. Ышанаһыңмы миңә? Минең һине алдағаным юҡ бит.

Шулай шул.

– Хәҙер сәй әсәбеҙ ҙә, һин ятып йоҡлайһың,– ти ҡыҙым. Уның сынаяҡҡа йоҡо дарыуы һалғанын күрмәмешкә һалышам.

Ҡара төндә ҡара һағыштан уянам. Күҙемде асмаҫ борон уҡ ҡайғым үҙенә йолоп ала. Ҡурҡып ҡына керпек аҫтынан бүлмәләге яҡтылыҡ сығанағына ҡарайым. Өҫтәлдәге май шәм ялҡынына... Ҡыҙым балаҫҡа аяҡ салып ултырған да нимәлер шыбырҙай. Өҫтөндә ниндәйҙер сәйер кейем.

– Нишләйһең, балам? – тип һикереп тороп ултырам.

Ул яуап бирмәй. Үҙе бында ла, булмышы әллә ҡайҙа кеүек.

– Нишләйһең, Ләйсән? – Ҡурҡыуымдан ҡысҡырып ебәрәм.

Ул яйлап ҡына миңә башын бора. Күҙҙәренә аң нуры кире эркелә.

– Нишләйһең?

– Доға ҡылам, әсәй. Ҡурҡма, мин һине ҡотҡарырмын.

Донъялыҡтан ваз кискән ҡараштар. Әрнеү, һағыш, йәнә һөйөү тулы кеүек, әммә шул уҡ ваҡытта был тормоштан өмөтөн өҙгән күҙҙәр. Ҡайҙа күргәнем бар минең ошондай күҙҙәрҙе? Кемгә оҡшатам ҡыҙымдың һулып барған сәскә кеүек һүрәнке, һылыу йөҙөн?

– Мария Дэви, илаһиәм минең, – тип шыбырҙай ҡыҙымдың ирендәре. – Һаҡла, ҡурсала әсәйем менән ҡустымды, Мария Дэви. Гонаһһыҙ йәндәреңде ҡурсала...

Мария Дэви, Мәрйәм ана, Мария Дэви... Шунда ғына уны кемгә оҡшатҡанымды ла, сәйер уйсанлығының, ятһыныуының сәбәбен дә төшөнәм.

– Өфө вокзалында «аҡ монахтар»ға ҡушылырға өндәп йөрөгән ҡыҙ һин инеңме? Рәйсә апайың күреп ҡайтҡайны.

Ләйсән баш ҡаға.

– Һинән быны һис көтмәгәйнем, балам,– тинем һыҙланып. – Һин бит аҡыллы кеше, нисек ышана алдың уларға? Үҙен Иоан Свами тип йөрөткән Кривоногий ҙа, Мария Дэви тигәнең дә енәйәтсе ти бит. Милиция эҙләй.

Кривоногий – зомби әҙерләй торған эксперименттарҙа ҡатнашҡан, кеше психологияһына ҡот осҡос йоғонто яһай ала торған әхләҡһеҙ ғалим. Ул һеҙҙең ихтыярығыҙҙы үҙенә буйһондора, һеҙҙән «үлтер» тиһә, бер ни уйламай үлтерергә әҙер мәхлүктәр яһай. Гәзиттәрҙә уҡыманыңмы ни?

Балаһын юғалтыуҙан ҡото осҡан әсә хисенә буйһоноп, аңды-тоңдо ҡарамай алышҡа ташланғайным –сигенергә мәжбүрмен. Ҡыҙымдың ятһынған ҡарашын күрәм, уның минән тағы ла нығыраҡ алыҫлашҡанын тоям.

– Әсәй, әле һинең ауыҙың менән Иблес һөйләшә, – ти ул, боҙ һалҡыны бөркөп: хәҙер-хәҙер күңелен шап итеп ябыр ҙа бик һалып та ҡуйыр. Зиһенем, ҡойроғона баҫҡан йылан кеүек үрһәләнә лә, хәйләһен таба.

– Өгөтлә мине, – тигән булам юхаланып. – Бәхәсләш. Бәлки, мин дә инанырмын. – Эй, бала, шундуҡ ышана бит әле. Сырайы имшей.

– Ергә килгән һәр бер бәйғәмбәрҙе шулай эҙәрлекләгәндәр, бысратырға маташҡандар. Муса бәйғәмбәрҙең мөғжизәләренән мыҫҡыллап көлгәндәр, Христосты язаға биргәндәр. Мөхәммәтте ҡылысҡа тотонорға мәжбүр иткәндәр.

– Зомби, – тип ҡыҫылмаҡсы булам.

– Зомби, – тип эләктереп ала Ләйсән. – Зомби... Донъя тулған зомбиҙар менән. Наркомандар – зомби. Наркота өсөн әсәләрен һуйырға әҙерҙәр. Эскеселәр араҡы өсөн балаһын һатырға әҙер. Коммунистар, фашистар – үҙ идеяһы хаҡына миллиондарҙы уйһыҙ ҡорбан иткән. Ә һин зомби тип ҡурҡаһың. Көндөң көнө араҡы шешәһе эсенән миллиондарса кеше үлтереүсе сыҡҡанда, Юсмалостың 144 мең «зомби»ҙан торған ғәскәре ҡурҡынысмы ни?

Гөрф итеп тоҡанған ҡыҙым елп итеп һүнә:

– Ҡурҡма, әсәй, – ти ул шым ғына. – Беҙҙең «зомби»ҙарҙың башындағы программаһы берәү генә – заман ахырында үҙебеҙҙе ҡорбан итәсәкбеҙ.

«Ниңә ул ҡорбандар минең өйөмдән сығырға тейеш?» – тип ярһыйым эстән. Тышҡа сығармайым әрнеүемде, һаман алышам ҡыҙымдың рухы өсөн.

– Заман ахырын бер кем дә белмәҫ тип яҙылған Тәүратта. 24 ноябрҙә донъя бөтә тиеү – төптө ялған.

– Замандың ахыры еткән генә түгел – башланған бит, – ти ҡыҙым әсенеп. – Күрмәйһеңме ни – тирә-яғыңда күпме мәғәнәһеҙ үлем, гонаһ, хаяһыҙлыҡ. Ә һеҙ шуны аңларға, танырға теләмәйһегеҙ.

– Кешеләргә шуны аңлатам тип, минең балаларым үҙҙәрен ҡорбан итергә тейешме ни?

Үҙемдең көсһөҙлөгөмдән күңелем тула.

– Эй, хоҙайым, – тип илайым. – Мин гонаһлымын. Аталары үлгәс, ҡыуандым бит. Балаларымды сафлыҡта тәрбиәләрмен, бәхет өсөн үҫтерермен, тинем. Ә уларға был донъяның кәрәге юҡ. Балаларымдың йәшәгеһе килмәй.

Күрше Миңлебикә кеүек аҙып-туҙып, икмәккә туйҙырмай үҫтерергә кәрәк булған һеҙҙе, – тием ҡаным ҡарайып. – Бирьяҡтағы Тимерхандар кеүек эсеп, һуғышып, туҡмаҡлап аҫырарға кәрәк булған. Ана бит, эсәләр, һуғышалар, төрмәгә береһе инә, икенсеһе сыға. Бер ҙә үлергә йыйынмайҙар. Тормошҡа сат йәбешеп яталар.

Ә минең балаларымдың йәшәгеһе килмәй, бысранғылары, әрнегеләре килмәй.

– Иҫеңдәме, әсәй, бәләкәй саҡта уйынсыҡтарыбыҙҙы тотоп уйнарға сыға торғайныҡ. Йомарт булығыҙ, башҡалар менән уртаҡлашығыҙ, тип өйрәтә инең... Ә башҡалар беҙҙең уйынсыҡтарҙы ала, тик үҙҙәренекен бирмәй.

Беҙ ултырабыҙ ҡустым менән ауыҙ асып. Талап алайыҡ тиһәк: «Ҡуйығыҙ, балам, кешене яҡшылыҡ менән генә еңеп була», – тип тыяһың. Һин шул саҡтан уҡ изгелек өҫкә сыҡһын өсөн үҙ-үҙенде ҡорбан итергә өйрәттең.

– Ярар, – тием. – Һинеңсә булһын. Тик үҙеңде минең урынға ҡуйып ҡара ла кәңәш бир.

Ҡыҙым, алдыма теҙләнеп, тубыҡтарымды ҡосаҡлай.

– Ғорурланыр инем, – ти ул. – Аңлайһыңмы, әсәй. Элек беҙҙең кеүектәр революцияға киткән. Кешелеккә бәхет бирәм, тип башын һалған.

– Ә бөгөн «аҡ монахтар»ға китәһегеҙ! – тием үртәлеп. – 24 ноябрҙә донъя бөтмәһә, нимә эшләрһегеҙ?

– Ҡайтырмын, әсәй, – ти Ләйсән. – Ҡайтырға тырышырмын. Ә һин миңә нимә тәҡдим итерһең? Гонаһҡа батҡан әшәке донъянымы? Екһендергес әшәкелекте...

Нимә әйтәйем? Өндәшмәйем, һүҙһеҙ генә ҡыҙымды билдәһеҙлеккә оҙатып ҡалам.

– Ҡайтырмын, – ти Ләйсән хушлашҡанда. – Тик иҫеңдә тот, минең дә «төндә юғалырға хоҡуғым бар».

– Барҙыр, балам. – Ризалашам. Әрнеһәм дә, башҡа сарам юҡ. Үҙем яуап эҙләйем... «Үлмә, тип төнгә юлымды быуҙың. Артабан нисек йәшәрмен һуң?» – тип улым күҙен асыр. «Гонаһҡа батҡан донъяның бысрағын ҡаным менән йыуырға әҙер инем, ҡаршы төштөң», – тип ҡыҙым ҡайтып инер. Инер. Мин быға ышанам.

Нимә тип әйтермен? Уларға яуап табырға тейешмен.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: