Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Апрель , 18:12

Йылғала турист батҡан

Кисә кискеһен Белорет районында Ләмәҙ йылғаһында фажиғә булған.

Йылғала турист батҡан
Йылғала турист батҡан

14 кешенән торған төркөм Исҡушты ауылынан йылға буйлап ағып төшә. Дүрт кешелек катамарандан бер ир һыуға ҡолағас, уны үҙ аллы ярға сығарып, ашығыс ярҙам күрһәтәләр, әммә ирҙе ҡотҡара алмайҙар. 1968 йылғы ир Пермь ҡалаһынан булған.

Туристар төркөмө бер ҡайҙа ла теркәлмәгән икәнлеге билдәле.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: