Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2019, 11:58

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта

О, театр!Уйландырған да, моңландырған да һин, Мин ни ҡылыр инем, йә, һинһеҙ. Һине күрмәй, белмәй йәшәһәм мин, Булыр инем ниндәй бәхетһеҙ. Районда Театр йылына арнап иғлан ителгән «Йәнтөйәк балҡышы» марафоны Байдәүләт ауыл биләмәһендә старт алды. Сирғол ауылы клубы һәүәҫкәр артистары Нәжиб Асанбаевтың «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» исемле ике шаршауҙан торған комедияһын тәҡдим итте.

О, театр!

Уйландырған да, моңландырған да һин,

Мин ни ҡылыр инем, йә, һинһеҙ.

Һине күрмәй, белмәй йәшәһәм мин,

Булыр инем ниндәй бәхетһеҙ.

Районда Театр йылына арнап иғлан ителгән «Йәнтөйәк балҡышы» марафоны Байдәүләт ауыл биләмәһендә старт алды. Сирғол ауылы клубы һәүәҫкәр артистары Нәжиб Асанбаевтың «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» исемле ике шаршауҙан торған комедияһын тәҡдим итте.

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа спектаклдәр менән сығыш яһауҙар, драматургия өлкәһенән төрлө жанрҙағы сығыштарға уҙғарылған смотр-конкурстар туҡталып ҡалған һымаҡ ине. «Йәнтөйәк балҡышы» һәүәҫкәр артистарҙы яңынан дәртләндереп ебәрҙе. Тамашасылар ҙа үҙҙәренең һәүәҫкәр артистарының сығышын һағынған.

Сирғол ауыл клубы һәүәҫкәрҙәре быға тиклем әҙерләп ҡуйылған, район кимәлендә уҙғарылған смотр-конкурстарҙа еңеү яулаған сығыштары менән дә ғорурлана ала. Г. Исхаҡовтың «Етеле шәм»ен, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»е менән «Шоңҡар»ын, И. Йомағоловтың «Мөхәббәт ҡоштары»н, Т. Ғарипованың «Китмәгеҙ торналар»ын, А. Хөсәйеновтың «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән»ен тамашасылар һаман да һағынып иҫкә ала. Бөтә был тамашаларҙа ла һәүәҫкәр артистарыбыҙ Сулпан Тайсин, Фәнисә Рафиҡова, Роза Юлдашбаева, Фәнил Аҙнағолов, Рәмил Искәнйәров һ. б. үҙҙәрен сәхнә оҫтаһы итеп танытты. Фәнисә Рафиҡова иһә район смотрында Г. Исхаҡовтың «Етеле шәм» спектаклендәге роле өсөн «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһына лайыҡ булғайны.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында репетициялар тотҡарланып торһа ла, театрға булған һөйөү, алдыңа алған маҡсатына ирешеү, яуаплылыҡ тойғоһо бөтә кәртәләрҙе лә юҡҡа сығарҙы. Шулай итеп, тәғәйенләнгән ваҡытта, бөтә артистар ҙа урынында ине һәм һәр береһе, үҙенең ролен оҫта башҡарып, тамашасыларының һөйөүен яуланы.

Спектаклдең уңышлы башҡарылыуына оҫта ҡулланылған декорация, музыка һәм артистарҙың халыҡ күңеленә үтеп инерлек ябай теле, ихласлығы, бер ниндәй яһалмалылыҡ ҡулланмай, оҫта уйнауы ла тәьҫир итмәй ҡалманы.

«Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» комедияһының да сюжеты хәҙерге заман тормошон сағылдырған, аҡыллыға – ишара, тигәндәй күренештәрҙе үҙ эсенә алған:

«Хәҙисә (Фәнисә Рафиҡова) менән Мотаһар (Сулпан Тайсин) 25 йыл элек өйләнешкәндәр. Мотаһар Әҡлимәгә (Роза Юлдашбаева) күҙ һала, Әҡлимәнең ире Сәмиғулланы (Рәмил Искәнйәров) араҡы эсереп, иҫертеп Хәҙисәнең ҡуйынына һала. Әҡлимә ғәрләнеп ҡырға сығып китә, ә Мотаһарға шул ғына кәрәк, Әҡлимәнең артынан китә. Ғүмер уҙа, Әҡлимә менән Мотаһар Сәмиғулланың күршеһенә күсеп ҡайтып йәшәй башлай. Мотаһар ауылда тирмән һатып алып, бизнес менән шөғөлләнергә уйлай. Ошо уҡ ауылда еңел-елпе характерлы бер нисә ирҙән айырылған Катя (Әлфиә Аҙнағолова) исемле ҡатын йәшәй. Ул Мотаһарҙың байлығына ҡыҙығып, тирмән һатып алғанын белеп, уға барырға йөрөй. Баҡһаң, тирмән байтаҡ йылдар элек мәсет булған икән. Мотаһарҙың улы Рәшит (Фәнил Аҙнағолов) муллалыҡҡа уҡып ҡайта, тирмәндән яңынан мәсет төҙөргә атаһынан ярҙам һорай. Ауылда яңынан мәсет төҙөлә.

Комедияның идеяһы ябай, әммә фәһемле. Ҡасандыр емерелгән мәсеттәрҙе яңынан тергеҙеү, йәштәрҙең дингә йөҙ бороуҙары, бөтә донъяның аҫтын-өҫкә килтергән насар ғәҙәттәрҙән, эскелектән халыҡты ҡурсалау кеүек, тәрбиәүи тема ярылып ята. Бөгөнгө актуаль темаларҙың береһе булған шул алама ғәҙәттәргә ҡаршы төрлө юлдар, төрлө алымдар ҡулланып көрәшергә кәрәк: сәхнә, спорт, дин юлына күсеү һ. б. юлдар эҙләргә, табырға, көрәшергә! Аҡылдың төбө – алтын ғәҙәт, тигәндәр бит.

Бөгөнгө сәхнәлә уйнаған һәүәҫкәр артистарыбыҙ үҙ ролдәрен ихлас, оҫта башҡарҙы, тамашасылар һөйөүен яуланы. Район мәҙәниәт йортонан килгән жюри ағзаларының да баһаһы юғары, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшерлек дәрт биреп киттеләр.

– Был комедияны район кимәленә сығарырға кәрәк, РДК ишектәре һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ, килегеҙ! – тигән һүҙҙәре генә ни тора жюри ағзаһы Гөлсирә Ҡолғаринаның.

Ысынлап та:

О, театр!

Мең ҡөҙрәтле һөнәр

Һәр бер һүҙгә, өнгә йән өрә.

Артистарҙың йөрәк һүҙе, гүйә,

Сафландыра беҙҙе, өшкөрә.

М. Батталова. Сирғол ауылы.

Читайте нас: