Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
24 Сентябрь 2021, 12:09

Террористар Алкино хәрби часына үтеп инеп, 10 кешене аманатҡа алған...

Урланған Урал-4320 йөк автомобилендә хәрби часть территорияһына үтеп ингән терросылар үҙҙәренең талабы үтәлмәгән осраҡта  шартлатҡыстар тейәлгән машинаны шартлатыу менән янаған. #неттеррор

Террористар Алкино хәрби часына үтеп инеп, 10 кешене аманатҡа алған...
Террористар Алкино хәрби часына үтеп инеп, 10 кешене аманатҡа алған...

Башҡортостанда ФСБ үткәргән учениеларҙың легендаһы шундай булған. Аманаттарҙы ҡотҡарырға ФСБ идаралығының спецназдары йүнәлгән. Улар ҡуйылған бурыстарҙы түәл үтәп, "террорсылар"ҙы зарарһыҙландырған.

Оператив штаб етәкселеге Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, власть һәм урындағы үҙидара органдары терроризмға ҡаршы көрәшкә әҙер булыуын билдәләгән.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: