...Балитәкле ап-аҡ күлдәген кейеп, күбәләктәй еңел генә осоп килеп етте ҡыҙыҡай абзыҡайы янына.
– Килдеңме, һылыуым... Әйҙә, ҡурҡма, мин һинең менән, – тип төпсөк абзыйы ҡәҙерле кешеһен етәкләп алды.
– Изге Ураҙала килеп яҡшы иттең, һылыу. Шулай булыры билгеле ине, бигерәк тә йомшаҡ күңеллеһең шул, – тип абзыйы һылыуының арҡаһынан еңелсә һыйпаны. – Мин яратҡан толомдарыңды һаҡлағанһың икән, һылыуым, рәхмәт. Әйткәйнем бит әле, иҫләйһеңме, оҙон толом ул, оҙон ғүмер билдәһе тип.
–Мине ҡалдырып, әллә ҡайҙа юғалдығыҙ... Һеҙҙе эҙләп илап бөттөм, – тип һулҡылданы Әлимә абзыһына һыйынып.
– Беҙ ни, абзыйҙар менән, гел янығыҙҙа булдыҡ ул, һылыуым. Хәлдәрегеҙҙе белеп, күреп торҙоҡ. Кәрәк саҡта дөрөҫ юҫыҡҡа борҙоҡ үҙегеҙҙе. Бында ни, һәр кем маңлайына яҙылғанын күреп килә бит: кем – иртә, кемдер һуңыраҡ. Мине юҡһынып илағаныңды беләм, һылыуым. Беҙ бит бергә үҫтек. Һин иң яратҡан, берҙән-бер генә һылыуым инең, – тине Ғәлим, – Илама инде хәҙер. Бында тыныс, рәхәт. Әкренләп башҡа туғандарҙы күрербеҙ, һөйләшербеҙ, йәме, аҡыллым, – тип ипле генә йыуатты һылыуын Ғәлим.
Әлимә өнмө-төшмө икәнлеген, ҡайҙа килеп сыҡҡанын аңлай алмай аҙапланды. Үҙәгенә үтеп һыҙлаған аяҡтары ауыртмауына, йылға яҡын атлай алмай ултырған еренән тороп, еңел генә йүгереп китеүенә лә ышанмай әле ул. Етмәһә, иң яратҡан, һағынып юҡһынған Ғәлим ағаһы янында!
Әлимә оҙон ҡап-ҡара толомдарын һүтеп, матурлап тарап, икегә ярып үргән арала һуңғы ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрергә тырышты.
... Өйөндә кеше күп, сеңләп илайҙар. Һәр береһе ҡайғы уртаҡлаша. Ни булды һуң әле, ниндәй ҡайғы?
Ошо арала аяғы һыҙлауына сыҙамай, үҙәге өҙөлгәндә аңы ла томаланып китә ине шул. Яңылыш та һөйләне, балаларын да, килгән күрше-күләнде лә танымай аҙапланды. Йөрәгенең һулҡылдап ауыртып, өҙөлә яҙғанын хәтерләй һымаҡ. Аһ, аһ... Берҙән-бере, аҡыллы ғына улы, Өлфәте бит мәрхүм булды. Ҡәһәр һуҡҡыры, анауы яман ауырыу ғына улымдың ғүмерен өҙҙө, тип һамаҡлауына айнып киткәндәй булды Әлимә. Ғәлим ағаһы: “Эйе, ул да бында хәҙер, бик иртә килде”, тигәндәй, башын эйҙе.
– Ҡаршы алдыҡ улыбыҙҙы, һылыуым, көйәләнмә, саҡ ҡына һуңыраҡ осрашырһығыҙ, – тип йыуатты ҡәҙерлеһен Ғәлим.
– Бабай ҡайҙа? Ә бабайымды – кейәүеңде күрҙеңме һуң, абзый? – тип ҡарашын ағаһына төбәне ул бергә оҙаҡ ғүмер иткән хәләленең дә мәңгелеккә юлланыуын ҡапыл иҫенә төшөрөп.
– Күрҙем, һылыуым, күрҙем, кейәүҙе лә ҡаршы алдыҡ...
... Яғымлы ғына тауыш менән моңло ғына һуҙылған, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көй солғап алды ҡатындың аңын. Йәсин икән. Мулла кемгәлер йәсин сыға.
Йәсин уның үҙенә төбәлгәнене һаман аңлап етмәй әле Әлимә. Ҡөръән Кәримдең һәр һүҙе илаһи бер ҡөҙрәткә эйә икәнен белгән ҡатын, еңелсә генә күтәрелеп, сәңгелдәктә бәүелгәндәй хис итте үҙен. Эйе, бәүелә. Әллә ниндәй аңлата алмаҫлыҡ көс уны бәүелтә. Йәненә шул тиклем рәхәт, күңеле лә иләҫ-миләҫ.
Бына ул өйөндә осоп йөрөй. Аш-һыу бүлмәһе. Ғүмере буйы биленән төшөрмәгән алъяпҡысы ла, етемһерәп ҡалғандай, сөйҙә элеүле тора. Өйрәнелгән хәрәкәт менән үрелеп алырға иткәйне лә, ҡулына эләктерә алмай аҙапланды. Икенсе яҡта оло диванда ултырған кемдәрҙер моңһоу ғына, шыбырлашып һөйләшә, ара-тирә күҙ йәштәрен һөрткөләйҙәр. Төпкө бүлмәгә күҙ ташланы: бабайы ятҡан урын буш, бүлмә етемһерәп ҡалған һымаҡ. Көньяҡҡа ҡараған тәҙрәнән һүрән генә яҡтылыҡ төшә, әйтерһең, ҡояш та яҡты нурын был ғаиләгә ишелеп килгән ҡара ҡайғы аша үткәрә алмай.
Ҡарашы стенала эленгән фотоһүрәттәргә төштө. Бына яғымлы ғына йылмайған ҡараҡай ҡыҙсыҡ – уның йәш сағы: сәстәре оҙон, ҡалын, икегә ярып үрелгән. Йәнәшәләге фотонан атаһы менән әсәһе, бейеме менән ҡайныһы өйҙәге хәлде сабыр ғына күҙәткәндәй.
Донъяһын барлап, алғы бүлмәгә сыҡты Әлимә. Һуңғы арала һәр шығырлауын ятлап бөткән дивандың буш булыуын, янында ултырғысҡа ҡуйылған таҡталағы үҙенең кәүҙәһен күреп, аптырап китте. “Аһ, аһ, аяҡтарымды һона ла алмай инем, һуҙылып тороп ятҡанмынсы”, – тип үҙенә ҡағылырға итте, тик ҡулы бер ни һиҙмәне. Кәүҙәһе лә хәрәкәтһеҙ ята бирҙе. Эргәһендә ҡыҙҙары, килене, ейәнсәрҙәре мыш-мыш килә. Бер яҡта кейәүҙәре өнһөҙ ҡалған. Күрше-күлән, ауылдаштары, туғандары йыйылған. Әлимә яйлап үҙенең хәлен аңлай башланы кеүек. Тимәк, тимәк мин дә... Мин дә улым, бабайым артынан мәңгелеккә юлланғанмын... Ғәлим абзыйымды өнөмдә түгел, “тегендә” күргәнмен, осрашып һөйләшкәнмен...
Йән киҫәккәйҙәре, ҡыҙҙары түгелеп илай... Ауыр булды шул балаҡайҙарыма, ныҡ ауыр булды һуңғы арала. Күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар бирҙе Аллаһ уларға ошо изге Ураҙа айында. Һәр береһенең донъяһы, ғаиләһе, бала-сағалары бар тип тормай, беҙҙең янға ашығып ҡайтты бит улар. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Төрлөһө төрлө ерҙә ғүмер итһәләр ҙә бабай менән икебеҙҙе алмаш-тилмәш, бер зарланмай бала урынына ҡаранылар. Яман сирҙән һыҙланыуын йөҙөнә лә сығармаған улыбыҙ ҙа киленем менән көн дә яныбыҙға йоҡларға килде. Тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ таҙа, күңелебеҙ көр булды, шөкөр. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, һүҙ көрәштермәне, бер-береһенә ихлас, мәрхәмәтле булды балаларым.
– Инде лә, Аллаһым, балаҡайҙарымды ярҙамыңдан ташлама, һәр береһенә ғүмер һәм һаулыҡ бир, – тип теләне Әлимә, күҙ нурҡайҙарын йәлләп.
... Әле ни шөкөр, үҙ аяҡтарында йөрөй ине бит әле ул. Бабайы менән икеһенә ашарына ла йүнәтә ала ине. Төпсөгө ҡайтһа, уның менән кибеткә лә барып әйләнә инеләр. Бер көн, үҙе лә абайламай ҡалды, башы әйләнепме, әллә аяғы нимәгәлер эләктеме, ҡапланды ла төштө иҙәнгә. Ҡолағында нимәнеңдер шарт итеүҙән күҙҙәрендә меңләгән ут саҡылары сәсрәне лә, төпһөҙ упҡынға осто...
– Әбей, әбей тим! Ҡайҙаһың? ниңә өндәшмәйһең, әәәүү, һин ҡайҙа, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп күҙен асты Әлимә. Башта бер нимә лә аңлай алмай аҙапланды. Аһ, аһ, әллә иҙәндә ятам инде тип уйланы, күҙҙәре менән тирә-яҡты байҡап түбә таҡталарын күргәс. Торорға ынтылғайны, аяҡ төбөндәге ҡаты ауыртыу тағын башын әйләндереп, йөрәгенә бысаҡ һымаҡ ҡаҙалды.
– Бында мин, бабай, бында, иҙәндә ятам... Эләгеп йығылғанмын шикелле, тора алмайым, аяғым ауырта, әллә һынды инде, хәйерһеҙ, – тип хәлһеҙ генә, саҡ тын ала-ала өндәште ҡатын бабайына.
Операция яһатып та, күҙ нурҙарын ҡайтара алмай, тома һуҡырайҙы шул бабайы. Шуға тауыштарҙы ғына ишетеп, бер-береһенә хәбәр биреп донъя көтәләр ине. Әбейенең тауышы ишетелмәгәс, хафаға төшкән бабай. Әлимә күпме аңын юғалтып ятҡанын да хәтерләмәй.
– Аһ, аһ, хәйерһеҙ... Хәҙер, әбей, хәҙер, киләм яныңа, – тип бабай урынынан ҡалҡынды.
– Юҡ, бабай, ҡуҙғалма урыныңдан, йә ҡолап китерһең, Аллам һаҡлаһын. Былайтып та ятып булмай бит инде, балаларға хәбәр итер кәрәк, бабай. Өлфәт тә бушамайҙыр инде, бөгөн гәзит килгән көн бит, почтаға юлланғандыр. Ҡайтҡас, килеп китер ҙә ул. Өҫтәлдәге телефонға бара алаһыңмы? – тип, башын күтәреп, хәлһеҙ тауыш менән хәләленә өндәште Әлимә.
Береһенең күҙе күрмәй, икенсеһенең ҡолағы ишетмәгәс, ни арыу икеһе бер кеше булып донъя көтәләр ине яйлап, балалары ялға ҡайтҡансы. Әлимә телефон һандарын йыйып бирһә, бабайы һөйләшә ине. Ҡалайтырға хәҙер? Уйлай-уйлай балаларының береһенең телефон номерын иҫенә төшөрөргә тырышты.
– Бабай, әйҙә, бармаҡтарың менән иҫәпләп, йый һандарҙы, мин әйтеп торам, Гөлгөнәгә шылтыратайыҡ, – тип, ауыртыуын көскә баҫып, ыңғырашты Әлимә.
Өй телефоны аша балаларына хәбәр иткәс, улары йәһәтләп ҡайтып төштө. Төптән һынған булған аяғы, хәйерһеҙ. Бәлә аяҡ аҫтында тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Дауаханаға алып барып гипс та һалдырып ҡаранылар, тик уныһы ла уңайһыҙ булды, ауыртыуға сыҙамай, кире алдыртты Әлимә. Бына ярты йылдан артыҡ инде, көнө менән төнө, ара-тирә аңы ла буталды. Ни ята, ни арҡаһы менән терәлә алмай ҡаңғырҙы. Үҙәккә үтеп, йөрәкте ярған һыҙланыуын үҙе генә белде. Һуҙылып ята ла алманы, ултырып ҡына, өҫтәлгә юрған түшәп, мендәр ҡуйып, шунда башын терәп серем иткеләй ине бит. Ошо ҡазанан һуң балалары бер-бер артлы ҡайтып, алмаш-тилмәш ҡараны яҡындарын.
Бер-береһе тип йән атып, гөрләтеп донъя көткән, балалар үҫтергән йән киҫәккәйенең аяҡтан йығылыуы бабайҙы ла шаңҡытты. Ярай әле, ҡолаҡҡа һиҙгер Әхәте, күҙе күрмәһә лә, үҙ яйына ярҙамға ашыҡҡан була. Күңелде күтәрергә була, үҙе сығарған йомаҡтарын ҡоя, яуабын таба алмай ҡаңғырһам, яҡынайтып, әйтеп ебәрә. Дөрөҫ тапһам, кеткелдәп көлгән була. Эй, ҡуй инде, шулай үтте ғүмер. Баһадир кәүҙәле Әхәте спорт яратты, һабантуйҙарҙа көрәшеп бил бирмәне, беренселектә алған һарыҡтарын һанаһаң бер көтөү булыр.
– Районда тик бер батырҙы, Әселе йылғаһы буйынан бәһлеүәнде генә еңә алманым, балалар. Ул шул тиклем буйға оҙон, ҡулдары көслө һәм уның бармаҡтары ла ҙур ине, минекеләр уның янында сәпсим сәтәкәй, – тип кеткелдәп көлөр ине Әхәте.
Иртән мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуыр алдынан Әлимә һыйыр һауғансы, бабайы һалҡын һыу менән ҡойоноп, ауыр ғына ике йомро гирҙы тегеләй ҙә, былай ҙа һелтәп, яҙылып алыр ине. Һалмаҡ ҡына баҫып йөрөһә лә, бик егәрле булды, һәр эште еренә еткереп эшләне. Бер түгел өс өй бөтөрөп сыҡтыҡ. Балаларҙың һәр береһенә йорт күтәрешеп, ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек. Ниҙәр генә күрмәнек, ниҙәр генә кисермәнек, әммә бар ауырлыҡты, өйҙән сығармай, икәү-ара хәл итеп, бергә үткәрҙек. Ҡатынды ҡатын иткән ҡоро утын, тиҙәр. Әхәте ҡоро утындан яҙҙырманы, мейескә һалып бер төртөүгә гөрләп яныр ине. Ҡайһылай ҙа мәргән әйткән боронғолар.
Килгән кешегә ишек асыҡ булды. Бары менән һыйлап, ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, кәңәш биреп оҙаттыҡ. Балалар үҫеп, атай йортонан китә торҙо, ейәндәр-ейәнсәрҙәр – тормош биҙәктәре тыуа торҙо, шөкөр.
Элек ни, колхоз гөрләп торҙо бит. Ниндәй генә эштә эшләмәнек бабай менән: ырҙында ла, фермала ла йөрөлдө. Эште рәттән башҡарҙыҡ, ҡайҙа ҡуйһалар, шунда бил бөктөк. Йәй буйы ялан-ҡырҙан ҡайтып инмәнек. Бер шулай бесәндә ямғыр яуа, күк дөһөрләй башланы. Халыҡ ҡасып, халыҡ таралып бөттө. Бер һөйрә бисәләре – мин, Ғилминур апай, Асия һәнәгебеҙ осона бесән һалып ҡыуыш эшләп, шунда ямғырҙан ҡасып торабыҙ. Бер килке торғас, йүгерә-атлай ҡайтып киттек. Иртәгәһен килһәк, теге бесәнле һәнәктәребеҙҙе йәшен һуҡҡан ине. Ваҡытында ҡайтып китеп, үлемдән ҡотолоп ҡалғанбыҙ.
Ундай хәлдәр күп булды инде ул. Шулай бер мәл, муйылға барып киләйек тип, Шәрғиә еңгәй менән мәктәп яғына киттек. Итек кейеп алғанмын. Йылғаны кисеп сыҡтым да, еңгәйҙе көтөп торам. Ул сыға алмай, тегеләй итә, былай итә. Аяғымдағы итегемде систем дә, береһен ырғыттым еңгәй яғына, йәнәһе ул да кейеп сыҡһын йылғаны. Икенсеһе, хәйерһеҙ, барып етә алманы, ағасҡа бәрелеп, һыуға төштө лә, сөмбәйгә эләгеп, әйләнеп-әйләнеп һыу төбөнә китте лә барҙы. Шулайтып, һыңар итек менән муйыл йыйып ҡайттым. Көлөшә-көлөшә күнәктәребеҙ һә тигәнсә тулды.
Гектарлап бирелгән колхоз сөгөлдөрөн дә утай-утай хәлдән тайыуҙар төшкә инә һаман. Оҙон ыҙандың осона сыға алмай, ҡояшта ҡара янып йөрөүҙәр, балаларҙың һыуһап, ашарға һорап ағас күләгәһендә ултырыуҙарын оноторлоҡмо ни?! Ҙурая төшөп, ҡул араһына инә башлауҙары менән ҡулдарына тәпке тотоп, рәттән баҫалар ине балаҡайҙары. Алай ҙа эш яратып, ярҙамсыл булып үҫте үҙҙәре.
Төпсөгө тыуыр алдынан ҡаты ауырып китеп, инсульт үткәргәс, еңел эшкә күсте Әлимә. Интернатта ятҡан балалар аҙна башында уҡырға килеүгә мейескә утын яғып йылытып ҡуя, иҙәндәрҙе тап-таҙа итеп йыуып, балалар йәшәгән бүлмәләргә ҡот бөркә ине шулай. Күрше ауыл балалары ни, аҙна буйы бында ятып уҡып, өйҙәрен, әсәләрен һағыналар. Ә Әлимә уларҙы йәлләй, шуға күрә һәр береһенә кәңәш биреп, арҡаларынан яратып, көйләй ине.
Эштән буш ваҡыттарында үҙенең ҡыҙҙарына матур-матур күлдәктәр тегеп кейҙерергә яратты. Уның ҡулы ипле, теккән күлдәктәре килешле булыуын күреп, ауылдаштары, хатта күрше ауылдарҙан да киләләр ине үтенес менән. Ваҡыт табып, береһен дә кире бормай, матур күлдәктәр тегеп ҡыуандырҙы Әлимә халыҡты. Абзыйҙарының ҡыҙҙары йәйге каникулда ҡунаҡҡа килер тип, уларға ла сәскәле матур тауарҙан тегеп әҙерләп ҡуя ине. Ғәлим ағаһының ҡыҙы Гөлсәсәк әле һаман һөйләй, Әлимә апайым тегеп кейҙергән күлдәкте һағынам, тип.
Хатта күлдәктәге сәскәләренә тиклем иҫемдә, килешле генә итеп теккән инең, апай, эй яратып кейҙем шул күлдәкте, - тип һуңғы килгәнендә, Өлфәтемдең өсөн уҡытҡанда, иҫләп ултырғайнылар.
Шулай һаман иҫләрлек булғас, матур теккәнмендер инде, - тигән булып барыһын да көлдөрөп алғайны апалары.
Хатта матур ине апай күлдәгем. Әхәт еҙнәмдең “Иж-49” матайына ултырып ауылға елдергәндә күбәләктәй осоп барған һымаҡ хис иткәйнем үҙемде, - тине Гөлсәсәк бала-саҡ хәтирәләренә төшөп. Һеҙҙә рәхәт булһа ла, һағынғанмындыр инде өйөмдө, илап, еҙнәйҙең матайына менеп ултыра инем. Ул эштән арып ҡайтыуына ҡарамай, ярай, балдыҙ, кис, мал ҡайтҡас илтеп ҡуйырмын үҙеңде, тип йыуата ине, еҙнәм. Тау битенән һалынған юлдан, тығыҙ ҡыҫыҡ урындарҙан ипле генә үтеп, һә тигәнсе атайым менән әсәйем ҡулына тапшыра ине. Ә кире юлында ла ул буш ҡайтмай, мотлаҡ ҡәйнәһен, беҙҙең ҡәрсәйебеҙҙе ултыртып алып ҡайтыр ине.
– Ҡуй, кейәү, мынауы тырылдағыңа ултырыу ҡайҙа ул. Ғәлимем ялында ат менән алып барыр әле, - тиһә лә ҡәйнәһе, кейәү ай-вайына ҡуймай, Әлимә мине һинһеҙ өйгә индермәй, тип, елдертеп, сибек кенә әбейҙе, ҡәрсәйебеҙҙе, “Иж-49”-ының бейек артҡы ултырғысына ултыртып алып ҡайтып китер ине.
- Ипле генә, мөләйем һәм аҡыллы ҡәрсәйебеҙ-өләсәйебеҙ ошо ике ауыл араһында, балаларының ғаиләләре араһында ныҡлы күпер булды ул, татыулыҡты, туғанлыҡты йөпләүсе, нәҫел ептәрен нығытыусы илаһи бер зат ине, мәрхүмкәй, - тип күңелле, ҡәрсәйле матур бала сағын иҫкә төшөрҙө Гөлсәсәк.
Әлдә лә шул матайы булды әле бабайҙың. Кемдер ат менән донъя көттө, кемдер йәйәүләп йөрөнө эшенә, бесәненә. “Иж-49”-ын алып ҡайҡан көнө ине.
– Әйҙә, Әлимә, Һүрәм кибетенә төшөп, балаларға ыуаҡ-төйәк алып ҡайтайыҡ, - тигәс бабайы, тәүгә матайға ултырып, урман юлынан тураға сыҡтылар. Елдәй елеп кенә, оҙон, тәрән үҙәк аша һыпырта ғына матай. Юлы ла юл кеүек түгел, ямғыр һыуы юлды урталай йырған. Матай елдереүгә күҙҙәрем менән тирә-яҡты ла күҙәтеп өлгөрә алмайым, юлдың ике яғынан үҫкән ағастар елп-елп итеп кенә артта ҡала. Бына тауҙы ла төшөп еттек. Бабайым матайын туҡтатты ла:
– Ҡурҡтыңмы, Әлимә,-ти, саҡ тын алып.
– Юҡсы, ҡурҡманым, хатта оҡшаны әле ул был матай тигәнең, тием, көлөп.
– Ярай, ҡурҡмағас, тауҙан төшкөндә матай һүнеп тормоз ысҡынды бит.
– Шуға шәп төштөк, - ти бабайым.
– Аһ, аһ, бына ғәләмәт, мин ни, иҫәүән, матай шулай йөрөй икән тип, тик ултырам, тием, ҡотом алынып.
Бына, Аллам һаҡлаған, ярай осоп ҡалмағанмын, йә икәүләп барып берәй ергә бәрелмәгәнбеҙ. Хәләлемдең көслө ҡулдары ғына, рулен ныҡ тотоп, текә тауҙан дилбегәһеҙ тимер атын алып төшә алған инде, балаларыбыҙ бәхетенә, шөкөр. Ашар ризығыбыҙ, йәшәр көнөбөҙ бөтмәгәс, бәлә-ҡазаһыҙ, имен-һау йөрөп ҡайттыҡ Һүрәм кибетенән шулай...
Йәшәй, йәшәй, бабайы, доғалар өйрәнеүгә күнегеп китте. Атаһы, минең ҡайным да, доғалар уҡыған бит. Шулай итеп, Әхәтемде аят аштарына, мәрхүмдәрҙе оҙатыуға саҡыра башланылар. Ауылға мәсет кәрәк тип, бергәләп, ауыл халҡы менән, уға нигеҙ һалып ағастан күтәрҙеләр. Тик Әхәтем генә биреште, күҙҙәре күрмәй башланы. Бер көн етди ҡарарға килеп, ауылда күҙләп йөрөгән, доғаларҙы оҫта, моңло ғына итеп уҡыған, һәр дини эште еренә еткереп башҡарған ир-уҙаманға, Сәғиткә, тапшырҙы үҙенең муллалыҡ дилбегәһен. Хәҙер бына ул ауылдың ҡото, йолаларҙы бик матур башҡара, мәсет манараһынан һәр иртәлә уның башҡарыуында аҙан ишетелә, шөкөр.
... 90-ға етеп барғанда изге Ураҙала мәңгелек йортҡа күсеү үҙе үк күп нимә хаҡында һөйләй. Тик бер-бер артлы китеп кенә ғәзиз балаларын ҡара ҡайғыға һалды бабайы һәм Өлфәте менән. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың тигәндәй, уйҙары менән тағын үткәндәргә юлланды Әлимә. Тыуып-үҫкән ере, ата-әсәһе, абзыйҙары менән үткән бала сағы, үҫмер йылдары иҫенә төштө Әлимәнең. Күбәләктәй генә йәне, урамда апрель айы, һыуыҡ булһа ла, өшөүҙе һиҙмәй, тыуған яғына табан осто. Ике ауыл аша ғына тауҙар араһында ултыра бит уның тыуған ауылы. Бына Ҡаратауым, уны менеп, Яҙғы йорт түңен төшһәм ауылым күренәсәк, тип елкенде ҡатындың йәне. Оло тау әллә ҡайҙан оло булып, бейек булып ултыра, күкрәген киреп баҫҡан баһадирға оҡшата уны ҡатын. Арыраҡ, игеҙәктәр кеүек бер-бер артлы теҙелеп киткән тау теҙмәһе. Ээээх, унда йәй көнө еләктең күплеге, әхирәттәре менән гел шунда бара инеләр. Күнәктәрен тултырып, хуш еҫле мәтрүшкә йыйып, алып килгән икмәк һыныҡтарын шишмә һыуына ҡушып ашап ҡуйғас, тау башынан матур булып күренгән ауылды күҙәтерҙәр ине. Һәр береһе үҙенең өйөн, ишек алдын табырға тырышыр ине. Алыҫтан, тау башынан ауыл уртаһында кешеләрҙең бәләкәй генә бер нөктә булып күренеүҙәре мәҙәк булып тойола ине ҡыҙҙарға. Көлөшә, көлөшә, үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын әйтә-әйтә йүгереп кенә ҡайтырҙар ине.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Гөлсиә.
Һиңә ҡарай, миңә ҡарай,
Күҙҙәрең кемде һөйә?
Ҡаштарыңдың араһы,
Күҙҙәреңдең ҡараһы.
Серле итеп бер йылмайҙы,
Әллә уға бараһы, - тип һамаҡлаған таҡмаҡтарын иҫенә төшөрөп, үҙе лә һиҙмәҫтән, көйләй биреп ҡуйҙы, Әлимә.
Анаааа, Бәләкәй йылға буйы күренә, таҫма кеүек кенә һыҙылып оло юл ята. Шул юлды ла күп тапанылар инде улар, әсәһе, абзыйҙары менән, Һарыҡташҡа баҙарға йәйәүләп баралар ине. Бәләкәй йылға тауына етәрәк, иртә яҙҙа күм-күк булып ултырған Умырзая тауын һағынып бер була бит ул. Әллә нисәмә саҡырымдарға һуҙылған тау алыҫтан, ике яҡтан да, күгәреп күренеп ята, был мәл яҙын ғына була, сөнки умырзаялар ҡаплай тау битен. Күк, һары, аҡ төҫлөләре лә бар араларында. Сәскә тигәндән бер хәл иҫенә төштө. Ғәлим ағаһы мәрхүм булғас, уның төпсөк ҡыҙы Гөлсәсәк, ауылға ялға ҡайтҡанында килеп, төшөн һөйләп китте.
– Әлимә апай, атайымды төшөмдә күрҙем әле. Йәш, матур сағы икән тим. Сәсе бөҙөрә, елгә матур итеп тулҡынланып тора. Ауыҙы йырыҡ, әллә нимә һөйләй үҙе. Тик ни өсөндөр һеҙгә картуф баҫыуы аша килә ята ине, - тип саҡ илап ебәрмәне ҡыҙыҡай. – Ә ҡулына, ҡулына ҡып-ҡыҙыл, уттай янып торған роза сәскәләре тотҡан. Унан һуң атайым һинең яныңа килде лә, һылыуым, мә, был розалар һиңә, ошо сәскәләрҙе һиңә ҡалдырам, берүк һулытма, йәме, матур ҡара, тине лә, күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы атайым...
Әлимә ишеткәндәренән һүҙһеҙ ҡалып, шаңҡып ултырҙы бер талай.
– Төштө яҡшыға юрарға кәрәк, һылыу,- тине ипле генә итеп. Илама, йылмайып килгәс яҡшы инде ул, етмәһә, сәскәләр бүләк иткән, бер түгел биште бит әле ул,- тип, ҡапыл һөйләүенән туҡтап ҡалды ҡатын.
– Аһ, аһ, бишәүҙе тиһеңме, һылыу,- тип Әлимә һораулы ҡарашын Гөлсәсәккә төбәне. Хоҙайым, Яраббым, һеҙҙе бит абзыйым ҡыҙҙарым-сәскәләрем тип ярата ине... Тимәк, үҙе китеп, һеҙҙе, бишегеҙҙе лә минең ҡарамаҡҡа ҡалдырып китте инде, ҡәҙерлем, - тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе Әлимә. Өйҙәгеләрҙең барыһы ла төштәрҙең ни тиклем кинәйәле ишара яһауына инаныпмы, әллә яҡын кешеләрен һағыныпмы, мыш-мыш килеште. Ошо хәлдән һуң Әлимә, былай ҙа абзыҡайының үҙ балалары кеүек яратҡан ҡыҙҙарын ҡурсалай, улар өсөн тағын да нығыраҡ йән ата башланы. Бер байрамдан, табындан ҡалдырманы, хәлдәрен белешеп, һорашып йәшәргә тырышты. Хәйер, һылыуҙары үҙҙәре лә апаларын, Әлимәне, бик яратты, үҙ итте бит. Ҡайтҡан-киткәндәрендә килеп хәл белеште, күстәнәс, бүләктәрен ебәреп торҙо.
... Үҙенең еңел генә осоп йөрөй алыуына һаман хайран ҡалған Әлимә Ғәлим ағаһы менән еңгәһенең ишек алдын байҡаны. Бына атай йорто, атай нигеҙе. Унда бөгөн төпсөк ағаһының хәләле, еңгәһе йәшәй. Әлимәгә рәхәт булып китте. Ауырығас, күптән килгәне юҡ ине бит. Ана, еңгәһе йоҡонан торған. Сәй ҡайнатып йөрөй, иртәнге аш ашарға йыйына. Ҡысҡырып сәләм бирһә лә, еңгәһе аңғарманы ла, тауыш та, сәләм дә бирмәне. Әллә күрмәй инде мине, тип леп-леп итеп осоп ҡаршыһына ла баҫып ҡараны, юҡ, шәйләмәй еңгәһе уны. Мин былай итеп осоп йөрөгәс, ысынлап та үлгәнмендер ул, тип уйланы Әлимә. Еңгәһе уны күрмәй, тимәк, уға минең турала хәбәр итмәгәндәр әле. Шулай осоп башҡа бүлмәгә үтте Әлимә. Һәм телефон шылтырауына тертләп ҡуйҙы.
– Эйе, тыңлайым, һаумы, ҡыҙым, - тип еңгәһе трубканы тотоп тынып ҡалды. – Ай Аллааааам, ҡәҙерлем, бикәскәйем, киткән икәәән, - тип һулҡылдап ебәрҙе. – Ҡуй инде, ярай, ҡыҙым, сабыр итәйек, ни хәл итәһең инде, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай, тигәндәй... , - тип тынып ҡалды. – Апайҙарың килеп алһа, барырмын, балам, илама, бөтөрөнмә, берүк, - тип трубканы һалды ла, еңгәһе, лып итеп диванға ултырҙы һәм күҙ йәштәрен ирек бирҙе.
– Эйййй, Әлимәкәйем, берҙән-бер бикәскәйем, Ғәлимемдең яратҡан ғына һылыуы инең биииит, миңә иптәш тә инең әлеееее... Еңгәһе, ике ҡулын алдына ҡуйып, доғаһын уҡырға тотондо.
...Абзыйының ғәзиз атай нигеҙендә ултырған йорто ғүмере буйы Әлимәгә тыуған йорт һымаҡ булды. Ҡасан килмә, ишек асыҡ, туғандарының йөҙө яҡты, өҫтәлдәре ризыҡ, аш-һыу менән тулы булды. Йәй булһа балаҡайҙары бында, ошо нигеҙгә ашыға ине, өләсәйгә барабыҙ, олатай менән инәй көтә беҙҙе тип. Сөнки Әлимәнең әсәһе төп нигеҙҙә улы һәм килене менән йәшәне. Инәй-олатай, уларҙың балалары тип әле лә йән атып йәшәй, алай ҙа күҙ нурҙары, балалары. Бер ҡыҙыҡ хәл иҫенә төшөп китте Әлимәнең, абзыйы менән еңгәһенең утъяҡҡысын күргәс. Өлфәте бәләкәй ине әле, өләсәйгә барам да, өләсәйгә барам тигәс, алып барып ҡалдырып ҡайтҡайнылар. Бер нисә көндән Ғәлим олатаһы ат менән кире алып килеп ҡалдырҙы. Сәй эсергә ултырғас, Әлимә улынан ауыл хәлдәрен һорашмаҡ булып, инәйең өйҙәме, улым, нимә эшләй, тигән булды. Өлфәте бер аҙ уйланып ултырҙы ла, ауыҙындағы ризығын сәйнәп бөткәс, юҡ, инәйем өйҙә юҡ шул, тине. Бәләкәй баланы ҡалдырып, еңгәм ҡайҙа китте икән тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһенән үткән Әлимә, атаҡ, атаҡ, ҡайҙа китте икән инәйең, улым, тиеүгә, Өлфәте, бер ҡайҙа ла китмәне ул инәйем, тик өйҙә түгел, утъяҡҡыста, тимәһенме. Бәләкәй баланың ни тиеп яуап биререн сабыр ғына көтөп ултырған ололар, бер-береһенә ҡарап, көлөп ебәргәйне. Бөгөн дә ошоно лаҡап итеп, көлөшөп алалар балалары, инәйем өйҙә юҡ, утъяҡҡыста, йәнәһе. Ээээй, иҫләһәң, иҫең китерлек, уйлаһаң, уйылып китерлек хәлдәр булған икән дә ошо ғүмер эсендә. Абзыйҙарының ғаиләләре менән ҡышын атлы ҡунаҡ булып бер-береһенә йөрөүҙәре матур булып ғүмере буйы хәтерендә һаҡланды. Дуҫ, татыу йәшәне улар бер-береһенең хәлен белешеп, ярҙамлашып торҙолар.
... Матур йәшәргә тырышты Әлимә үҙенә тәғәйен ғүмерҙе. Гүзәл тәбиғәтле, тауҙар уратып алған тыуған ауылында әсәһе һәм өс абзыйы менән татыу донъя көттө улар. Аталары Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алманы, Сталинград яланында хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡара ҡағыҙы ғына килде. Бер нисә килгән хаттарын бөгөн ҡәҙерләп һаҡлай балалары. Бик ауыр булды атайһыҙ йәшәүе. Оло ағайы ла, 18 йәшен тултырып, фронтҡа юлланды. Шулай ҙа, бирешмәне улар. Яҙ етеү менән әхирәттәре, бер урам балалары тауға әтмәкәй, йыуа йыйырға сығып китерҙәр ине. Бер яҙҙы үткән йылдан ҡалып, ҡар аҫтында ҡышлаған серек картуф ашап ҡына саҡ үлмәй ҡалғайнылар. Ә бит ауылда күптәр шулай ҡырылды.
– Ҡара ергә аяҡ баҫһаҡ, Аллаһ бирһа, бирешмәҫбеҙ, балалар, - тип әсәләре Мөслимә лә йән киҫәккәйҙәрен мөмкин тиклем үлемдән һаҡланы, үҙе ашамаһа, ашаманы, балаларына аҙыҡ табып, юҡтан бар бешереп, тамаҡ йүнәтергә тырышты. Шулай ҙа өс балаһын үлемдән һаҡлап алып ҡала алманы. Ике бәләкәй улы менән ҡыҙы аслыҡтан шешенеп был донъяны ҡалдырып китте. Иң өлкәне, Миңъямалы, 17 йәшендә генә ФЗО-нан ауырып ҡайтып йығылды. Күпме тырышты Мөслимә ғәзиз балаҡайын аяҡҡа баҫтырам тип. Тик әжәл унан көслөрәк булған икән, ипле генә, аҡыллы һәм һыу һылыуы кеүек сибәр балаҡайы әсәне ҡара ҡайғыға һалып күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Ауырыған ваҡытында ситтән ауылға килгән фото һүрәткә төшөрөүсе эшләп ҡалдырған фотоһы ғына иҫтәлеккә ҡалды. Унан үҙәк өҙгөс һағышлы итеп йәп-йәш ҡыҙсыҡ ҡарай. Бер-бер артлы килеп ябырылған ҡайғыһын эш менән баҫырға тырышты Мөслимә. Йәйен көнө-төнө баҫыуҙа, ҡышын фермала һарыҡтар араһында эшләне, ашарҙарына, кейенергә шулай йүнләне. Ауыр, бик ауыр булды уларға. Әлимәнең төпсөк абзыйы Ғәлим 4 класс ҡына бөттө. Мәктәптә серек иҙән ярығына аяғы төшөп китеп һындырып ҡайтҡас, уҡырға башҡаса бара алманы малай. Шулай, ҡыш үтеп, яҙ етте, йәйге эштәр башланды. Ирҙәр һуғышта булғас, барлыҡ эш бала-саға, ҡатын-ҡыҙ һәм ауылда ҡалған ҡарт-ҡоролар иңендә ине. Сибек кенә иңдәренә ос һәнәге һалып, барлы-юҡлы кипкән бесәндән кәбән ҡойҙо, үҙҙәренән оло салғы тотоп бесән сапты малайҙар. Береһенән береһе бәләкәс ҡыҙҙар, сырылдаша-сырылдаша ағайҙарынан ҡалған бесәнде тырматып биреп торалар ине. Шулай үҫте Әлимәләр быуыны.
– Үлән, йыуа, әтмәкәй, сей картуф, бәпкә үләне, кесерткән ашап үҫкәнгә ныҡ бит беҙ, - тип ҡабатларға ярата ине Ғәлим ағаһы. – Бер һүҙ менән әйткәндә, бесән ашап ҡына үлмәй ҡалдыҡ. Тамаҡ, тамуҡҡа илтә тигәндәй, абзыҡайы менән икеһе генә иртә яҙҙа йыуа, тамаҡ ялғарлыҡ йәшел үҫемлек эҙләп барған мәлдәре иҫкә төшә. Икеһе лә ялан аяҡ, әле ер ҡарҙан асылып та бөтмәгән. Ағаһы һылыуын йәлләп үҙе артынан ғына эйәрергә ҡуша. “Һылыуым, мин баҫҡан ергә генә баҫ, йәме, тип, ҡурсалап ҡына килә. Әйтерһең дә, үҙе баҫып йылытҡан ер йылыһына һылыуы ла баҫһын, тигәндер инде, абзыҡайы.
Күмәк ғаиләгә ҡышын бер пар аяҡ кейеме кейеп, иртә яҙҙан ялан аяҡ йөрөп һыуыҡ тейҙереп, ғүмере буйы ауыр эштә эшләп, инсульт кисереп яҡты донъя менән хушлашты шул Ғәлим абзыҡайы. Хәсән менән Хөсәйен ағайҙары ла пенсия алып рәхәтләнеп йәшәйһе урынға, бик иртә юлландылар мәңгелек йорттарына. Хөсәйен ағаһы пенсияға ла сығып өлгөрмәне, ә оло ағаһы Хәсәнгә һуғыштан алып ҡайтҡан тән яралары тынғылыҡ бирмәне, балаларын һәм туғандарын ҡара ҡайғыға һалып, зар илатып китеп барҙылар һәр береһе. Ныҡ имәндәр араһында иркә гөлдәй үҫеп ғүмер иткән Әлимәкәй япа-яңғыҙ торҙо ла ҡалды шулай. Ярай ҙа ире, балалары һәм туғандары, еңгәһе бар, һәр береһе ҡурсалап, йөпләп кенә торҙо үҙен.
Хәйер, Әлимәне Ҡарамалы ауылы халҡы ла үҙ итте, яратты. Күрше малайҙары Әхәт ағайҙары кәләш алып ҡайтҡас еңгәләренең һылыулығына иҫтәре китә. Улар көн дә сибәр еңгәйҙәрен күрер өсөн бер тирәгә йыйыла ине һәм шаҡарма ярығынан йәп-йәш, йүгереп йөрөгән, оҙон толомло еңгәйҙәрен күҙәтә ине. Бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ, йылмайып, килгән бар кешене ипле ҡарашы менән ҡаршы алыр ине йәш килен. Тома һуҡыр ҡалған бейемен дә бала урынына ҡараны бит ул. Оло кеше ни, ҡайһы саҡта ауыр һүҙ ҙә әйткеләгәндер инде, әммә Әлимә бер ваҡытта ла таш менән атманы, киреһенсә, аш менән еңде. Усағында утын һүндермәй, йылы көлсә, икмәктәрен бешерер, шул арала баҡсаһына инеп түтәлдәрен сүптән утар ине. Ана, бәләкәй ҡыҙсығы Гөлбикә, үҫеп килә, Өлфәт абзыйы янында урала. Берҙән-бер улы улай ҙа ипле, шөкөр, күҙенә генә ҡарап тора. Аталары бөйөрөнә ауыр операция үткәргәс, бик эшләй алманы, шуға күрә балалары бик иртә ҡул араһына инде шул.
– Әйҙә, әйҙә, Гөлбикә, тот бынауы утын киҫәген, ошонда һалайыҡ, һылыу. Йәһәт кенә ҡуҙғалһаҡ, икәүләп өйөп тә ҡуйырбыҙ, - тип йомшаҡ ҡына өндәшеп эргәһендә йөрөгән һылыуын эшкә өйрәтә Өлфәте. Иркәбикәһенең утын күтәреп йөрөгөһө килмәй шул, ана, аръяҡ урам балалары йылға буйында сыр-сыу килә, әллә нимәгә сырҡылдашалар.
– Йә, һылыуым, йә, әйҙә, әтеү, каникулдан сыҡҡас уҡытыусығыҙ инша яҙырға ҡушһа, ялда һикереп уйнап тик йөрөнөм тип яҙырһыңмы?- тигәс кенә абзыйының мут йылмайғанына ауыҙ йырып ҡарап торҙо ла, Гөлбикә, йәһәтләп утын киҫәктәрен ташырға тотондо. Балаларының бер-береһен йөпләп, эш белеп, ҡурсалап йөрөүҙәренә Әлимәнең күңеле тулды, алай ҙа аҡыллы балалары, шөкөр, тип ҡыуанды.
– Һай, афарин, ҡыҙым, шулай тыңлап ҡына йөрөгөҙ шул абзыйығыҙҙы, уға ҡаршы һүҙ түгел, ҡырын ҡараш та ташламағыҙ. Бер бөртөк кенә бит ул һеҙҙең, - тип сәсенән һыйпаны ҡатын иркә бәләкәсенең.
– Әсәәәй, ә атам ҡасан ҡайтаааа, һағындым бит мин уныыы, кәпәсен күпме еҫкәһәм дә атам еҫе килмәй инде, әллә бөтөнләй еҫкәп бөткәнмен, -тип илап ебәрә яҙҙы Гөлбикә.
– Эй, ошо Гөлбикәне, атам ти ҙә торасы, ҡайтыр тиҙҙән, атай, Аллаһ бирһа, әллә мин һағынмаған тиһеңме атайҙы?- тип, һөйләнә-һөйләнә ҡапҡанан ҡаҙ бәпкәләрен ҡыуа-ҡыуа килеп инде Зөләйха апаһы. - Тиҙҙән Миңһылыу апай ҙа ҡайтып төшөр әле бына, тәмлекәстәр алып ҡайтам тип яҙғайны бит һуңғы хатында, - тип һикерәңләп ҡуйҙы урынында.
– Әлләлләәәә, эйеее, атай менән апай бер көндә ҡайтып төшһә, ҡалай һәйбәт булыр ине, ибет, Зөләйха?- тип һөрәнләне Гөлбикә.
– Шым, Гөлбикә, шым, ниндәй Зөләйха ти ул һиңә? Апай, тиген, ул бит һинән оло, һиңә апай ҙаһа! - тип Әлимә кинйәбикәһен шелтәләне.
Аталары ял йортонан дауаланып ҡайтып яңы эшкә урынлашты, ул хәҙер хат ташыусы. Илдең төрлө мөйөштәренән килгән сәләм хаттарын адресаттарына тапшырыусы, ер йөҙөндә, илдә барған яңылыҡтарҙы һәр йортҡа таратыусы, еткереүсе, ғаиләләр араһына күпер һалыусы. Ҙур ҡағыҙ ҡапсыҡҡа тултырылған гәзиттәрҙе һикегә йәйеп һалып, һәр фамилия буйынса теүәл бүлеп ултырған атаһына ҡарап, ҡарап ала Гөлбикә. Нисек арымай икән атаһы менән әсәһе, йүгереп эшләп тик йөрөйҙәр. Ана бит, атаһы яҙышып ултыра, үҙе ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен һөйләп кет-кет көлә. Шул арала Гөлбикәһен дә шаяртып ала. Ә төпсөгөнә шул ғына етә, бер һикереүҙә атаһының елкәһенә менеп ҡуна ла, муйынынан ҡосаҡлап ала. Ээээх, еҫе, таныш атай еҫееее, тир, ҡырынғандан һуң һөрткән тәмле хушбуй еҫе менән буталып, уның ғына, атаһының ғына еҫен барлыҡҡа килтергән. Мәңге онотмаҫ ул ошо еҫте, атай еҫен Гөлбикә. Ә Әлимә атайын да, уның еҫен дә хәтерләмәй. Сөнки ул һуғышҡа киткәндә ҡыҙыҡай бәләкәй ине әле...
... Үҙе менән ни хәлдәр булғанын, ни өсөн былай осоп йөрөүенән ҡапыл айнып, Әлимәнең йәне йәһәт кенә өйөнә, балалары янына осто. Халыҡ уларға табан ағыла ла, ағыла. Һәр береһе уны яҡшы һүҙ менән иҫкә ала, етемһерәп ҡалған ғәзиз балаларын ҡосаҡлай, йыуатыр һүҙҙәр әйтә. Доға уҡый белгән оло йәштәге ҡатындар, ауылдаштары, хатта күрше ауылдан да килгәндәр, тәсбих тарталар. Шыбыр-шыбыр ғына һөйләшеп, кәңәшләшеп төн үткәрҙеләр. Ситтән туғандары, абзыйҙарының балалары бер-бер артлы килеп, китеп торҙо. Ураҙа ғәйете алдынан ташлап китте бит Әлимәнең йәне был фани донъяны. Балалары кәңәшләшеп, бер төн өйҙә йоҡлатырға булды әсәләрен.
– Һуңғы арала ҡаты ауырып, һуҙылып төшөп тә ята алманы әсәкәйебеҙ, һуңғы төнөн өйҙә, һуҙылып ятып үткәрһен, - тип, хәл иттеләр. Иртән иртүк ғөсөл ҡойондороп, кәфенлеккә матурлап төрөп, һуңғы юлына әҙерләп тә ҡуйҙы ауыл мөслимәләре ҡатынды.
Ураҙа айында, бер-бер артлы, балаларын, туғандарын ауыр ҡайғыға һалып китте лә барҙылар өсәүләп – атай, әсәй һәм улы. Кемдәр ураҙала мәңгелек йортона күсә, уларҙың юлы тура ожмахҡа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Амин, шулай ғына була күрһен, иншаллаһ. Еңел генә итеп күтәреп, ауылдың ир-егеттәре Әлимәне Әхәте һәм Өлфәте янына алып китте. Ике-өс аҙна арауығында барлыҡҡа килгән ҡәберҙәр янында өсөнсөһө урын алды. Бар йолаларҙы теүәл үтәп, мәрхүмәне мәңгелек йортона урынлаштырып ҡайттылар.
... – Бына, һылыуым, мәңгелек йортоңдан урын алдың, инде йәнең йәннәт түрендә булһын, тыныслан. Беҙ хәҙер тереләргә, ерҙә йәшәгән яҡындарыбыҙға ғүмер, һаулыҡ теләп, уларға мәңге риза булырға тейешбеҙ. Ауыр саҡта терәк-таяныс булып, төштәренә инеп ипле генә уларҙы иҫкәртеү ҙә беҙҙең иңдә. Тереләрҙең хәйер-саҙаҡалары ғына беҙгә килеп етһен, шунан айырмаһын Хоҙай, - тип яратҡан, берҙән-бер һылыуын етәкләп алды Ғәлим.
– Абзый, абзыҡайым минең, эй, һағынғайным бит мин һине, шөкөр, осраштыҡ - тип Әлимә бала саҡтағылай, ағаһының ҡосағына һыйынды. Йылы, рәхәт, тыныс та, моңһоу ҙа ине уға. Шул уҡ ваҡытта йәненең урын тапмай өҙгөләнеүен йәшерә алманы Әлимә.
– Абзый, тегендә, ер йөҙөндә ҡалған балаларым, ейәндәрем өсөн һаман үҙәгем өҙөлә. Нимә генә эшләрҙәр инде, нисек кенә күтәрерҙәр был бер юлы ишелгән ҡайғыларҙы? Өлфәтем өсөн дә йәнем әрней. Иртә, бик иртә юлланды бит ул да был яҡҡа. Һөлөктәй дүрт улы, ейәндәре, киленем ҡалды бит. Нисек кенә йәшәрҙәр инде улар? Ә Зифам, Миңһылыуым, Зөләйхам, Гөлбикәм... уларым нисек, нисек сыҙар, иңдәренә ишелгән ҡайғыларға?
– Көйөп бер нисек тә ярҙам итә алмайһың, һылыуым, уларға. Шөкөр, минең хәләлем, һинең еңгәң, иҫән. Барыбыҙҙың балаларына, ейәндәренә ул баш, күҙ-ҡолаҡ булыр, уларҙы бер ергә өйөрөп, йыйып йәшәр, Аллаһ бирһа. Беҙ уларҙы өҫтән ҡарап, төштәренә инеп, иҫкәртеп торорбоҙ. Мин дә бит һиңә төштәреңдә килә инем, иҫкәртә инем, хәтерләйһеңме? Ә һин хәйер-фатихаларың менән мине ризалата инең. Беҙгә, әруахтарға, хәҙер ошонан башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Уны, шөкөр, балаларыбыҙ белә, аңлай. Һәр береһе кесе йомала, йома көнө беҙҙең рухҡа доға бағышлай. Аллаһ ярҙамынан ташламаҫ балаҡайҙарҙы. Сабырлыҡтарын, рухтарын ғына һындыра күрмәһендәр инде, матур итеп донъя көтөп, оҙон ғүмер кисерһендәр. Ә беҙ уларҙың һәр береһенә риза, һәр береһе беҙҙе ҡараған, ауырыған саҡта йөрәк йылыһын биргән өсөн улар мең сауапҡа лайыҡ, шулай бит, һылыуым,- тип Ғәлим, ҡәҙерле кешеһен ҡиблаға табан ыңғайлатты.
Шулай итеп улар, ап-аҡ, мамыҡтай таҙа, йомшаҡ, туп-тура юлдан, күҙҙе сағылдырырлыҡ яҡтылыҡҡа табан атланы. Икеһенә лә шундай рәхәт, еңел ине, мәңгелеккә ҡарай юл да тип-тигеҙ, ташһыҙ, һикәлтәһеҙ ине.
“Йөҙөкәй”.