25 мартта Дәүләт Думаһы мутлашыуға ҡаршы көрәш буйынса яңы саралар тураһында закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте, тип хәбәр ителә ведомствоның сайтында.
Үҙгәрештәр:
- Төҙәтмәләргә ярашлы, хәҙер банктар банкоматтарҙан аҡса алыуҙа шикле әүҙемлекте күҙәтергә бурыслы. Әгәр банк клиенттың мутлашыусылар баҫымы аҫтында банкоматтан аҡса алырға маташыуы тураһында шикләнә икән, сумма автоматик рәүештә 50 000 һумға тиклем сикләнә. Сикләү алдағы 48 сәғәттә ғәмәлдә буласаҡ. Клиентҡа операцияларҙы туҡтатыу тураһында белдереү ебәрелә.
- Шулай уҡ граждандар ышаныслы кешене (мәҫәлән, туғанын) тәғәйенләй ала, ул уларҙың исеменән шикле аҡса күсереүҙәрҙе раҫлай йәки кире ҡаға ала.
- Элемтә операторҙары шылтыратыу килгән компанияның исемен күрһәтә башлай. был "банктар" һәм "хәүефһеҙлек хеҙмәте"нән ялған шылтыратыуҙар һанын кәметергә тейеш
- Дәүләт структуралары, банктар, маркетплейстар һәм эш эҙләү сервистары хеҙмәткәрҙәренә граждандар менән бәйләнеш өсөн мессенджерҙар ҡулланыу тыйыла.
- Хәҙер граждандарҙың телефондарына күпләп шылтыратыуҙар уларҙың алдан ризалығы менән генә мөмкин.
- Һәр кем, ялған документтар менән мутлашыуҙар булдырмаҫ өсөн, үҙ исеменә SIM-карталар юллауҙы алдан уҡ тыйырға мөмкин.
Эксперттар фекеренсә, бындай саралар телефон һәм банк афералары ҡорбандарының һанын һиҙелерлек кәметергә мөмкин.