Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2019, 11:29

Үткән менән бөгөнгөнө бәйләп…

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған район фестиваль-марафоны Муйнаҡ ауыл биләмәһенән Абзан ауыл биләмәһенә тапшырылып, ул шаршамбы көн «Зарым да һин, йырым да һин – Башҡортостан» тигән исем аҫтында Абзан мәҙәниәт йортонда үтте.

Үткән менән бөгөнгөнө бәйләп…

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған район фестиваль-марафоны Муйнаҡ ауыл биләмәһенән Абзан ауыл биләмәһенә тапшырылып, ул шаршамбы көн «Зарым да һин, йырым да һин – Башҡортостан» тигән исем аҫтында Абзан мәҙәниәт йортонда үтте.

Сараның тәүге өлөшөндә ҡунаҡтар, ауыл биләмәһе халҡы фойела урынлашҡан бай, сағыу күргәҙмә менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Бында мәҙәниәт йортонда ойошторолған һүрәт төшөрөү түңәрәге уҡыусылары һүрәттәре, хаҡлы ялдағы табип Урал Ғәлиевтың тәбиғәт һүрәтләнгән картиналары (художниктарың ары торһон) тамашасы хөкөмөнә сығарылған. Халыҡтың боронғо тормош-көнкүрешен сағылдырған күргәҙмәлектә ата-бабалар ҡулланған көндәлек әйберҙәрҙән башлап кейем-һалымға тиклем бар ине. «СССР-ға сәйәхәт»тә октябрят-пионер-комсомол атрибуттары, кейеме, хатта үрелгән толом да матур итеп һалып ҡуйылған. Күргәҙмәлекте Рәис Исмәғилевтың талдан үрелгән кәрзиндәре, гөл ултыртҡыс-вазалары, Илгизә Йылҡыбаева, Фәүзәнә Шәмсетдинова, Гөлшат Исмәғилева, Фәниә һәм Ләйсән Ғәйнуллиналарҙың һ.б. оҫта ҡулдары тыуҙырған эштәр тулыландырҙы. Мостафа һәм Илгизә Йылҡыбаевтар ихласлап ҡортсолоҡ, бал ҡорттары етештергән ризыҡтарҙың файҙаһы тураһында һөйләне, кәзә һөтөнән май, ҡорот тәҡдим итте. Әсҡәт Бикбулатовтың һалма ҡырҡыу цехы тауарҙары, оҫтабикәләрҙең ҡышҡылыҡҡа япҡан турама-ҡайнатмалары, төрлө дарыу үләндәре, шуларҙан шифалы сәйҙәр, ләүеш-тәмлекәстәр күргәҙмәлектә урын тапҡан, ә кәзә ҡымыҙы күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер, моғайын. Биләмә ауылдарынан сыҡҡан күренекле яҡташтары тураһында мәғлүмәттәр, китапханалар эшмәкәрлеген яҡтыртҡан папкалар, мәктәптәрҙе төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш кластарының альбомдарын, яҡташ яҙыусыларҙың китаптарын һ.б.һ.б. күрергә була ине. Йыйып әйткәндә, Абзан биләмәһе ауылдарының үткәнен һәм хәҙергеһен сағылдырған был экспозицияларҙы барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) уҡығыҙ.

Автор фотолары.







Читайте нас: