-12 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2019, 12:01
Бер быуатлыҡ тарих сағылды
Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға бағышлап ойошторолған күләмле сара – фестиваль-марафон районыбыҙҙың бар биләмәләрен дә урап сығып, ниһайәт, Иҫәнғол ауыл биләмәһенә лә килеп етте. Ул «Мәңге йәшә, Башҡортостан!» исеме аҫтында район мәҙәниәт йортонда үтте.
Бер быуатлыҡ тарих сағылды
Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға бағышлап ойошторолған күләмле сара – фестиваль-марафон районыбыҙҙың бар биләмәләрен дә урап сығып, ниһайәт, Иҫәнғол ауыл биләмәһенә лә килеп етте. Ул «Мәңге йәшә, Башҡортостан!» исеме аҫтында район мәҙәниәт йортонда үтте.
Икенсе ҡатта фойела райүҙәк балалар баҡсалары – «Ләйсән», «Тирмәкәй», «Ҡояшҡай», «Аленушка»; мәктәптәр, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге һ.б. күргәҙмәһе менән танышыу мөмкинлеге булды. Әйтергә кәрәк, уны әҙерләүҙә ҡатнашҡандар әҙ көс түкмәгән, быны күргәҙмә менән танышыусыларҙың күплегенән сығып баһа бирергә була. С.Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Вәлитованың йөндән баҫып эшләгән әйберҙәрен ҡыҙыҡһынып ҡараусылар күп ине, бигерәк тә үҙенсәлекле аяҡ кейеме – ботинка үҙенә йәлеп итте. Күргәҙмәлекте ҡарап сыҡҡандан һуң, Иҫәнғол ауылы үҙешмәкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән ҙур концерт тамашаһы тәҡдим ителде. Программаны алып барыусылар сара барышында райүҙәктең тарихы менән таныштырҙы. Иҫәнғол ауыл биләмәһенә 4 ауыл: Айыу, Яңы Юл, Яңы Павловка һәм биләмәнең генә түгел, ә Ейәнсура районы үҙәге булған Иҫәнғол инә. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы алыҫ 18-се быуаттар башына барып бәйләнә, ул ваҡытта әлеге Иҫәнғол ауыл биләмәһе территорияһында Үҫәргән ырыуының 2-3 тирмәһенән торған бер нисә ауыл була. Һуңғараҡ был урындарҙа Иҫәнғол тигән кешенең етәкселеге аҫтында хәрби гарнизон урынлаша. Оҙаҡламай хәрби частәр көнбайышҡа табан ҡуҙғала һәм 1812 йылғы һуғышта ҡатнаша, ә оҙон юлға яраҡһыҙ бер нисә һалдат һәм командирҙар составы ғаиләләре гарнизон урынында ҡала, уларҙан Иҫәнғол ауылына нигеҙ һалына. 1795 йылғы ревизия һөҙөмтәләре буйынса Иҫәнғол ауылында 51 йорт булып, уларҙа 418 кеше, шул иҫәптән 258 ир-ат һәм 160 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Автор фотолары.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?