"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 16:45

Башҡортостан сит ил туристары араһында популяр 10 йүнәлеш иҫәбенә инде

2019 йылдың 1 марттан 31 майына тиклем Рәсәй төбәктәре карталарын Maps.me ҡушымтаһына күсергән сит ил ҡулланыусылары һаны нигеҙендә төҙөлгән рейтингта төбәк унынсы урынды алды, тип хәбәр итә РИА Новости.

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Республикаһы сит ил туристары араһында популяр 10 йүнәлеш иҫәбенә инде. 2019 йылдың 1 марттан 31 майына тиклем Рәсәй төбәктәре карталарын Maps.me ҡушымтаһына күсергән сит ил ҡулланыусылары һаны нигеҙендә төҙөлгән рейтингта төбәк унынсы урынды алды, тип хәбәр итә РИА Новости.
Өс лидер иҫәбендә — Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Краснодар крайы. Артабан Адыгей һәм Ростов өлкәһе килә.
Алтынсы урында – Свердловск өлкәһе, етенселә – Татарстан, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы баҫҡыстарҙы Смоленск һәм Воронеж өлкәләре биләне.

Читайте нас: