Мөғжизәләр иле – тыуған ерем
«Үҫәргән» әҙәби берекмәһенең махсус сығарылышынан
Тыуған яғым минең – Ейәнсурам!
Мөғжизәләр иле – тыуған яғым,
Ейәнсурам – моңло төбәгем.
Бейек тауҙарыңа менеп баҫып,
Аҡ болоттар менән эй уҙышып,
Парлы ҡоштар иңләй күктәрҙе.
Матурлығың менән, Ейәнсурам,
Һоҡландырҙың инде күптәрҙе.
Бер осоңа баҡһам һинең, ерем,
Ялан буйлап берен-бере уҙып,
Гөр килешеп уйнай кейегең.
Ә бер яҡта иһә мул Ҡаҫмарттың
Ярҙарында үҫкән ҡурайынан
Бер мөғжизәң балҡып ята ана –
«Һыусыҡҡан»дан һыуҙар алайым.
Ошо матурлыҡтан, Ейәнсурам,
Ни йөрәгем етеп айырылам,
Юҡ, китмәмен. Һиндә ҡалайым.
Көҙҙәр килһә, беҙҙә япраҡ түгел,
Һары алтын ҡаплай еремде.
Муллыҡ биргән йомарт көҙҙәремдән
Ситтә ҡалма, һин дә күр инде.
Ә ҡыштарын бейек тауҙарҙағы
Ағастарҙан бәҫтәр ҡойола.
Юҡ, бәҫ түгел, елдәр беҙҙең юлға
Бәхет һипкән төҫлө тойола.
Яҙҙарында һин тауҙарҙы күрһәң...
Әйтеп аңлатҡыһыҙ матурлыҡ.
Һуҙылып киткән артыш баҫыуҙары,
Түшәк итеп хатта ятырлыҡ.
Йәмле йәйҙә һутлы еләген ҡап,
Мәңге китмәҫ тәме телеңдән.
Бер һорайһым килә, эй, яҡташым,
Ошо иркен гүзәл ерҙе ташлап,
Ниңә киттең тыуған илеңдән?
Бер шиғырға ғына һыйып бөтмәҫ,
Маҡтау һүҙем минең, Ейәнсурам.
Бейек тауҙың түбәһенә баҫып,
Ғорурланып һиңә ҡарап торам.
Эй, гүзәл яҡ бит ул беҙҙең Юлдаш!
Ышанмаһаң, килеп күр үҙең.
Данлар өсөн уның матурлығын,
Етәрме икән ай-һай маҡтау һүҙең.
Теҙелеп киткән ғорур бейек тауҙар –
Именлекте һаҡлар ҡарауыл.
Шуғалыр ҙа, ахыры, урап үтә
Донъя аҡтарырҙай ел-дауыл.
Шишмә-йылғабыҙ ҙа етерлек бит,
Эсер һыуға мохтаж түгелбеҙ.
Ял йорто тип эҙләп тораһы юҡ,
Киң сәхрәләр, имен күгебеҙ.
Урамыңда төҙөк, күркәм йорттар,
Бар әле, бар янар уттары.
Киң ҡырҙарҙа көтөү-көтөү малы,
Бал йыялар эшсән ҡорттары.
Һинән башҡа матурлыҡты эҙләп,
Кәрәк түгел ситкә китәһе.
Йәмле, йәнле булып ҡалһын мәңге,
Тыныс атһын һәр бер иртәһе!
Гөлфиә Ишмөхәмәтова. Юлдаш ауылы.
Быуат аралары боларғанда...
Сиктән сиккә заман һикерә!
Үткән көндәребеҙ – күп нөктәләр,
Һорау билдәһе ул – иртәгә!
...Мең туғыҙ йөҙ ун етенсе йылда
Петроградта туптар осҡанда,
Теләк әйткән Вәлиди ҙә шунда,
«Ниндәй генә болалар булһа ла,
Именлек бир, Хоҙай, халҡыма!»
Быуат үткән. Уның был доғаһы
Болғансыҡта кемдер балыҡ тотмаҡ,
Ҡыуып индермәксе нәрәтәгә.
Сиктән сиккә заман һикергәндә,
Ниҙәр генә булыр иртәгә?!.
Данлы-шанлы халҡым тарихына
Милләттәшем, күҙең һал ғына!
«Имен генә торһон Башҡортостан!» –
Башҡорт ере, тиһәң, күҙ алдына
Килеп баҫа ғорур тауҙары.
Салауаттың бығау сыңдары.
Ҡараһаҡал үткән урмандары
Һаҡлай кеүек батыр эҙҙәрен.
Батыршаның ҡыйыу яугирҙәре
Яҡлағандар тыуған ерҙәрен.
Ғәзиз ерем күпме яуҙар күргән,
Күпме күргән халҡым нужаны.
Бөгөлмәгән башҡорт, бирешмәгән
Аҡ күңеле, аҡ уйҙары менән
Аҡмуллабыҙ биргән һабаҡтар.
Наҙанлыҡтан арынырға теләп,
Белем эстәгәндәр халыҡтар.
Башҡортостан үҙаллылыҡ алһын,
Башҡорт булһын тиеп ирекле,
Бабич, Вәлидиҙәр үҙ яҙмышын
Һынауҙарҙы һынмай үтте халҡым:
Колхозлашыу, һуғыш-афәттәр.
Үҙ көсөнә ышанысы артҡан,
Таң ҡалғандар башҡа милләттәр.
Икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары,
Ер ҡуйынында алтын-көмөшө.
Нефть вышкалары теҙелгәндәр –
Был халҡымдың хеҙмәт емеше.
Башҡортостан, тыуған төйәккәйем,
Сәскә кеүек матур гөлкәйем.
Бер нимәгә һине алыштырмам,
Күҙ ҡарамдай ғәзиз илкәйем.
Зәйтүнә Түләбаева. Үрген ауылы.
Әллә ғәжәпләнеп, әллә йәлләп,
Үткәндәрҙән ҡарай сал Быуат.
Уның күҙе менән баға кеүек
Берсә Бабич, берсә Салауат.
Улар ҡарашында үпкәләү бар:
«Башҡортом, ти, кемгә әйләндең?
Аҫыл ерең күптән китте һинән,
Инде телең бөтә – йәлләйем.
Сабыйҙарың теле «әсәй» түгел,
Ата-әсәһе сит бауырҙан түгел,
Башҡорт телле лә бит асылда.
Күңел байлыҡтары һайый бара.
Хөр күңеллек ҡыла тамаша.
Эске матурлыҡты юғалтҡанға,
Ялтырауыҡтан күҙҙәр ҡамаша.
Илем, ерем тиеп янған ирҙәр
Ҡайҙа булды, китте ҡайҙарға?
Аҡса артынан ҡыуып барса халыҡ
Бүленделәр ярлы-байҙарға.
Көнсөллөк һәм хөсөт баҫып бара,
Тут баҫҡандай һеҙҙең күңелде.
Тигеҙлек һәм хөрлөк шиғары* ла
Күптән инде ергә күмелде».
Әллә ғәжәпләнеп, әллә йәлләп,
Үткәндәрҙән ҡарай сал Быуат.
Аптырап та беҙгә баға кеүек
Шағир Бабич, яугир Салауат.
Рәсүл Шәмсетдинов. Ғәббәс ауылы.
Уф, дегәнәк тиеп яратмайынса
Йәнәһе лә, иң алама үлән,
Иң йонсотҡос үлән – дегәнәк.
Әллә инде ҡараш дегәнәккә,
Әллә инде заман үҙгәргән –
Дегәнәкте һағынып ҡайта ир-ат
Себер тигән алыҫ ерҙәрҙән.
Тыуған яҡтың рухын һаҡлай төҫлө
Күпме ҡырҡып, ҡырып ташлаһаң да,
Тамырҙарын һуҙа төпкәрәк.
Ер-әсәгә һыйынып йәшәй бит ул
Аслыҡ йылы дегәнәк тамырын ашап
Иҫән ҡалған күпме башҡортом.
Бер өлөшөн алһаң – икенсеһе,
Әйтерһең дә, шул дегәнәк аша
Әйтә төҫлө ошо дегәнәктәй,
Тыуған яҡты һин дә ҡәҙерлә.
Йөрөмә һин алыҫ сит яҡтарҙа,
Бәхет ҡошон үҙ ереңдән эҙлә.
Әйтә төҫлө: ошо дегәнәктәй,
Ярат тыуған ерҙе һин, кешем.
Тәбиғәтте һаҡлау – булһын эшең,
Шул эш өсөн бир һин бар көсөң.
Дегәнәктәй йәбеш һин тормошҡа,
Туған телгә, тыуған ереңә,
Тик шул саҡта дауа табырһың һин
Алдап-йолдап ҡатҡан күңелдәрҙе
Тик тыуған яҡ ҡына дауалай.
Ҡырҙа йөрөгән һәр кем һағынып ҡайта
Уйынсығын тапҡан балалай.
Тыуған тәбиғәттең йәмен һаҡлап,
Ҡәҙерен белеп йәшә һин, кешем.
Тәбиғәттең дуҫы булһаң ғына,
Алға барыр һинең тормошоң...
Әллә ниндәй уйға төшөрә бит,
Ябай ғына дегәнәккә ҡарап
Рәмилә Юлдашбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Харис Теләмов. Юнай ауылы.