Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2019, 12:01

Иғтибар – конкурс!

Башҡортостандың 100 йыллығына ҡаратаҠәҙерле гәзит уҡыусылар! «Ейәнсура таңдары» гәзите Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр араһында ижади эштәр (шиғыр, нәҫер, мәҡәлә) бәйгеһе иғлан итә.

Иғтибар – конкурс!
Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! «Ейәнсура таңдары» гәзите Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр араһында ижади эштәр (шиғыр, нәҫер, мәҡәлә) бәйгеһе иғлан итә.

Конкурстың маҡсаты: туған телен, туған әҙәбиәтте пропагандалау, йәш быуында патриотик рух уятыу, үҫтереү; йәнтөйәккә һөйөү тәрбиәләү, Башҡортостан тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи йолаларына хөрмәт һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу, һәләттәрҙе асыҡлау.

Ижади эштәрҙең йөкмәткеһе районыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте, хеҙмәт алдынғылары, һәләтле, егәрле кешеләре, дан ғаиләләр, халыҡтар дуҫлығы, көнкүреше һ.б. хаҡында бәйән булырға мөмкин.

Конкурста рухлы һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурсҡа тәғәйенләнгән әҫәр­ҙәрҙе Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9; [email protected] адрестары бу­йынса һәм «Бәйләнештә» сайтындағы «Ейәнсура таңдары» төркөмөнә (https://vk.com/tandari) ебәрергә мөмкин. Йөк­мәткеле эштәр «Ейәнсура таңдары» гәзитендә баҫыласаҡ.

Иҫкәрмә. Ижади эштәр 14-се шрифт менән яҙылырға, 3 биттән артмаҫҡа тейеш. Эштәр 23 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Еңеүселәр Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан район мәҙәниәт йортонда үтәсәк тантанала бүләкләнәсәк.

Конкурсҡа рәхим итегеҙ!
Читайте нас: