Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2019, 16:07

Мөғжизәләр иле – Башҡортостан!

Ошондай исем аҫтында үтте Байыш ауыл биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған фестиваль-марафондың ун дүртенсеһе.

Ошондай исем аҫтында үтте Байыш ауыл биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған фестиваль-марафондың ун дүртенсеһе.

Килгән ҡунаҡтарға сара уҙасаҡ мәҙәниәт йортона йүнәлеш биреп юл ситтәренә ҡаҙалып ҡуйылған төрлө төҫтәге флагтар үҙенә күрә бер матурлыҡ өҫтәне. Клубтың тышында биләмә халҡының сәләмәт тормош алып барыуын, тәбиғәтте һаҡлауҙа башҡарған эштәрен сағылдырған фотокүргәҙмәләр ҡаршы ала. Фойела ла ауылдың тарихын, үткәнен сағылдырған фотоларҙан, боронғо әйберҙәрҙән, шәхси эшҡыуарҙарҙың етештергән тауарҙарынан, ауыл оҫталары-оҫтабикәләренең эштәренән ойошторолған күргәҙмәлектәр ҡуйылған. Йәш рәссам, ¤фө сәнғәт университеты студенты Гөлфирә Ҡансуринаның картиналары күҙҙе сағыу биҙәктәре менән йәмләһә, Гөлдәр Тоҡомбәтованың ҡатын-ҡыҙҙар күкрәксәләре төрлөлөгө, бер биҙәктең ике тапҡыр ҡабатланмауы менән үҙенә йәлеп итте. Заһит Йомалиндың ағасҡа эшләгән һүрәттәре, Рәис Ҡарабаевтың умарталығынан татлы ризыҡ, Тәнзилә Ҡыуатованың ҡул эштәре, Миңлиә һәм Сафый Бикбовтарҙың шәхси хужалығынан бал, бәйләм әйберҙәре (кемдәрҙелер төшөрөп ҡалдырһам, үпкәләмәһендәр) был биләмә халҡының эшкә маһир, егәрле икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Ғәни Юлдыбаев етәкләгән «Элмәле» ЯСЙ-һы етештергән һөт ризыҡтары: ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, һөт тә күргәҙмәлектә урын тапҡан ине.

Рушан Исхаҡованың экспонаттарынан торған күргәҙмәлә 1924 йылғы ағаһы Фәтихтең һүрәттәрен, хаттарын, көндәлектәрен күрергә була ине. Уларҙың ғаиләһендә 9 бала тәрбиәләнеп, хәҙер бишәүе иҫән. Фәтих бик талантлы була, шиғырҙар яҙыу менән бер рәттән матур итеп һүрәттәр ҙә төшөрә. Ул 1943 йылда 19 ғына йәшендә һәләк була, Брянск өлкәһендә ерләнгән. Рушан апай ағаһы тураһында хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты, ентекләп һөйләне.

Байыш ауыл Советы 1919 йылда барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә Байыш ауыл биләмәһенә Ағурҙа, Аҡдәүләт, Байыш, Биштирәк, Яңы Михайловка, Яңы Ҡаҫмарт, Сәғит һәм Элмәле ауылдары ҡарай. Биләмәнең майҙаны – 32324,75 га. Ауыл биләмәһе район үҙәге Иҫәнғолдан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл биләмәһендә барлығы 1486 кеше иҫәптә тора. Шуларҙың 764 ир-егет, 722-һе – ҡатын-ҡыҙ. Пенсия йәшендәгеләр һаны – 279, студенттар һаны – 61, күп балалы ғаиләләр һаны – 38.

Биләмәнең тарихы ваҡиғаларға бик бай, граждандар һуғышы осоронда ҡыҙылдар, аҡтар ғәскәрҙәре ауылдар аша бер нисә тапҡыр үтә. 1918 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армияның хәл иткес һөжүме тураһында хәбәренән һуң вәкилдәр итеп Хәсән Аллағолов, Хөснөтдин Уразов, Ғәлиулла Мәзитов Ҡыҙыл Мәсеткә (хәҙерге Мораҡ ауылына) ебәрелә, улар ҡыҙылдар менән ауылға әйләнеп ҡайта.

1919 йылда беренсе автономиялы республика – Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгәс, шул уҡ йылда Байыш ауыл советы ла ойошторола һәм уға Ағурҙа, Аҡдәүләт, Байыш, Яңы Михайловка, Сәғит һәм Элмәле ауылдары инә. Ауыл Советының беренсе рәйесе итеп Хөснөтдин Уразов һайлана. 1921 йылда бик ҡаты ҡоролоҡ була, халыҡты аслыҡтан йолоп алып ҡалыу маҡсатында 1922 йылдың яҙында «Башкирпомощь» йәмғиәте тарафынан ашхана ойошторола, беренсе сиратта ярлы крәҫтиәндәрҙең балалары ашатыла. 1926 йылда ауылдарҙа комсомол ячейкалары ойошторола. Беренселәрҙән булып комсомолға 12 кеше инә. Улар: Назаровтар – Кәлимулла, Ғәлимйән, Заһит, Янсура, Ғайса, Сәғәҙәткирәй һәм Хәмзә, Уразов Сәғит һәм Ҡәйүм Уразовтар, Сибәғәт Мөхәмәтйәнов, Хажеғәле Мөхәмәтйәнов, һуңынан ВЛКСМ-дың волком секретары булып киткән Солтан Ғөбәйҙуллин. 1926 йылда Байыш ауыл Советына ҡараған ауылдар берләшеп, «Кредитлы ауыл хужалығы товариществоһы» төҙөй. Уның председателе Элмәле ауылынан Дәүләтшин Сәғәҙәткирәй була.


Автор фотолары.


Тулыһынса гәзиттең ҡағыҙ йәки электрон (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) вариантында уҡығыҙ.
Читайте нас: