Бөтә яңылыҡтар

Бесән еҫе

Ҡайһы ваҡыт юҡ ҡына нәмә лә кеше тормошонда әллә ниндәй ҙур,һис көтмәгән үҙгәрештәр яһап ҡуйғылай.

Ғәлимә апай менән дә шундайыраҡ хәл булды. Март айы ине. Юл өҙөлгәнсе тип, урманда ҡалған бесәнен алып ҡайтырға булды.

Ат егеү генә лә әллә ни ҡәҙәрле иҫтәлектәр уятты. Ире Хафиз күптән мәрхүм инде. Берҙән-бер ҡыҙы Мәҙинә хәҙер студентка, яңыраҡ ялға ҡайтып китте, медицина университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөй. Ҡыҙы тураһында, уның менән һуңғы тапҡыр һөйләшеүе иҫенә төштө. Шул һөйләшеүҙән һуң инде ауырлыҡтар кисереп шаҡтай таушалған, йомшарған әсә йөрәгендә үҙенә бер төрлө әрнеүле эҙ ҡалды. Ул Мәҙинәгә тормошонда ҙур үҙгәреш булырға тейешлеге тураһында - кейәүгә сығырға теләүе тураһында әйткән ине. Ҡыҙы ҡаршы килер тип уйлап булһа кәрәк, Ғәлимә апай һүҙҙе шаҡтай йыраҡтан уратып башланы. Бығаса ҡыҙын уҡытыу өсөн, башҡаларға ҡарағанда кәм-хур итеп йөрөтмәү өсөн барлыҡ көсөн, бөтөн йәшлеген биреп тырышыуы тураһында ла әйтергә онотманы.

-Хәҙер, ҡыҙым, һин инде ҙур. Үҙ аяғыңда тора алаһың, уҡыуыңды бөтөргә лә күп ҡалманы. Мин яңғыҙлыҡтан арыным, атайыңдын вафатына ла нисә йылдар үтте. Етмәһә һин дә ҡыҙ бала, белгәнеңсә, ҡыҙ бала тыуған йортонда ҡунаҡ ҡына тиҙәр...

Мәҙинә ҡаршы килер тип Ғәлимә апай юҡҡа ғына борсолған икән. Кейәүгә сығырға йыйынған кешеһенең кем икәнен белгәс, Мәҙинә бер һүҙ әйтмәне. Ул бары тик әсәһенең йылы ҡосағы менән мәңге һаубуллашҡандай, бала сағындағы кеүек итеп Ғәлимә апайҙың ҡосағына һыйынды. Һәм ирекһеҙҙән бәреп сыҡҡан күҙ йәштәрен йәшерергә теләп былай тине:

-Ярай,әсәй... Мин риза... Тик бәхетле бул.

Ғәлимә апайҙың буласаҡ тормош юлдашы ысынлап та ярамаҫлыҡ кеше түгел ине. Ауылда бер тигән, әллә ни ҙур булмаһа ла, урындағы кеше. Халыҡ араһында дәрәжәһе бар. ,,Ғәҙел ағай" тип, һәр кем өҙөлөп тора. Ҡатыны үлгәнгә йыл ярым, аҙып-туҙып йөрөгән кеше түгел. Бөгөн кискә Ғәҙел һуңғы яуабын алырға киләсәк. Шулай һөйләшелгән ине. Үткән аҙнала ла Ғәлимә апай: "Тағы бер аҙ ғына уйларға ваҡыт бир әле" - тигәйне. - "Уйлап ҡарармын, гел һуҙып йөрөп булмаҫ бер-ике көн генә сабыр ит."

Хәйер, Ғәҙел ағайҙа эштең барыбер ул уйлағанса булырына шиге юҡ ине. Уның да берҙән-бер улы әрмелә.

Ғәлимә апай башын ҡырын һалып, ат санаһындағы бесән башында кискә Ғәҙел ағайға яуап биреү тураһында уйлап килә. Бер юлы мең төрлө сәскәләр еҫе аңҡытып торған был хуш еҫле бесән, Ғәлимә апайҙы әллә нишләтеп ебәрҙе. Йәмле Байрас буйҙарында үҫкән бесән еҫе ул! Икһеҙ-сикһеҙ киң яланды, ялтырап аҡҡан Байрас йылғаһын күҙ алдына килтерҙе, хатта салғы яныған тауыштарҙы ишеткәндәй булды.

Ғәлимә апай ирекһеҙҙән йәй саҡтарын, ҡыҙ ваҡыттарын иҫенә төшөрҙө. Әле лә хәтерендә, гөрләп торған бесән өҫтө ине. Йәштәр өмәгә сығыр ине, йырлай-йырлай бесән сабыуҙар! Һай, Байрас буйҙары яңғырап тора. Ун ете йәшлек Ғәлимә лә йәштәр араһында беренсе тапҡыр Хафизды күрҙе. Шул ваҡытта Хафиздан беренсе мөхәббәт һүҙҙәрен ишетте бит. Ямғырҙан ҡасып бесән кәбәненә инеп йәшеренгәйнеләр. Хафизы беренсе тапҡыр шунда үпкәйне... Бесән еҫе!.. Ни ҡәҙәр таныш, ни ҡәҙәр яҡын еҫ был... Ғәлимә апай өсөн ул ябай бесән еҫе түгел. Иң саф, иң изге беренсе мөхәббәтенең берҙән-бер иҫтәлеге лә. Ғүмеренең иң бәхетле осоро ла ошо бесән еҫенә бәйләнгән уның.

Яңынан Ғәлимә апайҙың тормошонда ҙур үҙгәреш булырға тора. Тик яңынан элекке кеүек үк бәхетле була алырмы икән ул? Белмәйем шул, Ғәҙел ағай өсөн бәлки был бәхеттер ҙә. Яңыраҡ ҡына: "Хәҙер минең бәхетле булыуым өсөн ғаилә тулылығы ғына етмәй", - тигән ине. Күрәһең, уға әллә ни күп тә кәрәк түгел икән.

Ҡапыл ат туҡтаны. Ғәлимә апай хәтирәләргә бирелеп, ҡайтып еткәнен дә һиҙмәгән. Ҡапҡаһын асып инеүгә, ишек алдында Ғәҙел ағайҙы күрҙе.

- Йә, Ғәлимә, - тине ул. - Туңманыңмы?

- Юҡ.

- Ғәлимә, уйларға ваҡытың кәрәгенән артты түгелме? Һуңғы һүҙеңде ишетергә килдем.

- Уйланым, - тине Ғәлимә апай. - Беләһеңме нимә, Ғәҙел ағай, кәрәкмәҫ. Был уйыңды ҡуй һин. Һиңә бит бары донъяңды ҡарап торорға ҡатын кәрәк. Мине иһә ул ғына ҡәнәғәтләндермәй, аңлайһыңмы? Юҡ,юҡ!  Бары тик ирле булыу өсөн генә тормошҡа сыҡҡым килмәй минең. Йәшлегем уҙҙы инде, иң ауыр саҡтарҙа ла түҙҙем. Кәрәкмәҫ...

Бындай яуапты көтмәгән Ғәҙел ағай аптырап ҡалды.

- Нисек инде? Беҙгә мөхәббәт, ғишыҡ-мишыҡ тип торорға түгел, ул йәштән үткәнбеҙ бит инде.

- Юҡ, Ғәҙел ағай! Асыуланма миңә, зинһар бүтән килеп йөрөмә. Шуның менән бөтһөн. Минән башҡа ҡатын табырһың әле. Ә миңә... Миңә кәрәкмәй. Үткән булһа ла, иң изге, иң саф беренсе хистәремә тоғролоҡло булып ҡалаһым килә, - тине Ғәлимә апай.

Шунан: "Үҙебеҙҙең гүзәл Байрас йылғаһы, яландарында үҫкән ошо бесән еҫе хаҡына ҡалдыр", - тип өҫтәмәксе ине лә, тыйылып ҡалды. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне. Бесән йөгөн бушатҡас, хуш еҫле бесән алып, мал һарайына йүнәлде.

Фәриҙә Мәхмүтова.

Белорет районы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: