0 °С
Ҡар
Белорет районында төнгө юл-транспорт ваҡиғаһында ете кеше зыян күргән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡарағай-Йорт ауылы янында ике еңел машина бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ете кеше зыян күргән, улар араһында бер бала булған. Бишәүһе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынына Белорет ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән.
«ВАЗ-2112» автомобилендә ҡатын-ҡыҙ ҡыҫылған. Махсус инструмент ярҙамында ҡотҡарыусылар зыян күреүсене азат итеп, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.