Бөтә яңылыҡтар
10

Ураҙа байрамында ямғыр яуа

Ейәнсура районында ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Ураҙа байрамында ямғыр яуа
Ураҙа байрамында ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 мартта, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +7...+10, төндә –2...+1 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.

Иртәгә, 29 мартта, башлыса болотло булыуы, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +6...+9, төндә –1...+2 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Ураҙа байрмында, 30 мартта, болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +8...+10, төндә +3...+5 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: