Ҡартлык уны өйҙә һағаламай,
Нисек алһын бындай ирҙәрҙе?!
Бер сир килһә шунда абайламай,
Ул эш менән еңә сирҙәрҙе.
Ҡурай менән еңә, моңо менән,
Мөхәббәте менән тормошҡа.
Нәжметдин дуҫ, әйтерһең дә имән,
Һәм йәшәүе түгел һис бушҡа!
Дәүләт Мәһәҙиев.
Хәсәновтар тоҡомон, атай нигеҙен дауам итеүсе, унынсы бала булып донъяға килгән Нәжметдин тиҫтерҙәре шуҡлығынан бигерәк, хисле булыуы менән айырылып тора. Ул замандың тормош ауырлыҡтары, йорт-ҡура мәшәҡәттәре ни тиклем күп булмаһын, улар Нәжметдиндең күңел мондарын баҫа, һүрелтә алмай. Буш ваҡыты булдымы, ул урамға, аулаҡ өйҙәргә, олораҡ апай-ағайҙар тирәһенә йүгерә. Унда йыр-моң, уйын-көлкө. Ауылда ун бишләп скрипкасы була, биш-алты ағай гармунда уйнай, мандолина сиртеүселәр өй һайын тиерлек, ҡурайсылар ҙа байтаҡ. Нәжметдин шулар тирәһендә ойоҡһой. Бына хикмәт: берәүһенең уйын ҡоралын алһа, көй сығырға ғына тора!
Дәрт шул тиклем көслө булғандыр инде, башта ерек ағасын соҡоп, үҙенә мандолина әтмәлләп ала. Унан иҫке иләк тирәсенән скрипка яһай. Тегеһе лә, быныһы ла тиҫтерҙәрен бейетергә ярап ҡала.
Шулай ул бала сактан музыкаға ғашиҡ булып үҫә. Скрипкала, мандолинала уйнай, бейергә лә әүәҫ була. Баштараҡ ул ябай бейеү көйҙәрен («ҡарабай», «Мөғлифә», «Зарифа», «Сабирәкәй», «Йыуаса» һ.б) өйрәнә. «Кәкүк», «Тәфтиләү» йырҙарын ул Ғәйникамал еңгәһенән отоп ала, скрипкала уйнай. Ғәббәс ауылынан ҡурайсы Әлмөхәммәт Шәрәфетдинов уға «Урал», «Порт Артур» йырҙарын өйрәтә. Атаһынан «Любизар», «Ҡаһым түрә», «Байыҡ», «Шәүрә», «Эскадрон» көйҙәрен отоп ала. Заманында оҫта йырсылар һәм ҡурайсылар Сирғол ауылынан Солтан Абыҙов, Байдәүләттән Миңнетдин Шарапов, Абзандан Әхмәт Изелбаев, Элмәленән Камалетдин Акъегетов, Мәзиттән Муса Йәнғәлин, Ғәббәстән Сәфәрғәле Шәрипов, Юлдаштан Дәүләткол Бикбулатовтарҙан «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Ҡолой кантон», «Сибай», «Ҡарауанһарай», «Илсе Ғайса», «Ағым һыу», «Әрме», «Һыр», «Шафиҡ», «Перовский», «Циолковский», «Оксана», «Абдрахман», «Маршрут», «Казачий», «Ҡыуатов» һ.б. башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен өйрәнә. Ошо репертуары менән ауыл һәм район һабантуйҙарында сығыш яһай, призлы урындар яулай.
***
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,1942 йылдың декабрендә фронтҡа алына. Разведчик Хәсәнов һалдат үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша, ҡурай уйнай. Йәш кенә башҡорт егете майҙан уртаһына бәреп төшөрөлгән немец самолетының алюмин көпшәһенән яһалған ҡурайын тотоп сығып баҫһа, иптәштәре ғәжәпкә ҡала торған булған. Ял ваҡыттарында урыҫ дуҫтары үҙҙәре үк ҡурай уйнауын һоpaп, Нәжметдинде ялҡытып бөтөрә. Ә ул уйнай. Тыуған Уралын һағынып, халыҡ көйҙәрен уйнап күңелен йыуата ла, «Катюша», «Хасбулат удалой», «Степь, да, степь кругом» һ.б. күсеп китә. Иптәштәре йотлоғоп тыңлай, ҡушылып йырлап та алалар.
17-се гвардия десант бригадаһында разведчигы Хәсәнов 1943 йылдың июленән алып 1944 йылдың ғинуарына тиклем Көнбайыш, Брянск, Беларус фронттарында һуғыша. Ҡаты яралана. Госпиталдә лә ҡурай уйнай, яралыларҙы йыуата, күңелдәрен күтәрә. Ул саҡта оҫталығы ла әллә ни булмағандыр, бәлки, әммә йөрәктән сыҡҡан моңдо һәр кем аңлай, баһалай.
Яраһынан ғәскәри хеҙмәткә һәм ауыр эшкә яраҡһыҙ булып, ауылға ҡайтып төшә. Ауыл бөлгән, ләкин һүнмәгән, йәшәүгә ынтылыш, ниндәйзер бер дәрт тә бар. Колхоздың төп көсө булған ҡатын-ҡыҙ, бала-саға эштән йырлашып ҡайта. Тимәк, рух көслө. Ул йырҙар йөрәк өҙгөс аһ-зар булып, күпте күргән тау-урманды инрәтә...
Юҡ, һағыш тулы был моң-зарҙы үҙ эсенә һыйҙырһа, ҡурай ғына һыйҙыра һәм үҙ аһәңе менән байытып йөрәктәргә кире ҡайтара ала. Ҡурай кәрәк! Башҡорт бит ғүмер баҡый дәртен дә, һағыш-ҡайғыһын да ҡурайға һалған. Ул ҡурайын яуҙа ла, ярһып эшләгән сағында ла, дуҫтарын йыйып күңел асҡанда ла ҡалдырмаған. Уның сихри моңо шулай быуындан-быуынға күсә килгән.
Нәжметдиндең ҡурайы ул хәсрәтле йылдарҙа колхоз баҫыуҙарында арымай-талмай эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, һөйгәндәрен, яҡындарын юғалткан апайҙар, еңгәйҙәр һәм еткән ҡыҙҙар өсөн йыуаныс та, ҡыуаныс та була.
***
Ауылда уға оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Хәрби комиссариатка барып «йәүитсә» булырға барған фронтовикка муйынына «ҡамыт кейҙереп» тә ебәрәләр. Нәжметдингә Мәзиткә ҡабат ҡайтып, ата нигеҙен йылытырға яҙмай. Кем генә булып эшләмәһен, ниндәй генә йәмәғәтселек вазифаһын башҡармаһын, ә уның күпте күргән иңендә бер үк ваҡытта ун һигеҙ-ун туғыҙ вазифа: район һәм ауыл Советтары депутаты, райком ағзаһы, халыҡ заседателе, агитатор, пропагандист, стена гәзите редакторы, ата-әсәләр комитеты һ.б. һәр төрлө комиссиялар ағзаһы була. Әммә ул бер ваҡытта ҡурайын ҡалдырмай. Йыйылыштар алдынан да, һуңынан да ҡурайын уйнап ебәрә. Халыҡтан боронғо көйҙәрҙе отоп ала, уларҙың тарихын өйрәнә, башҡаларға өйрәтә.
50-се йылдарҙа Ейәнсурала ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ була. Һәр кем үҙенсә уйнай, үҙ көйөн көйләй. Шул йылдарҙа Нәжметдин Хәсәнов район конкурсында еңеп, Өфөгә республика смотрына килә. 1954 йылда уға Fата Сөләймәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, Ишкәле Дилмөхәмәтов, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов һәм башҡалар менән бәйгеләрҙә осрашырға, ярышырға тура килә. Жюри ағзалары Нәжметдин Хәсәновтың сығышына лайыҡлы баһа бирә. Тап ошо осорҙа унда ҡурайсылар ансамбле төҙөргә тигән фекер тыуа. Әммә был хыялды тик алты йылдан һуң ғына тормошҡа ашырырға насип була уға.
...1961 йылдың язы. Район смотрының йомғаҡлау сығыштары бара. Бер нисә хужалыҡтан ҡурайсылар килеп яңғыҙ сығыш яһай. Араларында арыуыраҡ уйнағандары ла бар. Нәжметдин Хәсәнов шуларҙы ойоштороп, биш кешенән торған ансамбль төҙөй: Чапаев исемендәге колхоздан Уйылдан Абыҙов, Ғүмәр Хөсәйенов, Ибрай, Байдәүләт һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусылары Әхмәтсәлим Якупов, Хәйерзаман Бикбаев һәм Калинин исемендәге колхоз партия ойошмаһы секретары Нәжметдин Хәсәнов. Тәүге сығыштары район мәҙәниәт йортонда була. Ансамблдең етәксеһе Нәжметдин Хәсәнов тәҡдиме буйынса улар башкорт халыҡ йырҙары «Ҡолой кантон», «Зәлифәкәй»ҙе уйнайҙар. Йырсы Иншар Солтанбаев ансамблгә ҡушылып башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды йырлай.
1962 йылдың 16 июнендә Өфөлә Ейәнсуранан килгән республиканың беренсе ҡурайсылар ансамбле жюри һәм йәмәғәтсек тарафынан оло баһалана. Ансамбль тураһында республика матбуғатында мәҡәләләр баҫыла. Үҙенең ҡатмарлығы яғынан классик әҫәрҙәр иҫәбенә ингән «Урал», «Колой кантон», «Зөлхизә», «Зәлифәкәй» һәм башҡа аҫыл халыҡ көйҙәрен мәңгеләштереү маҡсатында радио һәм телестудиялар тапшырыуҙары ойошторола.
Ошо уңышлы сығыштан һуң ҡурайсыларҙы үҫтереү, уларҙың башҡарыу осталығын арттырыу йылдары башлана. Һәүәҫкәрҙәр сафына Муйнаҡтан Ислам Абдуллин, Сирғолдан Сәлимйән Ноғоманов, Сулпан Тайсин, Ибрай ауылынан Мостафа Юлдашбаев килеп ҡушыла. Шулай ансамбль йылдан-йыл көсәйә, үҫә бара, район, республика күләмендә үткәрелгән концерттарҙа ҡатнаша.
Ул саҡта район мәҙәниәт йортон етәкләгән Нәжметдин Танһыҡҡужа улы республика күләмендәге үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең йомғаҡлау сығыштарына әҙерлек башлай. 1963 йылдың июнендә утыҙлап кешенән торған коллектив Өфөлә сығыш яһай. Ҡурайсылар ансамбле тураһында «Совет Башҡортостаны» газетаһында Мәхмүт Уразаевтың «Бына ниндәй ул Ейәнсура ҡурайы» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға.
...1965 йылдың марты. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығына арналған беренсе Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары район ҡурайсылары өсөн уңышлы тамамлана. Ансамбль республикала еңеү яулай. Мәскәүҙә үткәрелгән йомғаҡлау концертында ҡатнашып, лауреат була. Ошо уҡ йылда уға Рәсәйҙә беренсе булып «Халык ансамбле» тигән дәрәжәле исем бирелә.
Артабан ансамблдең репертуары «Буранбай», «Илсе Ғайса», «Томан», «Урал» һәм «Мөғлифә», «Заһиҙә» кеүек халыҡ көйҙәре менән тулылана, ҡурайсылар инде Союз кимәлендә үткәрелгән сәнғәт смотрҙары, фестивалдәрендә ҡатнаша. 1967 йыл Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығына арналған фестивалдә Мәскәүҙә Союздар Йортоноң Колонный залында сығыш яһай. Унан Куйбышев, Ульяновск, унан тағы Мәскәү сәхнәһе. Ә 1977 йылдың 2 июнендә I Бөтә Союз үҙешмәкәр ижади фестивалден йомҡаклау концертында, илебезден төп сәхнәһе – Кремлдең Съездар һарайында сығыш яһай. Был концертты Совет хөкүмәтенең иң ҙур етәкселәре тамаша ҡыла. Ҡурайсылар исем-шәрифтәре яҙылған ҡул сәғәттәре менән бүләкләнә, лауреат була.
70-се йылдарҙа Н. Хәсәнов ансамблгә йәшерәк ҡурайсыларҙы ла ылыҡтыра башлай. Үҙе, Әхмәтсәлим Яҡупов, Хәйерзаман Бикбаев балаларға ҡурай өйрәтеү эшен башлай.
Ҡайҙа ғына, райондамы, Өфө, Мәскәү сәхнәләрендәме, күп төрлө фестивалдәрҙә, смотр конкурстарҙа, хөкүмәт концерттарында сығыш яһамаһын, ансамблдең ҡаҙаныштарында етәкселәре Нәжметдин Танһыҡҡужа улы Хәсәновтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
***
Башҡортостанда ғына түгел, ә сит тарафтарҙа ла киң билдәле Нәжметдин Танһыҡҡужа улының хеҙмәтен баһалап, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙы артабан үҫтереү, абруйын күтәреү, үҙенсәлекле яңы таланттар асыу, йәш ҡурайсыларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү һәм йәштәрҙә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү максатында Ейәнсура районы хакимиәте тарафынан 1992 йылдан башлап БАССР-ЗЫҢ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.Хәсәнов исемендәге призға ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Ике йылға бер үткәрелгән был бәйге ҡурайсылар өсөн еңеүгә ынтылыш, ҡурай сәнғәтен һөйөүселәргә үҙенә күрә бер тантана, байрам булып тора.
(Мәҡәләне әҙерләгәндә Айҙар Мөхәмәтйәновтың “Ҡурай моңо” китабын ҡулланылды.)
-- Нәжметдин ағай иҫ киткес юғары мәҙәниле, тыйнаҡ, рухлы кеше ине. Һөйләшкәндә бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәне, әммә ғәҙел һәм принципиаль булды. Йәне-тәне менән ҡурайға, башҡорт моңона бирелгәйне. Уның ансамбле бөтә Союзды урап сыҡты тиергә була. Башҡа улай йөрөүселәр булманы. Эйе, уларҙан көслөрәк ансамблдәр булманы түгел, әммә ейәнсураларҙағы һымаҡ тәртип башҡа берәүҙә лә булманы. Халҡыбыҙҙы ситтә лайыҡлы күрһәттеләр.
Мәскәүҙә яҙмалар эшләү ҙә һәр кемгә эләкмәй ул. Нәжметдин ағайҙың ансамбленә эләкте. Үҙҙәре уйнап ҡына яҙҙырманы улар, Абдулла Солтановтың йырҙарын да оҙатылып яҙҙылдылар.
1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев исеменә тәүге республика бәйгеһе ойошторолдо. Мин унда Гран-при алдым. Шунда Заһир Исмәғилев, Фәрит Камаев, Ғата Сөләймәнов менән бергә жюрила Нәжметдин Хәсәнов та булды. Аҙаҡ бөтә бәйгеләрҙә уны жюрила күрергә була ине. Был бик мәртәбәле вазифа. Ә 1988 йылда шул уҡ бәйгелә Роберт Юлдашевтың еңеүен Нәжметдин ағай хәл итте. Бөгөн тотош илгә ҡурайҙы танытҡан, “Төрксой” халыҡ-ара конкурсында беренсеурын алған Робертты мин Нәжметдин ағай үҫтергән ҡошсоҡтарҙың береһе тип иҫәпләйем. Ул талантты күрә һәм баһалай белде.
Ейәнсураларҙың бер яғы миңә шул тиклем ныҡ оҡшай: һеҙ шәхестәрегеҙҙе үҙе иҫән саҡта баһалай беләһегеҙ. Нәжметдин ағайға ла үҙенең исеменә ойошторолған конкурстың жюри рәйесе булырға яҙҙы.
Нәжметдин Хәсәнов тураһында шулай тиер инем: ул ябай ине. Бик күптәргә өлгө булды һәм булып ҡала ла.
– Нәжметдин ағайҙы 70-се йылдарҙан беләм. Ул осорҙа һәр колхоз үҙәгендә урындағы радио эшләне. Ә Нәжметдин ағай радиовещание редакторы булараҡ, аппаратураһын аҫып, материалдар туплап фермаларға, баҫыу стандарына барыр ине.
1989 йылда район тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейен астыҡ. Директоры Нәжметдин ағай булды. Материлдарҙы йыйыуға, туплауға күп көс һалды. Ветерандар советы рәйесе булараҡ Ағзам Сырлыбаев менән райондың “Хәтер китабы”н китабын эшләнеләр.
Беҙ райком секретары Сулпан Ваһапов, мәҙәниәт йорто директоры Нәғим Дәүләтбәков тәҡдиме буйынса Мәғәфирә Ғәлиева , Сөләймән Абдуллин һәм Нәжметдин Хәсәнов исеменә конкурстар башлап ебәрҙәк. "Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура" китабымдың комиссия составында ла ул яҙылған. Ҡайһы бер ер-һыу атамаларын яҙғанда уның һөйләүҙәре ҡулланылды.
Нәжметдин ағай үҙ заманының алдынғы кешеһе булды. Колхозсы ла, балыҡсы ла, фронтовик та, журналист,тарихсы, ҡурайсы, уҡытыусы, ышаныслы тормош иптәше, иғтибарлы атай, ғөмүмән, шәп кеше ине. Йәне йәнәттә булһын.