Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 16:14

Хыялдар тормошҡа ашҡанда

Бәләкәй саҡта барыһын да нисектер шаҡ ҡатырғы килә, бөтәһе лә һине белһен, таныһын ине, тип теләйһең бит. Ә артистар, актерҙар – һәр ваҡыт халыҡтың күҙ алдында. Ә мин бәләкәйҙән бейергә яраттым, мәктәптең бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләндем. Ҡурайҙа ла апаруҡ уйнай инем. Өҫтәүенә Абзан мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан әсәйем “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конурсына даими йөрөттө, эпосты һөйләү өсөн думбыра сиртергә өйрәндем. Ҡыҫҡаһы, үҙемде сәнғәт кешеһе итеп күрҙем...


Театр, кино актеры, Абзан егете, әле Мәскәүҙә йәшәүсе Роберт Йылҡыбаевты яҡташтары яҡшы белә. Бөгөн уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.


– Ғәҙәттә, малайҙар хәрби булырға хыяллана, йә булмаһа, ата-әсәһенекенә яҡын һөнәр һайлай. Актер булыу теләге ҡасан яралды?

– Бәләкәй саҡта барыһын да нисектер шаҡ ҡатырғы килә, бөтәһе лә һине белһен, таныһын ине, тип теләйһең бит. Ә артистар, актерҙар – һәр ваҡыт халыҡтың күҙ алдында. Ә мин бәләкәйҙән бейергә яраттым, мәктәптең бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләндем. Ҡурайҙа ла апаруҡ уйнай инем. Өҫтәүенә Абзан мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан әсәйем “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конурсына даими йөрөттө, эпосты һөйләү өсөн думбыра сиртергә өйрәндем. Ҡыҫҡаһы, үҙемде сәнғәт кешеһе итеп күрҙем. Әммә “бәндә теләй, Алла бойора” тигәндәй, хореография училищеһына ынтылып ҡарағайным – булманы, музыка училищеһына үтмәнем, Фәйзи Ғәскәров ансамбленә лә юлым уңманы. Хыялымдың, теләгемдең ни тиклем ихлас булыуына үҙенә күрә һынау тотҡанмындыр, тим. 11-се класта уҡып йөрөгәндә, сәнғәт академияһында Йәштәр театры өсөн төркөм йыйыуҙары хаҡында иғлан күреп ҡалдым һәм шунда уҡырға индем. Бында мин ихтыяр көсө, характер тәрбиәләүҙә спорттың роле ҙур булғанын һыҙыҡ өҫтөнә алып, тәүге уңышһыҙлыҡтан ебеп ҡалмаҫҡа, киреһенсә, сәмләнеберәк эш итергә кәрәклеген даими һеңдергән атайыма рәхмәтлемен. Спортҡа ул мине ылыҡтырҙы, ҡыҙыҡһыныу уятты, волейбол, баскетбол менән ихлас шөғөлләнә инем. Бына шулай, әлеге һөнәремдә ата-әсәйем һалған нигеҙ ҙур роль уйнай.

– Ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан тәүге көн ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? Бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһап өйрәнгәс, ҡаушау булмағандыр?

– Академияның 1-се курсында уҡ беҙҙе Башҡорт дәүләт академия театры спетаклдәренә йөрөттөләр, күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша торғайныҡ. Шулай сирҡаныс алдыҡ. Фидан Ғафаровтар менән бер сәхнәлә уйнау, әлбиттә, көслө тойғолар уята. Ә ҡаушау, тулҡынланыуға килгәндә, бер үк ролде нисәмә ҡабат башҡарһаң да, әллә күпме тәжрибә туплаһаң да был тойғо ғүмер буйы һаҡланалыр, минеңсә. Сөнки артист – хис кешеһе, тамашасы һинең уйнағанды ҡабул итһен, оҡшатһын өсөн уның менән бер тулҡынға көйләнергә, бәйләнеш булдырырға кәрәк. Уҡытыусым Таңсулпан Бабичева ла хис-фекерһеҙ сәхнәлә уйнау – техника ғына тип өйрәтә торғайны.

– “Ромео һәм Джульетта”ла Ромео роле менән тамашасының һөйөүен яулап өлгөргән йәш актер ҡапыл ҡырҡа һынылыш яһай: һөнәрен дә, йәшәү урынын да алмаштыра. Мәскәүгә юл тотоуыңды “ҙур карапҡа – ҙур һыу кәрәк” тип аңларғамы?

– Ҡапыл булды, тимәҫ инем. Академияны тамамлап, диплом алғас та Мәскәүгә ынтылып ҡараным, әммә 1-се турҙа төшөп ҡалдым. Шунан Йәштәр театрында эшкә ҡалдым, телевидениела диктор ҙа булдым – “Сәләм”дә иртәнге яңылыҡтарҙы алып барҙым. Ә күңелдә – ҡәнәғәтһеҙлек. Мәскәү ымһындыра, үҙемде һынап ҡарағым килә. 4-се курста уҡығанда уҡ ҡышҡы каникулда курсташым Иҫәнғол егете Салауат Юлдашбаев менән мәркәзде барып күреп ҡайтҡайныҡ, театрға ла барғайныҡ. Ымһындырып торған ыңғай тәьҫораттар һаман тынғы бирмәй. Шулай бер мәлде каскадер, профессор, ВГИК-тың кафедра мөдире Айҙар Закиров Өфөгә килде, “Робин Гуд” спектаклен ҡуялар ине. Мин уның менән осрашып һөйләшергә йөрьәт иттем. Ул мине ихлас тыңланы ла бер бит ҡағыҙҙы тултырып, уҡый торған әҙәбиәт исемлеге яҙып бирҙе. Шулар буйынса реферат яҙып, апрелдә килергә ҡушты. Аҙаҡ аңлауымса, быныһы ла мине һынамаҡҡа әйтелгән булған икән. Йәнәһе, ысынлап теләйемме? Ә мин тоттом да барҙым. Әңгәмәләшеүҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙым. Йәй иһә документтарҙы тапшырып, көҙгә Рәсәй театр сәнғәте университеты (ГИТИС) аспирантураһында сәхнә пластикаһы аспиранты булып киттем. Уны тамамлап, хәҙер үҙем студенттарға сәхнә пластикаһы серҙәрен төшөндөрәм, фехтование нигеҙҙәренә өйрәтәм. Ә Ромеоға килгәндә, саҡырһалар, әле лә ҡайтып уйнап китәм. Былтыр, мәҫәлән, февралдә Ғашиҡтар көнө уңайынан ҡуйылған спектаклдә ҡатнаштым.

– Ә ни өсөн фехтование? Беҙҙең тиҫтерҙәр һымаҡ, ҡылыс алышып үҫкән быуындан түгелһең, ҡайҙан өйрәндең?

– Сәнғәт академияһында саҡта уҡ күнекмә ала инек. Фехтование һығылмалылыҡ һәм матурлыҡ та, сослоҡ, етеҙлек һәм таһыллыҡ та талап итә. Бейеү менән спортты берләштерә, тиергә мөмкин. Студент саҡта фехтование буйынса “Серебряная шпага” фестивалендә ҡатнашып, дипломант булып ҡайтыуыбыҙ ҙа дәрт өҫтәгәндер.

Дөрөҫөн әйткәндә, мин Мәскәүгә бала саҡта, “Москва слезам не верит” фильмын ҡарағанда уҡ ғашиҡ булғайным. Уның геройҙары һымаҡ үҙемде һынап ҡарағым килгәндер. Фильмдың режиссеры Владимир Меньшов менән хәҙер аралашып йөрөйөм.

– Нисек Мәскәү: фильмдағы һымаҡмы, әллә айырыламы?

– Әлбиттә, заманы менән айырыла. Хәҙер бит мәғлүмәт, тиҙлек быуаты, көн дә нимәлер үҙгәреп тора. Кем әйтмешләй, хәҙер ҡыҙҙар смс яҙмаһаң да, үпкәләп-үсегеп баралар, ә элек бит хатты айлап көткәндәр – шунан сығып та һығымта яһарға мөмкин. Мәскәү бик көслө фильтр ул. Һине берәү ҙә ҡолас йәйеп көтөп, йә тартып тормай. Хәйер, ябай кешегә ҡайҙа ла бер ҡояш: бөтәһе лә үҙеңдең тырышлығыңа, ихтыяр көсөңә бәйле. Мәркәз мине лә төрлөсә һынаны, әммә һындыра алманы. Яратҡан эшем, һағынып ҡайтыр ғаиләм бар, кәләшем Лилиә менән Нәргизә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. ‡ҙебеҙ һымаҡ башҡорт йәштәре менән аралашып йәшәйбеҙ, үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, Интернет аша БЮТ, “Юлдаш” радиоһы тапшырыуҙары менән даими танышып торабыҙ. Эшем оҡшай, студенттар менән эшләү күңелле, сит илдәрҙән килгәндәре лә бар. Йылына ике тапҡыр Англиянан бер төркөм – 20-ләп студент килеп, дәрес ала. Уларҙы ла фехтование нигеҙҙәренә өйрәтәм.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!

Беҙҙең белешмә

Роберт Йылҡыбаев Ейәнсура районының Абзан ауылында тыуған. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Милли йәштәр театрында һәм һәм туған уҡыу йортонда эшләгән. Әле Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәй театр сәнғәте университеты аспирантураһын тамамлағас, сәхнә пластикаһы кафедраһында эшкә ҡалған. Роберт Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында ла уҡыта.

«Екатерина II», «Викинг», «След», «Золотая орда», «Бессонница», «Мятеж», «Пасечник», «Притяжение», «Палач», «Охота на дьявола» һәм башҡа картиналарҙа трюктар һәм фехтование сәхнәләрен ҡуйыуҙа ҡатнашҡан. Рәсәй Каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы.
Читайте нас: