+2 °С
Болотло
Әгәр ҙә һеҙ олатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, 15 мартта сәғәт 11-ҙән 4-кә тиклем Өфөләге Матбуғат йортона килегеҙ. «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ағзалары туғанығыҙҙы эҙләүҙә ярҙам итәсәк.
Хәбәрһеҙ юғалған кешегеҙ тураһында үҙегеҙгә билдәле булған мәғлүмәттәрҙе күрһәтелгән анкетаға (АҪТА БЕРКЕТЕЛГӘН) тултырып алып килеү мотлаҡ.
«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһы Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.