Бөтә яңылыҡтар
10

«ҠАЙТ, ҠОТОМ, ҠАЙТ...» (Хикәйә)

Соланда мөһабәт кәүҙәнең ауырлығына иҙән шығырлай. Нурғәле ағай ишек ҡаға. Өндәшмәйем. Инеү менән Сәғүрәне күреп ауыр көрһөнөүенә йәнем әсенеп уртымды сәйнәйем. Өйрәнеп бөткән: иҫерек бисәһенең ҡулын йәтеш кенә итеп яурыны аша һала ла өҫтөрәп тышҡа алып сыға. Арттарынан солан ишеге ябылғанын ишетеп, тәҙрәгә йомолам. Сәғүрә иләмһеҙ ҡыланып тыбырсына, үҙе йәмһеҙ тауыш менән аҡыра. Нурғәле ағайҙың түҙемлеге сигенә сыҡҡандыр, күрәһең, ҡатынын ҡапыл ситкә этеп ебәрә лә айыуҙыҡы кеүек дәү усы менән уның сикәһенә һуға.

Кил, ҡотом, кил, ҡотом,

Эйәләрең бында, ҡотом,

Ағын һыуҙай ағып кил,

Аҡ балыҡтай йөҙөп кил.

Ҡот ҡайтарғанда әйтелә торған һүҙҙәр

 

– Эй яратам да инде ағайыңды, белһәң ине, – ти Сәғүрә. Беҙ уның менән йүгерә-атлай фермаға киске һауынға кигеп барабыҙ. Дөрөҫөрәге, Сәғүрә йүгерә: аяғы тейгән ерҙә тейә, теймәгәндә юҡ. Мин уның артынан ҡалмаҫҡа була ғына бышлығып йүрмәләйем.

– Иртәнсәк уянып уны янымда күрәм дә ҡыуанысымдан көлөп ебәрәм. Шатлығым эсемә һыймай. Осоп китмәй саҡ-саҡ түҙәм, хас та эсенә тын тултырылған шар кеүек, – Сәғүрә тештәрен йылтыратып шыңғырлатып көлә. Унан, ҡапыл етдиләнеп, күҙемә карай. Эсем янып, йәнем ҡарайып килгәнде һиҙгән кеүек. – Ысын. Төндә, баҫып килгән татлы йоҡоно ҡыуалап, айҡашып ятам. Уның янында булған ваҡытымдың ҡәтрәһен дә әрәм иткем килмәй. Их, әхирәт-бикәс, минең ни тиклем бәхетле булғанымды белһәң икән!

Уның булмышынан бөркөлгән нур көлтәһе тос табаҡсаларын аҫҡа эйгән көнбағыш баҫыуын яҡтыртып ебәрә, юлдың уң яғындағы ҡайындарҙың тәлгәштәрен алтынға мансый.

– Белһәң икән!

Әхирәт-еңгәм йылмая-көлә мине ҡосаҡлай, ағайыма булған һөйөүе ташып түгелә, унан миңә лә, аяҡ араһында буталып эйәреп килгән ерән көсөккә лә өлөш сыға.

«Белмәһәм икән. Ни тиклем бәхетһеҙ буласағыңды ла белмәҫ инем, тип уйлайым мин күңелем тулып. Бәхетеңдән шул саҡлы кинәнмәһәң, ул тиклем бәхетһеҙ ҙә булмаҫ инең, бәлки».

Алҡымымды йыртып алып барған төйөрҙө көслөк менән йотоп ебәрәм дә, үкһеүемде йәшерергә теләп, һөрлөгөп киткән булам. Ә ҡолағымда Тимерхандың тауышы: «Һылыу, мин Сәғүрәне яратмайым. Әнисәне яратам. Бөгөн кискә уның менән Себер сығып китәбеҙ. Әйберҙәр соланығыҙҙа тороп торһон инде. Һеҙ киске һауындан ҡайтҡансы ҡустылар поезға матас менән алып сығып ҡуйыр. Әлегә бер кемгә лә әйтмә, йәме?»

Сәғүрә көлә-шаярта өҫ-башымды ҡаға ла сикәмдән яратып ҡына үбеп ала. Унан, ҡулдарын ҡанат кеүек итеп йәйеп, түңдән түбәнгә йүгереп төшөп китә, аҡ күлдәгенең киң итәге матур итеп елберләй. Ул бына-бына ерҙең тартыу көсөнән арыныр ҙа, аҡҡошҡа әйләнеп алыҫҡа осоп китер кеүек. «Китһәң ине», – тип теләйем мин әсенеп.

– Белһәң икән, – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерә ул. Тыумаҫ борон ҡартайып, тигеҙ ерҙә абынып йөрөмәҫ инең.

«Ә һин саҡ ҡына уяуыраҡ булһаң, аңғармаҫтан килеп ингәнеңә тертләп солан мөйөшөндәге әйберҙәр өҫтөнә кейеҙ ырғытҡанымды абайлар инең...»

Йәшемде тыя алмай үкһейем. Үҙем тыйыла алмағаныма йәнем көйөп юл ситенә сығып ултырам: бәлки, Сәғүрә көтөп тормаҫ, китер. Ҡайҙа инде ул. Елдереп килеп менә лә: «Әллә үпкәләнең инде», – тип борсолоу ҡатыш көлөп мине ҡосаҡлай. Күҙ йәшемде һөртә, тубығымды һыйпай.

– Түҙгеһеҙ ауырта, – тип бала кеүек бәлә һалам мин. – Һеңере тартылғандыр.

Үҙем уның эске нурҙан балҡып торған һөйкөмлө йөҙөнән күҙемде айырып ала алмайым.

– Нишләп улай ҡарайһың? – ти ул сәйерһенеп.

Тиленең теле өлгөр була бит ул, үҙем дә һиҙмәҫтән:

– Һинең бәхетле сағыңды хәтерләп ҡалғым килә, – тип әйтеп һалам.

Алай ҙа аңғарып өлгөрмәй, мотоциклда фермаға китеп барған хисапсыны туҡтатып, мине ултыртып ебәрә.

Карточкаға төшөрөп ал һуң, миңә лә бирерһең, тип шаяртып тороп ҡала ул. Ә минең шул тиклем үҙәгем өҙөлә: иң яҡын кешемде ерләгән кеүек. Тәүбә, тәүбә...

* * *

Минең алғы өйҙөң мейесе эргәһендә маташыуымды абайламаған Сәғүрә туп-тура төпкө бүлмәгә үтте лә эйелеп карауат аҫтын ҡараны, мейес башына үрелде, унан шифоньерҙың ишеген асып япты. Эҙләгәнен күрмәгәс, аптырап ҡарап тора бирҙе лә, башына ниҙер килеп, яңынан шифоньерға уҡталды. Уның уйын аңлаған ыңғайға, шаршау артынан яҡтыға атланым. Иҙән таҡтаһының шығырлауын ишетеп һиҫкәнгән Сәғүрә алып өлгөргән нәмәһен усына йомдо ла, эскеселәргә хас йәлләүес ялағайлыҡ менән йылмайған булды.

– Берәй ҡаҡһыған балың булһа ла ултырмаймы, тигәйнем?

Үҙе ҡулдарының ҡалтырауын ҡайһылайтып йәшерергә белмәй аптыранды. Йыбытҡыға әйләнеп барған эскесе бисәләрҙеке кеүек тәпәрләнгән йөҙөнә хаяһыҙлыҡ яғылған. Ҡиәфәтенән ерәнеүемде тыя алмай:

– Ҡулыңдағы хушбыйҙы бир әле бында, – тип һонолам. Үҙемә шул тиклем оят, үҙем өсөн дә, уның өсөн дә... Ә ул, урлап алған уйынсығын йәшергән уғры бала кеүек, хәйләһеҙ төҫ сығарырға маташа. Үҙе тамырҙары ҡалҡып торған ҙур, көслө ҡулдарын артына йәшергән, сырайын боҙоп, иламһыраған.

– Бирһәң, бер йөҙ грамм ҡоям, – тип ныҡыштым мин. Йөҙ грамды ишетеү менән ауыҙы йырылып киткән Сәғүрә хушбый шешәһен усыма йомдорҙо ла саҡырылып килгән ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек эре генә өҫтәл артына барып ҡунаҡланы.

Тимерхан (ул миңә ике туған, тик ағайым тиһәң, хәтере ҡалыр, теп-теүәл ете айға оло) ташлап киткәндән бирле мине күрһә, урамдың икенсе яғына сыҡҡан, лаяҡыл сағында ла беҙҙең өйҙө урап уҙған элекке дуҫым беҙгә инер көнгә төшкән икән, хәле йыҡ мөшкөлдөр. Сигенә етмәһә, ул минән «пахмил» һорап инмәҫ ине. Утын алдырырға кәрәк булыр тип келәткә йыйған яртынан бер стакан ҡойоп алып индем.

Шешә асҡанды күрһә, төбөнә төшмәйенсә сығарып булмаҫ.

Уға, ашамай эсеп, ҡараһына ҡатып йонсоп бөткән әҙәмгә, шул етә ҡалды. Эскән кешенең һөмһөҙлөгөнә хайран булырлыҡ. Сәғүрәнең, йән серҙәшем Сәғүрәнең, сәсе лаулайып, мәғәнәһеҙ күҙҙәрен кәпселәтеп ултырыуына ҡарап тора алмайым. Ни эшләргә белмәй, йомош табып тышҡа сыҡҡан булам.

Ҡараһам, сатан аяғына ҡыйшайтыбыраҡ баҫып урамдан Нурғәле ағай атлай. Ҡатынының беҙгә ингәнен берәйһе әйткәндер, күрәһең. Туп-тура бында төбәп килә. Оялышымдан, ҡаушауҙан өйгә инә һалып, мейес араһына боҫам. Үҙем ҡотом осоп шаршау ярығынан Сәғүрәне ҡарайым. Ул башын уңайһыҙ итеп өҫтәл ҡырына терәгән дә йоҡлап киткән.

Соланда мөһабәт кәүҙәнең ауырлығына иҙән шығырлай. Нурғәле ағай ишек ҡаға. Өндәшмәйем. Инеү менән Сәғүрәне күреп ауыр көрһөнөүенә йәнем әсенеп уртымды сәйнәйем. Өйрәнеп бөткән: иҫерек бисәһенең ҡулын йәтеш кенә итеп яурыны аша һала ла өҫтөрәп тышҡа алып сыға. Арттарынан солан ишеге ябылғанын ишетеп, тәҙрәгә йомолам. Сәғүрә иләмһеҙ ҡыланып тыбырсына, үҙе йәмһеҙ тауыш менән аҡыра. Нурғәле ағайҙың түҙемлеге сигенә сыҡҡандыр, күрәһең, ҡатынын ҡапыл ситкә этеп ебәрә лә айыуҙыҡы кеүек дәү усы менән уның сикәһенә һуға. Утынлыҡтағы түмәр өҫтөнә барын төшкән Сәғүрәнең ирен ситенән ағып сыҡҡан ҡып-ҡыҙыл ҡанды күреп улар араһына атылам. Күҙҙәре аларып ҡыҙышып киткән Нурғәле ағайҙың беләгенә барып аҫылынам. Уны тынысландырып маташҡан ара ла, Сәғүрә, типкеләнгән эт кеүек шыңшый-шыңшый шыуышып, мунса соланына йәшенә.

– Уны ғүмер буйы күтәреп йөрөргә әҙермен тип анттар әйткән кеше һин түгелме ни? – тип Нурғәле ағайҙың күҙенә текләйем. Ул Сәғүрәгә һуҡҡан ҡулын ҡамсы кеүек һәлендергән килеш башын эйеп өй нигеҙенә барып ултыра.

– Уға һуҡҡан ҡулым бер көн килеп ҡорор инде тип үҙем дә уйлап ҡуям, – ти ул ғәйепле төҫ менән. Ирендәренә ҡыҙғаныс йылмайыу ишараты ҡуна. Уның йәнһеҙ кеүек аҫылынып торған уң ҡулын һулы менән тубыҡтарына һуҙып һалғанын күреп тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. – Һул аяҡһыҙ, уң ҡулһыҙ ир... – ул шоҡорайып ултырған килеш башлаған һүҙен йотоп тына. Булмышынан бөркөлгән һағыш... Йән ғазабы... Күңел төшөнкөлөгө...

– Ул тәки мине үҙ күреп китә алманы. – Тауыш әллә ҡайҙан һаңғырау ғына ишетелә. – Ә мин әҙәм балаһының ни тиклем көсһөҙ икәнен төшөнә барам, төшөнә барам. Ә бит кеше булдыра алмаған бер генә нәмә лә юҡ тип уйлай инем. Был ҡулдар... ул көрәк кеүек дәү ҡулдарын тубығына һалып тәүгә күргәндәй әйләндереп-тулғандырып ҡарай. – Был ҡулдарҙың эшләмәгәне юҡ.

Һүҙҙәре раҫ. Нурғәле ағайҙың нисәмә йылдар буйы ҡуҙғала алмай ятҡан Мөслимә инәйҙе, күлдәк-ыштанына тиклем йыуып, үҙе икмәк һалып, һалма ҡырҡып, өф итеп ҡарағанын бөтә ауыл белә.

– Ике аяғым да имен саҡта белмәгәнде, сатан ҡалғастын һәпте юҡ бейергә өйрәнелде. Сәғүрәгә был зәғиф телем менән күңелдәгең төшөндөрөп биреү ауыр булырын һиҙемләгәстен, шиғыр ятланым, ҡалын-ҡалын китаптар уҡыным. Был беләктәрҙә таш ярырлыҡ көс. Ҡураныс ҡына Сәғүрәмде ҡул осона ғына күтәреп Ноҡас тауының иң түбәһенә алып менерҙәй ҡеүәт бар миндә. Был йоҙроҡтарҙа уны бер һуҡҡанда сәсрәтә һуғырлыҡ тослоҡ та бар. Ә бына унан үҙемде нисек яраттырырға белә алмайым... Нишләп улай ул, һылыу? Ул миңә ҡуңыр күҙҙәре менән тишерҙәй итеп ҡарап яуап көтә. Ә мин нимә әйтә алам?

– Бөтәһе лә яйланған кеүек ине бит. Үҙебеҙгә күрә ҡотобоҙҙо ла, ырыҫыбыҙҙы ла тапҡайныҡ. Тимерхандың ҡайтып күренеүе булды, бер нәмәнең дә ҡәҙере ҡалманы. Хатта күҙ нурылай ҡыҙыбыҙҙың да. Әсәнән берҙән-бер балаһын да онотторорлоҡ ниндәй мөхәббәт һуң ул, һылыу?!

Әгәр ҙә бала Тимерхандан булһа, һөйөп туймаҫ ине, билләһи! Ә минең баламда бер ҡайғыһы юҡ. Шул ҡәҙәрлем дә һөйкөмһөҙ бәндәменме ни һуң мин? Улай түгел инем кеүек, һөйкөмлө һөйәгем Ҡабра төбөндә өҙөлөп ҡалған аяғымда булды микән? Нимәһе артыҡ һуң шул Тимерхандың?

Ул йәнә күҙҙәремә аяныслы итеп ҡарай. Әйтерһең дә, мин уларҙың тормошона хөкөмдар ҙа, яуабым яҙмышын хәл итәсәк.

– Баш осомда әллә ниндәй ҡарғыш аҫып ҡуйылған, ахыры, минең. Ул мораҙыма еткәнемде аңдып ҡына тора ла, инде үрелеп алам тигәндә аҫҡа ҡолата һуға ла төшөрә.

Шулай тигәндә икебеҙҙең дә уның, тубығы тәңгәленән өҙөлгән аяғынан шабырлап ҡан аҡҡанына ла ҡарамай, тештәрен ҡыҫып, Ҡабраның текә битенә сат йәбешеп үҫкән селеккә тотона-тотона өҫкә шыуышҡаны күҙ алдына килә.

– Ҡолата һуға, – тип ҡабатлай ул ауыр һулап. Шунан алдындағы ҡурҡыныс шәүләне ҡыуып ебәргәндәй башын сайҡап ҡуя ла урынынан тора. Уның ҡапҡа яғына киткәнен бер һүҙ әйтә алмай ҡарап ҡалам да, келәгә йәбешкәс кенә үҙем дә һиҙмәҫтән:

– Ул бигерәк көләс бит, – тип ҡысҡырып ҡуям.

– Нимә тиһең, һылыу? – ти ул боролоп. Уның йонсоу ҡараштарының ауырлығынан бөрөшөп төшәм, тик, ни хәл итәһең, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ҡабалана-ҡарһалана уйымды төшөндөрөргә маташам:

– Тимерханды әйтәм... Ул донъя тик рәхәттән генә торған кеүек итеп ҡыуанып йәшәй белә бит, тием. Моғайын, уның мөхәббәтле булыуының сере шундалыр. Яғымлы, көләс кешегә йәшәү нуры үҙе килеп яғылалыр.

Хәсрәтле уйҙарына батҡан Нурғәле ағайға әйткәндәрем барый етмәне, буғай. Ул миңә бер килке текләп тора бирҙе лә, хушлашып, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Мин иһә ни ҡылырға белмәй аңшайған килеш уның артынан ҡарап ҡалдым. Мөһабәт ир яурындары төшөп, башын һәлендереп саҡ атлап бара, ә артынан бөткөһөҙ хәсрәте ҡара томан булып туғарланып эйәрә кеүек тойолдо. Ә мин, иҫәүән, көләс, ҡыуаныс тип хәбәр һөйләйем...

...Теге йылды уларҙы икенсе көндө кисләтеп кенә табып алып ҡайттылар. Киткәндәрен абайлап ҡалған йылҡы көтөүсеһе әйтмәһә, ул ерҙе ҡарарға бер кемдең дә башына килмәҫ ине. Сөнки текә тау биленә йылышып тәрән йырындың ситенән генә үткән хәтәр юлдан аҡылы бар кеше машина менән үтмәҫкә тырыша.

Барһалар – күрәләр: текә ҡырланан ҡолаған йөк машинаһы әллә нисәмә тапҡыр аунап, түңкәрелеп барып төшкән. Ҡанға туҙған Нурғәле ағайҙы, дуҫы Рәмилдең үле кәүҙәһен ҡосаҡлап ибәтәйһеҙ итеп ултырған килеш, яҡындағы шишмә буйынан тапҡандар. Яурынына килен ҡағылғас күтәрелеп ҡарап йән әсеһе менән:

– Ул тере ине бит, тере ине, – тип бышылданы ла ике сикәһенән берәр бөртөк кенә йәше ағып төштө, тип һөйләнеләр. Ҡалғанын Нурғәле ағай үҙе һөйләне.

Рәмил машина ҡырыная башлау менән тышҡа һикергән. Рулдә ултырған Нурғәле кабинаның ишегенән һыңар аяғын ғына тығып өлгөргән дә, үҙәк өҙгөс ауыртыуҙан һушын юйған. Башҡаса бер ни ҙә хәтерләмәй. Иҫенә килгәндән һуң шыуышып сыҡһа, машинаның бортына ҡыҫылған дуҫы ята. Уны нисек һөйрәп сығарғандыр... Ауыҙынан ҡанлы күбек бөркөп ятҡан Рәмилгә үҙе ярҙам итә алмағанын аңлай, Ҡабраның текә битенән өҫкә үрмәләй егет. Һыҙланыуҙан аңын юғалтмаҫҡа тырышып, унда-бында үҫкән селек, тубылғы ботаҡтарына йәбешә. Яртылыҡты артылғас, бер мотоциклдың үтеп киткәнен ишетеп тауыш биреп ҡарай: ишетмәйҙәр. Торараҡ, инде менеп еттем тигәндә, берәүҙең шығыр-шоғор арбала йырлап килгәнен ишетә. Тағы ынтылһам, өлгөрәм тип серәшеп йән көсөнә бер үлән һабағына йәбешә лә, тегенеһе тамырынан йолҡоноп сығып, аҫҡа тәгәрләй.

Бахыр Рәмилдең көнө бөткән булған, күрәһең. Арбала йырлап килгән кеше һаңғырау Фәтҡулла бабай була. Бүтән кеше һис юғында Нурғәленең ыңғырашҡанын булһа ла ишетер ине.

Үпкәһе иҙелгән Рәмил, төнө буйы ғазапланғандан һуң, икенсе көндө төшкә ҡарай ғына йән биргән. Ә шул тиклем ҡан юғалтҡан Нурғәленең йәшәү көсөнә хатта күпте күргән врачтар ҙа аптыраған. Уға ҡан бирер өсөн ярты ауыл ике тапҡыр барҙы.

Яҡшы хеҙмәт иткән өсөн ун көнгә ялға ҡайтарылған Рәмилдең аяныслы үлеме менән Нурғәленең фажиғәһе генә етмәне. Яңғыҙ улын ер ҡуйынына тығып ҡайтҡастын ҡапыл йығылған Мөслимә инәйҙең ярты кәүҙәһе ҡуҙғалмаҫ булды.

Эскән килеш рулгә ултырып кешенең йәнен ҡыйған Нурғәле ағайға суд булды. Халыҡ судының күсмә ултырышын беҙҙең ауылда үткәрҙеләр. Башҡалар өсөн дә фәһем булһын тигәндәрҙер, күрәһең. Беҙҙең бәләкәй генә ауылдың тарихында бындай хәл булмағанлыҡтан, иҫке клубҡа халыҡ шығырым тулғайны.

Ҡултык таяҡтарына таянып сәхнәгә сыҡҡан Нурғәле ағайҙың һәлпелдәп торған буш салбар балағын күргәс, ауылдаштар йәлләп бер ахылдашып ҡуйғайны. Ике әзмәүерҙәй ир Мөслимә инәйҙе күтәреп алдағы урынға алып барып ултыртҡас, һәммәһе лә шомло итеп шымды.

Ошо тынлыҡта хәсрәтле әсәнең:

– Ғүмере рәхәт күрмә, ҡара йөрәк. Ҡарт көнөмдә таянысым булыр тип үҫтергән баламды ҡара гүргә тыҡтың. Минең кеүек кеше көнлө булып, тилмереп ултыр... – тигән ҡарғышы айырым асыҡ ишетелде. Бойоҡ ҡарашын бер нөктәгә төбәп, һынташ кеүек ҡатып ҡалған йонсоу сырайлы егет иренен ҡанатҡансы тешләне. Хөкөм барышында ла уртын сәйнәп ултырһа ултырҙы, йәлләтәйем, кешеләрҙең күңелен күрәйем тигән бер ҡылығы ла булманы.

Суд алдынан ата-инәһе Мөслимә әбейгә, берүк төрмәгә яптырма тип ялынып, һине үҙебеҙ ҡарарбыҙ, тилмертеп ултыртмабыҙ тип анттар әйтеп ризалатҡандар булһа кәрәк. Ишле туған-тыумасаһы булмаған, бала-сағаһыҙ, ирһеҙ ғәрип әбей нимә эшләһен, күнгәндер инде. Хөкөм барышында ла: «Уны төрмәгә тығыуҙан ни фәтүә?! Алла ҡарғышы кешенекенән яманыраҡ була ул. Язаһын бында ла табыр», – тип кенә ҡуйҙы.

Шул яҙҙа Нурғәле ағайға кәләш алып бирергә ниәтләп бура күтәргәйнеләр, һыңар аяғында һикерәңләп тигәндәй (протезға саҡ өйрәнеп килә ине) шул өйҙө бөтөрөп инде. Мейесенә тиклем үҙе сығарҙы. Ҡара көҙҙә аталарынан башҡаланды. Тик йәш килен урынына өйгә зарлы Мөслимә әбей төштө.

Быҫҡаҡлап ҡына ямғыр яуып торған бер көн ине. Алпан-толпан баҫып тая-тая килгән дәү кешене алыҫтан уҡ абайланым. Артынан, торараҡ ҡалып, бер һыйыр ҙа эйәргәнгә ғәжәп итеп ҡарап киләм. Яҡыная төшкәс, ҡураныс кәүҙәле, яртылаш кибеп ҡалғай Мөслимә инәйҙе бала кеүек кенә итеп күтәреп алған Нурғәле ағайҙы таныным. Протезда атлауы еңел түгелдер, өҫтәүенә юл да тайғаҡ, шуға ул сайҡалып ала, битенән ҡара тире юлаҡ-юлаҡ булып ағып төшкән. Миңә тиңләшкәс кенә ул тайып китте, ҡулындағы йөгөн төшөрөп ебәрмәҫ өсөн күкрәгенә ҡыҫты. Әбекәй ҙә тарамыш кеүек һарғайып ҡатҡан һау ҡулы менән уның яғаһынан матҡып тотоп алған. Шул мәлдә миңә Мөслимә әбей икеһен дә гүргә өҫтөрәй, ә Нурғәле ағай уны ла, үҙен дә был яҡты донъяла алып ҡалыр өсөн ҡырталаша кеүек күренде.

Мине абайламанылар, сөнки хәлдәре кемдер күҙҙәренә салынырлыҡ түгел ине. Ә мин, хужабикәһе артынан вайымһыҙ ғына эйәреп килгән һыйыр күпер буйындағы дегәнәклеккә әүрәп тороп ҡалғас, малҡайҙы улар артынан яңы төйәгенә ҡыуалап байтаҡ барҙым.

Һандуғас урамы тип аталған яңы урамға тәүгеләрҙән булып һалынған матур йортона, бәхет юрап ҡоролған ояһына Нурғәле ағай бына шулай итеп үҙенең язаһын күтәреп алып инде.

«Гелән түшәктә ятып янбаштары тишелеп бөткәнгә сутырмаҡ юлда һелкетеп йонсотмайым, тип күтәреп алын ҡайтҡан бахырҡайҙы», – тип һөйләнеләр. «Оҙаҡҡа сыҙамаҫ, әсәһенә алып барып түңкәрер», – тип шикләнеңкерәгән ауылдаштарын һоҡландырып, һис ауырһынмай, матур итеп көттө ул әбейҙе. Тик башына төшкән ҡазаларҙан йөрәге таш булғандырмы Мөслимә инәйҙең, оҙаҡ ваҡыт Нурғәлене ғәфү итмәне.

– Эй, Хоҙайым, улымды үлтергән яуыздың ҡулында тилмерһен тип тағы бер көн бирҙеңме? Ниндәй гонаһтарым өсөн һаман йәнемде алмайһың?! – тип килеп уяна ла, – минең көнөмә ҡалып, дошманыңдың күҙеңә тилмереп ҡарап ултыр, – тип йоҡлап китә торғайны. Алты йыл көн һайын ҡарғыш аҫтында уянып, ҡарғыш аҫтында йоҡлап китте Нурғәле ағай. Тик хатта бер ҡат ризаһыҙлыҡ күрһәтеп сытайһасы...

Тиҫтерҙәре кәләш алды, бала-сағалы булды, донъя ҡорҙо. Барымсағының аяғы өҙөлгәстен башҡа берәүгә тормошҡа сығып киткән һөйгәне Рәйлә апай ике балалы булып кейәүенән айырылып ҡайтты. Инде уларҙан күпкә йәшерәк Сәғүрә менән мин дә эйәле-башлы булдыҡ. Күп тә йәшәп өлгөрмәнеләр, Тимерханы Сәғүрәне ташлап китеп барҙы.

Ейер ризығы бөтөп Мөслимә инәй вафат булды. Әжәле алҡымынан алғас, бәхиллеген әйтеп, Нурғәлегә рәхмәтен белдереп киткән тип һөйләнеләр.

Ата-әсәһе, күрше-күлән, дуҫ-иштәре башлы-күҙле итергә уйлап Нурғәле ағайға бисәлеккә ҡыҙ-ҡырҡын димләргә ашыҡты. Бәҫле улъя туплап үҙ аллы ғүмер иткән тәүфиҡлы кешегә ымһыныусылар аҙ түгел ине. Тик ул үҙе, ылғый ытырғынып, серәшеп килде. «Яңылышлыҡ миндә булды. Барыбер һинән башҡаны ярата алманым. Кисер мине, элек ниәтләгәнсә бергә-бергә йәшәй башлайыҡ», – тип Рәйлә апай инәлеп йөрөнө.

Бер көндө кис, малды һуңлабыраҡ ҡарап инеп, аш эсергә генә ултырған мәлебеҙҙә Нурғәле ағай килде. Табынға саҡырҙыҡ. Уйламағанда ғына килеп инеүенә, бик ҡатышып йәшәмәһәк тә, аптыраманыҡ. Кемдең кемдә ниндәй йомошо булмаҫ. Уңайһыҙланыңҡырағаны һиҙелһә лә сисенеп үтте. Уны-быны гәпләшеп сәй ҙә эстек. Мин ҡашығаяҡ йыуырға тотондом. Ә ул һаман һүҙен башлап китә алмай аптыранды. Шулай ҙа ҡыйыулығын йоҙроғона уҡмаштырып ауыҙын асты:

– Һылыу, һиңә оло бер йомош менән киленгәйне бит әле... Сәғүрәгә минән яусы булып барһаң нисек булыр ине икән?

Аптыраштан ирем менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Был эштән фәтүә сыҡмаҫын беләбеҙ бит инде. Унан минең яусылығым да... Теге кистән һуң әхирәт еңгәм бер генә һүҙ әйтте:

– Хыянатсы икәнһең!

Шунан мине күңеленән сығарып быраҡтырҙы. Осраһа, урамдың икенсе яғына сыға, күҙмә-күҙ тап булышһаҡ үтә ҡарап үтә. Үҙенең иң бәхетле, иң мөхәббәтле мәлдәренә шаһит булған кешене күреүҙең түҙгеһеҙ ауырлығын аңлағанлыҡтан мин рәнйемәйем. Уны һыҙландырмаҫҡа була ситкә тайпылам.

– Нурғәле ағай, гөрләтеп донъя көтөр мәлеңдә нишләп яҙмышыңды ҡанаты ҡайырылған, күңеле китек кешегә бәйләргә булдың? – тип әйтергә баҙнат итте ирем. – Беҙҙең уйыбыҙса, һиңә тормош дәрте ташып торған, дастуйын ҡатын кәрәк...

– Ул да яңғыҙ, мин дә яңғыҙ тип ике ярсыҡты ҡоршарға йыйыныуым түгел, һәр яҡтан уйланылды, туғандар, – тип көтмәгәндә төпсөрләп һөйләп алып китте, ғәҙәттә аҙ һүҙле Нурғәле ағай. – Йәш ваҡытта тормош үтә ябай, хатта ҡыҙыҡһыҙ тойолоп китә торғайны. Арҡырыһы, буйы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге барыһы ла билдәле.

...Өйҙө һалып бөтәм дә, Рәйлә менән өйләнешәбеҙ, йәнәһе. Рәйлә оҡшай ине. Суйыр таштарҙан һикереп ҡояш нурында йымылдап аҡҡан селтер шишмә кеүек ине ул. Унан биш-алты балабыҙ була. Ҡатынымдың миңә ҡайһылай итеп асыуһыҙ ғына бурылдарын, үҙемдең уға асыуһыҙ ғына ырылдарымды ла күҙ алдына килтерә алам. Талсыбыктай Рәйләнең ике-өс баланан һуң әсәһенә оҡшап түмәр умарта кеүек йыуанайып китеренә хәтле белә инем.

Нурғәле ағайҙың был һүҙҙәренә ихтыярһыҙҙан йылмайышабыҙ: ысынлап та, Рәйлә апай әле тумраңлап саҡ атлап йөрөй.

– Көҙгөһөн, – тип дауам итә ҡунағыбыҙ, – ҡапыл һыуытып ебәрһә, йылға таң атҡансы үтә күренмәле быяла кеүек боҙ менән ҡаплана. Уны сатнатмаҫҡа тырышып шыуышып ҡына йөрөһәң, аҫта балыҡтарҙың ҡойроҡтарын анда-һанда болғап ялҡау ғына йөҙөп йөрөгәнен, ылымыҡтарҙың ағым ыңғайына талғын ғына бәүелгәнен күреп була. Һыу аҫты әкиәттәге кеүек тыныс, һил, бөтә нәмә ус төбөндәге кеүек. Шул саҡта хәүеф тойғоһон онотоп китһәң, боҙ сатнап ярыла ла, ҡара һыу аяҡ аҫтыңдан урғылып сығып һине аҫҡа һөйрәй. Шуның кеүек минең дә тормошомда күҙ асып йомғансы бөтәһе лә аҫты өҫкә әйләнде.

Ғүмерҙә лә төҙәтеп булмай торған үкенесле хаталар була икән. Эскән баштан юл ҡыҫҡартам тип Ҡабраға боролғас та күңелгә шик төштө ул. Шунда боролорға булған...

Бер генә мәл тотош ғүмереңде хәл итә! Берәүҙәрҙе яҙмыш бындай аяуһыҙ имтихандан аяй, икенселәрҙең башына тондора. Тик һәр кемдең башы осонда эленеп тора ул был ҡылыс. Күҙе йомоҡ яҙмыш ваҡыт-ваҡыт уны һелтәп-һелтәп ала. – Оҙон һөйләп ялҡытманыммы, тигән кеүек Нурғәле ағай беҙгә күҙ йүгертеп алды ла, йотлоғоп тыңлап ултырғаныбыҙҙы күргәс, дауам итте. Теге ваҡытта дуҫының башына еткән енәйәтсе рәүешендә сәхнәгә менеп ултырғас... Ундай язаны ҡан дошманыңа ла күрһәтмәһен. Мин бөтөнләй башҡа кеше инем инде...

Үҙем үҙгәрһәм дә донъя үҙгәрмәгәндер, тигән инем. Ҡарайым да береһен дә танымаған кеүекмен. Йәнемә ял бирерҙәй, күҙем туҡталырҙай кеше таба алмайым. Күлгә ау ырғытҡан балыҡсы кеүек ҡарашымды ташланым да, һөҙөп сығам... Нимә эҙләйем үҙем дә белмәйем... Миңә йәлләүсе лә, аҡлаусы ла, ярлыҡау ҙа кәрәкмәй. Үҙемде үҙем хөкөм иткәнмен. Был донъялағы төҙәтеп булмаҫ ике ҡазаның – үлем менән ғәриплектең икеһен дә ҡылғанмын. Хөкөм менән яза Рәмилде терелтә, Мөслимә инәйҙе аяҡҡа баҫтыра аламы?

Шул мәлдә бер ҡыҙ баланың ҡарашына абындым: ул минең хәлемә ингән дә күңелемдең урынында юҡлығын, ауыр бушлыҡтың ғына аҫылынып тороп ҡалғанын күргән... Ҡараштары менән наҙ бөркөп ҡото ҡасҡан йәнемде йылытырға тырышып ҡарай. Ул ҡыҙ Сәғүрә ине.

«Эргәңдә шундай кеше булһа, артабан йәшәргә мөмкин булыр ине», – тип уйланым шунда ҡазанан һуң тәүге тапҡыр. Әле лә шул уй арҡан кеүек мине һеҙгә һөйрәкләп алып килде. Сәғүрә менән үҙем һөйләшеп ҡараным ул, тик һис кенә лә ыҡҡа килерҙәй түгел. Өмөтөм һиндә генә, һылыу.

Шундай кешенең һүҙен ҡырын һуға алмай, ҡара төн йөҙөндә Сәғүрә янына сығып киттем.

Ҡараңғы. Рәшәткәләргә тотона-тотона саҡ барып еттем. Хәкимә еңгәләрҙең ихатаһындағы бәләкәс кенә өйҙөң ишеген ҡаҡтым. Тимерхан менән һалып ингән өйҙәрен һатып Сәғүрә ошонда йәшәп ята ине. Яуап биреүсе булмағас, сосолоп торған сепрәк тотҡаны һәрмәнеп табып тартҡайным, ҡалтайған ишек шығырлап ҡына асылды.

Килеп инеү менән иҫке өйҙөң ҡотһоҙ күренеше йөрәгемде тырнап алды. Сәғүрә алама ғына ҡорама юрған ябылған карауатта ҡулын ҡаушырып ултыра. Мине күреү менән һиҫкәнеп ҡалҡынды. Ҡарашында ялтлап киткән йүләр өмөттө күреп ҡойолоп төштөм. Ул миңә Тимерхандан матур хәбәр алып килер бикәс тип ҡараны. Ошо ҡото ҡасҡан донъяһын балҡытып, ярлы монаятын зиннәтләндереп ебәрергә минең бер ауыҙ һүҙем етер ине: «Һағына», – тигән һүҙем. Әгәр ҙә ул һүҙгә үҙем хужа булһам икән...

Тимерхандың иһә хаттары бәхеткә һуғарылған. Йәш кәләше йыл һайын тупылдатып бер малай таба. Үҙе сытырман йәбешеп мал таба: телевизор алдыҡ, һыуытҡыс, кер йыуғыс... Хат һайын бер йыһаз...

Мин ишек бауына йәбешеп, Сәғүрә урынынан ҡалҡып, бер-беребеҙгә текләшкәнбеҙ... Ул ҡарһаланып минең сырайыма сыҡҡан уйҙарымды уҡый. Ҡымтылған ирендәренән, һөмһөрө ҡойолған йөҙөнән йәненең ҡайһы рәүешле телгеләнеүен төшөнәм. Ул уҙ тимәй, мин ҡыймайым. Шулай тора биргәс, баҙнатһыҙлығымдан йәнем көйөп калуштарымды сисеп бырғаным да төпкә үттем. Ишектән сығыр мәлдә генә ирем менән Нурғәле ағай ҡыҫтап тиерлек ҡултыҡка тығып ебәргән бер яртыны шапылдатып өҫтәлгә ҡуйҙым. Сәғүрәм теленең осо менән генә иренен ялай, тик ҡымшанмай. Мейес ҡуйынынан сите кителгән бер каса менән һарғайып ҡатҡан бер бокал эҙләп алдым. Гәзит түшәлгән өҫтәл артына ултырып икеһенә лә тултырғансы араҡы ҡойҙом да төп күтәрә йотмаҡсы булдым. Күҙем атылып сыға яҙҙы, Хоҙайым, был урыҫ сытыраймай ҙа ҡалайтып эсә икән?!

Мин сәсәйем, ә Сәғүрә, дөмөкмәйһеңме шунда, тигәндәй ҡарап тик ултыра. Шул тиклем рәнйенем, етмәһә бер йотом араҡы башыма һикерҙе. Күҙҙәрендә бая тоҡанған өмөткә йәнем үртәлде. Әйтерһең, был донъяла Тимерхандан башҡа кеше юҡ, унан башҡа хәсрәт, шатлыҡ юҡ. Һөмһөҙ итеп текләп баш сайҡап ултырам. Тағы көйөп әсәм, Быныһы шып-шыма ғына үтә. Ә ул миңә екһенеп ҡарай. Булһын. Шул кәрәк. Вайымһыҙлығыңды бәреп ватмаһаммы?! Өҫтәлгә йән көсөмә шапылдатып һуғам. Китек каса менән ҡатҡан бокал һикереп китә. Бирле ирҙәргә ҡалай рәхәт икән. Яурынымды баҫҡан тауҙы Сәғүрә өҫтөнә ишеп төшөрәм. Үҙем эстән генә «етмәһә – өҫтәйем», тип һөрәнләп йәҙрә кеүек ауыр һүҙҙәремде бырғайым.

– Яратмай ул һине, яратмай, аңлайһыңмы? Әнисәһен ярата. Бәхетле ул унда, аңлайһыңмы? Бәхетле. Туп кеүек ике малай үҫтереп ята ул унда. Сынъяһауҙан донъя ҡора.

Мин киҙәнгән һайып ул сайҡалып китә. Әйтерһең дә, сикәһенә һуғам.

– Ғүмерҙә ҡабат ҡайтаһы юҡ уның һиңә. Һинең яратыуыңдың уға кәрәге юҡ. Тамсы ла кәрәге юҡ. Аңлайһыңмы? Һин барһыңмы, юҡһыңмы, уны был ҡыҙыҡһындырмай. Ике йыл эсендә бер тапҡыр сәләм дә әйткәне юҡ.

Сәғүрә ыңғырашып башын ҡапларға маташҡандай итә. Ә мин, үҙемдең аяуһыҙлығыма үҙем әрнеп, үкереп илайым. Илай-илай әхирәтемде ҡосаҡлайым. Ул хәлһеҙ генә ҡарыша, ҡулымды этә, ситкә шылыша. Үҙе һығылып ҡына минең ыңғайға илай.

– Ауырттымы, ҡыйын булдымы? – тип бышылдайым бер уның, бер үҙемдең субырлап аҡҡан йәшен һөртөп. – Ҡанһыҙмынмы? Ысынлап та ҡанһыҙ... Әле генә ошо уҡ һүҙҙәрҙе һин тип өҙөлгән кешегә лә әйттем: «Яратмай ул. Өмөтләнмә».

Ул ҡара күҙҙәрен тонйоратып йәһәт кенә һирпелеп баға:

«Тимерхан?»

«Кеше аңламаһа аңламай икән», – тип йәнә йәнем ҡарая. Тыйылам.

– Үҙе әрнегән башҡаның һыҙланыуын аңларға тейештер? Үҙен һөйгәс, башҡаның тойғоһон да баһалай беләһеңдер? Һин Тимерхандың һөйөүен ялбараһың. Ә үҙеңдән шәфҡәт көткән кешене рәнйетәһең.

– Ир-зат ҡашына йөрөмәм тигән һүҙем бар, – ти Сәғүрә ыҡҡа килгәндәйерәк булып. – Береһен дә күргем килмәй.

– Берәүҙе күргең килә бит, – тип юрый мыҫҡыл итәм.

– Хаяһыҙ яуызлығыңды белмәгәйнем. Сәғүрәнең үпкәләүҙән тауышы ҡалтыранып ҡуя.

– Ә һин үҙең... Алла бәндәһе кеүек кешенең йөҙөн йыртып сығарғанһың.

– Алла бәндәләре күп йөрөй бында...

Минең бүтән кәзекләшкем килмәй.

– Күҙ йәшеңдән күк даръя булды, файҙаһы тейҙеме? Бәхет һин үҙең бит, әхирәт. Нурғәле ағайға һин үҙең – бәхет. Шуны ҡасан аңларһың икән? – Тауышым ялыныслы.

Сәғүрә, башын ҡалҡытып, үҙенең хәйерсе, ҡотһоҙ донъяһын күҙҙән үткәрә. Төшөнкө яурындарын ҡалҡытырға итә. Эй ҡыйын уға быны эшләүе. Хәсрәтен һелкетеп ырғытып ҡалҡынырға көсө етмәҫ кеүек.

– Ярар, – ти ул ниһайәт. – Ярар. Һин ғүмер буйы кешене өгөтләй белдең инде.

Бер аҙнанан ыҡсым ғына туй яһанылар.

– Килен тәүҙә туйға ризалашмағайны. Ҡустыбыҙ беренсе тапҡыр өйләнә бит тип күндерҙек. – Ужым баҫыуына һыйыр эҙләргә барышлай Нурғәле ағайҙың өлкән апаһы үҙе шулай тип һөйләп килде. – Күңелле генә ултырҙыҡ. Ҡусты ла, килен дә бик ҡәнәғәт калды.

Мине туйға саҡырманылар. Шунан сығып ҡына ла Сәғүрәнең сырайына сыҡҡан нур эс-бауырын өткән ялҡындың яҡтыһы икәнеп аңларға була ине. Ә ул шуны аңларымды белгәнгә күрә лә әйттермәгәндер. Уның байы мине бәпәй туйына саҡырҙылар. Ҙурлап, ирем менән икебеҙгә лә күлдәк кейҙереп, атлы ҡунаҡ кеүек итеп ҡуна ятҡырып һыйлап ҡайтарҙылар. Ә мин ике уңған кешенең төҙөк донъяһына, китектәре бөтәйгән күңелдәренә ҡыуанып ҡайтҡайным. Бына килеп тағы...

Мунса соланының тупһаһына башын һалып онотолған Сәғүрәне өҫтөрәкләп аласыҡтың урындығына һалдым да өҫтөнә һәләмә юрған ырғыттым. Ни тиклем күңелгә яҡын кешең булмаһын, эскесене ҡәҙер итке килмәй. Шуны аңлау менән ҡыланышым өсөн үҙемә ҡыйын булып китте.

Ҡасандыр донъяны йылытып яҡты тойғолар уятҡан йән дуҫыңдан да күңел ҡайта икән! Абайламай ғына ҡырыҫлана, һаранлана һәм ярлылана барыуыбыҙ шулдыр инде. Тойғоларымды аңлағандай, Сәғүрә йоҡоһонда ауыр итеп ыңғырашып ҡуйҙы. Ә миңә ҡапыл уның ҡәҙерһеҙләнеп таушалған тәненең аулаҡ мөйөшөнә инеп боҫҡан үҙе, күркәм булмышы, иңрәп тауыш биргәндәй булды. Ул тормошҡа ашмаған хыялдарының харабалары, селпәрәмә килгән өмөттәрҙең ярсыҡтары, уңышһыҙлыҡтар, ғазаптар аҫтында баҫырылып ҡалған да йонсой, күрәһең. Ә Сәғүрә шул әрнеүҙе араҡыға батырып тонсоҡтормаҡсы була ла, йән яраларына хәмер дауа буламы ни? Эскелек уны тағы ла тәрәнерәк упҡынға һөйрәй, аяуһыҙ ҡорт кеүек көнө-төнө кимереп ҡанһырата. Йә үлтермәй, йә ҡалдырмай әҙәм әшәкеһе итеп мәсхәрәләп йөрөтөүе менән ҡайһылай ҡурҡыныс әле был араҡы тигәнең.

Ә мин йән дуҫыма ярҙам итә аламмы? Ғөмүмән, үҙе теләмәгән кешене әҙәм итеп буламы? Иренең өҙгәләнеүҙәрен, балаһының күҙ йәштәрен һанға һуҡмаған ҡатынды тубыҡланған еренән ҡалҡытыр өсөн ниндәй һүҙҙәр кәрәк?

Үҙемдең көсһөҙлөгөмә йәнем көйөп торған арала мәктәп балаларының шаулашып ҡайтыуы ишетелде. Хәҙер минекеләр ҙә асығып килеп инер. Бер ҡарарға килә алмайынса, абайламағанда тороп шым ғына һыпыртмаһын тип ишеккә тыштан бик һалып, мәшәҡәттәремә тотондом.

Шәмбе беҙҙә мунса көнө. Аталары Йылайырға ағас ҡырҡырға киткән еренән ҡайтып етмәһә лә, күнегелгән тәртипте боҙоп булмаҫ.

Уйҙарымды ситкәрәк шылдырып ҡуймаҡсымын да, хәтирәләр баҡсаға эйәләшкән әрһеҙ кәзә бәрәсе кеүек зиһенгә бәреп килә лә инә.

Элек Сәғүрәләр менән беҙҙең ике өйгә бер мунса була торғайны. Йәйгеһен күмәкләшеп шуны һылау үҙе бер мәрәкәгә әйләнә ине. Әле шул күҙ алдыма килде. Мунсаға ут тоҡандырғанда төтөнгә илап килем сыҡтым да, рәнйеү ҡатыш әсенеү менән өмөтһөҙлөк һаҙлығына батҡан Сәғүрәне йәлләүҙән ысынтылап күңелем тулды.

Дуҫым Сәғүрә күңеле менән миңә ҡарағанда байыраҡ, тормошҡа ғашиғыраҡ булды. Уның хатта баҡа сорлауында ла моң ишетеүенә көлә лә, һоҡлана ла торғайным. Ә ул минең һалҡын ҡанлы, ҡалын тиреле булыуыма ҡыҙыға ине. Холҡобоҙ кеүек үк яҙмыштарыбыҙ ҙа төрлөсә китте. Уныҡы сутырмаҡ юлдан даңғор-доңғор барған арба кеүек. Ә минеке тип-тигеҙ дала буйлап тәгәрләтеп ебәргән йомортҡа ише. Һәүетемсә...

Мин башымды юғалтмай ғына үҙемде оҡшатҡан кешегә тормошҡа сыҡтым. Бер-беребеҙҙән әллә нәмәләр талап итмәгәнгә тыныс ҡына, аңлашып ҡына донья көтәбеҙ. Унды бөткәс уҡытыусылыҡҡа уҡырға институтҡа инә алмағайным, һауынсы булып эшләй бирҙем дә, ситтән тороп уҡый башланым. Бала-сағалы килеш уҡыу ауырыраҡ та, яратҡан һөнәремә өйрәнеүем ҡыуаныс.

Ә Сәғүрәнең йә башы күккә тейә, йә күңеле төшөнкөлөк даръяһында тонсоға. Элегерәк уның сағыу тойғоларына ҡыҙығып, үҙемде күҙе насар күргән, ҡолағы насар ишеткән зәғифкә оҡшата биреп ҡуйыла ине. Хәҙер иһә, бар нәмәнең дә самалы булыуы яҡшы икән тип, шөкөр итәм.

* * *

Мунса инеп сыҡҡан Сәғүрәнең күҙҙәре ысыҡ йыуған ҡара ҡарағат кеүек ялтырап киткән. Ике бите алһыуланған, текә танауына бөрсөк-бөрсөк тирҙәре сыҡҡан. Ул ҡорот ҡатылған йәш һурпаны ихлас һемереп өндәшмәй генә миңә ҡарап ултыра. Аҡыллы күҙҙәренең һынсыл ҡарашынан ҡаушабыраҡ төштөм. Әле генә әҙәм әшәкеһе булып ятҡан кешенең бер нисә сәғәт эсендә ҡасандыр һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәгән элекке Сәғүрәгә әйләнеп барыуы аптыратты. Араҡының мәкере шунда ла инде. Гөл кеүек кешене күҙ алдында көл итә лә, яйлап ҡына һулыта бара, һулыта. Ә кеше үҙе һиҙмәй ҙә, бөгөн сусҡа булһа ни (ул үҙенең сусҡа сағын рәтләп иҫләмәй бит), иртәгә йәнә йүнгә инер.

– Ҡасан Нурғәлене ҡайһылайтып ғазаплағаным, баламды бәхетһеҙ иткәнем тураһында нотоҡ уҡый башларһың, эскене ташларға өгөтләрһең тип биҙәр булып ултырам, – ти ул күңелһеҙ генә көлөмһөрәп.

– Эсеүҙе ташлау менән генә күңелеңдең китеге бөтәймәй бит, Сәғүрә, тинем күҙҙәренә ҡарап. – Эсеүҙең бәхетһеҙлегеңә сәбәп түгел, шул бәхетһеҙлектән ҡасыу өсөн бер сара икәнен аңлайыммы ни мин.

Быға тиклем башын иҫәргә һалырға самалаған Сәғүрәнең йөҙө етдиләнгәнен күреп күңелемә йылы йүгерә. Тик уның тормошон үҙгәртергә теләге тыуырҙаймы? Шуға айырым асыҡ яуап таба алмайым.

– Үс иткән кеүек тас ҡаршыбыҙға ғына өй һалып, күңелле итеп йәшәп ятыуҙарын көн һайын күреп тороуы бигерәк ҡыйын, – ти ул үҙәк өҙгөс итеп. – Ихтыярымда булһа, был тиклем өҙгөләнеп йәшәмәҫ инем тип тә ҡуям. Аптыраған инде, йәшәү өсөн дә көс юҡ, үлер өсөн дә.

Үҙ-үҙенә йәшәүҙән туйғандар түгел, тормошто үлә яҙып яратып өмөттәре аҡланмағандар ҡул һалалыр ул, дәрте ташып торғандар. Бер генә лә ихтыярым ҡалмаған.

Һөйөү тигәнең аяуһыҙ нәмә бит ул. Берәүҙе яратһаң, башҡа бер кем дә ҡыҙыҡһындырмай икән. Һинең өсөн ун кеше үлә яҙып йөрөһөн, йөҙө аяғыңды йыуған һыуҙы эсергә әҙер булһын, улар араһында күңелеңә ятҡаны булмаһа, бер ҡыҙығы ла юҡ. – Ул аҡланған кеүегерәк һөйләй. – Хоҙай тәғәлә әҙәм балаларын ярты-йорто итеп ярата ла тырым-тырағай итеп донъяға ебәрә икән, ти. Шунан ул яртылар үҙҙәренең һыңарын эҙләп ғазап сигеп йөрөй икән, ти. Мин дә шул Тимерхандың һыңары булғанмындыр, тимен.

– Ә миңә был әкиәт төптө ялған ғына түгел, зарарлы ла булып тойола, тип ҡаршы төшәм мин. – Берәй шағир күңеле иләҫ саҡта уйлап сығарған уйҙырма ул...

Кеше яңғыҙ тыуа, яңғыҙ үлә. Һин әйткәнсә ярты булып тыуһа, һыңарын тапҡас, икеһенә бер әжәл килер ине. Кеше бер бөтөн булып, үҙен үҙе бәхетле итеп йәшәргә тейеш. – Сәғүрәнең миңә ҡаршы әйткеһе килеүен тойоп, туҡтатам. – Юҡ-бар әкиәт хаҡында бәхәсләшеп ваҡытымды әрәм иткем дә килмәй. Өлкәнәйә төшә был донъяла күп нәмәнең һин теләгәнсә генә булмағанын төшөнә киләм. Хыт үл – һинеңсә булмай. Шулай булғас, күп нәмәгә күнәһең.

Нурғәле ағайҙы ғына ал. Ер тырнап илаһа ла, араҡының мискәһенә төшөп ултырһа ла өҙөлгән аяғы кире үҫмәҫ ине. Шуға күрә көсөн булмаҫтайға сарыф итеп, ҡайғырып ултырманы, тип хәтеренә төшөрәм. Сәғүрә уйға бата.

Уның етерлек ғазапланғанын, ул ғазаптарҙан туйып, ялҡып бөткәнен, бер үк стенаға башын сүкеүҙән барыбер фәтүә сыҡмағанды аңлағанын күрәм. Зиһене йонсоуҙың сигенә еткән, пахмилдан ауырыуы үҙәгенә үткән, ҡорғаҡһыған күңеленә өмөт ямғыры кәрәк.

– Ҡалайтайым һуң? – тип һорай ул ялыныслы ҡарап.

Мин белмәйем. Тик беҙҙең уның менән ғәйбәт һөйләмәй, кеше сәйнәмәй генә һәр ваҡиғаның төбөнә төшөргә, асылын аңларға тырышып һөйләшә торған холҡобоҙ бар. «Ул ниндәй бөтмәҫ хәбәр һуң ул?» – тип әсәйҙәр аптырай торғайны хатта. Бер-беребеҙҙең фекерен дауам итен, күңелгә күңел яғылып һөйләшеүҙән ҡәнәғәтлек алып, күп нәмәне аңлап ҡала торғайныҡ. Әле икебеҙ ҙә йәнә шул тулҡынға эләгеүебеҙҙе тойҙоҡ.

– Бер үк ваҡиғаны төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Бына минең яратҡан кешем булманымы ни? Булды бит. Иламһырап армияға оҙаттым, хаттар яҙҙым. Ә ул отпускыһында бер мәрйәне ҡултыҡлап ҡайтты. Ул мине ташланы тип һинең кеүек зар илар урынға, мине лә һанламағас, дүрәк икән тинем дә ҡул һелтәнем.

– Эйе шул, шулай еңел генә! – тип көлөмһөрәй Сәғүрә. – Төндәр буйы илап сыҡҡаныңды иҫләмәйем тиһеңме әллә...

– Илаһам аҙна илағанмындыр, һинең кеүек ғүмер буйы түгел.

– Һин электән үҙ баһаңды белдең...

– Ә һин белмәнең... Бөтөн бәләң үҙ ҡәҙереңде белмәй, үҙеңде кешенән түбән ҡуйыуыңдан түгелме икән һуң, тип әйтеүем.

Сәғүрә фекеремде төшөнмәй.

– Һин үҙеңде шул тиклем түбән ҡуяһың... Хатта уның шауҡымы һине оҡшатҡан кешеләргә лә барып тейә. Үҙеңде оҡшатҡан кешене оҡшатмайһың. Мин электән шуға аптырай торғайным. Нурғәле ағайҙы ла сатан булған өсөн генә миңә өйләнде тип үтмәҫ тауарға сығарып ҡуйҙың бит һин, шулаймы? – Сәғүрә уңайһыҙлана.

Мин уны битәрләмәйем. Уның өркөүҙәрен, ҡурҡыуҙарын ихтирам итәм, үҙемдең артымдан әйҙәйем. Яйлап тағатһаҡ, ғүмер ебеңдең сеймәлгән урынын табырбыҙ. Табырбыҙ ҙа, бик тә сисерлек булмаһа, өҙөп ырғытырбыҙ, һәр тыуған көн әҙәм балаһына яңы мөмкинлек алып килә. Бер абынған ереңдә гелән йығылырға тимәгән дә инде.

– Бына әле сәбәбе аңлашылды, буғай. Тик ҡайҙан килгән һуң ул һиңә шул тиклем кәмһенеү?

– Ҡайҙан килгән ул кәмһенеү? Тыумыштан, һис юғында үҙемде иҫләй башлағандан.

Уйлап ҡара, Хоҙай үҙе кәмләгән һаҡау Мырай (иҫкә ал, Мырҙағәле түгел, Мырай) балаһын кәмһенеү ҡорто кимереүе ғәжәпме ни?! Атайым кеше алдында ғына башын иҫәргә һалып, гелән мәрәкәләп йөрөй торғайны бит. Ә мин уның ысын булмышын белгәнгә, уны йәлләп тә, оялып та ер тишегенә инерҙәй булып тора торғайным.

Апайымдар әсәйем кеүек үк уны мәңге һанға һуҡманы. Шунлыҡтан уларға еңелгә тура килде. Атай үҙе лә улар алдында асылып бармай торғайны. Көтөүҙә саҡта, янында малдары ла, мин генә ҡалғанда, тәбиғәттең ҡосағына сумып ирәйер ҙә бөтөнләй икенсе, илаһи бер кешегә әйләнер ине. Һандуғасты үҙенә ғашиҡ итерлек моң бар ине бит унда.

Ысын, ул сутылдап һайрап ебәрһә, һандуғас уның яурынына ҡунып тыңлай торғайны.

Беҙ уның менән нисәмә йыл ауыл көтөүен көттөк, һис ауырһынманым. Тик һәр кис һайын ҡунысы киҫелгән итек башын һөйрәп, ҡара сиреү булып килгән көтөү артынан туҙанға сәсәй-сәсәй ауылға инеүемде иҫләһәм, әллә нишләп китәм. Бөтә кеше беҙҙе йә йәлләп, йә мыҫҡыл итеп ҡараған кеүек була ине.

Әсәйемдең ғүмер буйы бер нәмәнән дә ҡәнәғәт булмауы, бөгөн донъяға көнсөлләшеп ҡарауы, сәмләнеп, кешегә үс итәм тип серәшеп донъя көтөүе бала сағымдың йәмен бөтөнләй ебәрҙе. Бая күңелле итеп мунса һылағаныбыҙҙы иҫкә алдың. Хатта шундай ҡыуаныстарыбыҙҙы ла ҡара һөрөм итә белә ине бит әсәйем. «Ғүмер буйы бер мунса ла һалып инә алмаған хәйерселәр беҙ», – тип иламһырай, атайымды игәй, ғүмер буйы кешенең артып һөрттөрәһең, тип уны эт итә.

Йылылыҡ, донъяға ҡот биргән күңел йылыһы юҡ ине беҙҙең өйҙә. Яратыу, аҙ ғына булһа ла иғтибар кәрәк булған өсөн һеҙҙән сыға белмәнем бит бала саҡта. Шунан ҡалған ул: мин үҙем ҡотһоҙмон да, ҡайҙа барһам да шул артымдан эйәреп йөрөйҙөр кеүек.

– Бына ни өсөн оҡшағандыр әле ул һиңә иркә Тимерхан, – тип ҡыҫылам.

– Беренсе кластан уҡ оҡшаны. Класыбыҙҙағы ҡара-ҡоро балалар араһында әллә ҡайҙан айырылып торған һары бөҙрә сәсле малайға иғтибар итмәгән кеше юҡ ине. Ленин бабайҙың октябрят йондоҙсоғо уртаһына ҡуйылған бала саҡтағы һүрәтенә оҡшап тора ине ул. Мин шул тиклем мохтаж булған наҙ шул малайҙың өлөшөнә тейә ине. Шуға күрә бәләкәй саҡта: «Ниндәй хыялың бар?» – тип һораһалар, «Тимерхан булғым килә», – тиер инем...

Икебеҙ ҙә көлөшәбеҙ.

– Мин беләм бит, – ти Сәғүрә. – Ул мине бер ваҡытта ла яратманы.

– Һеҙ икәүләшеп уны яраттығыҙ. Ул үҙен, һин уны.

– Минең шул саҡлы яратыуыма сыҙамаҫ, барыбер яратып китер, тип өмөтләнә торғайным. Бик ҡыйын булып китһә, яңғыҙымдың яратыуы икебеҙгә лә етерлек әле, тип йыуандым.

– Әгәр ул һине ярата башлаһа, һин унан һыуыныр инең.

Сәғүрә миңә аптырап ҡарай, аңламай.

– Аңлауы ҡыйыныраҡ шул, – тим мин. – Яҙмышыңды сеймәлткән баяғы әтнәкә ошонда түгелме икән? Һин үҙеңә бик тә түбән баһа ҡуяһың тинек.

– Шулай тинек шул.

– Оялышыңдан үҙ-үҙеңдән ҡасып ҡотолорға теләйһең. Шуға күрә бер әйтеп тә һалғайның: Тимерхандың булмышында иреп юҡҡа сығыр инем дә, беҙ бер бөтөн булыр инек тип... Ә мин: «Һин юҡҡа сыҡһаң, Тимерхан кемде яратыр һуң, үҙенең шәүләһенме?» – тип көлгәйнем.

– Ә Нурғәле? Һиңә ышанһаң, ул мине бик тә ярата булып сыға бит инде, – тип көлөмһөрәй Сәғүрә. Шулай ҙа күҙҙәрендә ниндәйҙер өмөт бар. Һис юғында ҡыҙыҡһыныу бар. Донъяға шулай ҡарарға ла мөмкин икән дә баһа тигән ышаныс бар.

– Тимерхан был тормошта уйһыҙ-ниһеҙ бушаҡ юрта торған кеше. Уға һинең тәрәнлегеңдең кәрәге юҡ ине. Ул, ғөмүмән, тәрәнлек тигән нәмәнең барлығын беләме икән? Юҡтыр. Үҙ ағайымды мин беләм бит инде. Ул уға кәрәкмәй ҙә. Бөтә матурлығы, бәхете елбәҙәклектә бит инде уның. Ә бына Нурғәле ағай зирәк кеше. Ул һинең үҙең дә белеп етмәгән күңел хазинаңды күрҙе. Шул байлыҡты һинең үҙеңә нисек күрһәтергә белмәй йонсой.

Сәғүрә уйланып ултыра. Бәләкәй саҡта уҡ үҙенә биргән баһаһының бөгөн ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнен, иҫке-моҫҡоно ниһайәт сығарып ырғытып, кәмһенеү һөрөмөнән ҡарайған күңел тәҙрәләрен таҙартырға кәрәк икәнен, таҙартырға мөмкин икәнен зиһененә һеңдерергә маташа.

– Бәлки хаҡлыһындыр ҙа, – ти ул ҡапыл ҡайтырға йыйынып.

Мин үҙемдең эстән генә тантана итеүемде унан йәшерергә тырышам. Үҙем шым ғына уның күңеленең ташландыҡ мөйөшөндә боҫоп ятып, баһырауҙан яңы ҡотолған матур булмышына күҙ ҡыҫам: «Булдырҙыҡ түгелме һуң? Булдырҙыҡ...»

Сәғүрә урамдан хазина тапҡан кеше кеүек йүгерә-атлай, йүгерә-атлай бара. Әйтерһең дә, минән ут алырға килгән дә, шуны һүндермәйенсә алып ҡайта һалын усаҡ тоҡандырырға ашыға.

«Ҡайтып еткәс, уйһыҙ килеп инмә. Ишек төбөндә ҡолаҡ һалып тор ҙа, ҡапыл ишегеңде ас. Шул саҡта үҙең юҡта өйөңдөң ҡайһы рәүешле ҡотһоҙ булыуын абайлап өлгөрөрһөң, һин күренеү менән эйәреп килеп ингән ҡотоң бөтөн мөйөштәрҙе яҡтыртып, түшәмде бейегәйтеп ебәрер. Унан һине һағынып етемһерәп ултырған ҡыҙыңдың йөҙөнә төшөп нурландырыр. Ут йотоп көткән иреңдең күҙҙәрен балҡытыр. Шул саҡ һинең кеше йылыһына мохтаж түгеллегең, үҙеңдең бәхет булыуың айырым-асыҡ күренер», – тинем мин уға. Шуны һынағыһы килә. Шуға ышанғыһы килә. Шуны күрерҙәй күңел күҙе асылһа ине.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: