Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 16:21

Тырышлығы бушҡа китмәгән

Төбәк Башлығы иғтибар иткән

КВН-дан ижадын башлаған Фидан Ҡолмөхәмәтов стендап форматындағы концерттар ҡуя башлаған.

егет интернет селтәрендә, бигерәк тә Instagram сайтында күп күренә: егет көн дә тиерлек ҡыҙыҡлы видеояҙмаларын һала. Мәҫәлән, “Оперативка” яҙмалары ҡайһы бер бөгөнгө көн чиновниктарының етешһеҙлектәренә арналған. Ике персонаждың берәүһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдында отчет менән сығыш яһай, икенсеһе уны тәнҡитләй, ысын йөҙөн аса, теге йәки был “гонаһ”тарына төртөп күрһәтә.


Яңыраҡ Фидан үҙ сәхифәһенә республика етәксеһе менән төшкән фотоһын ҡуйҙы. Баҡтиһәң, Радий Фәрит улы Фидандың видеояҙмаларына Фейсбук сайтында юлыға, унда “Күптән былай көлгәнем юҡ ине” тигән комментарий яҙған.
Читайте нас: