Бөтә яңылыҡтар

Батыр исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн Башҡор Үргене ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ғәйсәр Ғәни улы Ҡужахмәтовтың тыуған йортонда яугир яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелеп таҡтаташ асылды.

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде

 

Унда ҡыйыу яҡташыбыҙҙың әсәһе, туғандары, ҡатыны һәм ҡыҙы, район ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримова, район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек етәксеһе Венер Сабитов, "Бөркөт" хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы вәкилдәре, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, дуҫтары ҡатнашты. 

Шулай уҡ батырҙың туғандары Ғәйсәр Ҡужәхмәтов исеменә волейбол ярыштары ойошторҙо. Унда ауыл йәштәре, Аҙнабаевтар һәм Ғәйсәрҙең туғдарынан торған командалар көс һынашты. Ярыштар көсөргәнешле үтте, һөҙөмтәлә Аҙнабаевтар командаһы  - беренсе, Үрген йәштәре - икенсе һәм яугирҙең туғандарының командаһы өсөнсө урын яуланы. 

Уйынсыларға ошо ярышҡа тип махсус әҙерләнгән миҙалдар, кубоктар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 

Бындай ярыш йыл һайын уҙғарыласаҡ тип белдерҙе ойоштороусылар.

- Ғәйсәр спорт менән дуҫ булды, бигерәк тә волейбол уйнарға яратты. Шуға ла туғандар менән кәңәшләшеп, тап волейбол ярышы ойошорорға булдыҡ, - тине тормош иптәше Оксана Николаевна.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: