Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Сентябрь 2021, 11:42

Ейәнсура районында ир кеше ҡатыны һәм ҡыҙының ҡәберенә барып атылған

Бөтәһе лә ҡыҙғаныуҙан башланған.

56 йәшлек ир кеше өйҙәш ҡатыны менән талашҡандан һуң, мылтығын алып янай башлаған. Тауышҡа күршеләре, ауыл хакимиәте башлығы килгән. Биләмә башлығының элекке участковый булыуы был осраҡта ярҙам итә. Уның дөрөҫ эш итеүе, һөйләшеүҙәр алып барыуы һөҙөмтәһендә  янъялға килеүселәргә зыян теймәй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир кеше ҡатыны һәм ҡыҙының ҡәберҙәренә барып мылтыҡтан үҙ-үҙенә ата. Был эш буйынса тикшереү эштәре бара.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: