Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 17:57

Парк асылды

Репортажды түбәндә, сайтта уҡығыҙ

Байрам ауазы

Республика көнөн Ейәнсура районы лайыҡлы ваҡиға менән ҡаршыланы - район үҙәге Иҫәнғолда Сергей Чекмарев исемендәге парк реконструкциянан һуң асылыу тантанаһын үткәрҙе, унда , БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ә.Байсурин район хакимиәте башлығы Д.Юланов һәм башҡа дәрәжәле Өфө ҡунаҡтары ҡатнашты.

Парк “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы нигеҙендә төбәк һәм федераль аҡса иҫәбенә үҙгәртеп төҙөлдө. Сер түгел, үҙәк урамда урынлашҡан парк майҙаны тар һәм ҡотһоҙ ине, шулай ҙа төп һәйкәлдәр бында урынлашҡанлыҡтан, байрамдарҙа был һуҡмаҡтарҙан халыҡ әҙ йөрөмәне. Бөгөн был паркт танымаҫлыҡ булып үҙгәргән – майҙан киңәйтелеп, ҡиммәтле таш түшәлгән, һәйбәт һәм күркәм кәртә-ҡойма менән уратылып алынған, Ленин һәйкәле бейегәйтеп ултыртылған, ә иң шатландырғаны - хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандар иҫтәлегенә өр-яңы һәйкәл урынлаштырылған: тимер һалдат ялға туҡтаған мәл кәүҙәләндерелгән, янындағы таҡтаташтарҙа Афған һәм Чечен яуҙарында һәләк булған яҡташтарыбыҙ исеме мәңгеләштерелгән.

Мәңгелек ут тоҡандырылған ерҙә поста йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар поста тора. Мәктәп уҡыусылары, курсанттар, яугир-интернационалистар, хеҙмәт ветерандары, етәкселәр, халыҡ вәкилдәре рәттәргә теҙелде.Бөйөк Ватан ветерандарының килгәне, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең әсә-атаһы эскәмйәләргә урынлашты. Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе тынлы оркестры байрам маршын уйнап ебәрҙе, ул тынғас, хореография класы тәрбиәләнеүселәре бейергә төштө.

Тантананы алып барыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Альфред Ваһапов менән Айгөл Татарникова был майҙанда урынлашҡан һәйкәлдәр тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Владимир Ильич Рәсәйҙә большевиктар партияһын, 1917 йылдағы революцияны ойошторған, эшселәрҙең социал-демократик партияһын төҙөгән. Уның эшмәкәлегенең ыңғай һәм кире яҡтары хәҙер инде тикшерелмәй, шуныһы асыҡ - был шәхес донъя тарихында билдәле сәйәси эшмәкәр булып танылған. Фәҡәт ошонда элек пионер һәм комсомол сафына ҡабул иткәндәр. Бөгөн яңыртылған һәйкәл үҙенең тәрбиәүи көсөн юғалтмай. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ултыртылған һәйкәл янында күпме йылдар дәүерендә Еңеү көнө уңайынан мәңгелек ут тоҡандырылған, гимн тыңланған, бер минутлыҡ хәтер тынлығы иғлан ителгән. Репрессия өйөрмәһе йылдары онотолмаһын өсөн ултыртылған һәйкәл һуҡмағы ла аяҡ тауыштарын йыш ишетә, бында халыҡ өләсәйҙәре-ҡартатайҙары иҫтәлегенә йөрөй. Паркка атама биргән Чекмарев исеме беҙҙең районға ят түгел, уға ла бында һәйкәл бар. “Сәй ҡуйы һәм ҡайнар, әммә кеҫәлә аҡса юҡ” – был Сергей Чекмаревтың шиғыр юлдарынан өҙөк. Совет шағиры 1909 йылдың 31 декабрендә теш технигы ғаиләһендә тыуып-үҫкән, Мәскәү ит-һөт институтын тамамлаған. Дипломлы зоотехник кадрҙар потенциалын хәл итеү маҡсатында йүнәлтмә менән Башҡортостанға эшкә ебәрелә. Тәүҙә Хәйбулла районында «Таналыҡ”та, артабан Ейәнсурала “Инәк” совхозында баш зоотехник булып эшләй, Ибрай ауылында йәшәй. Фәҡәт беҙҙең районда шағир күңел тетрәтерлек шиғырҙарын яҙа, таланты асыла.

Үкенескә күрә, Сергей Чекмарев 23 йәшендә генә фажиғәле һәләк була. Шиғырҙары 1956 йылда “НОВЫЙ МИР” журналында баҫыла, 1957 йылда тәүге китабы нәшер ителә, уға рецензияны мәшһүр шағир Евгений Евтушенко яҙа.

Төп сығыш район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтыҡы булды:

– Күптән көтөлгән көнгә килеп еттек - парк яңыртып асылды. “Дуҫлыҡ” паркы матурлығын күреп халыҡ ошо парктты яңыртыуҙы һорап наказ бирҙе, афған һуғышы ветерандарына юбилей миҙалдарын тапшырғанда улар яугир-интернационалистарға һәйкәл һораны. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан миссияны ҡабул итеп алып, афғансылар райондың патриотик эштәрендә ҡатнашып килә, быйылдан чеченсылар үҙҙәренең ойошмаһын төҙөп, изге эштәргә әүҙем ҡушылды - уларға рәхмәт белдерәм. Еңеү көнөндәге тантанала халыҡ был майҙанға һыймай, урамда торорға мәжбүр ине. Наказдар үтәлде. Был программаға таянып, әле Таҙлар ауылында ла яңыртыуҙар бара.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә был парк йәшелләндерелеп 100 миләш үҫентеһе ултыртыла.

Подрядсы Вадим Ваһапов үҙенең беренсе күләмле эшен - паркты төҙөкләндереүҙе яҡшы башҡарҙы, тип баһалайбыҙ.

Сығыш яһаусы Михаил Мазин һөйләүенсә, был урын тарихи әһәмиәткә эйә - яҡында элек Куйбышев исемендәге колхоз идараһының хужалығы урынлашҡан, бында район үҙәгендәге тәүге һыу колонкаһы ултыртылған. Совет осоронда Чекмарев паркы ауылдың осонаса һуҙылған булған, ваҡыт үтеү менән уны тәрбәиәләп тороу ауырға төшкәнлектән, ҡыҫҡартып, ҡалған өлөшөндә шәхси йорттар төҙөргә рөхсәт биргәндәр. Бөгөн иһә бында төндә лә уттар балҡып тороуы халыҡҡа ҙур байрам, тине ул.

Оркестр уйнап ебәрҙе, яугир-интернационалистарға ҡуйылған яңы һәйкәлгә ябылған аҡ япма алынды. Халыҡ сиратҡа баҫып бында ҡыҙыл ҡәнәферҙәр алып килде, хәрбиҙәр баш кейемен һалды. Һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, бөгөнгө көндә иҫән-имен яугирҙәр, ветерандар, һәр теләүсе иҫтәлеккә фотоға төштө. Артабан башҡа һәйкәлдәргә лә гөлләмәләр оҙатылды. Был оло һәм изге халыҡ байрамы өлкәндәрҙең дә, йәштәрҙең дә хәтерендә матур тарих булып уйылып ҡалыр, уларҙың ризалығы, рәхмәте йөҙҙәрендә нур булып балҡый ине.

Әнисә Бикташева.
Читайте нас: