Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡортостанда яңы министрлыҡтар булдырылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең дәүләт власы башҡарма органдары структураһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда яңы министрлыҡтар булдырылды
Башҡортостанда яңы министрлыҡтар булдырылды

Документҡа ярашлы, БР Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты ойошторолған. Уны Светлана Мостафина етәкләне.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Мәғариф министрлығы итеп үҙгәртелде.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртелде.

"Республика хөкүмәтенә Башҡортостан Республикаһының яңы башҡарма дәүләт власы органдары тураһында положениеға ҡул ҡуйыуға тәҡдим итергә, үҙгәртеп ҡороу сараларын үткәреүҙе тәьмин итергә һәм үҙенең хоҡуҡи акттарын указға ярашлы итергә кәрәк», — тиелә белдереүҙә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: