Әсәйҙәргә ҡотлау
Ҡәҙерле әсәй! Һине ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшеңдә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һинең алда баш эйәм.
***
Һөйөклө әсәй! Һине, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешемде, матур байрамдарҙың береһе менән ихлас күңелдән тәбрикләйем һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәрҙе еткерәм. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңемә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешем булғас, мин үҙем дә ҡанатлы, тимәк, бәхетле.
Байрам ҡотло, тормош бәхетле, донъя имен булһын!
***
Ҡәҙерле әсәкәйем! Байрам уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоу белмәһен. Беҙҙең изгелекте күреп, атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә. Беҙ һине яратабыҙ! Ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә!
***
Әсәкәйем – күҙ нурым
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Отоп һандуғас моңон,
Сылтыр шишмәләр йырын,
Ҡушып йөрәк йылыһын,
Һиңә арнайым йырым.
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Һин йондоҙом, һин айым.
Күктә балҡый Етегән,
Ерҙә, әсәй, һин генә,
Яҙмышымды, йәнемде
Яҡтыртаһың һин гелән.
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Һин минең бөтмәҫ йырым.
Бул шулай гел мөләйем,
Оҙон ғүмер теләйем!
Гөлнур ЙЫҺАНШИНА.
***
Ғүмерем буйына
Бурыслы мин уға
Көслө һин, изге һин
Бөйөк һин, әй-әсә!
Йығылып илаһам,
Абынып тормаһам,
Ҡулыңды һуҙыусы
Һин генә әсәйем!
***
Иң аҫылын йырҙарымдың
Йырлайым, әсәй, һиңә.
Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,
Сибәрһең, әсәй миңә.
Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә
Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!
һәр ваҡыт эшсән булғанға,
Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!
Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ
Иң беренсе һин беләһең.
Оҙон юлды яҡын итеп
Ваҡыт табып һин киләһең.
Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы
Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.
ҡайғылырҙы таратырлыҡ
һүҙҙәр табып көс бирәһең.
Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.
***
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
***
Ҡәҙерле, Әсәкәйем!!!!
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
***
Бөгөн көн бигерәк матур,
Һигеҙенсе март еткән.
Әсәйҙәр - донья тотҡаһы
Әсәйҙәр булһын иҫән!
Күктәге ҡояш йылмайып
Һибә йылы нурҙарын.
Әйтерһең, ҡояш та белгән
Әсәйҙәрҙең байрамын.
Донья матур, тормош нурлы
Әсәйҙәр, һеҙҙең менән!
Өйҙә йәмле, аштар тәмле,
Булһын әсәйҙәр гелән!
Донъяға йәм биреүселәр,
Ашҡа тәм биреүселәр,
Матурлыҡты булдырыусы
Ул - ҡәҙерле әсәйҙәр.
Өйҙә йылы усаҡ утын
Һаҡлаусы ул әсәйҙәр.
Бар эшкә лә өлгөрөүсе
Улар - беҙҙең әсәйҙәр.
Әсәйҙәргә беҙ бурыслы
Ҡарап үҫтергән өсөн.
Матур теләктәр теләйек,
Һигеҙенсе март менән!
***
- Бирешмәйһең, әсәй, афарин, - тип,
Хуплап-йөпләп торам. Шулай ҙа
Олоғаяһың шул, әсәкәйем...
Шуға, ахыры, йөрәк тулай ҙа,
Борсола ла тора. Бер туҡтауһыҙ
Ҡайтҡым килә һинең яныңа,
- Әсәй көтә мине, әсәй көтә! –
Ошо уйым һеңгән аңыма.
...Тик әсәйем мине һәр саҡ көтә,
Тик ул мине уйлай, һағына,
Һалдат кеүек, ғүмерлеккә баҫҡан
Минең бәхетемдең һағына.
Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе
Әсәй тигән изге фәрештә.
Әсәй, һине гелән иҫтә тотам,
Янда булһаң – донъям түңәрәк!
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк!
Фирүзә Абдуллина.
***
Иң матур юлдар –
Һин йөрөгән юлдар.
Иң тәмле һыуҙар –
Һин биргән һыуҙар.
Иң йомшак ҡулдар –
Һин һөйгән ҡулдар.
Иң яҡты моңдар –
Һин белгән моңдар.
Иң ҡайнар эҙҙәр –
Һин баҫҡан эҙҙәр.
Иң моңло күҙҙәр –
Һин баҡҡан күҙҙәр.
Иң тоғро һүҙҙәр –
Һин әйткән һүҙҙәр.
Иң сабыр йөрәк –
Һинең йөрәгең.
Иң талмаҫ беләк –
Һинең беләгең.
Иң изге теләк –
Һинең теләгең.
Иң бөгөлгән бил –
Ул һинең билең.
Гөл һибелгән тел –
Ул һинең телең.
Үс тотмас күңел –
Һинең күңелең,
Әсәй!
Фәнис Яруллин.
***
“Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!
Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!
Рәзилә Ырыҫҡужина.
***
Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр —
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе —
Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе —
Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.
Иң нескә күңел,
Иң саф ҙур йөрәк,
Иң ҡайнар һөйөү,
Иң изге теләк.
Иң йылы ҡуйын —
Тик әсәйҙәрҙә.
Бәхет бар улар
Булған өйҙәрҙә.
Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!
( К. Шафиҡова)
***
Кәләшегеҙгә, тормош иптәшегеҙгә ҡотлау
Ҡәҙерлем! Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше яһай. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, миңә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға өлөш сығарҙың. Рәхмәт һиңә һәр ваҡыт яҡты йөҙөң, тәмле һүҙҙәрең менән ҡаршы алғаның өсөн. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, бәхетеңә ауырлыҡтар килмәһен. Балаларыбыҙҙың һәр ҡайһыһы ун егеткә торошло булып, күҙле-башлы булып, беҙҙең кеүек матур тормош ҡорһон. Өйөбөҙ шулай элеккесә нурға сумһын. Байрам менән, ҡәҙерлем!
***
Ҡәҙерле ...........!
Көндөң яҡтылығы - ҡояшта, күктең матурлығы - йондоҙҙарҙа, кешенең бар гүзәллеге ҡатын-ҡыҙҙарҙа. Рөхсәт ит һине, кешелектең биҙәге булған гүзәл затты, ошо иҫ киткес матур яҙ байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итергә.
Ошо ғәжәйеп гүзәл байрам көнөндәге йылмайып баҡҡан ҡояштай һәр ваҡыт балҡып йәшә. Күңелеңдән шатлыҡ, тәнеңдән һаулыҡ-сәләмәтлек, йортоңдан именлек-бәрәкәт китмәһен!
Ҡотло булһын байрамың!
***
Ҡәҙерлем .....! Һине яҙҙың иң күңелле һәм иң тормошсан байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һәр бер ҡатын-ҡыҙ иң яғымлы маҡтау һүҙҙәренә, оло мөхәббәткә, ихтирамға һәм ҡайғыртыуға лайыҡ. Беҙ, ир-аттар, бөгөн һеҙгә йөрәктә һаҡлап йөрөткән иң наҙлы һүҙҙәребеҙҙе айырыуса тулҡынланып әйтәбеҙ.
Бәхетле һәм һөйөклө бул! Балалар һәм ейәндәр ҡыуанысын күреп йәшәргә насип булһын. Тыныс тормош, сәләмәтлек, игелек һәм муллыҡ теләйем, ҡәҙерлем ....!
Коллегаларға, уҡытыусыларға, әхирәттәргә ҡотлау
Хөрмәтле гүзәл заттар! Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Барығыҙҙы ла иң тантаналы байрамдарҙың береһе булған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарҙы, ололау, айырыуса иғтибар күрһәткән көн.
Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ! Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе шулай йылытып, күңелгә йыр булып, байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.
***
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләйбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.
Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.
Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, нурҙар сәсеп торһа ине!
Ҡотло булһын байрамығыҙ!
***
Ҡәҙерле ...............!
Һине яҙҙың иң беренсе, иң күңелле байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҙғы ҡояш нурҙары һәм һинең яғымлы йылмайыуың менән яҡтыртылған был көндө һәр сак түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Бөгөн беҙҙең илдә, күптән килгән традиция буйынса, мөхәббәт, игелек, әсәләргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата тәрән ихтирам хистәре тантана итә. Милләтенә, диненә, йәшенә, социаль хәленә ҡарамаҫтан, беҙ бар гүзәл заттарыбыҙға дан йырлайбыҙ һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һеҙҙең ер йөҙөндәге бөйөк вазифағыҙҙы Аллаһ Тәғалә үҙе билдәләгән – бала тыуҙырыу, кешелектең йәшәйешен дауам итеү, гүзәллек, гармония һәм камиллыҡ идеалдарына хеҙмәт итеү.
Шағирҙар, рәссәмдәр, философтар ҡатын-ҡыҙға ҡарата мәхәббәт һәм рәхмәт хистәрен белдереү өсөн иң наҙлы һүҙҙәр, иң матур төҫтәр тапҡандар, иң аҡыллы фекерҙәр әйткәндәр. Ҡатын-ҡыз образдарында ижадҡа илһамландырыусы гүзәл алиһәләрҙе кәүҙәләндергәндәр, тылсымлы планеталарға һәм күңелде елкендереп яныусы йондоҙҙарға улар исемен биргәндәр. Бөгөн, егерме беренсе быуатта — космик тиҙлектәр осоронда ла беҙ һеҙгә һоҡланып, тулҡынланып ҡарайбыҙ.
***
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Тормошоғыҙ шатлыҡ менән тулһын, яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Ауыр ҡыштан арыған йөрәгебеҙҙе яҙҙың тәүге йылы нуры кеүек йылытып йәшәгеҙ. Бәхет һәм бәрәкәт килтерһен был тормош!