Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Апрель , 14:30

Гимназистар башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ҡушылды

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты ла "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу - 2024" акцияһынан ситә ҡалманы. 

Гимназистар башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ҡушылды
Гимназистар башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ҡушылды

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылар ла "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу - 2024" акцияһынан ситә ҡалманы. 

Бында диктант яҙыу өс майҙансыҡта ойошторолдо, 5-11 класс уҡыусылары, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр был мөһим акцияға әүҙем ҡушылды.  Диктанттың текстарын башҡорт теле уҡытыусылары Гөлбаныу Исмәғилева, Клара Дәүләтбаева китапханасы Нурия Ҡунысбаева уҡыны. 

Был уҡыу учреждениеһында бөгөн барлығы 178 кеше туған телде белеү кимәлен тикшерҙе.

Шуныһы һөйөндөрә: үҙ теленә битараф булмаған, уға тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡараған балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҡулдарына ҡәләм алып, мәктәп партаһы артына диктант яҙырға ултырҙы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: