Үҙҙәрен ҡайҙа осратһам да, улар хаҡында ниндәй яңы хәбәр ишетһәм дә, әсәйемдең иҫке һүҙҙәре иҫкә төшә лә тора. Әүәле ут күршеһенән ҡайтып керер ҙә бисараң: «Уф был Fилмиямалдың күмәсе тамағымды бөтөрҙө; әллә нишләп шул икмәк һала белмәй ҙә - йә ләс, әсе итә, йә көйҙөрөп сығара», - тиер ине.
«Ут күрше» тинем дә тиеүен… Ғилмиямал апайҙар беҙҙән өс-дүрт кенә өй аша йәшәгәндәрҙер ул. Бәләкәс саҡта бит был үтә оло ара тойола. Шуғалырмы, улар менән әллә ни ҡатышып та барманыҡ. Бары үҫә төшкәс кенә малайҙары менән яҡынлаштыҡ, шулай ҙа бер вакытта ла тиерлек өйҙәренә инергә, әсәйем һөйләгән теге «ғәжәп» икмәктәреп ауыҙ итергә яҙманы. Әсәйемдәр уларға ҡунаҡҡа барҙы - барыуын, алмашҡа үҙҙәрен саҡырып та алды. Йөрөштөләр ололар былай…
Әсәйем ҡунаҡҡа ныҡлап әҙерләнә. Бындай көндәр инде беҙҙә байрам төҫөн ала. Әсәйем оло мейесте гөлтләтеп тоҡандырып ебәрә, дәү ҡаҙанды аҫып тултырып аш һала. Мейес бөтөп, эре-эре күмерҙәр тандырға ғына баҙлашып ятыуға, ағас күнәгендәге ҡамыры ла ҡабарып сыға. Әсәйем ҡыҫҡа, әммә йомро матур беләктәрен терһәгенәсә төрөп ебәрә лә әпәй әүәләргә тотона. Онло таҡтаһы өҫтөнә май киҫәгеләй түңәрәк ҡамыр йомғаҡтары теҙә тора, хәрәкәттәре баҙыҡлана бара. Эшләгән һайын оҫтара, таҫыллана ғына. Ҡулы килешле, хәрәкәттәре етеҙ. Шунда йөҙөн күрһәгеҙсе! Йөҙө, ҡайнар ҡояш бителәй, балҡый, яна, нурлана. Ҡамырҙарын - май йомғаҡтарын - эскә ултыртырға була, мейескә ҡараған һайын баҙлап-тоҡанып китә. Йомро бит алмалары алланып бешә, күҙҙәре йомола, тыны ҡурыла. Ул сәсәй, бешә, маңлай һырҙарына эре тир бөртәктәре бәреп сыға.
Унан һуң әллә ни саҡлы аһ ороп йөрөй әле:
- И-и мейесемдең көйө килмәне, шай…
- Һуңыраҡ ултырттым әллә…
- Мейесем һүрән булды, ахырыһы. Был юлы әпәйемдең йөҙө килмәһә инде, бөлдөрә…
Ах та ух итә әсәйем. Йәнәһе, өй ҡыйығының берәй яғы емерелеп төшөргә тора; әйтерһең, донъяһын әфат баҫып бара. Мин - аңра бәрәс -- аптырайым: әсәйем ниңә шул саҡлы көйәләнә, бөтөрөнә икән тим. Уның был ҡылығы берҙә генә башыма һыймай. Әпәйҙеп йөҙә килһә, ни була ла, килмәһә, ни була?
Юҡ, әсәйем, кире, әпәйенең йә ләс, йә көйөп сығыуы менән килешә алмай. Былай еңел генә үҙ-үҙен гәфү итмәйәсәк!
Эй әсәйем үтә ғәрсел, үтә сәмсел бәндә шул. Үҙенең һыйы хөрт, икмәге килешмәгән булыуы менән һис тә генә ризалашмаясаҡ. Ҡунаҡтары алдында хур ҡалыуын күҙ алдына ла баҫтыра алмай.
Уның табыны һәр саҡ мул, ашындағы туҡмасы тере, вареньеһындағы сейә-ҡарағат күҙҙәре тулы - бөрөшмәгән- бөтәшмәгән була. Өҫтәле тулып күмәстәре, мөшниктәре, бәремәстәре ултыра. Улар уйынсыҡ ише, яңы ғына магазиндан ҡайтҡан тәтәй төҫлө. Күмәстәре ҡабарып тора, мөшниктәре быуын бөркә. Әсәй уларҙың өҫтөндәге һөлгөнө ҡунаҡтар килерҙән элек кенә һыпырып алды… Шунда ауыҙыңа алыуың булыр, шәрбәт ише, сәйнәлмәйенсә шулай телеңдә ирерҙәр.
Ҡунаҡтар әсәйемдең һыйын маҡтай-маҡтай табындан ҡалҡыныша:
- Эй Мәстүрә, ҡулың бигерәк килешә: күмәстәрең мамыҡ ише, ауыҙҙа май һымаҡ ирей. Ҡайҙан шулай өйрәнгәнһең.
- Мәстүрә, әхирәт, ашың телеңде йоторлоҡ…
- Мәстүрә килен, ҡулыңдан ҡыуан, изгелеген күр һөнәреңдең.
- Ауылда тиңе юҡ оҫта, - тип хуплай-хуплай таралыша ҡунаҡтар.
Әүәл шулай ҡунаҡ саҡырышыу ауылдың матур бер йолаһы ине. Әсәйемдәрҙе алмашҡа, ҡунаҡ ашы --- ҡара ҡаршы тип, бүтәндәр саҡыра.
Әсәйемдәрҙең бер-нисә рәт Ғилмиямал апайҙарға барып ҡайткандары ла хәтерҙә. Әсәйем һәр саҡ, күршеләрҙән ҡайткас, шул бер һүҙен ҡабатлар ине:
- Эй-й Ғилмиямалдың күмәге - тамағыма ултырҙы. Әсе үҙе, телемде өтөп тик тора… Нисек шулай итеп бешерәлер?…
Ҡашығаяғын урап әйләнә лә тағы шуны тылҡый әсәй:
- Эй Ғилмиямалдың ашы ла, эше лә… үҙе лә шул. Бер нәмәнең мәйелен белмәй, бер әҙәмсә ҡыланмай. Орҙо- бәрҙе. Алабарман!
Әсәйем кеүек уйлаһаң, донъяла кеше өсөн, ҡатын заты өсөн иң мөһиме -- икмәк бешерә белеү. Шул ғына әҙәмдең булмышын һынландыра.
- Ул Ғилмиямал икмәктән шул саҡлы көлмәһә, ни була икән - бөтә ҡамырҙы әрәм иткән бит, бешергәне ләстик. Әллә ҡамырын әсетеп еткермәгән, әллә мейесенең йөҙө килмәгән. Эй моңһоҙоңдо! Беҙ ярай, ҡунаҡта ике сәғәт ултырҙыҡ та ҡайттыҡ, ә балалары… Гел сей икмәктә… Ирен дә ҡарамай был Ғилмиямал. Үҙенең эшен, йыл буйы ауылдан ҡалаға, базанан базаға сабыулауын әйтер инем. Турист!
Ысынлап та, апай райпола баш товаровед булғас, алыҫ яҡтарға сәфәр ҡылырға, йәйҙәрен йәйрәп донъя гиҙергә ярата. Ялға сыҡҡас та ғәҙәтен ҡуймай -- балаларын йә ирен эйәртә лә берәй яҡҡа елкән кирә. Әсәйем: «Оҙон юл күп аҡса һорай. Ғилмиямал, ҡыш буйы, өй эсен йүнләп һыйламай, аҡса йыя ла йәйен шуны түҙҙыра», тип һөйләй. Тағы шул ҡолағыма эленеп ҡалған. Әсәйем: «Ғилмиямал бигерәк йомоҡ, һаран зат - дәрәжәм төшә типме, күрше- күлән менән йүнләп ҡатышмай, саҡырышыуҙы ғәйеп күрә әллә. Борондан килгән йоланы…» - тип асыулана.
«Fилмиямал икмәк һала белмәй!» Күп йылдарҙан һуң нишләптер апайҙың ошо һыҙаты ғына хәтерҙә һаҡланған.
Беҙ улар менән күрешә торҙоҡ, көн дә тиерлек осраша инек. Уны, уның ҡылыҡтарын да беләм кеүек, әммә күңелемә бары шул сифаты ғына уйылып ҡалған. Әсәйем һүҙе булған өсөн микән тип тә уйлайым ҡайһы саҡта. Тағы үҙ-үҙемде тыям да, хискә-фәлән бирелер хыялый бала түгелмен. Кеше тиклем кешене (ҡатын затынан булһа ла) ошоноң өсөн генә ғәйепләргә мөмкииме ни?
Аҡылым артып, һуңға табан әсәйем һүҙен күңелемдән кире ҡаға ла башлағайным инде, ләкин бер ваҡиға иҫкәрмәҫтән генә йәнемде ҡабат урынына ултыртып ҡуйҙы. Ысынындан да, күҙгә салынып ҡына ҡалған бер һыҙат, бер ғәҙәти күренеш кешенең бөтә асылын асып һала, бөтә булмышын һынландыра ала икән дә.
Уҡып сыҡҡас, һөнәрем буйынса ҡалаға урынлашырға тура килде. Шунда әмәлгә ҡаршы, Ғилмиямал апайҙар менән тағы ла осрашырға насип итте. Донъя бит ул: юҡҡа ғынамы ни «тау менән тау ғына осрашмай, ә кешеләр…» тимәйҙәр. Ғилмиямал апайҙар ҙа, пенсия йәшенә еткәс, ауылда тормош көтөүе ҡыйын тип, ҡалаға күсенгән. Балалары ла өсөһө өс ҡоштай, атай нигеҙен хуп итмәй, сит- ят яҡтарға таралышып бөткән икән. Еңелерәк тормош, күберәк аҡса юллап, ҡайһыһы Себер, ҡайһыһы Ҡаҙағстан киткән. Ҡош ояһы туҙған. Шунан ата-әсә нишләһен: ҡарт көндә яңғыҙҙары ҡалғас, ҡалаға йөҙ тотҡан… Былай яҡташтар юлда, магазинда күрешә-аралаша йөрөһәк тә, әлегәсә апайҙар беҙҙең өйҙө, донъяны күргәндәре юҡ ине. Ауылдаш - ауылдаш инде, тыуған тупрағыңдан алыҫта яҡын туғаның һымаҡ. Ғилмиямал апайҙар килгәс, беҙ ҙә өй эсебеҙ менән өлтөрәп торҙоҡ. Ҡатын йәһәтләп аш һалып ебәрҙе. Мин дә йылтыр «аҡбаш»ты сығарҙым. Юҡҡа ғынамы ни ололар: «Бер ултырыуҙары - бер ғүмер», - тимәгән.
Оҙаҡ итеп йәйелеп ултырҙыҡ. Ул йөҙҙәр асылып китте, йөрәк серҙәре сиселде. Әллә ни саҡлы һүҙ һөйләнде; оҙаҡ итеп хисләнеп ауылды иҫләнек. Һөйләһәң һүҙ, төртһәң, күҙ тигәндәй, алыҫтарға китте хәбәребеҙ. Уйлаһаң ул, үткән көндәр теп-тере көйө күҙ алдына баҫа. Минең дә күңел йомшарҙы, әсәйем һис ҡаршымдан китмәй. Уның түңәрәк йөҙө ҡояштай балҡый. Күрәһең, яңы ғына мейесенә күмәсме, әпәйме ҡуйғандыр. Ҡыҙыу күмер ялҡынынан йөҙө уттай яна, йомро бит алмалары тағы ла йомроланып киткәндәр. Ул шундай шат, бәхетле, әйтерһең дә, донъялағы иң ғәзиз шөғөлөнә тотонған да хәҙер кинәнеп тора.
Күҙҙәремә йәш тула, ауылдаштарға һиҙҙермәйенсә генә башты ситкә борам. Шунда Ғилмиямал апай урынынан ҡуба:
- Эй-й онотоп торам, балаларға тип, әҙерәк күстәнәс алғайным…- Ул ҡашығаяҡ яғынан төйөнсөгөн килтереп сығара. - Мына үҙем бешергән күмәстәр. Әҙерәк прәник-фәлән дә алғайным. Мәгеҙ, балалар!
Ғилмиямал апай малайҙарға берәмләп күмәстәрен, прәниктәрен тоттороп сыға. Үҙе шул арала:
- Газ плитаһының духовкаһында ғына бешергәйнем, нисек булғандыр инде, - тип аҡланғандай һөйләне. Малайҙарға ни, күстәнәс кенә булһын, прәникте, күмәстәрҙе тотоп, атҡа атланғандай, тышҡа атлығалар.
Апайҙарҙы оҙатып ҡуйғас, ҡыҙыҡ күреп, үҙем дә күстәнәсте ауыҙ итеп ҡараным. Быңағайыш, ирендәремә тейзергәйнем, телем көйҙө. Нишләп шундай тәм, тием. Үҙемә үҙем ышанмай торам: «Әллә һыйҙан һуң ауыҙымдың тәме юғалғанмы?» Юҡ, шигем үтмәй. Ҡатыныма һонам бер һыныҡты.
- Тәмләп ҡарале, - мин әйтәм.
- Ниңә?
- Йә, йә…
Теге бер ҡабымды йотоп ебәрә лә йөҙөн сирыштыра:
- Был кумәс оҙаҡ ултырған майҙа бешерелгән бит!
Мин, быныһы ла ҡалмаһын тип, апайымдың прәниктәренә тотонам. Прәниктәрҙең дә бер ғилләһе сыҡты бит: улар таш кеүек ҡаты имеш, теш бармай. Ҡатыным әсе телләнә:
- Ай хәйләкәр ҡарсыҡ, бының ҡырғын балаларына батыр әле, үҙебеҙҙә эшкинмәй ятҡансы, Нәғимдең балаларына күстәнәскә аппарайым тигәндер. Буш ҡул менән йөрөү килешмәй ҙә инде. Халыҡ йолаһын тотмау була…
Мин әсе телләшмәйем, башымды эйеп, өнһөҙ генә үҙ бүлмәм яғына ыңғайлайым. Шунда ҡылт итеп хәтергә әсәйем мәрхүмә һүҙҙәре килеп төшә. Ул: «Fилмилмалдың күмәсе тамағыма ултырҙы ла ҡуйҙы… Йота ла, кире төкөрә лә алмайым, табында, халыҡ алдында ни… Уның ғүмере баҡый шул инде: ашы ла, үҙе лә…» - тип үртәлә, һуҡрана торғайны… Кисергәндәремдән алйып, урыныма ҡаҙаҡлнғандай, ҡымшанмайынса ултырам. Күрше апайҙың бөтә ғүмере күҙ алдымдан үткән һымаҡ. Уның әсәйемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыуын да, базанан базаға сабыулауын да күҙләйем. Мейесенең йөҙө килмәүе, эше уңмай, башлағнын ярты юлда ташлауы, шөғөлөнөң мәйелеп белмәүе, әйләнәһендәге кешеләрсә итмәй - һөмһөҙ, йәнһеҙ ҡыланыуы ап-асыҡ көйө ҡаршымда һынланып киткәндәй була. Ахыры, ирекһеҙҙән, «апайҙың бөтә ғүмере лә шулай алабарман рәүештә уҙманы микән?» -тип уйлап ҡуям.
Ринат КАМАЛ