Бөтә яңылыҡтар
10

ҠАРҺЫЛЫУ (Хикәйә)

Ишекте ир кеше асты һәм эскә әйҙүкләне. Был нидәй хәл тағы? Ишек асыусы Виталий булып сыҡты ла баһа! Әһә аңлашылды! Уның Виталийы тап ошо фатирҙа вахта эшен башҡарып йөрөй түгелме? Туҡта белгертмәй генә эш менән булышырға кәрәк, бәлки, танымаҫ... Ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡурсаҡтай кейенгән, бер-береһенә ныҡ оҡшаған ике игеҙ ҡыҙ ҡаршы алды. Әсәһе үҙен Зөмәрә тип таныштырҙы, ҡыҙҙары Әлиә һәм Зәлиә исемлеләр икән. Аталары – Виталий. Бөгөн был матур ҡыҙҙарға бер йәш тулып торған булып сыҡты. Виталий ситтән күҙәтеп тора торғас, Ҡарһылыуҙы сырамытҡандай булды, эс тартты, хатта таныны ла, шикелле. Әгәр Ҡарһылыу Зөһрәһе булһа, нишләп тауыш ҡуптармай икән? Ә тыныс ҡына балаларға бүләктәр таратыу менән мәшғөл? Әллә хәләл ефетенә ныҡ оҡшаған игеҙәге был донъяла бармы икән? Шулай булһа – ҡана һуң!

Бына тағы Яңы йыл һәм уның байрамы етергә тора. Өфө урамдары аҡ ҡарға күмелгән. Көн иртәнге рәттән үк елһеҙ һәм тыныс тора. Зөһрә бөгөн, 31 декабрҙә, эшкә барманы, уларҙы был көндө эштән бушатып, ял бирҙеләр. Хужабикә Ленин районының хакимиәтендә бухгалтер булып эшләп йөрөй әле, эшен ярата. Шуға күрә ул һуң ғына торҙо һәм, көндөң бер өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәҙәти эшенә – аш-һыу бешереү менән шөғөлләнергә булды. Тамаҡ ялғап алғандан һуң, Зөһрә магазиндар буйынса сәфәргә сыҡты, бөтә тәғәйен аҙыҡ-түлекте алып өлгөрҙө, шунан улы Артур менән уның мәктәбенә барып, сәғәт ун икелә Яңы Йыл кисәһендә ҡатнашты. Улы быйыл беренсе класҡа барҙы, отҡор малай ураған һайын һәйбәт уҡыуы һәм матур тәртибе менән ата-әсәләрен ҡыуандырып торҙо, уныһына шөкөр инде. Төштән һуңғы ваҡыт бешеренергә тәғәйен булды.
Ире Виталий, ЖКХ инженеры, бөгөн дә эшкә юлланды. Эйе, Зөһрә урыҫ егетенә кейәүгә сығып һәүетемсә генә йәшәп ята. Танышыуҙары бер аҙ сәйер булды һымаҡ. Бер саҡ автобусға ултырып ҡайтып бара ине, арттараҡ торған ике иҫерек ике яҡтан килеп буштан-буш бәйләнә башланылар. Ҡыҙ кеше ҡайҙа ҡасырға белмәй илауға кереште. Шул саҡ алғы рәттә ултырған бер йәш кеше ишетеп ултырғандыр, моғайын, тора килеп, теге икәүҙе уңлы-һуллы һуғып ҡолатты. Тап шул арала автобус туҡталышҡа килеп етте һәм туҡтаны. Зөһрә тышҡа атылды, уның артынан теге яҡлашҡан егет килеп сыҡты. Үҙ-ара һөйләшеп киттеләр.

- Теге ике алкаш танышығыҙ инеме әллә?
- Юҡ бөтөнләй таныш түгелдәр. Мин уларҙы беренсе мәртәбә күрҙем.
- Һеҙҙе йәйәүләп оҙатырға кәрәкмәйме?
- Юҡ. Кәрәкмәй. Минең юл ҡыҫҡа ғына, юл аша һерәйеп торған бинала үҙем һатып алған ике бүлмәле фатирҙа йәшәйем.
- Минең исемем – Виталий. Һеҙҙең исемегеҙ бармы?
- Бар. Мин Зөһрә булам.

Шулай итеп танышыуҙан башланған эш арҡаһында ике йәш кеше бер йыл да үтмәне өйләнешеп ҡуйҙылар. Виталий Зөһрәгә күсеп килде. Малайҙары тыуҙы, исемен Артур, тип атанылар. Бергә йәшәүгә һигеҙ йыл уҡ булып киткән икән дә баһа!

Төштән һуң Зөһрә уйланған эштәрен тамамлап та ҡуйҙы. Шампанский, вино, һуттар һыуытҡыста үҙ сиратын көтөп ултыралар. Хәҙер яратҡан ирҙе көтөргә генә ҡалды. Элекке саҡтарҙағы һымаҡ икәүҙән-икәү ултырып ҡына Яңы Йылды ҡаршыларға теләгәйне Зөһрә. Моғайын, теләге ҡабул булыр ул. Ә бына былтыр Яңы Йылды бергәләп өйҙә үткәреп булманы, сөнки Виталийҙы утыҙ беренсе декабрь менән беренсе ғинуар көндәренә дежурствоға ҡуйғандар ине. Ул икеһенсе ғинуар көнө генә ҡайтып еткәйне. Ул саҡта Зөһрә улы менән телевизор алдында Яңы Йылдың беренсе минутын ҡаршыланы. Шулай ҙа күңеле китек булды. Ниндәй генә шәп һәм ныҡ ҡатын-ҡыҙ булмаһын, уларҙың күңеле быяла кеүек, яңылыш нығыраҡ ҡағылһаң - ватылып төшөүе бар һәм уны кире урынына баҫтырып булмай ул саҡта.
Ул был итеүгә ҡараңғы төшөп өлгөрҙө. Зөһрә Виталийға шылтыратырға тип бер-ике уҡталып та ҡуйғаны, ләкин тыйылды, был юлы эш кешеһен ҡаңғыртмайыраҡ торорға булды. Күп тә үтмәне Виталий үҙе шылтыратты. Зөһрә ҡыуанып китте, йүгереп барып телефонға йәбеште:

- Виталик! Бушаныңмы эшеңдән? Әйҙә өйгә ҡарай ел тиҙерәк! Икәүләшеп кенә лтырып алайыҡ әле. Минең бөтәһе лә әҙер!
- Тыңла әле, Зөһрә, быйыл да вахтаны ташлай алмайым. Ғәфү ит мине зинһар! Аҙаҡтаныраҡ ҡушарлашыып ултырырбыҙ әле. Ғәфү итеп тор, йәме!
- Ғәфү итеүҙән ни файҙа! Шул вахтаң менән аптырата башланың. Һинән башҡа кеше юҡмы әллә? Аңлашылды. Башҡа һөйләшкем килмәй минең...
Телефонды һалды ла Зөһрә аптырай биреп ултырҙы. Сәғәткә күҙ һалды: һигеҙ тулып барған ваҡыт икән. “Туҡта! Бер үҙем ултырғансы Зиләгә шылтыратайым да уны ҡунаҡҡа саҡырайым”, тип дуҫына шылтыратҡайны, ярай әле тегенеһе тиҙ генә яуап бирҙе. Теге яҡтан шат тауыш яңғыраны:
- Привет, подружка, ни эш бөтөрәһең?
Зөһрә хәл-әхеүәлен аңлатты ла үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
- Булмай, подружка, ял итеп ултырып, булмай. Мин бында “Байрамдар ойоштороу үҙәге”ндә йән тәслимгә эшләп йөрөйөм. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙарҙы парлап, төрлө тарафҡа ҡушарлап ебәреп торам. Һинең шылтыратыуың һәйбәт булды бит әле. Бер Ҡарһылыуыбыҙ ауырып киткән, килә алманы. Һиңә үтенесем бик ябай. Шул Ҡарһылыуҙы алмаштырып тор әле! Ике-өс сәғәтлек эш, әҙерәк аҡсаһы ла ла булыр.. Улың ҙурайған, өйҙә ултырып торор, кил давай.
- Был ойоштороу үҙәгегеҙ ҡайһы тирәлә ул?
- Һинән алыҫ түгел, биш минутлыҡ юл, урам буйлап аҫҡараҡ төшһәң -табырһың. Адресы ошолай. Ҡаршы алырбыҙ!
Нишләптер күп уйлап тормайынса телевизор алдында төңөлөп ултырғансы тип, Зөһрә риза булды ла ҡуйҙы, улына ҡыҫҡаса инструкция биреп, берәүгә лә асмаҫҡа ҡушып, кейенә һалып баяғы яҡҡа ҡабаланып юл тотто.
- Ниндәй һүҙҙәр әйтергә кәрәк миңә, йәғни Ҡарһылыуға? – тип һораны ул Зиләнән осрашҡас та. – Алдан әйтеп ҡуяйым: сәғәт ун бер тирәһе булһа, миңә ҡайтырға кәрәк булыр, өйҙә мине улым дүрт күҙ менән көтөп ултыра.
- Ярай-ярай ҡайтырһың, берәү ҙә һине оҙаҡ тоторға уйлап тормай. Әйҙә әле һинең битеңде матур итеп буяп ебәрәйек Бына шулай. Анау ятҡан кейемдәрҙән һайлап алып кейен! Бына шулай. Кеше фатирына ингәс тә ҡысҡырып һаулыҡ һорашаһың да, Яңы Йыл менән ҡотлайһың. Артабан Ҡыш бабай үҙе алып китер. Һинең Ҡыш бабайың Максим исемле, эш рәтен белә, беренсе йыл ғына эшләмәй. Хәйерле юл!

Бер-нисә өйгә инеп сыҡтылар. Хәлле йәшәйҙәр икән ҡайһы берәүҙәр, шуға күрә лә Ҡыш бабайҙы Ҡарһылыуы менән өйгә саҡырып, балаларын ҡыуандыраларҙыр инде. Ә Максим исемле Ҡыш бабай ысынлап та тәжрибәле әҙәм булып сыҡты, теле телгә йоҡмай гәпләшә, ҡысҡырып ҡыш тураһында шиғырҙар һөйләй, шул арала матур ғына итеп йырлап та ебәрә, хәс бер әртис инде. Ҡыш бабайға ҡарап мөҡҡәбин киткән кескәй балаларҙың шатлыҡтарын күрһәң ине!

Зөһрә шул арала болоҡһоп торған уйҙарынан арынды, хатта онотолдо, буғай. Балаларҙы һөйә-һөйә тирләп-бешеп бүләктәр таратты ул.
Дүртенсе фатирға килеп етеп шаҡылдаттылар. Ишекте ир кеше асты һәм эскә әйҙүкләне. Был нидәй хәл тағы? Ишек асыусы Виталий булып сыҡты ла баһа! Әһә аңлашылды! Уның Виталийы тап ошо фатирҙа вахта эшен башҡарып йөрөй түгелме? Туҡта белгертмәй генә эш менән булышырға кәрәк, бәлки, танымаҫ...

Ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡурсаҡтай кейенгән, бер-береһенә ныҡ оҡшаған ике игеҙ ҡыҙ ҡаршы алды. Әсәһе үҙен Зөмәрә тип таныштырҙы, ҡыҙҙары Әлиә һәм Зәлиә исемлеләр икән. Аталары – Виталий. Бөгөн был матур ҡыҙҙарға бер йәш тулып торған булып сыҡты.

Виталий ситтән күҙәтеп тора торғас, Ҡарһылыуҙы сырамытҡандай булды, эс тартты, хатта таныны ла, шикелле. Әгәр Ҡарһылыу Зөһрәһе булһа, нишләп тауыш ҡуптармай икән? Ә тыныс ҡына балаларға бүләктәр таратыу менән мәшғөл? Әллә хәләл ефетенә ныҡ оҡшаған игеҙәге был донъяла бармы икән? Шулай булһа – ҡана һуң! Бына һиңә тик торғанда бер йомаҡмы, әллә башҡа һуҡҡандай бер күҫәкме? Аптыраҡ бит...

Был фатирҙа Зөһрә оҙаҡ була алманы, Ҡыш бабайҙы елтөрәтеп тигәндәй тышҡа алып сыға һалды һәм кейгән кейемдәрен тапшырып та тормайынса өйөнә ҡарай ашыҡты.
Ҡайтып еткәс кенә ул күҙ йәштәренә иреклек бирҙе, шулай ҙа улы алдында ебек булып күренгеһе килмәне, үҙ-үҙен ҡулға алды. икеһенә генә өҫтәл әҙерләп, улы менән бер-береһен ҡотлап, телевизорҙы асып ҡуйып ашап-эсеүгә тотондолар.

Сәғәт ун икегә яҡынлап килгән мәл ине. Ишек шаҡынылар. Виталийҙан башҡа кем был саҡта ишек шаҡып йөрөһөн, тип уйлап, Зөһрә ҡара янып, икенсе яҡтан шатлана биреп, ишекте шар асып ебәрҙе. Был юлы яңылышҡан икән дә баһа! Ишек төбөндә Зилә менән Максим тигән Ҡыш бабай йылмайышып ҡарап тормаһындармы!
Улар инеү менән фатир эсе шау-шоуға тулды, Артур үҙ бүләген, әсәһе үҙ бүләген алды һәм ҡотлашыуҫарҙан һуң шыршы тирәләй бейеүҙәр, һуңыраҡ йырҙар башланды. Ил башлығы ҡотлай башлағас ҡына бөтәһе лә тынып ҡалып, өҫтәл тирәләй ултырышып ашап-эсеүгә тотоношоп киттеләр. Өҫтәл түренә шмпанский менән вино ҡуҡайып килеп ултырҙы. Һый -хөрмәт сәғәт ун ике үткәс тә дауам итте.

Иртәгәһе көнө Зөһрә һуңыраҡ торҙо. Эште нимәнән башларға тип
уйланып торҙо ла ҙур сумаҙанға иренең әйберҙәрен тултырып һалды, һыймағандарын яндауына ташланы. Һис шикһеҙ Виталийын ҡыуып сығарырға тигән уй башында буталды. Ләкин был эште нисектер талаш-тартышһыҙ һәм тиҙерәк башҡарырға кәрәк. Ирҙе көтөү күпкә барманы. Уныһы ишекте үҙенең асҡысы менән асып инде һәм ҡулындағы сәскәләр шәлкемен ҡалтыранған ҡулдары менән ҡатынына һондо.

- Кәрәкмәй миңә сәскәләрең. Бар, йәш ҡатыныңа алып ҡайтып тоттор! Ана ишек төбөндә бөтә әйберҙәрең ята. Шуларҙы ал да күҙемдән юғал! Ә асҡысты миңә тапшыр!
- Зөһрә! Һөйләшәйек әле! Аңлашайыҡ! Мин бит һине яратам.
- Шулаймы ни! Ә игеҙәк ҡыҙҙарҙың әсәһен яратмай башланыңмы ни шул арала? Бар, күҙемдән юғал! Теләһәң судта һөйләшербеҙ! Ә әлегә кругом! Шагом марш! Берәү ярата имеш. Шуны бел: миндә яратыу – һөйөү тойғоһо юҡ хәҙер, ул иртәнге томан кеүек тиҙ генә юҡҡа сыҡты...
Виталий бер аҙ аптырап ҡарап торҙо ла, фатир асҡысын ишек төбөндәге аяҡ кейеме кәштәһенә һалып, әйберҙәрен алып, башын эйгән көйө өндәшмәй генә сығып китте. Ишек шартлап ябылғас та Зөһрә тағы иркенләп ултырып илай башланы...
- Әсәй, илама! Эргәңдә мин бар бит! Мин һине ныҡ яратам, бер ваҡытта ла һине яңғыҙ ҡалдырмаясаҡмын, билләһи-уаллаһи - тип Артур әсәһен ҡосаҡлап алды. – Ә миңә атайым менән осрашып йөрөргә яраймы?
- Әлбиттә, ярай. Һин теләгән сағыңда уға барып йөрөй алаһың. Атайың һәйбәт кеше ул, балам, һине бигерәк тә ярата ул, ғаиләнән аҡсаһын да ҡыҙғанмай, йүгерәндәп тора, ләкин бигерәк майрыҡ, йомшаҡ күңелле инде, һәр матур кешене яратырға әҙер. Холҡоноң бына шул яғын мин һис тә яратмайым. Бел: ҙурйып алып ғаилә ҡорһаң - ҡатыныңа балаларыңа тоғро бул, уларҙы ҡыйырһытма! Киреһенсә ярат! Шул саҡта ғына ғаилә бәхете тулы, мөлдөрәмә буласаҡ...

Тағы бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Был арала Зөһрәнең ғаиләһендә тыныслыҡ һәм һиллек хөкөм һөрҙө. Ләкин был тыныслыҡ әллә ни күпкә барманы. Бер көнө шаталаҡ Зилә шылтыратты:
- Ҡарһылыу! Хәлдәрең нисек? Йә мин шылтыратмайым, йә һин шылтыратмайһың, әллә ҡайҙа юғалдың да ҡуйҙың.
- Эштә юғалам ғәҙәттә. Шундай ваҡыт килде: елкә тырнарға ла ваҡыт юҡ хәҙер. Түңәрәк эсендәге тейен кеүек йүгерәндәйбеҙ - әллә бушҡа, әллә файҙаға. Һиндә ниндәй яңылыҡтар бар?
- Яңылыҡтармы? Тыңла улайһа: иң ҙур яңылыҡ шул: мин кейәүгә сыҡтым.
- Шулаймы ни! Ҡотлайым, әлбиттә. Кем һуң ул? Мин беләмме-юҡмы?
- Бәй! Һиңә таныш кеше бит ул. Ҡыш бабай булып йөрөгән Максим. Тик ул Виталий кеүек башҡортса һөйләшә белмәй, шулай ҙа әйткәнде вис аңлап тора. Бына шуның менән ғаилә ҡорҙоҡ инде...
- Нишләп туйыңа саҡырманың? Мотлаҡ барыр инем.
- Туй булманы, дорогая подруга - Ҡарһылыу, ЗАГС-ҡа барҙыҡ та тауыш-тынһыҙ ғына яҙылдыҡ та ҡайттыҡ, ике свидетелдән башҡа кеше булманы. Максим нишләптер шулай теләне.
- Һин дә, Зилә, минең кеүек урыҫҡа сыҡҡанһың икән! Ха-ха-ха!
- Тап шулай. Яҙмыштыр инде. Кем эргәңдә яратам, тип сөсөләнеп йүгереп йөрөй, шуға сығаһың инде. Башҡа вариант юҡ бит! Ярай уныһы әллә ни кәрәк яңылыҡ түгел. Һинең өсөн тағы бер яңылыҡ бар. Кисә беҙгә Виталий килеп китте. Бөгөн һиңә барып етергә тейеш. Һин уны был юлы әрләмә, талама, матур ғына итеп ҡабул ит! Уны ҡара ҡайғы баҫҡан, Зөмәрәне ерләп килеп тора. Рак менән ыҙа сикте, ти.
- Ай әттәгенәһе! Шулай уҡмы ни? Ишетмәгәйнем...
- Эйе, шулай. Ике ҡыҙын күҙ-баш алғансы ваҡытлыса һиңә ҡалдырып торорға уйлай. Ҡыҙҙар садикта йөрөй, ти. Бер ҙә балаларын детдомға тапшырып, хөкүмәт ҡулына ҡалдырғыһы килмәй. Маладис атай. Аңланыңмв?
- Эйе. Аңлашылды. Ой! Ана ишек шаҡыйҙар, бәлки, шуларҙыр, аса һалайым. Пока.

Ишек асылған ыңғайы ике ҡыҙын эйәртеп Виталий килеп инде. Сәләмләшеп торманы ул, әйтә һалды.
- Мин һинең ярҙамыңа мохтажмын, Зөһрә. Зөмәрә китеп барғандан һуң, мәшәҡәттәрем артып тора минең... Ваҡытлыса ошо ике баланы үҙеңә алып тор әле, зинһар. Улар йөрөгән балалар баҡсаһы һин эшләгән хәкимиәт йорто менән йәнәш. Эшкә барғанда алып барһаң, эштән ҡайтҡанда эйәртеп алып ҡайтһаң үҙе үк бер ҙур ыңғайлыҡ булыр ине. Кисте бергә үткәрер инегеҙ. Артур ярҙам итергә әҙер, мин уның менән һөйләштем.
- Ҡалһындар! – тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе Зөһрә. – Үҙем сисендерермен, барыр ереңә йүгер!
Тегеһе тиҙ генә сығып китеү сараһын күрҙе.

Бөгөн шәмбе, иртәгә йәкшәмбе, был ике көн Зөһрә өсөн ял көндәре тип һанала. Ҡыҙҙарҙы сисендергәс тә улар ятһыраманы, ҡулдарын өҫкә һоноп, Зөһрәнең ҡосағына ынтылдылар. Балаларҙың икеһен ике ҡулға күтәреп торған әсәһен күреп, Артур сикһеҙ ҡыуанды.
- Әсәй! Әлиә менән Зәлиәне үҙебеҙгә алайыҡ та ҡуяйыҡ. Бында уларға урын етерлек, - тип уйламаған хәбәр һалды Артур. – Мин һиңә ярҙам итергә әҙермен. Ҡана миңә бир улар менән уйнап алайым. Минең дә ял көнөм бит бөгөн. Бер ҡайҙа ла ашыҡмайым.
- Ауыҙыңдан ел алһын, балам. Уларҙың аталары бар, көтһөн үҙе, - тип яуапланы Артурға әсәһе.
- Улай тип кенә ҡырҡа һуҡма, әсәй. Ҡыҙҙар матур ғыналар бит! Төҫтәре менән миңә оҡшап торалар.
- Һиңә оҡшап түгел, аталарына оҡшап торалар. Һиндә лә атаң төҫө, атаң ҡыланышы ...

Бер-нисә көн эсендә бәләкәс ҡыҙҙар тамам эйәләштеләр, ҡулдарын һоноп ҡына торалар. Күтәреүең була икеһе ике яҡтар үпәс итеп алалар Зөһрәне. Улы ла Әлиә - Зәлиә , тип өҙөлөп тора, шулар менән уртаҡ тел табып һөйләшә, уйната белә, арттарынан ҡалмай йөрөй.
Ә Виталий кҡн дә иртәнсәк күренеп, ҡыҙҙарына күстәнәс тоттора ла тағы юғала. Ни бөтөрөп йөрөйҙөр этем белһен.

Көндәрҙең береһендә Виталий ингән ыңғайы Зөһрә ҡабаланып:
- Был ҡыҙҙарҙы мин үҙем көтөргә булдым, күреп торам: һин әллә ни эшкиндереп көтә алмаҫһың ҡыҙҙарҙы. Уларҙың сәстәрен тарауҙан алып, алмаш кейемдәрен алмаштырып тоторға, тамаҡтарын туйҙырырға кәрәк, ҡыҙҙар тамам миңә эйәләште- тип әйтеп һалды.
- Мин был турала әйтә алмай йөрөгәйнем, үҙең әйтеп мине ныҡ ҡыуандырҙың. Мине ҡабул итмәһәң – итмә, ләкин ҡыҙҙарҙы ҡабул итһәң булды, - тип Виталий ҡыуанысын белгертте.

- Мин һине ҡабул итмәйәсәкмен, ләкин ҡыҙҙар миндә үҫерҙәр. Балалар бәхетенә күрә дуҫ булышып йәшәһәк – шул етә. Тик мәтди ярҙам итергә онотма! Ҡыҫҡаһы – мин һине яратмайым, шуға күрә һиңә арҡалана ла алмайым. Әйтер һүҙем шул ғына...

Шулай итеп, Зөһрәнең ғаиләһе ағзалары дүртәү булып китте. Ҡыҙҙарҙы ул үҙе тапҡандай күреп яратты, тәрбиәләне. Ләкин Виталийҙы ҡабул иткеһе килмәне. Тырышһаң ирһеҙ ҙә йәшәп була икән. Уның уйынса яратышҡан кешеләр ғүмер буйы бер-береһенә тоғро булырға тейештәр. Тик шул ваҡытта ғына ғаилә ныҡлы һәм ышаныслы була, ә балалар шул саҡта ғына ата-әсәле һәм ғаилә сәскәһе булып, матур үҫәсәктәр. Был тормоштоң төп ҡанундарының береһе.

БОРИС ХӘЙРЕТДИНОВ.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: