"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 17:00

Килен - бейем тупрағынан?!

Байыш ауылы биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәжит Шамхаловтың "Бейем” (Ҡәйнә") комедияһын халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.


Байыш ауылы биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәжит Шамхаловтың "Бейем” (Ҡәйнә") комедияһын халыҡ хөкөмөнә сығарҙы. Театр аҙналығы сиктәрендә биләмә ауылдары буйлап ҡуйылған комедияны халыҡ яратып ҡабул итте.

Комедияла хәл-ваҡиғалар ябай, ғәҙәти ғаиләлә бара. Ваҡиғалар көнкүрештәге ғаилә конфликты тирәләй үҫешә. Бындай низағтар һәр ғаиләлә, һәр заманда ла булырға мөмкин. Әсә улының кәләшен һис тә ҡабул итә алмай. Килене нимә генә эшләһә лә, һөйләһә лә – уға оҡшамай. Йәш ғаилә башлығына иптәштәре ярҙамға килә, уға хәйләләшергә кәңәш бирәләр: ысын ҡатынын алып китеп торорға, урынына яңыһын – яһиллыҡ буйынса бейеменән һис тә ҡалышмағанын, өйҙә кем хужа икәнен танытырлығын килтереп торорға!

Һәүәҫкәр артистарҙың сағыу, күңелле уйыны, геройҙарының образын асыуға булышлыҡ итеүсе ым-хәрәкәттәре тамашасыларҙа һоҡланыу уятты, сығыштар алҡыштарға күмелде.
Читайте нас: