Женщине после 40 лет витамин В12 нужен как воздух!
Бөтә яңылыҡтар
10
Һаҡ булығыҙ!
1 Апрель , 17:05

Биш бала һәләк булған

Башҡортостанда 2025 йыл башынан алып янғындарҙа биш бала һәләк булған

Биш бала һәләк булған
Биш бала һәләк булған

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенә интервьюла БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре идаралығының күҙәтеү һәм иҫкәртеү сараларын ойоштороу бүлеге өлкән инспекторы Евгений Рыжиков хәбәр итте.

Эксперт билдәләүенсә каникулдар осоронда, балалар йыш ҡына өйҙә ҡарауһыҙ ҡалғанда, янғын хәүефе арта.

«Шуны аңларға кәрәк: бала – мотлаҡ нимәнелер аңлы рәүештә яндырырға теләгән хулиган түгел,  ул көнкүреш приборҙарын ҡулланырға өйрәнгән, донъяны танып белгән кеше. Балаларға шырпы менән файҙаланыу ҡыҙыҡ, әммә, әлбиттә, был хәүефле , – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды эфир ҡунағы.

Ведомство вәкиле шырпылларҙы һәм зажигалкаларҙы ҡапҡаслы банкаға һалырға кәңәш итә. Шулай уҡ ул балалар менән янғын осрағында нисек эш итергә кәрәклеген аңлатыу әңгәмәһе үткәрергә тәҡдим итә.

"Шкафҡа йә карауат аҫтына йәшеренергә кәрәкмәй, ә мөмкин тиклем тиҙерәк янғын урынын ташлап, саф һауаға сығырға кәрәк. Фатирҙа йәки йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе приборҙар ҡуйырға кәрәк. Был ябай приборҙар меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы, — тине Рыжиков.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: