Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы нигеҙендә башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихының ябай булмаған оҙон юлы ята. Уның башы ХVI быуат урталарында башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу дәүеренә барып тоташа. Ләкин башҡорттарҙың үҙаллы этнос булараҡ ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни йәһәттән йылдам үҫешенә, донъя цивилизацияһы юғарылығына күтәрелеүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштарына нигеҙ уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында һалынды тип өҫтәп ҡуйыу хаҡ булыр. Бөгөнгө Башҡортостан ошо йәһәттән үҙенең БАССР дәүеренә оло бурыслы. 1919 йылдың 20 марты Башҡортостан тарихына мәңгегә инеп ҡалды. Был – күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙа тәү тапҡыр үҙ дәүләтебеҙҙе булдырыуға һәм уны Евразия киңлектәрендә таныта алыуға өлгәшкән көн.
Ошо уңайҙан район үҙәк китапханаһының уҡыу залында тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында брейн-ринг формаһындағы уйын-викторина үтте. Сарала 3 команда ҡатнашты: “Аҡһаҡалдар” (өлкән быуын вәкилдәре), “Үҫәргән” (районыбыҙҙың төрлө ойошмаларында эшләүсе йәш белгестәр), “Төнъяҡ амурҙары” (2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусылары, етәкселәре Л. Юмалина).
Китапханасылар әҙерләгән һорауҙарға командалар төплө яуаптар биреп, үҙҙәренең тарих буйынса белемдәрен барлап, матур уйын бүләк итте. Яуаптарҙы районыбыҙҙың аҡһаҡалы Туләбаев М.С., райондың йәштәр бүлеге мөдире Сабитов В.Ф., районыбыҙҙың тыуған-яҡты өйрәнеү музейы директоры Уразаков З.А. ғәҙел баһаланы: “Үҫәргән” командаһы уйындың еңеүсеһе тип табылды. Сараға килгән 1-се мәктәп уҡыусылары менән тамашасы уйыны үткәрелеп, һәр дөрөҫ яуап биргән уҡыусы бүләккә лайыҡ булды. Уйын барыһына ла бик оҡшаны, күптәре ошондай сарала тағы ла ҡатнашырға теләктәре булыуын белдереп таралышты.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған үҙенсәлекле саралар китапханабыҙҙа үтеп тора һәм китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ.