Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Сентябрь 2021, 11:40

20 миллион һумдан күберәк аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаны иҫләйһегеҙме? Шул аҡсалар ҡайҙа булды икән?

Тикшереүҙәр барышында бына нимә билдәле булған, баҡтиһәң...

20 миллион һумдан күберәк аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаны иҫләйһегеҙме? Шул аҡсалар ҡайҙа булды икән?
20 миллион һумдан күберәк аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаны иҫләйһегеҙме? Шул аҡсалар ҡайҙа булды икән?

Баҡтиһәң, Луиза Хәйруллинаның тормош иптәше Марат 25 455 862,50 һумдың 20 миллионын букмекер контораһына ебәргән һәм еңелгән. Шулай, урланған бөтә аҡса юҡҡа сыҡҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат ҡалаһында йәшәүсе Луиза һәм Марат Хәйруллиндар банктан 25 455 862,50 һум аҡса урлаған инеләр. Улар ошондай схема буйынса аҡса сығарған: Марат машинала банк алдына килеп туҡтай һәм Луизаға пакеттар бирә. Луиза пакеттарҙы кассаға индереп, аҡса тултыра ла, Марат кассаға килеп пакеттарҙы алып сыға. Ҡайһы саҡта Луиза аҡсаларҙы кофтаға һалып сығарған. Хатта был эшкә ҡыҙҙарын да ҡушҡан булғандар. Аҡсалар аҙнаһына бер тапҡыр урланған.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: