Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2019, 12:05

Гөрләп торҙо Иҙәш буйҙары

Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға бағышланған сара сиктәрендә уҙғарылған район фестиваль-марафоны штандарты Арсен ауыл биләмәһенән Үтәғол ауылы биләмәһенә юл алғайны. Үткән йомала биләмә ауылдары таланттары үҙҙәренең һәләттәрен жюри ағзаларына, килгән ҡунаҡтарға, биләмә халҡы хөкөмөнә тәҡдим итте. Иҙәш ауылы мәҙәниәт йортонда «Башҡортостан изге төйәгем – һине һөйә мәңге йөрәгем» исеме аҫтында үткән сараның мәртәбәһен килгән ҡунаҡтар: район башлығы Дәмин Юланов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары арттырып ебәрҙе.

Һәр ваҡыттағыса тәүҙә оҫталарҙың ҡул эштәренән, ризыҡтарынан, төрлө йылдарҙағы фотоматериалдарҙан әҙерләнгән күргәҙмәлек ҡарап сығылды. Бында Фаиз Ҡыуатовтың бал ризыҡтарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәмле-тәмле ҡамыр аштарын, һәр төрлө ҡайнатма-турамаларҙан ауыҙ итеү мөмкинлеге булды, Клара Урманбәтова, Нурия Ҡыуандыҡова, Венера Байтимерованың сәйлән теҙеп, сигеп, нағышлап эшләнгән һ.б. эштәрен һатып алырға була ине. Фәүзиә Йосопованың Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға арнап баҫылған кейеҙ балаҫы бөтәһенең дә иғтибарын үҙенә йәлеп итте, ә Ғәлиә Иҙелбәкова үҙе йыйған әллә нисәмә төрлө дарыу үләнен алып килгән ине, уларҙан хуш еҫле сәйҙәр әҙерләп тәҡдим итте. Ғәлим Ҡунаҡбаев эшләгән фонтан бик үҙенсәлекле булып, унда тере балыҡтар йөҙөп йөрөй ине. Биләмәнең 100 йыллыҡ тарихын сағылдырған стендтар янында ла халыҡ өҙөлмәне.

Үтәғол, Иҙәш, Юнай һәм Лукьян ауылдарынан торған биләмәнең тарихы бик бай. Үтәғол ауыл Советы 1919 йылда ойошторола. Ауыл Советы башта Әбүләис, Иҙелбәк, Иҙәш, Казанка, Ҡыуат, Яңы Ҡаҫмарт, Үтәғол, Юнай ауылдарын, Яшка утарын берләштерә. Үтәғол ауылы 1795 йылдан билдәле. Ауыл Үтәғол исемле кешенән барлыҡҡа килгән. 1935 йылда ауылда ете йыллыҡ мәктәп, ә инде 1960 йылдарҙа колхоз көсө менән урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, колхоз идараһы төҙөлә, артабан 162 урынлыҡ типовой мәктәп һалына. 1927-28 йылдарҙа «Ҡыҙыл йондоҙ», «Алға» кооперативтары ойошторола. 1930 йылда Ҡыуат, Юнай, Иҙәш, Әбүләис, Ҡаҙанболаҡ, Үтәғол ауылдары Нуриманов исемендәге колхозға берләшә, ә 1931 йылда колхоздар ваҡланып «Комбайн» колхозы ойошторола. Үтәғол Ҡаҫмарт йылғаһының һул ярында урынлашһа, уң ярында Ҡыуат ултыра. Хәҙерге көндә Ҡыуат ауылы рәсми рәүештә Үтәғол менән бер ауыл булып иҫәпләнә.

Автор фотолары.
Тулыһынса "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) уҡығыҙ.

Читайте нас: