Архангел районында 7 сентябрҙә ата-әсә улдарын һарайҙа үле килеш тапҡан, тип хәбәр итә “Башинформ”, Mash Batash телеграм-каналы мәғлүмәтенә таянып. Малайҙың эргәһендә атаһының мылтығы ятҡан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11 йәшлек малай өйҙә апаһы менән дәрес әҙерләгән. Был көндө уның атаһы эш буйынса киткән, ә әсәһе хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән. Ҡатын һарайға ингәс, ҡорал һаҡланған сейфтың асыҡ икәнен күргән. Сейфтың асҡысы ҡайҙа ятҡанын ғаиләлә бөтәһе лә белгән. Ошонда уҡ ул балаһының үле кәүҙәһен тапҡан.
«Архангел районында 11 йәшлек малайҙың үлем осрағы буйынса Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты органдары эшләй», — тип хәбәр иттеләр республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Ксения Калинина