Бөтә яңылыҡтар
10

Мөхәббәт өсөн яза (хикәйә)

Оҙаҡламай ире лә ҡайтты. Балалар ятып, бүлмәләрҙә аяҡ тауыштары баҫылғас, ул көндәлектәрҙе уның ҡулына тотторҙо. Әллә әрнеп, әллә үпкәләгән һымаҡ итеп: «Исмаһам, беҙҙе, балаларҙы шунда бер урында ғына иҫләһәң дә…» - тип кенә әйтә алды; ары һуҙа алманы, һулышы өҙөлдө.

 

Зәбирә дәрес планы дәфтәрен эҙләп ах аллага төштө. Күҙ һалмаған, ҡул тейҙермәгән тапҡыры ҡалманы. Аптырағас, Нәғим бүлмәһенә сыҡты. Әүәл уның ҡағыҙҙары араһында ҡалын тышлы дәфтәр күргәйне. Уныҡы ла яңылыштан Нәғимдекеләр менән буталып йөрөмәй микән?

Дәфтәргә тиҙ юлыҡты. Нәҡ уныҡы ише ҡалын һорғолт тышлы.

Үҙенеке булмаһа ла, дәфтерҙе диҡҡәт менән аҡтарып ултырҙы. Уҡыған һайын нығыраҡ албырғаны, тәүге ниәтенән яҙҙы, әлеге күнегелгән донъяһынан һаман нығыраҡ айырыла барҙы. Яйлап ул бөтөнләй икенсе киңлектәргә тарыны, ят донъяға күсте.

Был Нәғимдең көндәлектәре ине.

«Мин уны ҡайҙа күргәнемде хәтерләмәйем дә инде.

Таү ҡат ҡайҙа тап иттем икән? Китапханаламы, баҫҡыстамы әллә университетҡа инеп килгән мәлендәме? Һуңғы ваҡыт китапханала йыш осратам. Ул ҡаранан килешле, һомғолт һынлы. Әллә нисек серле баҫып атлай. Әйтерһең дә, тирәһендә ел тулҡыны. Ул, шуны йырып, алға тартыла. Әйтерһең дә, атламай, ә талғын ғына, хәс тә һылыу болан балаһы ише, даръя уртаһынан тулҡындарҙы ярып килә. Уның нисек баҫҡанын да ишетмәҫһен, ул бер нигә ҡағылмай ҙа - бары талпынып йөҙә… Ҡулында - сумкаһы. Ахырыһы, китаптары менән тулылыр. Мөйөштәге өҫтәл артына ултыра. Ҡаршыһына әйберҙәрен теҙеп һалғас, йөҙөнә төшкән сәс тулҡындарын ике усы менән артҡа һынырып ҡуя. Шул саҡта, гүйә, алда илаһи сырай асыла. Ҡарлуғас ҡанаттарылай ҡыйғас ҡаштары тағы ла ҡыйылып, ҙур ҡара күҙҙәре ҙурайыбыраҡ киткәндәй итә. Ҡуңғырт йөҙгә алһыу нурҙар таралған һымаҡ. Күрәһең, ул яңы ғына урамдан һалҡындан ингәндер… Сәс толомдарын артҡа һирпкәс, сибәр йөҙө тағы ла асыла, гүйә былай за неон лампалары баҙлаған бейек көмбәҙле зал тағы ла бейегәйеп, яҡтырып киткәндәй итә.

Ҡайҙа инде ул уҡыу ҡайғыһы. Хәҙер бөтә уй баштан осоп сығып бөттө. Баш тап-таҙа, күңелдә лә бер ниндәй ыҙа юҡ, алда бары ул, ошо Хәйәт кенә (эстән уға исем ҡушып та ҡуйҙым).

Хәйәт иһә бер нәмәгә иҫе китмәй. Гүйә, донъяла алдындағы ошо китаптан башҡа бер нәмә юҡ.

Мин әленән-әле артыма әйләнеп ҡарайым. Миңә, йәше уҙған кешегә, оят та булырға тейеш һымаҡ. Шулай ҙа бүтән бер нәмә хаҡында ла уйламайым - бөтә зиһенем унда. Исмаһам, былай табан бер һирпелһәсе!

Суҡынғыр, иҫләй алмайым. Беҙ, ир-егеттәр, өсөнсө ҡатта тора инек булһа кәрәк. Аҫтан берәү менеп килә. Шунда әллә нишләнем… Ҡымшана ла, асылып киткән ауыҙымды яба ла алмайым. Теге ҡыҙ яй ғына баҫҡыс тупһаларын һанай ҙа һанай. Ҡуйы сәстәре матур итеп артҡа таралған. Улар сыбыртҡы ише аҫҡа үрелеп төшәләр ҙә, йоҡа ҡулбаштарға ятҡас, дуғаланып кирегә ҡайтарылалар. Хәс тә диңгеҙ тулҡындары ише, ярға һуғылғас, кире әйләнәләр… Ҡуйы һары кофтаһы ҡарағусҡыл йөҙөнә килешеп, һомғол буй-һынына бигерәк һылашып тора. Зәңгәр оҙон юбка бөтә сирағын ҡаплай. Аяғында ниндәйҙер туфли, әммә уның тауышы-өнө сыҡһасы. Һылыу ҡыҙ тупһаларға йомшаҡ итеп баҫа. Хәс тә атламай, ә һаман өҫкә, юғарыға талпына.

Бер ниндәй көсәнеүһеҙ баҫҡыс тупһаларын һанай ҙа һанай. Исмаһам, бер ағзаһы ҡыбырлаһасы! Ҡулбаштары ла шулай тура көйө генә, хатта янбаштары ла йөрөмәй кеүек. Ул бары йөҙә, талымһыҙ рәүештә тулҡындарҙы яра.

Ул нисек килгән, шулай беҙҙең яндан да өнһөҙ уҙып китә. Атламай, хәс тә яй ғына тулҡындар өҫтөндә бәүелә. Күл битендәге аҡҡош та шулай тауыш-тынһыҙ. Саҡ ҡына ла тулҡын ҡуҙғалтмай. Бары өнһөҙ генә һыу иңдәрен яра. Хис-тойғоларына батҡан, муйынын дуғаландырған. Бары моңһоу көйө наҙ эсендә иҙрәп ултыра ғына. Хәрәкәт итәме ул әллә итмәйме - өҙөп кенә әйтеүе лә ситен.

Әллә ниндәй рәхәтлек кисерәм, күңелем-күнәккә хис- наҙ тулыуын тоям. Күҙҙәрем уны күҙәтә, күңелем тулай. Әллә нишләп үҙем дә ошо сихри тойғолар донъяһына тарығанмын, тулҡындарында бәүеләм генә… Уйҙарымдан уйылам, хистәремдән ирейем, сихри наҙҙар кисереүемдән алйыйым. Инде мин үҙем - үҙем түгелмен.

Хәйәт беҙҙең эргәнән берәүгә лә күҙ һирпмәй, баш ҡалҡытмай уҙҙы ла китте. Мин инде уны юғалтам, мәңгегә һөйөнөсөмдән яҙам тип тетрәнеп торам…»

Түңәрәк тулы битле, ҡалын иренле, ҙур аҡыллы күҙле ханым урындығына һеңгәндән-һеңә. Бөтә донъяһын онотто, эше-мәшәҡәтенән яҙҙы, хәстәренән айырылды. Инде бөтөнләй бүтән киңлектәргә килеп сыҡты, тамам ете-ят донъяға күсте. Былай уҡ хисләпеүе нимәгә илтәсәген уйламаны. Күҙҙәрен һорғолт тышлы дәфтәрҙән алманы, упҡын төбөнә ташланырға ынтылған бәндәләй ҡыланды. Был көндәлекте бер тына уҡып бөтмәкес иткәйне лә, теге оҙон да, үтә мауыҡтырғыс та, үтә һағышлы ла булып саҡты. Икһеҙ-сикһеҙ даръя шикелле, төпһөҙ ятыуҙарына һаман нығыраҡ тартты.

«Мин инде уны юғалттым, һөйөнөсөмдән мәңгегә яҙҙым тип ҡурҡҡайным, бәхеткә күрә, яҙмышым аяулы икән…

Хәйәт тигән ҡыҙҙың беҙҙең кафедраға лаборант вазифаһына урынлашыуын ишеткәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булды. Быуындарым ҡатты, тыным ҡыҫылды. Уны күргәс, гүйә телдән яҙҙым. Был яңылыҡты нисек юрарға ла белмәйем. Сәрбиназ - Хәйәт аспирантураға ситтән тороп уҡырға ингән икән, урын бушағас, үҙен кафедраға эшкә алғандар. Минең башҡа бәлә: былай булғас, көн дә, көн ашала осрашып йөрөйәсәкбеҙ! Мил аспираитураның икенсе, ул - беренсе курсында…

"Кайһы берҙә, кафедрала ултырғанда, уны күҙәтәм. Кафедра мөдире, аҡ сәсле, аҡ керпекле ҡарт профессор, әллә нәмәләр хаҡында һөйләй, хәбәре бер яҡ ҡолағымдан инә, нкенсеһенән сыға. Бөтә уйым уның хаҡында. Күмәк кеше араһында бер үҙем генә. Серле ят донъяла гиҙәм.

Күмәк кешеләр аша күҙәтәм, күҙҙәрем, уҡтар һымаҡ, уға төбәлгән.

Әллә ниндәй тулҡын, яй ғына тибрәтеп, юғары күтәрә. Бүлмәгә көҙгө ҡояштың сыуаҡ нурҙары тулған. Ниңәлер, әллә ошо көҙгә һаран нурҙарҙан, күңелгә лә йылы булыл китә. Йәнем бүлмә өҫтөнә һәленгән дә көҙгө монарлы һауа тулҡындарында тибрәнә. Тышта -- әбейҙәр сыуағы, йылдың һуңғы хозур көндәре. Ҡояш та, һуңғы ҡат был ергә, кешеләргә йылымды түгеп ҡалайым, бисараларҙың тәнен дә, йәнен дә һуңғы ҡат йылытайым тип, тырыша, буғай. Барса иңдәрҙе яҡты нуры менән ҡойондора. Ағас ботаҡтарында һары япраҡтар лампа ише ялтырай. Уларҙы, әйтерһең дә, көпә-көндөҙ тимәй, яндырып ҡуйғандар. һары япраҡтар еләҫ ел ыңғайына әйләнгеләп-тирбәлеп тирә-йүнгә яҡтылыҡ, нур һирпәләр.

Күҙҙәремде тәҙрәнән алам да йәнә уның яғына ҡайырылам. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙарына күҙен ҡыҫа биреп ултыра. Үҙенә иғтибар итеүсе юҡлығына ышанып иркенәйгән. Йөҙөн ҡартлас профессор яғына ҡуйып тынған. Моңсан, уйсан. Ҡояш нурҙарынан ҡуңғырт йөҙө һарғылт алмаға ла оҡшап ҡалған. Гүйә, нурҙар һөңгөһө һарғылт алманы үтәнән-үтә тишеп сыға.

Миңә шулай Хәйәтемде күҙәтеп ултырыуы ифрат та рәхәт. Бүлмә эсенә тулған ҡояш нурҙары кеүек йәнемә наҙ, моң тула. Әллә нишләйем, гүйә, күктең етенсе ҡатына ашам. Аҡһыл болоттар араһында сабый балалай иҙрәп йөҙәм. Хәс тә иңдәремдә ҡанаттар яралған; талғын ғына ағылам да ағылам. Маңлайыма, сәстәремә аҡ болоттар килеп һырыла; улар эсенә инеп уралам. Ап-аҡ донъя эсендә юғалам. Әллә туҡталып ҡалғанмын, әллә барам һаман аҡ болоттар даръяһын йырып үтә генә алмайым.

Оҙаҡламай беҙҙең ҡараштар осраша. Үткер итеп ҡарай, суҡынғыр. Мин мәжнүн, быны күтәрә алмам, сигенермен, ахырыһы.

Ҡараштарымды ситкә күсерәм. Иҫәр мин. Fорур ир заты булып ҡыланам! Fорурлыҡ бармы миндә? Мин мәжнүн, бисара йән. Ошолай ҡыҙҙарға ғишыҡ тотоп ултырам. Күҙҙәребеҙ ҡабаттан осраша. Был юлы мин ҡыйыуыраҡ, тишеп ҡарайым. Хәйәтем хәҙер битараф ҡиәфәттә моңһоу, уйсан. Тыныс, ғәмһеҙ. Бар донъяға, хатта минең ҡарашыма ла битараф. Ҡартласты тыңлаймы - юҡмы әллә үҙ уйҙарына батҡанмы, аңламаҫһың.

Илаһи йән. Нишләп юлыма сыҡтың, яҙмышым ептәрен сыуалттың?

Өнһөҙһөң. Кафедраға ингән-сыҡҡанымда ауыҙыңа һыу уртлаған төҫлөһөң. Һәр саҡ ни менәндер мәшғүлһең, үҙеңә һис һүҙ ҡатырлыҡ түгел. Баҫалҡы рәүештә башыңды баҫып машинкаң һәҙәптәрен сүпләйһең. Ҡасан кермә, шул машинкаңа эйелгән булаһың. Һине эшеңдән айырырға, дөрөҫөрәге, һиңә һүҙ ҡушырға ҡурҡыныс. Үҙеңдән күпкә олораҡ икәнемде белһәм дә, йүнһеҙ, осрашҡан һайын баҙайым.

Баш баҫып ултырғаныңда күңелемә бигерәк яҡын һымаҡһың. Шундай һаҡһыҙ, яҡлаусыһыҙһың. Ғәфү ит! Һине иркәләгем, наҙлағым, һаҡ ҡына ҡосағыма алғым килә. Ниндәй илдең ҡыҙы һин? Ҡайһы тарафтың елдәре иркәләне, ҡайһы төбәктең ҡояшы йөҙөңә үҙ төҫөн яҡты.

Юҡ, ары һинең хаҡта яҙа алмайым. Ҡәләмем ҡулымдан төшөп бара. Минең һинең гүзәллегеңде, илаһи булмышыңды тасуирларға телем ярлы, зиһенем көсһөҙ, хыялым сикле, һинең нурлы сырайыңды, яҡты күҙҙәреңде данларға мин бахыр бер мәжнүн. Һинең алдыңда мин тубыҡланам, мин бисара. Тиңһеҙ йән, ерҙәге хур ҡыҙы! Ер иленә әкиәт донъяһынан бер мәлгә генә төшкәнһең кеүек. Саҡ-саҡ ҡына торорһоң да юғалырһың…»

“Сәрбиназ»… Зәбирә ҡулынан төшөп киткән ҡалын дәфтәргә лә, үҙенең ошо хәленә лә иғтибар итмәй өҙлөкһөҙ рәүештә бер үк һуҙҙе ҡабатланы:

- Сәрбиназ…

Хафалы ҡатындың яңынан ҡалын дәфтәрҙе күтәреп алырға көсө етмене. Хәлһеҙләнеп, ҡаңғырып ултырҙы. Әйтерһең дә, яр башына атып бәрелгән балыҡ - шаңҡыған; ҡымшана ла, һулыш та ала алмай. Тыйылып, ҡыбырларға ҡурҡып ултыра. Күҙ төптәренән сөмбөрләп йәштәре аға, ҡаршыһынан шаулы-ҡойон ише кисергән йылдары уҙа.

Улар, уннверситетты тамамлағас, өйләнештеләр ҙә тыуған яҡтарға киттеләр. Бер төбәктәндәр, биш йыл бергә уҡынылар, хәҙер бер үк мәктәптә бергә эшләргә. Ары ғүмер йомғағын да бергә-бергә, иңгә-иң терәшеп һүтергә насип итә.

Зәбирә Нәғименә бер-бер артлы туптай ике малай табып бирҙе. Нәғим, ихлас күңелле кеше, балалар ярата. Шуга тәүге йылдарҙа Зәбирәне өрмәгән ергә ултыртманы кеүек. Ҡатынына ла, малайҙарына ла өҙөлөп торҙо. Мәктәптә ике йыл укытҡас, университеттың аспирантураһына инде. Ҡалала урыны булмағас, Зәбирә ауылда йәшәне, балалар үҫтерҙе. Ай һайын, ай аша ғаиләһенән арттырып иренә аҡсаһын һала ине. Шулай йылдар буйы ул балаларып да, ирен дә уҡытты, бөтә ғаилә йөгөн үҙ иңенә һалды. Өнөн сығарманы, ғәйепләп һүҙ әйтмәне. Аҡыллы ханым уҡыуҙың нимә икәнен дә, иренең киләсәген дә яҡшы аңлай, шуға ире, балалары хаҡына бөтәһенә түҙә.

Ауыҙынан өҙһә, өҙҙө, өҫтөнә алмаһа, алманы, тик ғаиләһен хур итмәне. Сабырлыҡтың төбө - һары алтын, түҙгән мораҙына еткән, тиҙәр. Зәбирә лә түҙҙе, моратына иреште: Нәғим аспирантураны тамамланы, диссертация яҡланы, бер аҙҙан ғаиләһен дә эргәһенә күсереп алды.

Көндәлек ҡалын дәфтәр тулғансы яҙылған.

«Бөгөн уны университет күтәрмәһендә күрҙем. Манлайға-маңлай бәрелештек тиерлек. Ул зәңгәр төҫкә аҡ сәскәләр төшөрөлгән күлдәк кейгән. Иҙеүҙәре саҡ ҡына асылған еңе юҡ. Сәрбиназ, күрәһең, йүгерә-атлай, яланғас беләктәрен һелдәй-һелдәй килгән: йөҙө алһыуланған, күҙҙәре тағы ла ҙурая төшкәндәр. Йыш-йыш тын ала. Ҡайнар һулышы миңә лә бөркөлгәндәй итте - яңағым беште, йөрәгем дарҫлап типте. Инде был юлы ҡаушамаһам ине тип, эстән үҙ-үҙемде нығытам. Сәрбиназ, таҙа яланғас беләктәрен ишеккә һоноп, йомро боландай һомғол кәүҙәһен минен һынға терәп үк туҡталып ҡалды. Барыбер ҡаушаным. Хәҙер, бына хәҙер саҡ ҡына һуңлаһам, ул айныясаҡ, иҫен йыйын өлгәрәсәк. Әле ул, күп йүгереүҙән тыны ҡыҫылған боландай, ҡаушап тора.

Шунда һунарсы сослоғо менән яланғас беләктәренән ҡармап тоттом да кәүҙәһен үҙемә ҡыҫтым.

- Тапайһың бит, Сәрбиназ, -- тип әйтә һалдым. Ул тағы башын сайҡай, ҡуйы сәс толомдарын туҙҙырып йылмая:

- Уф, Нәғим ағай, ҡотомдо алдығыҙ. - Үҙе миңен яҡҡа янтая биргәндәй итә. Гүйә, быуынһыҙ булған урман һылыуы һунарсыға бирелә. Мин уны һаҡлыҡ менән генә тотоп ситкә тартам. Арттан килеүселәргә юл бирәм, йәнәһе. Унан үҙен ишекте асып эскә уткәрәм.

Ул китте, һыны һаман күҙ алдымда ғына тора. Һылыу болан ҡапыл ғына юлыма килеп сыҡты ла, өркәп, ситкә ырғылды. Күҙҙәре ҙур асылған, йөҙөнөң һәр һыҙаты асыҡ күренә. Йыш-йыш тын ала, мин дә баҙағанмын. Зәңгәр еңһеҙ күлдәге тәненә һылашып, һомғол һынын белендерә. Яғаһы еләҫ елгә кире ҡайтарыла ла муйынына һырыла. Асыҡ түше, яланғас беләге әүрәтә. Быға саҡлы эш өҫтөндә генә күреп өйрәнелгәнгәме әллә инсек. Маңлайға-маңлай килешкәс, ул да ныҡ ҡаушаны. Шундай өркәк, шундай һаҡһыҙ йән! Ирекһеҙҙән башта әллә ниндәй уйҙар тыуа кем ҡулына эләгер ул, кемдәр бәхетенә буй еткерә?

Хатта хәҙер яҙышып ултырғанымда ла быны кисереүе ауыр. Йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ала. Әллә һушымдан яҙам. Ул көн тыуһа, мин нишләрмен? Ниҙәр булыр, ниҙәр кисерермен әле?…

Бәғерем телгеләнә, үҙәктәрем өҙөлөп-өҙөлөп һыҙлай.

Кисерә алмам мин быны, тип уйлайым үҙ алдыма. Сәрбиназым һаман ҡаршымда ғына. Ул кинәт, өркөп, ситкә тайшалды. Сайҡалып китте, саҡ-саҡ абынманы. Мин тотоп ҡалдым. Быуынһыҙ булып һығылып төштө лә болан эҙәрләүсеһенә бирелде.

О, ниндәй бәхет ине был! Бер мәлгә мин илаһи кисерештәр донъяһында йәшәнем. О, ниндәй бахетле инем мин!»

 Көндәлек оҙон ине. Йәш ҡатын нисек кенә тырышһа ла, осона сыға алмаясаҡ. Һорғолт тышлы дәфтәр йәнә ҡулынан төшөп китә. Ҡымшанмай ҙа. Бер ҡайҙа ла бараһы ла, бер ни менән дә булашаһы ла килмәй.

Эңер ҡараңғылығы бүлмә эсен дә биләп алды. Ул иһә һаман тәҙрә төбөндә. Япа-яңғыҙы. Бер нәмәгә лә күңеле тартмай; бөтә нәмә ҡулынан төшөп бара төҫлө. Тышта ла бер йән эйәһе күренмәй. Хәс тә бар донъя, бар ғәләм ойоған. Барса өн-ауаздар тынған, бәндәләр, бөжәктәр өйҙәренә боҫоп бөткән. Ошо киң донъяла бойоҡ ҡатын ғына.

Башында бер уй юҡ, йәнен һағыш ҡына солғай. Ҡасандан бирле ошо ыҙанан ҡотола алмай. Ул -- бисара. Нисәмә йылдар буйы донъяһын бөтәйтте, балаларын ҡараны… Нисәмә йылдар уны зарығып-зарығып көттө… Бер аҙҙан һорғолт тышлы дәфтәрҙе йәнә иҙәндән күтәрә. Бәхеткә ҡаршы, бөгөн балалары ла, Нәғиме лә оҙаҡлай.

«Иртән кафедраға килһәм, оло бәлә. Кафедра мөдире, теге ҡартлас профессор: «Бына, дуҫтар, машинисткабыҙҙан, бер өмөтлө аспирантыбыҙҙан да ҡолаҡ ҡаҡтыҡ», - тип тора. Үҙемде тыя алмайынса, һикереп төштөм: «Ни булған, хөрмәтле профессор? Бер-бер хәлме?…» - «Хең, - ти был. - Йәштәрҙе белмәйһегеҙме ни, ҡыҙ-ҡырҡын халҡын… Кейәүгә сыға!…» - «Һуң аспирантураны тамамламаймы ни… - тим, аптырап. - Ни бары һигеҙ айы ҡал- ғас…» - «Егетең «алмайым» тип ҡурҡытһа, һин дә башыңды ташҡа орорҙай булырһың», - ти профессор, мине үсекләгәндәй итеп.

Сәрбиназ, ҡалаһына төкөрөп, аспирантураһына ла ҡул һелтәп, ҡайтҡан да киткән. Егете «ташлайым» тип ҡурҡытҡандыр, ахырыһы, ғалимә ҡатынды хуп итмәгәндер. Бөтә донъям ҡараңғылыҡ ҡосағына сумған һымаҡ. Хәс тә дөм ҡараңғы даръя эсендә япа-яңғыҙмын. Ҡайҙа барып төртөлөргә лә, ни ҡылырға ла белмәйем. Ысынлап та, хәҙер нишләргә һун? Нисек итеп ары йәшәргә?

Гүйә, мин ҡола ялан уртаһында аҙаштырылған бесәй балаһы. Көҙгө әрһеҙ ел өҫкә ябырыла; бишмәт яғаларын ҡайтара, ҡуйынға тулырға маташа. Инде лә ҡәнәғәт бул май йәнәштәге яңгыҙ ҡайынға барып һырыла ла уның япраҡтарын йолҡҡосларға тотона. Ҡайын бисара айҡала-сайҡала, буйын һығылдырып-ыңғырашып ултыра. Кәйелә иңкәйә, нисек тә әрһеҙ елдән ҡотолорға самалай. Ел уның ярһып өҫтәнә ябырыла. Был донъяла юҡ аяу, юҡ ярлыҡау. Ҡайын бисара айҡала-сайҡала, олондарын кәйелдерә, ыҙалана ғына. Тәҡәте ҡороп бөтөп, бөтенләй ел иркенә бирелер йә уртаға ярылып ергә ҡайырылыр ине көслө һутлы тамырҙары ғәфү итмәҫ.

Ҡола ялан уртаһында уҫал ел генә хужа. Ҡайҙа барырға, ни ҡылырға инде? Ошо сараһыҙ ҡайын кеүек, айҡалам-сайҡалам. Юҡ минә аяу, юҡ ярлыҡау. Япа-яңғыҙмын. Әрнеүле йәнем генә. Инде ҡайһы тарафтарға тартылһам да, ниҙәр ҡылһам да, барыбер төҫлө. Былай интегеүҙәрем, ыҙаларым берәүгә лә хәжәт түгел. Бынан кире минең хеҙмәттәрем берәүгә лә танһыҡ булмаҫ. Әлегәсә мин уның өсөн эшләнем. Уның алдында бөхтә, шәп күренергә ынтылдым… Хәҙер бөтәһе лә -- бушҡа. Бынан ары нисек түҙермен мин. Нисек йәшәрмен? «Йә раббым!» - һауаларға ҡарап ялбарамын.

***

 

Аҙна-ун көн ошо хәлемдән айный алмай йөрөнөм. Ни ҡылһам да, алдыма килә лә баҫа. Йә һорғолт кофтаһында, йә зәңгәрһыу йоҡа күлдәген кейгән. Йылмайған, бер аҙ йәлләгән да кеше була. Ихлас итеп башымды һыйпарға итә. Көлөмһөрәгән, һаран ғына иркәләгән була. Ҡыйыу ҡылана, нишләптер алсаҡланып киткән. Элекке шикелле йомоҡ та, өнһөҙ ҙә түгел. Хәлемде аңлай, шуға шелтәләргә лә йыйынмай, буғай. Еңеүселәр гел шулай киң күңелле шул. Ул - еңеүсе! Тағы сәстәремә ҡағыла. Тыныс. Мин дә баҫылам. Өнөм сыҡмай, үрһәләнеүҙәрем дә ҡапылдан ус менән һыпырын алған төҫлө. Эстән «юҡҡа ғына хафаланмағанмын икән» тим. Ул, быҙауҡайының арҡаһын ялаған һауын һыйыр һымаҡ, башымдан һыйпай ҙа һыйпай. Үҙем дә инде: ирек ҡуйып торам. Мин - бисара, мәжнүн бер йән. Телем көрмәлгән, аяҡтарым да тупраҡҡа упсыған кеүек.

Ярты йыл ғүмер уҙҙы. Сәрбиназдан һуң уҡыуым уҡыу, эшем эш түгел. Һаман саҡ ҡына ла албырғай алмайым. Ғүмерем баҡый шулай һуҙылыр микән, ярам нисек тә уңалмаҫмы, тим… Былай ҡыланыу сабыйлыҡ һымаҡ та тойолоп ҡуя. Үҙ-үҙемде әрләйем. Ҡайһы берҙә был хәлемде еңеләйтә; икенсе бер ваҡытта инде хафаларым яңынан үҙемә әйләнеп ҡайта… Тағы бер аҙ түҙәйем, саҡ ҡына кисегәйем, тим…»

Көндәлектәр шунда өҙөлә. Артабан ни булғаны билдәһеҙ.

Түңәрәк йөҙлө, ҡалын иренле, ҙур аҡыллы күҙле ханым алйып ултыра. Эңер ҡараңғылығына сумған бүлмәлә яңғыҙы ҡалған да тынған. Ҡымшанмай ҙа. "Ҡасандан бирле тәҙрә төбөндә ыҙалы көнөн һуҙа. Тышҡа ла күҙ һалып ҡарай, бәйләнсек уйҙарын үҙенән ҡыуырға ла итә, тик бушҡа ғына. Исмаһам, йөрәге ҡыҫыуы әҙерәк ебәрһә лә. Күңеле буп-буш… Әллә инде хәҙер уйлауҙан, самалауҙан да яҙҙы, бары шунда тере күҙ көйөгө булып ултыра. Бисараң, албырғаһа-нитһә, әҙерәк яҙылһа, ярар ине. Ул-был булып иҫенән яңылышып ҡуймағайы.

Бүлмә эсен шик-шөбһә, төрлө шәүләләр, ҡарасҡы һындары биләй. Әллә нисек шомло, ыҙалы. Был илдә был мәлдә бер ғәм, бер йәм юҡ. Ҡотһоҙ ҡола ялан ише хәҙер бүлмәһе. Ошо илдең уртаһында бойоҡ ҡатын япа-янғыҙы көйө. Бәүелә, тибрәнә. Иҙрәй, ыҙалана. Һаман айный, йәнен баҫа алмай. Шунда бүлмә эсе яҡтырып китте. Оло улы ҡайтҡан икән. Бисараң, әллә ойой башлаған. Былай ярамай уға, ғаилә терәге һаналғап кешегә нығынырға, үҙеңде ҡулға ала белергә кәрәк.

Моңһоу йөҙлө ҡатын һыҙланып-иңрәп урынынан ҡалҡына. Аяғына саҡ баҫып, көс-хәл урынынан ҡуҙғалып китә. Был хикәйәт бисараңдың аҡтыҡ көсөн алды ла баһа. «Тағы ла ниҙәр генә күрәһеләрем бар икән», тип уйланы ыҙалы йәнле ҡатын, ахыры.

Оҙаҡламай ире лә ҡайтты. Балалар ятып, бүлмәләрҙә аяҡ тауыштары баҫылғас, ул көндәлектәрҙе уның ҡулына тотторҙо. Әллә әрнеп, әллә үпкәләгән һымаҡ итеп: «Исмаһам, беҙҙе, балаларҙы шунда бер урында ғына иҫләһәң дә…» - тип кенә әйтә алды; ары һуҙа алманы, һулышы өҙөлдө.

Зәбирә тәүге тапҡыр түшәкте үҙенә башҡа, иренә башҡа һалды. Ятып киткәнсе бүтән бер һүҙ ҙә алышманылар.

Иртән торғас, бисара ҡатын тағы бер нәмәгә шаҡ ҡатты. Нәғименең сәстәре ап-аҡ ине. Әүәле уның башында бөртөк ағы күренһәсе. Иҫе-аҡылы юйылды ыҙалы ҡатындың: бер төн әҙәм балаһын ҡайһылай иткән, тип уйланы.

Ринат КАМАЛ.

 

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: