Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2019, 13:32

Тыуған яғыма арнап

Ошондай исем аҫтында уҙҙы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған район фестиваль-марафоны. Был юлы Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе үҙенең бер быуатлыҡ тарихы, таланттары менән таныштырҙы.

Тыуған яғыма арнап

Ошондай исем аҫтында уҙҙы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған район фестиваль-марафоны. Был юлы Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе үҙенең бер быуатлыҡ тарихы, таланттары менән таныштырҙы.
Биләмә бик матур урында – Урал тауҙары итәгендә, Ҡаҙанболаҡ һәм Ҡаҫмарт йылғаларына яҡын ерҙә урынлашҡан. Тарихта 1770 йылдарҙан билдәле булып, нигеҙ һалыусылар Әзимгән тауы итәгендә тирмәләр ҡороп йәшәгән, 9 йортта 49 кеше иҫәпләнеп, 1917 йылға хужалыҡтар 113-кә тиклем артҡан, ә дөйөм халыҡ һаны 581-гә еткән. Октябрь революцияһы ваҡиғалары ла урап үтмәй, ил күргәнде улар ҙа күрә, ә 1921 йылдағы аслыҡ 40 %-ҡа яҡын ғүмерҙе алып китә. 1932 йылда «Зианчура» һарыҡсылыҡ совхозы ойошторола, етәксеһе итеп Степан Валомеев ҡуйыла. Бындай ойошмалар республикала икәү генә була, ауыл үҫешендә яңы этап башлана. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында биләмәнән 269 һуғышсы фронтҡа китеп, шуларҙың 132-һенә генә тыуған ергә аяҡ баҫырға яҙа. Биләмә халҡы яҡташтары: Николай Бедренко (Казанка) һәм Григорий Филатов (Яңы Ҡаҫмарт, хәҙер Байыш ауыл биләмәһенә ҡарай) менән хаҡлы рәүештә ғорурлана, улар Ватанды һаҡлағанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Совхоздың составына Яңы Ҡаҫмарт, Сәғит, Байыш, Аҡдәүләт, Элмәле, Ағурҙа, Биштирәк, Новомихайловка, Ҡарғалы, Ҡойобар, Глинка утары инә, ул райондың дүрттән бер өлөшөн биләй (54197 га), ә эшселәрҙең уртаса һаны 1015 тирәһе була. Һарыҡтар 34000 башҡа етә, ә район буйынса 77000 баш иҫәпләнә. Ошо осорҙа чабан Сабир Күсәковҡа СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ә байтаҡ совхоз эшселәренең тырыш хеҙмәте Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь революцияһы, «Почет Билдәһе», III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары менән билдәләнә. Орден йөрөтөүселәр: чабандар Әҙелхан Ҡушҡынбаев, Шәкир Күзәбаев, водителдәр Салауат Иҙелбәков, Рамазан Йомағоловтарҙың ошо сарала алғы рәттә ултырыуҙары ҡыуаныслы хәл булды. Был дәүерҙә бик әүҙем булған комсомол ойошмалары секретарҙарын да иҫкә алмай булмай. Улар: Мөҙәрис Аҡбутин, Миҙхәт Бикмөхәмәтов, Рим Күсәрбаев, Рим Нуржанов, Илфат Уразов, Радик Арыҫлангәрәев, Зөфәр Хөсәйенов, Энрико Скрипачев, Фәнис Ваһапов.

Тулыһынса "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) уҡығыҙ.



Читайте нас: