Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡәҙриә (хикәйә)

Асылған биттәге шәрә ҡатын-ҡыҙ һүрәтен күреп, еңгәһе бот сабып ҡысҡырып ебәрҙе: – Атаһы-ы! Кил, күр Ҡәҙриәңде нимә ҡыҙыҡһындыра! Ана шул шул: етем башмаҡ аҫыраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр, етем бала аҫыраһаң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр, тип белмәй әйтмәгәндәр. Ошо ҡыҙ йортҡа бер-бер оятсылыҡ килтермәҫ тимә...

Шифалы, наҙлы май төнө. Тышҡа ҡарап ихлас йылмайған тәҙрәләрҙә бер-бер артлы уттар һүнде. Ҡәҙриә, карауатында көйөнсә, веранда тәҙрәһенән ҡарап ята. Баҡсалағы алмағастар тотош аҡ сәскәгә төрөнгән, өй тәҙрәһенән төшкән ут яҡтыһында улар тирәләй себен-серәкәй әйләнгәне күренә, сәскәле йылы төнгә улар ҙа ҡыуана, күрәһең. «Ошо саҡ ауылда булһаң ине ул, – тип уфтана Ҡәҙриә, башын яҫтығынан ҡалҡыта биреп. – Беҙҙең өй алдында үҫкән алмағас та, оләсәһе әйтмешләй, туй күлдәге тектереп кейгәндер инде...»

Ошондай тымыҡ кистәрҙә Ҡәҙриә менән оләсәһе өй алдындағы баҡсаға сығып ултырырға, Ирәндектән ағып төшкән тау йылғаһының шарлап-шаулап атынғанын тыңлай-тыңлай әңгәмәләшергә ярата торғайнылар.

– Ҡәҙриә, – тип әкрен генә өндәшә оләсәһе. – Ситдыҡ ҡарттың килене кейәүе ҡаланан алып ҡайтҡан тауарҙы тектереп кейгәнме шул?

Ҡәҙриә аҙыраҡ уйланып тора ла иҫенә төшөрә:

– Тектергән, тектергән, Өммөгөлсөм инәй тегеп биргән.

– Өммөгөлсөм, тиң?.. Әләйһәң, бер йыуыу менән итәге һалынып төшә инде уның.

– Ниңә?

– Ниңә тип, кәүҙә яғын типә-тиң итеп бесә лә ҡуя ла ул, бәләкәй генә ҡабырға тирәһенән алыңҡырамай.

Ә инде Ситдыҡ ҡарттың килене йомошҡамы, хәл белергәме уларға инһә, оләсәһе әлеңге фекерен еткереп ҡуя:

– Килен, Өммөгөлсөмдән тектергән күлдәгеңде кейгәйнеңме?

– Эйе лә, шуны кейгәйнем.

– Әйтәм дә ике яҡ сабыуы һалынып тора, бәләкәй ыҡсымдап алмаһаң, булмаҫ...

Оләсәһе, һуҡырайғанына байтаҡ ғүмер уҙһа ла, күҙле кешенән былайыраҡ көллөһөн дә белеп-күреп ултыра торғайны шул. Уларҙың әңгәмәһе ҡайһы саҡта, ваҡ-төйәк, күрше-күлән хәлдәренән үтеп, ауыл, колхоз тормошо тирәһенә лә күсә.

– Ҡәҙриә, – тип һүҙ башлай оләсәһе, – Хәтипте председателлектән төшөрәләрме-ниме тигән хәбәр бар ине, ни эшләтеп ҡуйҙылар икән?

Һыу-һауға, йомош-юлға йөрөгән Ҡәҙриә, әлбиттә, ауыл хәлдәрен оләсәһенән күберәк белә, шуға күрә йәһәтерәк яуап бирергә тырыша.

– Төшөргәндәр, оләсәй, төшөргәндәр. Кер сайҡағанда Хажмөхәмәт апаның әбейе һөйләп торҙо. Апаң уны ҡалдырыуға аяҡ терәп ҡаршы торған, ти.

Оләсәһе был юлы ла үҙенсә йөпләп ҡуя:

– Шулай итмәй ни... Хәтипкә тағы күпме колхозды яҫтап ятырға була? Хажмөхәмәт апаңды әйтәм, донъя күргән кеше, юҡҡа туламаҫ...

Һуҡыр булһа ла, бөтәһен күреп-белеп ултырған өсөнмө, өләсәһенең Күрәҙә Кәримә тигән ҡушаматы бар ине. «Ҡыҙыҡ, – тип аптырай Ҡәҙриә. – Улай күрәҙә булғас, үҙенең донъя ҡуйырын да, Ҡәҙриәнең, өйө тәҙрәһенә арҡыс-торҡос таҡта ҡағып, һыйырын һатып, икенсе яҡта йәшәгән ағаһы менән еңгәһе йортона күсеп китерен дә алдан белдеме икән ул? Белһә, ниңә уларға күсеп барғас, ейәнсәренә үҙен нисек тоторға, еңгәһе ирешмәһен өсөн нимә эшләргә икәнен әйтеп ҡалдырмаған?»

Ҡәҙриә, ҡарашын тәҙрәнән алып, салҡатан төшөп ятты, карауаты шығырҙаған ыңғайға ҡаты көрһөндө: юҡ, белмәй шул Ҡәҙриә бында нисек йәшәргә. Нимә эшләһә лә, еңгәһенең бүҫеренә ярамай. Бөгөн дә еңгәһе уға сепрәк тотторҙо ла ялтырап торған ҙур шкафҡа тыңҡыслап тултырылған китаптарҙың туҙанын һөртөргә ҡушты, һөртә торғас, китаптарҙың бер төҫтәрәк – йә ҡара йәшел, йә асығыраҡ йәшел булыуы буталдырҙы ла ҡуйҙы. Ҡәҙриә, алған китабын ҡайҙа ҡыҫтырырға белмәй, аптырап ҡалды, эсеп асып ҡарағайны, китап, әмәлгә ҡалғандай, шау һүрәт булып сыҡты. Һүрәтенә әүрәп, Ҡәҙриә әле бер, әле икенсе битен асты: ҡайҙа һуғышалар, ҡайҙа бала йоҡлаталар; йә бик уҫал, йә бик рәхимле, изге йөҙҙәр баға – көллөһө лә хас та ысын инде... Ә бынауында йәш бер ҡыҙ йомшаҡ ҡына бәрхәт тауарҙар өҫтөндә йоҡлап ята; ағастар, һауа – һәммәһе лә уның тыныс йоҡоһон һаҡлай. Ҡалай матур... Был ҡыҙҙың һыны хас беҙҙең Ситдыҡ ҡарт килененекенә оҡшаған». Ҡәҙриә, китапты тотҡан килеш, уйға ҡалды.

Йәй көнө һыу ингәндә күргәйне уны. Ҡояш яҡтыһында баҡырҙай ялтырап үҙенә тартып торған тәнле, ҡупшы кәүҙәле киленгә байтаҡ һоҡланып ҡарап торҙо ул. Унан еңгәһенең тәненә һаҡ ҡына ҡулын тейҙерҙе. Тегеһе, тертләп, Ҡәҙриәгә боролоп ҡараны: «Ни булды, һылыу?» «Матур, – тине Ҡәҙриә, ихлас йылмайып. – Ҡалай матурһың...»

– Их, – еңгәһе Ҡәҙриәгә йәлләмес итеп ҡараны. – Һин дә матурһың бит. Оләсәйең һиңә шул хаҡта әйткәне бармы?

...Эйе, Ҡәҙриәгә ҡарап уфтанғаны бар ине оләсәһенең. Ҡайһы саҡта төндәрен, ейәнсәре йоҡлай типтер инде, үҙенә-үҙе һөйләнгәндәй итеп: «Эй илаһым, был ҡыҙҙы сабый сағынан етем итеүең етмәгән, зиһенгенәһен дә аяманың шул, – тип өҙгөләнә-һыҡрай торғайны. – Был саҡлы төҫ биргәнсе, яҙыу-ҡара танырлыҡ ҡына булһа ла зиһенен ҡалдырһаңсы...» Э-й-й, оләсәһе әйтмешләй, зиһенле булһа, үҙ ирке менән еңгәһенә баҡма булып йәшәр инеме ул?!

– ...Ней ҡатып ҡалдың? – Еңгәһе туйған өйрәкте хәтерләткән кәүҙәһен атлаған ыңғайға бәүелтә-бәүелтә Ҡәҙриә эргәһенә байпанланы. – Ни заман ваҡыт үтте, һаман бөтмәгән. Ағайың да ҡайтты, мунсаны бөтөрөргә кәрәк. – Ул, май баҫҡанға күрә сысҡандыҡылай ғына ҡалған күҙҙәрен бәзерәйтеп, Ҡәҙриә ҡулындағы китапҡа үрелде. – Ҡана, белгән кешеләй булып, нимәгә ҡарап шаҡ ҡаттың икән... – Асылған биттәге шәрә ҡатын-ҡыҙ һүрәтен күреп, еңгәһе бот сабып ҡысҡырып ебәрҙе: – Атаһы-ы! Кил, күр Ҡәҙриәңде нимә ҡыҙыҡһындыра! Ана шул шул: етем башмаҡ аҫыраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр, етем бала аҫыраһаң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр, тип белмәй әйтмәгәндәр. Ошо ҡыҙ йортҡа бер-бер оятсылыҡ килтермәҫ тимә...

Ҡәҙриә, ни булғанын төшөнә алмай, баҫҡан ерендә ҡатып, ҡаушап ҡалды.

Ағаһы ҡатыны ҡулынан китапты алып, тышын ҡараны:

– Үҙең дә инде... Сәнғәтте белгән әҙәмдәй, быны нимә тип алдың инде?

Еңгәһе, үсеккән бала төҫлө, ирендәрен бүлтәйтте:

– Бынау хәтле донъянан, мал-тыуарҙан бушап, китап тоторға ваҡытым ҡаламы икән минең? Әлеге тышы келәмдәргә төҫләшкә күрә алғайным, һаман да шул һинең абруйың өсөн тырышам. Ҡунаҡҡа килгән начальниктәрең: «Меҫкендең ҡатыны өйөн зауыҡ менән йыйыштыра ла белмәй икән», – тип әйтмәһендәр тиеүем...

Ағаһы, бәхәс бөттө тигәндәй, ҡулын һелтәне:

– Йә, ярай, ярай. Миңә ҡалһа, уҡымағас, был китаптарҙың әллә нигә кәрәге юҡ, саң ояһы булып яталар шунда.

Еңгәһе, әлеге китапты кире урынына ҡыҫтырып ҡуя-ҡуя, инде тынысланып, күгәрсендәй гөрөлдәне:

– Ҡуй, Басир, улай тимә әле. Вәкил Ғимаевичтең өйөндә әҙме китап? Бөтәһе лә ҡалындар, тимәк, затлылар...

– Вәкил бит ул. Улар, исмаһам, уҡып кинәнә торғандарҙыр.

Ҡатыны, ауыҙын мыҫҡыллы ҡыйшайтып, иренә ҡараны:

– Уҡый, ти, уҡымай ни... Тыуған көнөнә барғанда, кеше килгеләгәнсе мәрәкә өсөн, икәү-өсәүһен асып ҡарағайным, хатта биттәре бер-береһенә йәбешкән көйөнсә тора.

Ағаһы, йыуашайғандан-йыуашая барып, креслоға ултырҙы:

– Әлләсе... Үҙең беләһең. Вәкилде лә донъя баҫты шул, машина алды, баҡса, мәжлес-йыйын... Тормош уны ла үҙгәрткәс, миңә ни ҡала.

Еңгәһе менән ағаһы дыуланылар ҙа яраштылар, стена аша уларҙың көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкәндәре, көлөшкәндәре ишетелә, ә бына Ҡәҙриә, үҙен ни өсөн ғәйепләгәндәрен төшөнмәгәнлектән, борғоланып, йоҡлай алмай ята...

* * *

Баҡсала ҡоштарҙың уҙышмаҡтан һайрауына уянды Ҡәҙриә. Башын ҡалҡытып, тәҙрәгә ҡараны: алмағастар ҡояш яҡтыһында тағы ла матурайып, алсаҡланып киткән. Оләсәһе тере саҡта: «Алмағастар ниңә туй күлдәген йәй буйына һалмай ғына ултырмайҙар икән? Ҡалай матур булыр ине», – тип һорағайны Ҡәҙриә. Быға ҡаршы оләсәһе: «Һәр нәмәнең үҙ мәле, үҙ миҙгеле, – тип яуап ҡайтарҙы. – Ҡыҙҙар ҙа бит туй күлдәген ғүмергә бары бер кейә, ә шуның йәмен, ҡыуанысын йөрәгендә мәңге һаҡлай». Ҡыҙыҡһыныуы көсәйә төшөп, Ҡәҙриә оләсәһенә яҡыныраҡ күсеп ултыра:

– Оләсәй, ә туй бөткәс, күлдәктәрен ҡайҙа итәләр улар, ҡабат кеймәгәс?

– Һандыҡта һаҡлайҙар. Ваҡыт ашауҙан, туҙандан, ҡарайыуҙан ҡурҡалар. Тун күлдәге бит, балаҡай, тоғролоҡ, инсафлылыҡ билдәһе булып ята. Йәшлек бит ул шундай ҡыҫҡа, уның хаҡында хәтерләтер изге бер ҡомартҡы ла ҡалдырмағас... Ҡәҙриә ҡап-ҡара ҡаштары аҫтында тағы ла асығыраҡ күренгән йәшкелт һары күҙҙәрен өләсәһенең нуры ҡайтҡан ҡарашына төбәне:

– Оләсәй, ә ниңә һинең һандығыңда туй күлдәгең һаҡланмай, әллә йәш булманыңмы бер ҙә?

– Диуана, – тине оләсәһе, көлөмһөрәп. – Булды минең дә йәш сағым, еләктәй саҡтарым булды. Тик ул ваҡытта туй күлдәге урынына селтәр-ҡашмау һалындыра торғайнылар, һуғыш мәлендә, ашарға тәғәм ризыҡ ҡалмағанда, Сәрбиямал ҡарсыҡ шулар өсөн хатта бер күнәк он бирмәксе ине, үҙенең селтәрен йот йылында бер ҡаҙаҡ һолоға алмашҡан булған. Шул... Алабута икмәге, кесерткән ашы ашаһаҡ ашаныҡ, әсәйемдең бүләген – туй кейемемде ризыҡҡа алмашманым. Мин үлһәм, һиңә ҡомартҡы булыр...

– Оләсәй, ә, оләсәй, минең, – Ҡәҙриә алмағасҡа ҡараны, – ошо алмағастыҡы төҫлө туй күлдәгем булырмы икән?

Оләсәһе, ниңәлер, дерелдәп торған ҡулын ейәнсәренең башына һалды:

– Әй балам, оләсәйең ҡомартҡыһынан да ҡәҙерлерәк нәмә бармы? Унан һуң, бынауы алмағас туй кейемен һин ҡарап һоҡланһын, ҡыуанһын тип яҙ һайын кейә бит ул. Шуны күреп ултырыу бәхетенән дә ҙурыраҡ бәхет бармы әллә?!

...Ҡәҙриә, баҡсаға сығып, алмағастың ҡарҙай аҡ, ебәктәй йомшаҡ сәскәләренә сикәләрен терәп иркәләмәк булып, һикереп торғайны, веранданың таҡта менән генә бүленгән икенсе бүлмәһендә ағаһы менән еңгәһенең һөйләшкәне ишетелде. Ҡәҙриә, сығырға ла, сыҡмаҫҡа ла белмәй, шымып ҡалды.

– Әйҙә, Басир, ҡапҡылап кит, бараһы ерең алыҫ, ҡасан иртәнгене ашаясаҡһың әле?

Еңгәһенең сәй ҡойғаны, ултырғысын эйгәнсә шығырҙатып ултырғаны ишетелде, унан йәнә мыйылдап ҡына иренә өндәште:

– Ба-сир-ир, әллә, мәйтәм, туйға Әшрәф Закировичте лә алабыҙмы? Ни тиһәң дә, көнөң төшмәй түгел, төшөп тора. Әле...

Еңгәһе тағы ниҙер әйтергә уҡталғайны, ағаһы һүҙен бүлеп өлгөрҙө:

– Ҡуйһаңсы, Ғәшүрә... Былай ҙа тик түрәләр саҡырылды...

– Һуң, Басир, бер кәрәк кеше гел кәрәк бит ул. Яңғыҙ ҡыҙыңдың туйын ашатмаһаң, аҙаҡ ҡалайтып күҙенә күренерһең? Туйға саҡырмағайның, йомошоң төшкәс, мин кәрәк булдыммы тиер.

– Шулайын шулай ҙа, тик бына, – ағаһы тамаҡ ҡырҙы, – ағай-эненән уңайһыҙ. Башҡа мәжлестәрҙә күптән булмайҙар, хет ҡарындаштарының туйынан ҡалдырмаҫҡа ине...

Ағаһы нисек кенә ипләп әйтергә тырышһа ла, еңгәһе, ҡоро ағас төҫлө, сатырҙап тоҡанып китте:

– Эй байғош, ағай-эне тип һаҡалың ағарҙы инде. Эшкинмәгән, алйорош Ҡәҙриәне лә, ағай-эненән оят тигән булып, үҙ белдегең менән күсереп алып ҡайттың, иту өндәшмәнем, әле булһа тешем ҡыҫып түҙеп киләм. Ҡәҙерҙе белмәй, йәнә ауыҙ тултырып ағай-эне тип ултыраһың...

– Ғәшүрә, ҡуйсы, Ҡәҙриә ишетер...

– Ишетһә... Миңә тиһә, ниңә ҡаҙалып китмәй! Ысын әле, кешемен тигән кешеләр менән йөрөшә башлағас, инде әҙәм булдым тигәндә, маҡтаулы ҡыҙ – туйында, тигәндәй, килделе-киттеле хәбәр һөйләп ултыраһың. Хәҙерге заманда кем нәҫел-нәсәп ҡыуа? Хәҙер, Басирҡайым, кемдән файҙа күрәң – шул туған. Анау һин саң ояһы тигән китаптарҙы ла, белгең килһә, танышың булһа ғына, һатып алаһың, блатың булһа ғына, яҙылаһың...

Еңгәһенең тағы сурытырға иҫәбе бар ине шикелле, ағаһының сынаяғын этәргәне, урынынан торғаны ишетелде:

– Йә ярай, Ғәшүрә, һинән тыуған ҡыҙ, теләһәң кемде саҡыр. Әйткәндәй, Зөлфиәнең туй күлдәге әҙерме шул?

Тегеһенең, турһылдап, сәйен һемергән ҡатыш ҡына:

– Әҙер, бөгөн барып алам, – тигәне ишетелде.

* * *

«И-и, былар туйға әҙерләнәләр икән дә...– Ҡәҙриәнең күҙ алдына йоморо ғына, гел көлөп тора торған кескәй ҡыҙ килде. – Шул үҫеп, буйға еттеме икән ни?! Әллә ҡайҙа алыҫта ҙур уҡыу бөтөп эшләй тиҙәр ине шул...» Оләсәһе уны һинән саҡ ҡына ҙурыраҡ ти торғайны бит әле. Хәҙер ҡалай икән ул? Әсәһенә оҡшап, ямаҡай булмаһа ярар ҙа.

...Нәҙек оҙон буйлы, ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған ҡара бөҙрә сәсле ҡыҙ килеп ингәндә, Ҡәҙриә Зөлфиә бүлмәһен йыйыштырып йөрөй ине. Инеүсе ҡаршыһына аһылдап еңгәһе йүгерҙе:

– Аһ-аһ, Зөлфиә, һинме? Мин әле һеҙҙе кейәү менән иртәгә киләләр икән тип торам. Имен-аман ҡайттыңмы? Кейәү бала ҡайҙа?

Әсәһе, тоҡор ҡулдарын йәйеп, ҡыҙын ҡосағына алып һөйҙө. Тегеһе, әсәһенә яуап бирә-бирә, Ҡәҙриәгә табан атланы:

– Килә, иртәгә килә. Мин һиңә булышайым тип алдараҡ ҡайттым. Әсәй, был матур ҡыҙ кем була?

Ғәшүрә еңгәһенең йылмайыуы, һығып алғандай, юҡ булды:

– Әй, был ни Ҡәҙриә бит. Атайыңдың бер туған апаһының ҡыҙы.

– Ә-ә, һаумы, Ҡәҙриә? Оләсәй донъя ҡуйған тип ишеткәйнем шул...

Зөлфиә, Ҡәҙриә менән күрешкәс, радиола өҫтөндә ултырған алтындай һары сәсле ҡурсаҡты ҡулына алды. Ниңәлер йөҙө үҙгәреп, болоҡһоп китте уның, нәфис кенә танау япраҡтары дерелдәне, керпектәре араһында йәш бөрсөктәре емелдәне. Уны күҙәтеп торған Ҡәҙриә лә, танауын тартып, мөйөшкәрәк сикте, тик Ғәшүрә еңгәһе генә, креслола йәйелеп ултырған килеш, кемдәрҙе саҡырғанын, ниндәй ашты күпме әҙерләгәнен тәмләп һайрай бирҙе. Зөлфиә, әсәһе һөйләгәнгә ҡолаҡ та һалмай, ҡурсағы эргәһендә тубыҡланған көйө, үҙенең ҡара сәстәрен тегеһенең һары сәстәренә терәне:

– Ҡайттым, Алтынайым. Тағы ҡайттым бына... Эҫе сахраларҙа донъя буйы ер ҡыҙырып, һине күрергә сарсап-һыуһап ҡайттым... Ә һин үҙгәрмәгәнһең, Алтынайым. Әллә инде ваҡыт туҡтап торған, әллә һин, – бала сағым, иҫәр йәшлегем – хушлашырға килдең бында?.. Ә мин... – Зөлфиә күҙҙәрен ҡурсағының ебәк толомона йәшерҙе, – егет йәре инем, ир ҡатыны булырға ҡайттым. – Шунан ул танауын Алтынайҙың төймәләй танауына терәне: – Көймәйһеңме? Һәйбәт кеше ул, сәстәре лә һинекеләй алтын һары, күҙҙәре лә нәҡ һинеке – асыҡ зәңгәр. Ул да яратыр һине, Алтынайым, аҫыл ҡурсағым...

Ҡәҙриә, быларға һиҙҙермәй генә, бүлмәнән сыҡты, верандаға инеп, бәләкәй генә ағас һандығын асты, ундағы кәнфит ҡағыҙҙарын, матур таштарҙы һыйпаны, үҙен аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла тыуған ауылына, оләсәһе йортона ҡайтҡандай, уның йылыһын тойғандай хис итте; усаҡта күмеп бешергән көлсәнең тәмен татығандай булды.

Ул арала еңгәһенең алсаҡ тауышы ишетелде:

– Ҡәҙриәү! Анау ағас башлы диван-карауатты Зөлфиә бүлмәһенә индереп ултыртайыҡ әле. Үҙгәрткәнде яратмай торған тип, үҙе ҡайтҡанын көтөбөрәк торғайным да... Кейәү баланы ҡалайтып тимер карауатҡа һалмаҡ кәрәк? И-и, быларҙың көткән донъялары тиер. Ҡоҙаларҙан, килгән-киткәндән дә оят...

Ҡәҙриә еңгәһе менән диванды ишеккә һыйҙырырға маташҡанда, Зөлфиә килеп сыҡты ла юлға арҡыры торҙо:

– Кәрәкмәй. Әсәй, ишетәһеңме? Кәрәкмәй. Үҙегеҙ йәшәгән яҡты теләһәгеҙ ҡырҡҡа төрләндерегеҙ, әммә минең бүлмәгә теймәгеҙ, нисек булған – шулай ҡалһын... Беҙ киткәс, унда Ҡәҙриә йәшәһен.

Әсәһе аптырап бот сапты:

– Тәүбә... Берәү булһа, күрмәгән кейәүҙе шулай ҡәҙерләгәнгә ҡыуаныр ине...

Зөлфиә, китә башлаған еренән туҡтап, артына әйләнде:

– Ә ул комфортҡа өйрәнмәгән.

Ғәшүрә еңгәһе шундағы ултырғысҡа лап итеп ултыра төштө, үтә күрә торған ҡараштарын, тәү күргәндәй, ҡыҙына төбәне:

– Аба-а-ау, шул тиҫкәрелегең икән дә, Зөлфиә?! Ата-инә ҡуйынының ҡәҙерен белмәй сығып китте, донъя үҙгәртер әле тиһәм... Был тиклем оләсәңә оҡшап тыумаҫһың! Иҫ инә башлағас, баланы боҙмайым тип, ебәрмәй, аралаштырмай ҙа ҡарағайным бит... Ғүмер буйы атаңды тәрбиәләп иҫем китте, быныһы ла ташҡүлсәйем. – Еңгәһе, иламһырап, ишеккә кипсәлгән диванға ҡараны. – Йә, быны ҡайҙа ҡуям инде? Ошондай расхутлы саҡта... Былай ҙа инде, туй үткәрәм тип, гарнитурға тиклем алмаштырылды. Ҡыҙ оҙатҡан – ҡыҙыл яланғас ҡалған, тип тиккә әйтмәгәндәр, ахырыһы.

– Ҡайғырма, әсәй, хаҡын түләрмен. – Зөлфиә, иңкештән ҡасҡандай башын сайҡап, баҡсаға сығып йүгерҙе.

* * *

Оҙаҡ көткән, күп әҙерләнгән туй бер көн эсендә шаулап-гөрләп үтте лә китте. Ҡәҙриә, һауыт-һаба йыуыуҙан бушап, ҡунаҡтарға абайлап ҡарай ҙа алманы. Ара-тирә яйын килтереп, туй күлдәгендә үткеләп-һүткеләп йөрөгән Зөлфиәгә генә күҙ һалды: «Бигерәк килешә шул үҙенә аппасыҡ ебәктән ҡабартып ҡына тегелгән күлдәк. Их, оләсәһе күрһә ине Зөлфиәне бөгөн, ҡалай ҡыуаныр ине бахырҡай. Зөлфиәнең кейәүе лә бер ҙә уҫалға оҡшамаған, һыу һорап эсһә лә, йылмайып, рәхмәтен әйтә, – Ҡәҙриә, талған аяҡтарын ҡосаҡлап, карауатына менеп ултырҙы. – Зөлфиә өйҙә саҡта һәйбәт тә ул, еңгәһе лә артыҡ екеренмәй... Тик был ҡыуаныс оҙаҡҡа бармаҫ шул: Зөлфиәләр иртәгә йәнә сүллеккә осалар ти бит... Йә, ул да мәрәкә кеше: әсәһенең өйөндә ҡош һөтөнән башҡаһы бар, ә ул ҡайҙалыр алыҫта, еңгәһе әйтмешләй, ер аяғы, ер башы ерҙә сөсө һыу эҙләп йөрөй, хатта шуның өсөн биш йыл уҡыған да ти бит әле... Ҡыҙыҡ, Ҡәҙриә, Зөлфиә ише зиһенле бала булһа, кем булыр ине икән? Юҡ, Зөлфиә һымаҡ әллә ҡайҙа һыу эҙләп сығып китмәҫ ине ул, әллә ҡалай ҡурҡыта ла... Ул бына тегенсе булыр ҙа эй тегер ине ҡыҙҙарға туй күлдәген, эй тегер ине!..

Ҡәҙриәнең уйҙары ошо тәңгәлгә еткәндә, шым ғына ишек асылды, унан Зөлфиәнең бөтөркәле башы күренде:

– Ҡәҙриә, эргәңдә әҙерәк ултырайыммы?

Ҡәҙриә шылып урын бирҙе:

– Әйҙә, ултырһаң ни...

Зөлфиә, Ҡәҙриәгә һыйынып, яурынынан ҡосаҡланы.

– Ҡәҙриә, оләсәйҙе һин бик ярата инеңме?

Ҡәҙриә, карауат эргәһендә иҙәндә ултырған һандығына ҡарап, тәрән көрһөндө:

– Оләсәй һине лә йыш ҡына телгә ала торғайны, Зөлфиә.

Зөлфиә нескә бармаҡтарын сәс бөҙрәләренә батырҙы:

– Ҡәҙриә, әйт әле, мин ысынлап оләсәйгә оҡшағанмынмы?

Ҡәҙриә уның оләсәһенеке төҫлө көмөрөрәк танауына, боландыҡы төҫлө ҡыяраҡ ҡара күҙҙәренә, ослайыбыраҡ бөткән нескә эйәгенә ҡараны:

– Оҡшағанһың шул, Зөлфиә, ә мин – юҡ. Мине атайың яғына тартҡанһың, тиҙәр...

Зөлфиә Ҡәҙриәнең ҡулын усына алды:

– Һәйбәт кеше булған бит ул беҙҙең өләсәй...

Ҡәҙриә, өләсәһен хәтерләүҙән күңеле йомшап, һулҡылдап илап ебәрҙе, Зөлфиә уның сәстәренән һыйпап йыуатты:

– Илама, Ҡәҙриә. Беребеҙ ҙә мәңгегә тыумағанбыҙ. Беҙ көҙгә квартира алабыҙ, шунда һине лә үҙебеҙҙең эргәгә алып ҡайтырбыҙ. Еҙнәңдең бик һәйбәт апаһы бар, шуның менән көңгөр-ҡаңғыр итеп йәшәрһегеҙ, ә беҙ барыбер өйҙә тормайбыҙ – эшебеҙ шундай. Һин мине оҙатып ҡалырһың, ҡаршы алырһың, йәме, Ҡәҙриә?

Ҡәҙриә, үкһеүен еңергә тырышып, аяҡ осона ҡараны: I

– Ә һандыҡты алырбыҙмы? Унда бит оләсәйҙең туй кейемдәре һаҡлана.

– Алырбыҙ, Ҡәҙриә, алырбыҙ, иң түргә ҡуйырбыҙ. Инде мин юлға йыйынайым, әйҙә, Ҡәҙриә, һин миңә булышырһың.

...Зөлфиәләрҙе оҙатҡас, мунса яҡтылар, еңгәһе Ҡәҙриәгә, өй башына менеп, миндек алып төшөргә ҡушты.

Төйөнсөктәр, тоҡтар эленгән ҡыйыҡ эсе һалҡынса ғына, берҙән-бер бәләкәй генә тәҙрәнән һүрән яҡтылыҡ төшә. Башта был тыныс, миндек-үлән еҫе менән аңҡыған ҡыйыҡ эсе Ҡәҙриәгә оләсәһе йортон хәтерләтте, күңеленә рәхәт булып китте. Күҙе ҡараңғыға өйрәнә төшкәс, арыуыраҡ миндек һайламаҡ булып, башҡаларынан йәшелерәк, ҡуйыраҡ күренгәненә үрелде. «Ай!» Ҡәҙриә, үҙен-үҙе белешмәй ҡысҡырып ебәрҙе: миндектең һабағында бал ҡорто ҙурлыҡ имәнес үрмәксе тора. Ҡәҙриә, үрмәксенән күҙен алмай, артҡа сигенә барып, шундағы алам-һалам өйөмөнә ултыра төштө, ҡурҡыуынан ағарып киткән ирендәре:

– Ай, ҡалай ямаҡай, ҡалай ҡурҡыныс, – тип бышылдай, маңлайынан бөрсөк-бөрсөк һалҡын тир бәреп сыҡты. Шул саҡ Ҡәҙриәнең ҡараңғыға тамам өйрәнгән күҙҙәре икенсе бер миндектә ауҙан ҡотола алмай талпынған аҡ күбәләкте шәйләп ҡалды. «Ҡайҙан килеп ингән дә нисек эләккән ул ауға?!» – Ҡәҙриә ни ҙә булһа уйларға өлгөрмәне, үрмәксе, бөтә иғтибарын туплап, ҡорбанына ынтылды, күҙ асып йомған арала күбәләктең тилбер ҡанаттары йәнһеҙ һалынып төштө.

– Ай, ҡалай ҡурҡыныс, ҡалай имәнес...

Ҡәҙриә иҫе инәрле-сығырлы хәлдә өйгә теркәлгән баҫҡыстан мәтәлеп төшкәнен дә, ағаһының күтәреп алып өйгә индереп һалғанын да тойманы.

...Ҡәҙриә күҙен асҡанда, эргәһендә аҡ халатлы бер кеше, тағы ағаһы ултыра ине.

– Нервы шогы, – тине врач, ағаһына ҡарап. – Бәләкәй сағында нимә менән ауырығайны?

– Менингиттан шулай ҡалды ул. – Ағаһы, ниңәлер, тәрән көрһөндө. – Сабый хөкүмендәге еткән ҡыҙ...

Врач инструменттарын оҙонса ҡумтаһына тултыра башланы:

– Хәҙер уға тыныслыҡ кәрәк. Киреһе булһа, сирҙең ҡабатланыуы ихтимал.

Врачты оҙатҡас, ағаһы Ҡәҙриәгә эҫе сәй эсерҙе, ҡуҙғалмай, тыныс ҡына ятырға ҡушты.

Ҡәҙриә хәлһеҙләнеп, иҙерәп йоҡлап китте.

* * *

– Һиңә нимә етмәй? Был ҡомһоҙлоғоңдоң сиге булырмы-юҡмы?

Ҡәҙриә, уяулы-йоҡоло килеш, нимә булғанын төшөнөргә тырышып, күҙҙәрен ыуғыланы. Тышта ҡара төн, кемдәр шулай уҫал бышылдаша икән? Әллә төн убырҙары ултырмаға килгәндәрме? Булыр. Оләсәһенең һөйләгәне бар ине бит шулар хаҡында...

– Ә һиңә, белгең килһә, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит. Ниңә шунда донъяңдың төбө әйләнеп китмәй, минең арҡала ғына әҙәмсә йәшәйһең бит.

Бәй, был еңгәһе тауышы ла инде?! Ағаһының да ҡатынына оторо һөйләр көнө бар икән...

– Байлыҡ – бер айлыҡ. Шул байлыҡ тип иманыңды һатаһың бит!..

– Ә-ә, һин шулай тиһеңме әле? – Еңгәһенең тауышы бышылдауҙан ҡысҡырыуға күсте. – Иманға йәбешәһеңме? Миңә өйләнгәндә кейергә рәтле салбарың, түшәргә түшәгең дә юҡ ине. Хәҙер ни... Еңел машинала ҡырын ятып ҡына елдерәһең бит, әйтерһең шул...

– Ниңә, мин эшләмәйемме ни? Минең тапҡанды ошо донъяң йотмай, ҡайҙа китә?

– Хәҙерге ваҡытта эшләгән түгел, йүнләгән үтә. Минең йүнселлегем, танышмаҡлығым арҡаһында йәшәйһең.

– Йүнселмен тигәс тә, берҙән-бер ҡыҙыңдың туй күлдәген комиссионныйға илтеп һатырға тигәнме ни?!

Ағаһы һуңғы һүҙҙәрен бышылдабыраҡ әйтһә лә, Ҡәҙриәгә ап-асыҡ ишетелде: «Туй күлдәге?! Зөлфиәнең туй күлдәген... Һатырға? Бәлки, яңылыш ишетәмдер?» – Ҡәҙриә, ағарынып, түшәгенән тороп ултырҙы. Теге бүлмәлә еңгәһенең нисектер ҡалынайып киткән тауышы ишетелде:

– Ә нимәһе бар уның? Бөтә кеше туй күлдәген комиссионныйға илтә, ышанмаһаң, бар, барып ҡара. Йәтешле тауары тура килде, юҡһа мин дә Зөлфиәгә шунан ғына алмаҡсы инем, осһоҙға ла төшә, мәшәҡәте лә юҡ...

Ағаһының тауышы ҡарлығып, тыны быуылды:

– Һин... һин... Беләһеңме ни һөйләгәнеңде? Утыҙ йыл эшләп, яңғыҙ ҡыҙыма туй күлдәген кеше өҫтөнән кейҙермәһәм, башҡаса хәлемдән килмәйме?

– Тектерҙек бит инде! Ә хәҙер туй мәшәҡәтенә тотолған бурысты нимәң менән түләргә уйлайһың?

– Түләрбеҙ. Аҡса беҙҙе тапмай.

– Тапһаҡсы, уның сығыр ере лә ҡырҡ шул. Күрҙеңме Хәҙис Шәрипович бисәһенең ҡулындағы алтын йөҙөктәрҙе? Бармағы һайын бит...

Еңгәһенең тауышы, көрлөгөн юғалтып, иламһырауға күсте: – «Мин бахырҙың ҡулдарында Нух заманынан ҡалған йөҙөктәр... Имеш, иманыңды һатыу... Ул күлдәкте Зөлфиәнең ҡабат кейә торғаны бармы? Ҡоро аҡса яуы булып ятып серер...»

Туй күлдәге! Әлеге туй күлдәге... Ни эшләргә? Нисек ҡотҡарырға Зөлфиәнең туй күлдәген? Ҡәҙриә күрше бүлмәләге янаған, ялбарған, ахыры үкһегән тауыштарҙың береһен дә ишетмәй ине инде. Ул, ҡараңғыла һәрмәнеп, шифоньерҙе асты – ҡулы еңел, йомшаҡ туҡымаға тейҙе: унда әле Зөлфиәнең йылыһы,

Зөлфиәнең һулышы һаҡлана... «Сабыр ит, Ҡәҙриә, килеп алырмын...» Юҡ, Зөлфиә, һинең килгәнеңде көтмәҫтәр шул, еңгәм ана нисек сарбайҙана...

Ҡәҙриә, үҙ тынының эҫеһенә үҙе быуыла-быуыла күлдәкте ысҡындырып алып, һандығына һалды: китергә, алып ҡасырға күлдәкте! Зөлфиә уны барыбер табып алыр, Ҡәҙриәнең, өләсәһе йортонан башҡа, барыр ере, батыр күле юҡ таһа?!

Ҡәҙриә ҡабалана-ҡарһалана күлдәген кейҙе, аяғына еңел тапочкаһын эләктерҙе – ошоларға киткән ваҡыт та уға бик оҙаҡ тойолдо. Йә өҫтөнә бынау ҡараңғылыҡ убылып төшөр һымаҡ, йә мөйөштән өҫтөнә үрмәксе ырғыр кеүек. «Тиҙерәк китергә, ҡасырға!..»

...Бәләкәй генә һандығын ҡыҫып тотҡан ҡыҙ, оҙон сәстәрен туҙғытып, оло юлға сығып йүгерҙе. «Таң атҡансы барып етермен, һандыҡты мейес башына йәшереп, Зөлфиәне көтөрмөн».

Ҡәҙриә, артында йылтырап күренгән ике ут яҡтыһын күреп, тағы ла шәберәк йүгерҙе: яңынан сире тотоп, ҡот осҡос үрмәксе алҡымынан алған төҫлө булғанда ла ирендәре: «Ҡасырға, ҡотҡарырға», – тип бышылдай, үрһәләнә ине...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Читайте нас: