Бөтә яңылыҡтар
10

БАЛА ТЫУҒАНДА (Хикәйә)

Хәнәфи йома кис йүгерә-атлай эштән ҡайтып инде лә, өҫтөн алмаштыра һалып, балыҡҡа йөрөтә торған ҡапсығына әйберҙәрен тултырырға, ҡармаҡтарын барларға тотондо.

Хәнәфи йома кис йүгерә-атлай эштән ҡайтып инде лә, өҫтөн алмаштыра һалып, балыҡҡа йөрөтә торған ҡапсығына әйберҙәрен тултырырға, ҡармаҡтарын барларға тотондо.

Кухняла бешеренеп йөрөгән әсәһенә:

- Мине юғалтмағыҙ, дүшәмбе көн иртән генә ҡайтырмын, - тине.

- Бәй, улым, килен янына бармайһыңмы ни? Ни ҡыланыуың был? - тип аптырап ҡалды Хәҙисә инәй.

- Бик кәрәк булһа, үҙең барырһың. Һeҙ hәp ваҡыт бер төптән бит. Ә миңә хәжәте - бер тин.

- Бәрәкәт, ниндәй яман себен тешләне һине, улым? Ни булды? Нисәмә йылдан бирле Хыялланған моратыңа ирештерҙе килен: ир бала табып бирҙе. Ә һин, хәжәте - бер тин, тиһең. Улыңа, моғайын, һөтө етмәйҙер әле килендең. Ир бала талап имә ул. Киленде әйтәм, биргән аштарына ғына хушһынмайҙыр, тип дөгө бәлеше бешерҙем. Баланан һуң ашап туйып булмай ул. Берәү балыҡҡа бара, имеш. Ташла ҡармаҡтарыңды, ошондай ваҡытта ниндәй балыҡ була ти ул. Кейен матур итеп. Башта килен янына барып ҡайт, шунан олағырһың балығыңа -  тип Хәҙисә инәй шелтәләне улын.

Ләкин Хәнәфигә был һүҙҙәр тәьҫир итмәне.

- Хәжәте - бер тин, тинем бит инде, өгөтләмә лә, бармайым да, - тип, ҡапсығын артмаҡланы ла, ишекте шартлата ябып, сығып китте.

Хәҙисә инәй ҡулындағы сүмесенең шалтырап иҙәнгә төшөүен дә һиҙмәне.

- Бәй-бәй, ни булды был балаға? - тип, күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ итеп, плитә эргәһендә ҡатып ҡалды.

Ул өсөнсө көн кис Хәнәфиҙең Зәйнәпте, бәпескә ауырый башлағас, бала табыу йортона алып китеүен, ә кисә кис, эшенән һуғылып, түбәһе күккә тейеп ҡайтыуын күҙ алдынан үткәрҙе. «Әллә үлдеме икән улы?» - тип шомланды ла, иҫен йыйып, сумкаға ашамлыҡтар hалырға кереште.

Хәҙисә инәй кисәге киске хәлдәрҙе генә белә, ә бөгөн иртән булған ваҡиға уға ҡараңғыла ине.

Эйе, кисә кис Хәнәфи, бала табыу йортонан ҡайтып инеү менән үк:

- Әсәй, малай бар! - тип яр һалды.

Ярты төнгә тиклем һөйләшеп ултырҙылар. Дүртеһе дүрт ерҙә бер ни белмәй йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарын берәмләп арҡаларынан тупылдатып һөйөп, биттәренән супылдатып үбеп, ҡыр-әкәмәт килде ул.

Әсәhe:

- Йә, етер, иртәгә ял түгел бит, ят инде, иртән тороуы ҡыйын булыр, - тигәс кенә, сисенеп ятты. Эргәһендә Зәйнабе булмағас, нимәлер етмәгән һымаҡ, йоҡлай алмай яфаланды. Яңынан тороп, унан-бынан ғына кейенеп, тышҡа сыҡты. Оҙаҡ итеп тәмәке тартты. Күрше йорттарҙа берәм-берәм ут һүнде, ә ул яңынан тәмәке ҡабыҙҙы. Зәйнәбе күҙ алдынан китмәне.

Үҙе лә һиҙмәҫтән, ул мунсаға табан атланы. Зәйнәбе менән мунса инеүҙәре күҙ алдына килде. Fәҙәттә, әсәһе йылы башлап, йыуынып сыға ла, Зәйнәбе ҡыҙҙарын берәм-берәм сабындыра, ҡойондора, Хәнәфи уларҙы өйга ташып тора. Шунан икәүләп йыуыналар. Мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеге менән хәлдән тайғансы сабыналар. Хәнәфиҙең, уйлана торғас, мунса кергеhe килеп китте.

Бына Зәйнәбе ҡайтыр. Мунса яғырҙар. Ҡатынына эш артты, дүрт ҡыҙҙы йыуындырыу өҫтөнә хәҙер малайҙы ла ҡойондорорға кәрәк буласаҡ.

Зәйнәп менән бик ҡапыл ғына өйләнештеләр улар. Ул да әсәһенең бер генә бөртөк ҡыҙы. Хәнәфи ял йортона барғайны. Зәйнәпкә бер күреүҙә үк күҙе төштө. Күҙе төштө генә түгел, ғашиҡ булды. Дүрт тапҡыр кино ҡаранылар. Путевкаларының ваҡыты тулыуға, алышырға-барышырға вәғәҙә бирештеләр.

- Әсәй, мин өйләнәм, - тине Хәнәфи ҡайтҡан көнөндә үк.

- Бәй-бәй, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр. Ни тигән һүҙең ул, ут сыкмағандыр бит, ниңә ҡабаланаһың? Мин, килен алайыҡ, тигәндә, ике-өс йылһыҙ ҡуҙғалмайым әле, ти инең бит.

- Шулай ти инем дә, бик һәйбәт ҡыҙ осраны, әсәй.

Гөрләтеп туй яһанылар ҙа ҡуйҙылар. Ысынлап та, Зәйнәптең килмәгән ере юҡ. Үҙе һылыу, үҙе уңған, үҙе йомшаҡ телле. Килендән бәхетем бар икән, тип ҡыуанып бөтә алмай Хәҙисә инәй.

Баш балалары - оло ҡыҙҙары тыуҙы. Артабан икенсеhе, өсөнсөһө, дүртенсеһе донъяға килде. Былай ҙа һөймәлекле Зәйнәбе бала тапҡандан hуң һәр тапҡыр тағы ла матурланыбыраҡ ките. Был юлы ла шулай булырмы икән? Их, тиҙерәк күрәһе ине үҙҙәрен.

Ике-өс көндән тәҙрә аша күрhәтер инде. Шуға тиклем түҙеүе ҡыйын бит әле. Ике-өс көндән, тине лә йәнә борсолдо Хәнәфи. Элек, ҡыҙҙары тыуғанда, Зәйнәп хатта тәү көндө үк үҙе яҙып сығара торғайны. Ә был юлы кешенән яҙҙырған. Әллә ауыр ҡотолдомо икән?

«Иртән иртүк тауыҡ бешертеп алып барайым. Баҡсанан бер ҡосаҡ итеп сәскә өҙәмен. Бүлмәләрен йәмләп ултырһын әйҙә. Ә малайғa исемде кем тип ҡушырға һуң? Үҙемдең исемгә яҡыныраҡ булһын ине». Ул исем эҙләргә кереште: Шәрәфи, Fәрәфи, Fәләүи, Мәснәүи ... Юҡ, береһе лә бармай. Армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫ егете келт итеп хәтеренә төштө: Нур ... Бына кем тип ҡушырға кәрәк. Исмаhaм, русса ла боҙолмай. Нур Хәнәфиевич Уралбаев. Шәп яңғырай бит!

«Зәйнәпте лә һөйөндөрөргә кәрәк. Нурҙы табып биргәне өсөн, премия аксаһынан иңенә бик елле бер күлдәклек алып ҡайтып ябырмын әле ... »

Хәнәфи, ана шулай, йөрәгенә түҙмәйенсә, төн буйы йөрөп сыҡты. Таң алдынан ғына инеп ятты. Башы мендәргә терәлеү менән йоҡлап та китте.

Ләкин әсәhe уға туйғансы йоҡларға ирек бирмәне.

- Тор, улым, тауыҡ беште, эшеңә барышлай, киленгә аш индереп сыҡ, - тине.

Хәнәфи йәһәт кенә йыйынды, баҡсанан аллы-гөллө сәскәләр бәйләме алып сыҡты һәм, бер ҡулына - букет, икенсе ҡулына кәстрүл тотоп, роддомға ашыҡты.

Бала табыу йортоноң ишек төбөндә ығы-зығы. Бәләкәй генә тәҙрә аша берәүҙәр - төйөнсөк, берәүҙәр хат hуҙа. Хәнәфи ҙә Зәйнәбенә күстәнәстәрен тапшырҙы. Ҡapaha, ҡәйнәhe Гөльямал ҡарсыҡ та килеп еткән, имеш.

Бисә-сәсәләргә тәмләп-тәмләп хәбәр һөйләй:

- Врач ҡатын әйтә ти: ҡайһы бер ирҙәргә, ҡыҙығыҙ бар, һөйөнсө, тиһәң, йөҙҙәре емерелә. Яңыраҡ бер йүнһеҙе, сырайын һытып, тыуған икән миңә бер бәлә, тип кенә ҡуйҙы тип әйтә, ти. Беҙҙең кейәүҙе маҡтай икән. Ә Хәнәфи, ҡотлайым тигән һүҙҙе ишетеү менән, улмы-ҡыҙмы икәнлеген һорашып та тормаҫтан, минең ҡыҙымдың күҙе ни төҫлө, кемгә окшаған, тип һорай, ти. Түҙгән - түш ейгән тип белмәй әйтмәгәндәр боронғолар. Бына малайы ла булды ... Һай, ни генә тиһәң дә, ирҙәргә ир бала кәрәк шул. Ана, ҡарағыҙ әле, түбәһе күккә тейгән бит кейәүкәйемдең, - тип Хәнәфигә бармағы менән төртөп күрhәтте лә уға табан ыңғайланы.

Ишек төбөндә халыҡ күбәйҙе. Ирҙәр ҙә, бәпесләп ятҡан ҡатындарынан яуап хаттары көтөп күтәрмәлә гәпләшәләр.

Олпат бер ағай:

- Быйыл ирҙәр йылы, ахырыһы, - тине, - малайҙар урожайы шәп. Аҙнанан бирле көн һайын иртән ошо стеналағы исемлеккә иғтибар итәм. Егермеләп малайға ни бары биш-алты ҡыҙыҡай тура килеп тик тора. Ҡарағыҙ әле, бөгөн дә ун һигеҙ егеткә алты ғына ҡыҙ, - тип яңы тыуған балаларҙың исемлегенә ымланы.

- Еңгәнең кеме бар һуң? - тип ҡыҙыҡһынды Хәнәфи.

- Өс малай үҫтерәбеҙ, быныһы ҡыҙ булып бик яҡшы итте әле. Ир бала илгә терәк булha, ҡыҙ бала йортҡа биҙәк ул.

- Өйҙә минең дүрт ҡыҙ бар, быныһы малай булды, - тине Хәнәфи, бөйөрөнә таянып. Һүҙгә албырғап, иҫләмәй ҙә ҡалдылар, Гөльямал ҡарсыҡ ни аралалыр яңынан ирҙәр араһына килеп инеп тә өлгөргән, шунда уҡ hүҙгә лә ҡыҫылды:

- Улыҡаймы, ҡыҙыҡаймы, барыбер инде, тик тәүфиғе менән үҫheн, - тине, ни өсөндөр Хәнәфигә текләп ҡарап. Үҙе ҡулындағы ҡағыҙ өҫтөгөн әйләндергеләне. Ирҙәр күтәрмәлә тәмәке көйрәткән арала сестра ҡыҙ бер нисә хат алып сығып таратҡан икән. - Бына Зәйнәптең бишенсеһе лә ҡыҙ булған да баһа. Ул тапҡан бер сауаплы, ҡыҙ тапҡан биш сауаплы тигән боронғолар.

Гөльямал ҡарсыҡ һүҙен әйтеп бөтөрөргә лә өлгөрмәне, Хәнәфи уның ҡаршыһына атланы.

- Ни һөйләйһең һин, ҡәйнәм? Малай, тигәйнеләр бит. Зәйнәп үҙе лә кисә ...

- Бәй, мин ҡайҙан беләйем, бына үҙе шулай тип яҙған да баһа.

- Хи-хи-хи, вэт һиңә малай, - тип кемдер ауыҙ йырҙы. Әлеге олпат ағай уны тыйҙы:

- Көлмә, бер көлкөһө лә юҡ, яп ауыҙыңды, - тине. - Ҡыҙ булыуына шатланырға ғына кәрәк, - тип өҫтәне.

Хәнәфи ҡәйнәһенең ҡулындағы хатҡа үрелде. Күҙенә яҡыныраҡ килтереп ҡараны ла:

- Был Зәйнәп ҡулы түгел бит, - тине.

- Кешенән яҙҙырғандыр. Яңы ғына ҡотолған көйөнсә, үҙе яҙып ятһынмы ни, - тип ҡәйнәhe ҡарсыҡ haман үҙенекен hөйләне.

«Эйе шул, кисә кис тә кешенән яҙҙыртҡайны бит», - тип уйлап алды Хәнәфи һәм ишекка ташланды. Тап шул мәлдә күстәнәс ташыусы сестра тәҙрәнән Хәнәфиҙең исемен ҡысҡырҙы ла уртаға бөкләнгән дәфтәр битен hуҙҙы.

Хәнәфи тәзҙрәгә табан ынтылды, алырғамы-юҡмы тигән һымаҡ, баҫҡан ерендә ҡатып ҡалды. Ул арала булмай, хат теге олпат ағайҙың ҡулында ине инде. Ул ҡағыҙға күҙ һалыу менән:

- Ҡайғырма, ҡустым, ҡыҙ булыуына шатлан ғына. Ни сыҡмаған аламалыҡ малайҙарҙан сыға, үҫтереүе ҡыйын уларҙы, - тип хатты Хәнәфигә тотторҙо.

- Бына быныһын Зәйнәптең почеркы тип әйтһәң дә ярай ... - тине Хәнәфи, хатты ҡулына алғас. Ул, ағай шаярта, тип уйлай ине.

Ләкин ундағы: «Ҡыҙ уҫал, талпан кеүек йәбешеп имә», - тигән һүҙҙәргә күҙе төшкәс тә, үҙенә үҙе ышанмайынса, йәнә бер тапҡыр «ҡыҙ уҫал ... » тигән урынына ҡарап алды һәм, ҡалғанын уҡып та тормайынса хатты йыртҡылап ырғытты. Бер кемгә бер ни өндәшмәҫтән, һис ни ишетмәҫтән, башын түбән эйеп, капҡаға ашыҡты. Тик әлеге әҙәмдең:

- Хи-хи-хи, вәт һиңә малай! - тип мыҫҡыллауы ғына ҡолағынан китмәне.

Шул саҡ Гөльямал ҡарсыҡ янына ҡулына ҡағыҙ бите тотҡан бер ҡатын килде.

- Һиңә минең ҡыҙымдың хаты эләккән бит, ә һинең Зәйнәбеңдекен миңә биргәндәр, - тип көлә-көлә мәрәкәләне. Улар хаттарын алмаштылар. Гөльямал ҡарсыҡ, ҡыҙының хатына күҙен йүгертеп сыҡты ла, кейәүе артынан урамға сапты. Ләкин Хәнәфи күренмәй ине.

Бала табыу йортона әйләнеп та ҡараманы ул. Көн буйына йөрәге ярhып, эш сәғәтен көскә үткәрҙе. Шунан туп-тура өйөнә ҡайтты. Ә, хәжәте - бер тин, тип балыҡҡа сығып китеүе уҡыусыға мәғлүм инде. Зәйнәптең, йәнәhe, был «уҫал шаярыуын» үҙенсә һис тә ғәфү итерлек түгел ине ул.

Улы шулай туҙынып сығып киткәс, Хәҙисә инәйҙең бөтөнләй кәйефе ҡырылды. Хафаға төшөп, бала табыу йортона йүгерҙе.

Килене оҙаҡ көттөрмәне, хат яҙып сығарҙы. Хәҙисә инәй түҙемһеҙләнеп уҡырға тотондо:

«Әсәй, ҡәҙерлем, мин иҫән-һаумын, игеҙәктәрем дә имен генә. Хәнәфи һөйләгәндер инде: башта ир бала тапҡайным, унынан ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Икеһе ла таҙалар, оҙаҡламай сығабыҙ ... »

«Игеҙәктәрем» тигән hүҙ Хәҙисә инәйҙе шатландырҙы ла, уйландырҙы ла. Хәнәфийенең, хәжәттәре - бер тин, тип күтәреп һуғып балыҡҡа китеүенең сәбәбен аңлагандай булды ул. «Ә-ә-ә, бына ниңә балтаһы һыуға төшкән икән тегенең», - тигән уй килде башына. Өйҙә дүртәү, бында бер ыңғайҙан икәү, йәмгehe алтау була. Утыҙға ла етмәгән көйөмә балаға баттым, тип хәсрәтләнәлер. Иҫәркәй! Баланың бер-бер артлы булғаны яҡшы инде уның. Бер ыңғайҙан үҫтерәһең дә ҡотолаһың. Һәp береhe үҙ ризығы менән тыya. Ана, минең ағайым туғыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Вағыраҡ саҡтарында кеҫә тултырып кәнфит алып ҡайтыр ине лә, берәмләп өләшергә иренәм тип, һикегә һибер ҙә ебәрер ине. Әйҙә тауыҡ себештәре шикелле талаша-һуғыша кәнфит сүпләрҙәр ине балалары. Хәҙер һәммәһе лә кеше булып бөттө, һәммәһе лә гөрләтеп донъя көтәләр.

Хәҙисә инәәй улының иртән, бәләкәй малайға исемде Нур тип ҡушайык, тиеренә ыңгай ғына риза булғайны, бәләкәй ҡыҙыҡайға исемде үҙе тапты: Нурия булһын быныһы, тине. «Нур менән Нурия! Ырыҫлы аяҡтарығыҙ менән, бәләкәстәрем минең ... - тине ул, ҡыуанып. Уның йөҙөндә йыйырсыҡтар аҙайып, күҙҙәренә нур өҫтәлгәндәй булды. - Балаҡайҙарым иҫән генә булһындар берүк ... »

 

Әмир ГӘРӘЕВ.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: