Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
23 Апрель , 17:30

Күк күкрәй, ҡойма ямғыр, ел-дауыл

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәртте

Күк күкрәй, ҡойма ямғыр, ел-дауыл
Күк күкрәй, ҡойма ямғыр, ел-дауыл

Иртәгә, 24 апрелдә, республикала аяҙыйыусан болотло. Күк күкрәй, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуа, күк күкрәгәндә секундына 15-20 метрға тиклем дауыллы ел сығыуы көтөлә.

Һауа температураһы төндә +9...+14, төньяҡ-көнсығышта +4 градусҡа тиклем, көндөҙ +15...+20 градус, көнсығышта +10-ға тиклем.

Юлдарҙың айырым участкаларында ямғыр яуғанда күреү мөмкинлеге 500-100 метрға тиклем насарлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: